RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙыусы һәм бур хаҡында

16.08.2013 Яҙыусы һәм бур хаҡында

Тамуҡта гонаһлыларҙың йәне ҡот осҡос яза көтөп яфаланғанда, яҙыусы ме­нән бур тап була. Яҙыусы ғүмере буйы китаптар яҙған, урлашмаған, юл баҫмаған, берәүҙе лә үлтермәгән. Әлбиттә, бер ваҡытта ла ул үҙен тамуҡҡа эләгеп, ошондай ҙа яуыз һәм ҡәбәхәт кеше менән тиң торормон, тип уйламаған. Икеһе лә муйындарына тиклем бысраҡ лайлалы суйын ҡаҙандарҙа ултыра. Ике ҡаҙан аҫтында ла усаҡ яна, яҙыу­сыныҡы бер аҙ талғын, ә ҡараҡтыҡы нығыраҡ яна, әммә ике ҡаҙандағы бысраҡ нәмәләр бер үк төрлө ҡайнай һәм булҡылдай.
Мәңгелектә ваҡыт бик оҙаҡ үтә икәненә төшөнә әҙип. Һәм ул ҡараҡтың ҡаҙаны аҫтындағы усаҡ бәләкәйләнгәндән-бәләкәйә барыуын күрә. Башын өҫкәрәк сығарып ҡараһа, үҙ ҡаҙанының ялҡыны ҙурай­ғанын күреп, ул:
– Йә, Хоҙай, ниндәй ҡылыҡтарым өсөн? – тип ялбара.
Шул ваҡыт уның эргәһенә фәрештә килә һәм:
– Һинең ниңә ҡараҡтың ҡаҙан аҫтындағы ялҡыны һүнә барыуын, ә үҙеңдеке киреһенсә, ялҡынланып яныуын аңлағың килә. Хәҙер ни өсөн шундай яфа сигеүеңде аңлатам, – ти.
Бур ер йөҙөндә йәшәгәндә бик күп насарлыҡ ҡылған. Уның яҡындары, туған-тыумасалары әлегә тиклем Аллаһынан уның гонаһтары өсөн ғәфү үтенә. Ә һинең гонаһтарың уныҡынан ай-һай күберәк. Тәңре һиңә кешеләрҙә изгелек уятырға, матурлыҡты кү­рер­гә, бер-береһен хөрмәт итеп, оло мөхәббәткә өн­дәргә талант бирҙе. Ә һинең китаптарың әлегә тиклем йәш йөрәктәрҙе боҙа, уларҙы тик бер генә нәмәгә – яҡынлыҡ ҡылыуға өндәй…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)