RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИЛ ЭСЕНДӘ ДАН АЛҒАН ИЛ ТЫШЫНДА ҺАН АЛҺЫН!

26.02.2013 ИЛ ЭСЕНДӘ ДАН АЛҒАН ИЛ ТЫШЫНДА ҺАН АЛҺЫН!

Хәтерегеҙҙәме? ҡәҙимгесә, “борон-борон”дан башлап тороп, бала-сағаны албырғатып, уларҙы оҙон-оҙаҡ тыңлауға көйләгәс кенә: “Һөйләйемме баштан?” – тип, ололар өсөнсө һөйләм менән үк әкиәтте кинәт өҙә лә ҡуя торғайны. Оҙон әкиәт тыңлаясаҡбыҙ икән, тип ымһынған кескәйҙәр, ныҡ һемәйеүҙәрен онотоп:
– Һөйлә, һөйлә!
– Баштан һөйлә! – ти һала. Әкиәтсе шул уҡ өс һөйләмле ымһындырғыс әкиәтен (ымһындырығын) яңынан ҡабатлай. Уйын шулай ҡабатлана-ҡабатлана дауам итә.
Сафуан Әлибайҙың ҡарағусҡыл йәшел тышлы ике томлыҡ “Һайланма әҫәрҙәр”ен ҡулға төшөргәс тә хәтергә килде был уйын. Әммә мин бында ымһындырыҡ һөйләргә йыйынмайым. Шулай ҙа һүҙҙе баштан башламаҡсымын.
1961 йылдың онотолмаҫ йәйе. Ул саҡта уҡыу йорттарына ҡабул итеү имтихандары август башынан башлана ине. Әле танкист погонын һалып та өлгөрмәгән (дөрөҫөн әйткәндә, имтихандар бөткәнсә шулай йөрөү үҙе бер мода, йола ине) мин – һалдат бығаса хыялда ғына һалын­ған затлы һарай һымаҡ тойолған Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының оҙон-оҙон коридорҙарында, башҡа абитуриенттар һымаҡ уҡ, унда-бында һуғылып йөрөп ятам. Ана шундай көндәрҙең береһендә әле ҡулыма алған китаптарҙың тышлығы төҫөндәге костюм кейгән, һап-һары сәсле (мин хатта, ҡара-ҡара, йәшел менән һары – ҡайһылай ҙа уңышлы тап килеш, тип ҡуйғайным), йылмай­ғанында, былай ҙа ҡыҫығыраҡ күҙҙәре бөтөнләй йомолоп киткәндәй тойолған ыҡсым ғына кәүҙәле егет иғтибарҙы тартты. Шулай булмай һуң. Терегөмөш кеүек теремек кенә. ҡултығы аҫтына күн папка ҡыҫтыр­ған. Әллә ҡайҙан ялт итеп килеп етә лә, был абитуриент халҡы араһында буталып йөрөмәйем әле, тигән кеүек, күҙҙән дә юғала. Уның да мин һайлаған тарих-филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә инергә йөрөүе сер түгел ине инде. Тиҙҙән уның ҡайҙа китеп олағыуының да серен астым. Коммунистик урамынан үтеп барһам, теге йәшел костюмлы егеттең Офицерҙар йортона терәп һалынған йортҡа, ялт итеп, инеп китеүен күреп ҡалдым. Шул тәңгәлгә килеп етһәм, ул йортҡа “Башҡортостан пионеры” редакцияһы тигән алтаҡта беркетелгән булып сыҡты. Бына ҡайҙа ашыға икән ул. Тимәк, яҙыша был һары егет. Юрауым юш килде.
