RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Библиотөн мауыҡтырғыс үтте

23.04.2013 Библиотөн мауыҡтырғыс үтте

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 19 апрелдән 20-һенә ҡарай төндә беҙҙең республика “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сарала Башҡортос­тандың 100-гә яҡын китапханаһы төрлө ҡыҙыҡлы программалары менән халыҡты йәлеп итте.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “БиблиоАрбат” тип аталған ҙур сара үтте. Китапхана ҡаршыһындағы йәйәүлеләр майҙаны шау-гөр килеп торҙо. Бында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, билдәле яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт эшмәкәрҙәрен дә осратырға мөмкин ине. Рөстәм Хәмитов “Ижади лаборатория” студияһының ҡыҙыҡлы проектында ҡатнашты. Бында ҙур баннерға төшөрөлгән исемһеҙ китаптарға үҙеңдең яратҡан китабыңдың атамаһын яҙырға кәрәк ине. Президент кәрәкле урынға Мостай Кәримдең исемен яҙҙы.
“Мине үҙеңә ал” тигән китап күргәҙмәһе лә халыҡҡа бик оҡшаны. Һәр кем үҙенә оҡшаған китапты алып ҡайтты. Рәсемдәр күргәҙмәһе эшләне, мәҙәни сараларҙа йәштәр ижадына ҙур урын бирелде. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, сәнғәт училищеһы студенттары оҫталыҡтарын күрһәтте. Башҡорт тирмәһендә йәнтөйәгебеҙҙең гүзәллегенә арналған китап күргәҙмәһе тупланғайны. Ә Булат Йосоповтың кино мәктәбе ойошторған сарала һәр кем яратҡан китабы тураһында камераға һөйләй алды.
“Библиотөн” республикала икенсе тапҡыр ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡлы акция әкренләп тарала бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)