RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

02.08.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Фермер мал табибына кәңәш һорап килә:
– Минең бик елле атым бар. Ул ваҡыты менән яҡшы ғына атлап йөрөй, ә ҡайһы саҡ аҡһай башлай. Нимә эшләргә икән?
– Яҡшы атлаған ваҡытын көтөгөҙ ҙә, тиҙ арала һатып ебәрергә тырышығыҙ, – тигән табип.

* * *
Суд залында:
– Ғәйниә ханым, һеҙ нисек итеп ҡайнап торған сәйнүк менән ирегеҙгә бәреп ебәрҙегеҙ? Һеҙгә ул йәл булманымы ни? – ти судья.
– Йәл булмаған ҡайҙа ул, судья әфәнде, – тигән ҡатын. – Ул бит өр-яңы, яҡшы һәм һыҙғыра торған сәйнүк ине...

* * *
Хәлле генә йәшәгән ғаилә ҡунаҡ йыя. Тегеләре бик оҙаҡ ултыра, ҡайтыу тураһында бөтөнләй онота, хужалар ныҡ арый. Бер аҙҙан ир кеше хужа эргәһенә килә лә шым ғына:
– Ғәфү итегеҙ инде, миңә өйгә тиҙерәк ҡайтырға кәрәк, – ти ҙә кейенә башлай.
– Яңғыҙың ғына ҡайтып китеүҙән беҙгә ни файҙа, – ти хужа. – Исмаһам, үҙең менән ҡатыныңды булһа ла алып ҡайтып кит.

* * *
– Беҙҙең ихатала бер эт йәшәй, – ти егет танышына. – Шундай аҡыллы.
– Ҡайҙан беләһең? – ти танышы.
– Күҙҙәренән күренеп тора.
– Күҙлек кейәме ни?..

* * *

– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – миңә ике аҙнаға әсәйемә барырға кәрәк!
– Ысынлапмы? – ти ире, ҡыуанып. – Үткәндәге һымаҡ алдашмайһыңмы?

* * *
– Әйтегеҙ әле, парашют спорты менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, икенсе двигателемә ут ҡапҡас...

* * *
Ял көндәренән һуң тәүге биш көн иң ауыры һанала.

* * *
Беренсе ҡатта йәшәйем. Төндә тәҙрәмдең серәкәйҙәр инмәһен өсөн махсус эшләнгән сеткаһын һалдырып алғандар. Икенсе көнөнә „Тәҙрә­беҙгә тап килмәне, борсоғаныбыҙ өсөн ғәфү итегеҙ!” тигән яҙыу менән бергә кире урынына килтереп ҡуйғандар.

* * *
Туй шул тиклем тыныс үтте. Ресторанда бушлай Wi-Fi булды.

* * *
Көн һайын тиерлек әсәйем аҡ халатын төнгөлөккә кори­дор­ға кибергә элеп ҡалдырыуы арҡаһында тиҙҙән беҙҙең ғаиләлә хатта бесәй тотлоға башлаясаҡ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)