Етешәр кеше дәғүә иткән урынға эйә булыу бәхетенә ирешеүселәр араһында теге Һары сәс тә бар ине. Бәй, ул Салауат районының Тирмән ауылынан килгән башлап яҙыусы шағир, имеш. Беҙҙең уҡыу төркөмөбөҙҙө, ғөмүмән, ижадсылар төркөмө тип атарға була ине. Уға шундай төҫтө, Сафуандан тыш, Вафа Әхмәҙиев, Ирек Кинйәбулатов, Юныс Латипов, Миңлеяр Дилмөхәмәтов, Флүрә Юламанова (һуңғы курстан Сөләймәнова), Фәрҙиә Әмирханова (һуңғы курстан Әлибаева) кеүек шағирҙарыбыҙ, нәҫерселәребеҙ, район гәзиттәрендә журналист һөнәрен үҙләштерә башлаған Файыл Мөхәммәтов, Фирғәт Зәйнуллин, баянсы артисыбыҙ Шөғәйеп Ишкилдин, йырсыбыҙ Рәжәп Шәрипов бирә ине. Әйткәндәй, студенттарҙың үҙешмәкәр сәнғәт смотрында тәүге ҡатнашыусы һабаҡташтарым араһынан Сафуан да үҙен һәләтле йырсы тип танытҡайны. Бынан тыш ул өҙҙөрөп баянда уйнар булды. Тик был шөғөлө менән үтә мауыҡманы. Бының серен әле һүҙ барасаҡ китаптан тапҡандай булдым. Бала саҡ хәтирәһе рәүешендә яҙылған “ҡуян-ат” поэмаһы беҙгә шуны хәбәр итә. Яҙылмаған ҡанун буйынса ул да гармун уйнарға ҡара мунсала өйрәнә. Тиҙҙән уның гармуны, поэмала әйтелгәненсә, клубты дер һелкетә. Әммә, әммә... гармунсыбыҙ нимәгә зарлана? Яуапты шул уҡ поэманан табабыҙ. Унда ана ни тиелә:
“Уйна, – тиҙәр, – гармуныңды
Бармаҡтарың талғансы...”
Мин – хәйләһеҙ – уйнағанмын
Япа-яңғыҙ ҡалғансы.
Мин гармун һуҙған арала
Егеттәр ҡыҙ бүлешкән.
Бүлешкәс, оҙата киткән,
Ғүмерлеккә һөйөшкән.
Клубтарҙан яңғыҙ ҡайтам,
Һағышлана гармуным.
Шул саҡтарҙан ҡалғандыр ҙа
Бар һағышым, бар моңом.
Әйткәндәй, студент булып киткәс, Сафуан үкенесле ул хатаһын яңынан ҡабатламау сараһын күрҙе. Әле килтерелгән исемлектәге ҡыҙҙың йәйә эсендәге фамилияһы ла ана шул хаҡта һөйләй булыр...
Шығырлап торған шағирлы төркөмөбөҙ башҡаларҙан шуныһы менән айырылып торҙо. Кем яңы шиғыр яҙа, трибуна артына баҫа ла шуны уҡый һала. Вафабыҙ:
Биш бармаҡтай беҙ биш малай
үҫтек,
Бишебеҙ ҙә бишкә төрләнеп,
Мутлыҡҡа ла, һөнәр, шуҡлыҡҡа ла
Беребеҙҙән-беребеҙ өйрәнеп, –
тип көлдөрөп алһа, Ирек:
Төш алдынан хат ташыусы беҙгә
Әллә ниндәй хәбәр килтергән:
Урған арышмы ни, ауҙы әсәй,
Их, мин ғәмһеҙ, ниңә белмәнем.
Ә шулай ҙа әсәм ҡулдарынан
Осоп киткән хатты эҙләнем.
Таптым.
Уны, иң яҡыным күреп,
ҡулды йәйеп, ергә йығылдым...
ҡамыллы ҡыр шул саҡ
атайымдың
Яңаҡтары төҫлө тойолдо... –
тип, беҙҙе, күбебеҙ аталарын яуҙа юғалтҡандарҙы, һағышҡа һалыр булды.
Ә Сафуан? Ул балалар өсөн яҙыл­ған шиғырҙары менән таныштыра торор ине. Беренселә уҡығанда уҡ, фамилияһын боҙа биреп, Әлибай тигән лаҡап исемде уға үҙебеҙ таҡтыҡ. Күрәһең, уның шағирлығын таныуыбыҙҙың бер билдәһе шул тип белгәнбеҙ, шуның менән шиғриәт күгендә балҡырын юрағанбыҙ.

