RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

20.09.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Дельфиндар, ысынлап та, бик аҡыллы хайуандар. Ни өсөнмө? Һеҙ ҡасан уларҙың ипотека алғанын күргәнегеҙ бар? Ана, шулай шул!

* * *
– Мин, – ти бер ир иң яҡын дуҫына, – һинең кәләшеңде күргән һайын, эй, шатланам.
– Бәй-бәй, – тип аптырай тегеһе, – ни өсөн?
– Ул минең кәләшем булмаған­ға.

* * *
– Ҡәҙерлем, мин һинең өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен: ғәрәсәт һәм дауылдар аша үтеп, тауҙар аҡтарасаҡмын. Ҡыҫҡаһы, көт, иртәгә киләсәкмен. Ямғыр яумаһа…

* * *
– Минең компьютерым принтер­ҙы күрмәй. Мониторын да уға ҡаратып ҡуйҙым. Ә ул һаман, күрмәйем, тип яҙа. Нимә эшләргә икән?
– Бармағың менән төртөп күрһәт.

* * *
– Миңә барырғамы?
– Юҡ.
– «Юҡ, бармаҫҡамы» әллә «Юҡ, барырғамы?»
– Юҡ.

* * *
Ял көндәре һәр ваҡыт шулай – уянаһың, ашайһың, арыйһың.

* * *
– Нимә эшләйһең?
– Телевизорҙан Олимпиада, ауыр атлетиканы ҡарайым.
– Ирҙәрме, әллә ҡатын-ҡыҙҙар араһындамы?
– Әлегә аңлап етмәнем.

* * *
– Балағыҙ төнгө сәғәт өстә ҡысҡырып һеҙҙе уятыуына бер ҙә асыуланмағыҙ. Бик тиҙҙән һеҙ уның был ваҡытта өйҙә булыуына һөйөнәсәкһегеҙ.

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – минең ике яңылығым бар. Береһе – насар, икенсеһе яҡшы. Ҡайһыһынан башлайым?
– Әйҙә насарынан.
– Мин һинең ВМW-ды эшлектән сығарҙым.
– Ә яҡшыһы?
– Башҡаса улай эшләмәйәсәкмен.

* * *
– Офисығыҙҙа кем шул тиклем ҡысҡыра ул?
– Түрәбеҙ Шишмә менән һөйләшә.
– Ә ниңә телефондан ғына шылтыратмай икән?

* * *
– Һөйөклөм, – ти ҡатыны киске аштан һуң, – бешергән ризыҡтарым тәмле булдымы?
– Тағы әрләшергә сәбәп эҙләй­һең инде, эйеме? – тигән ире.

* * *
Ғаилә ыҙғыштары «Бер кем дә, бер ҡасан да онотолмай» тапшырыуын хәтерләтә.

* * *
Ир кеше, ҡатыны менән һөйәркәһен бутап, яңылыштан ҡатынына – тере сәскәләр, ә һөйәркәһенә тотош эш хаҡын бирә. Икеһе лә бик ҡәнәғәт ҡала.

* * *
– Ҡатынығыҙ һеҙҙе ниндәй наҙлы һүҙҙәр менән саҡыра, бесәйкәйем, ҡояшым, әллә ҡуян­ҡайым типме?
– Юҡ, әгәр наҙлы итеп икән, күберәге ул мине, тығынырға сыҡ, тип саҡыра.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)

26.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)


Ташҡын (Хикәйә)

24.02.2019 - Әҙәбиәт Ташҡын (Хикәйә)


Утын (Хикәйә)

23.02.2019 - Әҙәбиәт Утын (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...