RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ришүәт алмаусы табиптар төркөмө арзан хаҡҡа ҙур күләмдә кәнфит, сәскә, шарап, коньяк һәм башҡа бик күп нәмә тәҡдим итә.

* * *
– Оло һәм таҙа мөхәббәт теләйһеңме?
– Күпмегә таҙараҡ?
– 100 процентҡа.
– Ә күпмегә олораҡ?
– Статистикаға ярашлы.

* * *
ҡатыны командировканан ҡайтһа, өйҙөң аҫты өҫкә килгән: иҙән бысраҡ, йыуылмаған һауыт-һаба өйөлгән, бүлмәлә тәмәке еҫе, ҡырынмаған ире, диванда һуҙылып ятып, футбол ҡарай. ҡатыны:
– Өс аҙна өйҙә булманым, ә һин миңә бер йылы һүҙ ҙә әйтмәйһең, – ти.
Ире ҡатынына борола һәм һуҙып:
– Рәх-мә-әт, – ти.

* * *
Телефон аша мөхәббәттә аңлашыу. Егет:
– ҡәҙерлем! Мин башҡаса һинән башҡа йәшәй алмайым! Һине тормоштағы бөтә ауырлыҡ­тарҙан да ҡурсаларға, ярҙам итергә, ғүмерем буйы өҙөлөп яратырға әҙермен. Әгәр мине ташлап китһәң, бөтә Ер шарын әйләнеп сығып, барыбер һине табасаҡмын, һөйөклөм. Мин диңгеҙҙәрҙе, урмандарҙы һәм осо-ҡырыйы күренмәгән сүллектәрҙе лә һинең өсөн йырып үтәсәкмен.
ҡыҙ:
– Мөхәббәтем минең! Хәҙер үк кил! Мин һине түҙемһеҙлек менән көтәм!
– Тик бөгөн түгел, – тигән егет ауыҙ эсенән генә. – Тышта ямғыр бит...

* * *
Ир-атҡа ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Сөнки бөтә нәмәне лә хөкүмәткә ауҙарып булмай бит.

* * *
ҡатын-ҡыҙҙың логикаһына шаҡ ҡатырлыҡ:
– Мин һине яратам! Шуның өсөн һин миңә тейешһең!

* * *
– Ғәли! Ғәли-и-и!
– (Йоҡо аралаш). Эйе, нимә булды?
– Ишетәһеңме, Ғәли, ә һин мине яратаһыңмы?
– Эм-м... Был тағы ниндәй һорау алыу? Әлбиттә, яратам!
– Ысынлапмы?
– Юҡ, һал телефонды!

* * *
Егет ҡыҙға:
– Һиңә ҡарата мөхәббәтем шул тиклем көслө, хатта артыңдан тамуҡҡа ла барыр инем... Һине үҙемдеке итер өсөн, хатта шайтан, иблис менән дә осрашырға әҙермен, – ти.
– Улайһа, минең әсәйем менән һөйләш, – тигән ҡыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)