Бала-саға һүҙе менән

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттарының уҙған йылғы фольклор экспедицияһы ваҡытында иң кескәйҙәр ижад иткән һүҙҙәр теҙмәһен яҙып алып ҡайтҡайныҡ. Мәҫәлән, ҡаҙ улар өсөн “ҡаҡаҡ”, эт – “уау-уау”, бесәй – “мыяу”. Бындайҙары – иң таралғаны. Бынан тыш та һәр бала ололар телендәге күп һүҙҙе үҙенсә әйтә. ҡарамаҡҡа күптән таныш ошондай миҫалдар менән фольклор экспедицияһында осрашҡас, һабаҡташымдың шиғыр­ҙары хәтергә төштө:
Әхмәттең теле асыла,
Ниҙер һөйләргә теләй.
Үҙенсә, һүҙҙәр сығарып,
Тәтелдәй ҙә тәтелдәй.
Әсәһенә: “Әннә”, – ти ул,
Атаһына: “Әттә”, – ти;
“Матур” тигән һүҙҙе белмәй,
Бөтәһенә:”Тәттә”, – ти.
“Сәғәт”те ул “Әсғәт”, – тиһә,
“Бутҡаһына: “Бут-бут”, – ти....
(“Гелән һөйләй үҙенсә“).
Иғтибар итегеҙ. Әсәһе менән атаһын дөрөҫкә яҡын әйтә. Күрәһең, яңы ғына теле асыла башлаған сабый үҙе өсөн иңдән-иң мөһиме, иңдән-иң ҡәҙерлеһе кемдәр икәнен яҡшы тоя һәм уларҙы башҡаларҙан айыра белә. Шулай булмаһа, әсәй кеше бала өсөн наҙ сығанағы, иртәселлек, тимәк, тынғыһыҙлыҡ эталоны кимәлендәге үлсәм була алыр инеме? Шуға ла бала өсөн әсә кеше – бары ҡояш менән генә сағыштырмалы кеше.
Ниңә апрель нурлы була?
Иртәрәк таң атҡанға.
Әсәй һымаҡ, иртүк тороп,
Наҙлап ҡояш баҡҡанға.
(“Ниңә сыуаҡ?“).
Ә атай кеше бала күҙлегенән бына нисек күҙаллана:
Беләктәре – баҫырауҙай,
ҡулдары – ҡорос төҫлө.
Үҫкәс, мин дә булырмындыр
Атайым кеүек – көслө.
(“Атайым“).
“Киләсәктә кем булаһың?” тигән һорауға кемдәрҙер йә космонавт, йә моряк, йә игенсе, йә башҡа һөнәр эйәһе булырға теләүен әйтһә, Әхмәт бына ни өсөн: “Үҫкәс, мин атай булам”, – тип яуап биргән икән.
Шул уҡ ваҡытта
Һалдат ағайҙарын күрһә,
Әхмәттең иҫе китә.
Туҡтап ҡалып, уларҙың
Үтеп киткәнен көтә.
Сөнки, ҙурайғас, һалдат булырға теләй. Шуға ла “Үҫкәс, мин һалдат буламмы?” тигән һорауына “Булырһың” тигән яуап алғас, ҡыуанысынан урамды яңғырата (Ҙурайғас). Был нимә? “Үҫкәс, мин атай булам” тигән тәүге хыялына хыянатмы? Юҡ! Һис тә улай түгел. Һалдат булырға теләү – атай булырға теләүҙең бер өлөшө. Атай булғанға тиклем, ир-ат, һалдат булып, ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш тигән фекер кинәйәләнә был шиғыр­ҙа. Әхмәт иһә, ул тиклем юғары тонда һүҙ алып бармаһа ла, интуитив рәүештә шуны тойған тилбер малай булып күҙ алдына баҫа.
Бына шулай С. Әлибай үҙен бала-саға телен яҡшы тойоусы, һүҙенә оло мәғәнә һалыуға маһир шағир итеп танытты.

Кинәйә, тигәндән

Балалар өсөн яҙылһа ла, төптән уйлағанда, Сафуан Әлибай шиғыр­ҙарында ололарҙы уйландырырлыҡ, улар тормошонан ғибрәт алмалы хәлдәр ярайһы ғына йыш кинәйәләнә. Бына уның, ҡарамаҡҡа башы-тояғы менән үк балаларға тәғәйен “Яҙҙы кем килтергән?” шиғыры. Уның үҙәген гөрләүек, тамсы һәм йылы яҡтан ҡайтҡан бер ҡоштоң бәхәсе биләй. Уларҙың һәр береһе үҙен генә яҙҙы килтереүсе тип иҫәпләй.
Тик ситтән ҡояш
Йылмайып тора.
Өндәшмәй генә,
Ул күкте гиҙә,
Көләс нурҙарын
Һибә лә һибә.
Теге өс дәғүәсе – ҡояштың ошондай изге эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе икәне һәр кемгә мәғлүм. Әммә уларҙың унда эштәре лә юҡ. Сәбәп менән һөҙөмтәне бутаусылар, башҡаның хеҙмәт емешен үҙләштереүселәр, ә уның үҙен ситкә тибәреүселәр, тырыштың хеҙмәтен күрергә теләмәүселәр кинәйәләнә был әҫәрҙә. Ә ундайҙар тормошта, айырыуса бөгөнгө тотороҡһоҙ заманда аҙым һайын осрап тороуына һәр кем һәр көн шаһит. Ошо яҡтан ҡарағанда, “Яҙҙы кем килтергән?” шиғырына “Аҡ айыу” тигәне яҡын. Сөнки айыу бикләнгән ситлек янында тороусы үҙе хаҡында ана ни ти:
Айыуҙан да ҡурҡмағас ни –
Бына мин ниндәй ҡыйыу.
Кинәйәлелек йәһәтенән ағастар тормошона бағышланған шиғырҙары араһынан “Имән” тигәне иғтибар­ҙы йәлеп итмәле.
Япраҡтары йыртҡыланған,
Гүйә, елдәр бәргәнгә.
Имән бөгөлмәй-һығылмай –
Тамырҙары тәрәндә.
Был һүҙҙәрҙе кемдер, бары тик имән хаҡында, тип әйтер. Эйе, әлбиттә – иң әүәл имәндең бөгөлмәй-һығылмай ултырыуының сере – уның тәрән тамырлы булыуында. Шуны әйтеп, шағир был ныҡ ағас хаҡында ботаниктарҙы көнләштермәле мәғлүмәт бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, был әҫәрҙең танып белеү әһәмиәте бәхәсһеҙ. Бигерәк тә имәнде күреп өлгөрмәгән бала-саға ошо шиғырҙы уҡып, шул ағастың ныҡлығының серенә төшөнә ала. Ә инде эстетик яҡтан ҡарағанда, әҫәргә тәрән мәғәнә йәшерелгән. Бер күренеште икенселәре менән сағыштырыу һәләте булған кешелә ул әллә нисә төрлө ассоциация тыуҙыра ала. Шул яғы уны авторҙың яҡташы һәм өлкән дуҫы, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Шүлгәнйылға” шиғыры менән ҡатар тормалы әҫәр итә. Ер аҫтына сумып, уның тоҙон, һутын үҙенә һеңдереп, баҙығайып, ер өҫтөнә яңынан килеп сыҡҡан йылға образы ла шиғырҙы уҡыған һәр кемдә әллә нисәмә төрлө ассоциация тыуҙырырға мөмкин. Сөнки һәр кем, үҙенең тормош тәжрибәһе, хыялый фекер йөрөтөү форсатынан сығып, үҙенсә сағыштырыу­ҙар яһай ала. Тик шағир шул күп төрлө ассоциацияларҙан тик береһен генә һайлаған һәм:
Ошо йылға ише түгелме ни
Ут-һыу кискән ирҙең яҙмышы? –
тип һығымта яһап ҡуйған. Рәми Ғариповтан айырмалы, Сафуан Әлибай, әҙер рецепт биреүҙән баш тартҡан кеүек, үҙенең күңелендә имән образы ниндәй ассоциацияны тыуҙырыуын әйтеп тормай. Әммә, күңеле һаҡ, һиҙгер уҡыусы (Н. Чернышевский был урында, “проницательный читатель”, тип әйтер ине), япраҡтарын йыртҡылай-йырт­ҡылай, имәнде дер һелкетмәле ел-дауыл образында тормош һынауҙарын күп татыған Р. Ғариповса әйткәндә, “ут-һыу кискән ирҙең яҙмышы” һынланыуын таный алыр. Шул ағастың тамырҙары тәрәнгә тоташҡаны хаҡындағы мәғлүмәт иһә әлеге ир-азаматтың ауыр һынауҙарға бирешмәүенең сере уның тыуған ерҙән айырылмауында, уға ныҡ таяныуында икәнен төшөндөрөүгә хеҙмәт итеүен дә аңламай ҡалмаҫ. Ошо яғы менән Сафуан Әлибайҙың “Имән” шиғыры 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда халҡыбыҙ яугирҙары сығар­ған мәшһүр “Эскадрон” йырының
“ҡындан алып алмас ҡылысымды
Урал ташҡайына ҡайраным”, –
тигән һүҙҙәре менән ассоцация­лаша.
Балаларға тәғәйен булһалар ҙа, кинәйәлелек арҡаһында, Сафуан Әли­байҙың әҫәрҙәре бына шулай уҡыу­сының йәшен айырмаусы универсаль күренешкә әүерелеүсән.

Бала-саға күҙе менән

Сафуан Әлибайҙың бер поэмаһы “ҡуян-ат” тип исемләнгән. Әҫәрҙе уҡығанға тиклем, уның шулай аталышына күҙ һалыу менән үк, үҙем дә һиҙмәҫтән, әллә ҡайҙа ваҡыт томаны аръяғында тороп ҡалған бала саҡ хәтирәләре уянып киткәндәй булды. Ошо поэмаға иғтибар иткән һәр кем дә (һәр хәлдә, элекке малайҙар, күптән инде олатай, ҡартатай дәрәжәләренә ирешкән минең быуындаштарым) уртаҡлашмай ҡалмайҙыр мин кисергән был тойғоно. Шулай булмай һуң, үҙҙәренең һүҙҙәре үтемле булһын өсөн, ир баланы (бигерәк тә, хаҡ мосолман малайы булараҡ, уға мәғлүм операция яһағанда), түҙергә өндәп, ололар: “ҡуян-ат, барҡылдаҡ-ат әпирәбеҙ”, – тигән булып алдаштыра ине. Ул һүҙҙәрҙең буш вәғәҙә икәне башыңа ла килмәй. ҡуяны менән барҡылдағының бында ни ҡыҫылышы хаҡында ла уйлап бирмәйһең, “ат” тигән һүҙ һине арбай. Ат менеү бәхетенә ирешкәндәрҙе күреп, көнләшкәнең хәтереңә килеп, хыялға сумаһың. Вәғәҙә ителгән ҡуян-ат менән барҡылдаҡ-аттар, теге бәхетлеләрҙе көнләштермәле әкиәти ат икән, тип күҙ алдына килтерергә маташҡан арала, үҙеңде тишек шоманға ултыртҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалаһың... Сафуан да был поэмаһына исемде буштан-бушҡа ғына “ҡуян-ат” тип ҡушмаған. Әҫәрҙә ул хыялдың үҙен, анығырағы, авторҙың үҙен алыҫта ҡалған бала сағына алып ҡайтыусы символик образ вазифаһын атҡара. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Бына, өлкәнәйгәнсе, ғүмеренең күп өлөшөн ҡалала үткәргән шағир тыуған ауылы Тирмәнгә ҡайта. Ауылдаштары менән осраш­ҡанға тиклем ул бала сағы менән осрашҡандай була. Һуғыш һәм унан һуңғы ҡытлыҡ йылдарында, кәбәк тартып, ҡыш сығыу­ҙар ҙа, һыныҡ икмәк тәтегән мәл байрамдай тойолғаны ла, “тәғәм ризыҡ ҡалмағанда, етеп әллә ҡайҙар­ға”, атай кешенең, йүнсел Әфтәх ағайҙың, бер аҙ табыш менән ҡайтыуы һигеҙ балалы өйҙә ысын байрамға әүерелгәне, башҡаһы ла – барыһы, барыһы ла хәтер булып уяна шағир күңелендә. Ә инде поэмалағы
“ҡоймаҡ ҡойполдатабыҙ ҙа
Жәймә жәйпелдәтәбеҙ, –
Алла быуай ризыҡ биргән,
Дәү-дәү рәхмәт әйтәбеҙ”
тигән юлдарҙы уҡығанда, атаһы мал табып ҡайтҡас, Сафуандар кисергән шатлыҡ һинең дә шатлығыңа әйләнгәндәй итә һәм һин, үҙең дә һиҙмәҫтән, уның хәтирәләшенә әүерелгәндәй булаһың. Шағир хәтирәһенә, иш янына ҡуш булып, ғүмерҙә аяғың баҫмаған ерҙәрҙе, Тирмән урамдарынан хыялда ҡыҙыраһың, уның үткәнен хәтерләй-хәтерләй, бөгөн яңыра төшөүен күреп, ҡыуанаһың. Сытырбаштан шытыр-шытыр сытыр һөйрәп төшәһең; “сыбыҡ аттар ҡыуа-ҡыуа”, Сауыллыҡҡа сығып китәһең; Йыуалтүбәгә артылып, “тел остарын өтөп” алмалы йыуаға кинәнәһең;
ҡышҡайаҫты әҙерләгән
Һөтлөгән дә ҡуҙғалағын,
ҡаҡыһын да ауыҙ итәһең,
Килмәй унан ҡуҙғалаһың;
ҡаҡы, йыуа, ҡуҙғалаҡтар ҡатыуға, Ертумарҙа – еләк, бөрлөгән, Тирмән урамынан ҡарағанда, хыялдың үҙе кеүек, әллә ҡайҙа күкшелләнеп күренгән Күкшиккә үрмәләп, көртмәле тиреп, “ауыҙ-морон күм-күк булып”, эңер төшкәс кенә ҡайтып инәһең...

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)