RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөрөләр сәскә булып атһын

26.02.2013 Бөрөләр сәскә булып атһын

Бөрөләр сәскә булып атһын
Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында йәш авторҙар ижадына арналған әҙәби семинар уҙғарылды
М. Аҡмулла исемендәге өлкә әҙәби берекмәһе, Ш. Бабич исемендәге ҡала милли китапханаһы, Силәбе өлкәһендәге Башҡор­тос­тан вәкиллеге тарафынан ойошторолған сара инде икенсе йыл рәттән үтә. Был юлы семинар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыу­ға бағышланды.
Ямғыр, ҡар-буран ғына түгел, хатта таш яуып торһа ла, килеп етербеҙ, ти, ғәҙәттә, бер-береһен ныҡ күрергә теләгәндәр. Силәбеләр менән ныҡ осрашыр­ға теләгәнбеҙ, ахыры. Юлға сығаһы көндө күктән, ысынлап та, таш яуып ебәрҙе бит. Күршеләребеҙ өҫтөнә яуған метеорит ямғыры Хоҙай һынауы булғандыр, моғайын. Шулай уйланыҡ та, ниәтебеҙҙән кире ҡайтмай, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, шағирә Гөлназ ҡотоева менән күрше өлкәгә юл тоттоҡ.
Силәбе ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда беҙҙе ижадташ дуҫтарыбыҙ көтә ине. Арғаяш районынан, Магнитогорск, Үрге Өфәлей ҡалаларынан да башлап ҡәләм тибрәтеүселәр килде. Семинар асылыуға ике көн ҡалды тигәндә әҙәби берекмәнең абруйлы ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Арғаяш районының Бәжекәй ауылында йәшәүсе Рафаэль Мөхәмәтйәнов яҡты донъянан китеп барҙы. Сара тынлыҡ минуты менән башланды. Шулай ике йыл элек февраль айында мөһим әҙәби сараға әҙерләнеп йөрөгәндә күренекле шағир Рамазан Шәғәлиев та мәрхүм булып ҡуйғайны. Эйе, ваҡыт үҙенекен итә. Әммә быуындар сылбыры өҙөлмәҫкә, ере, теле өсөн янып йөрөгән оло шәхестәргә алмаш булырҙай йәштәр килергә тейеш. Хәйер, шуның өсөн уҙғарыла ла инде йәш авторҙар семинары.
Әҙәби берекмәгә башҡорт авторҙары ғына түгел, татар, рус телдәрендә ижад итеүселәр ҙә йөрөй. Шуға семинарҙа өс телдә тәҡдим ителгән ҡулъяҙмалар тикшерелде. Магнитогорск ҡалаһынан «Урал ынйылары» әҙәби берләшмәһе етәксеһе Файза Мәғәсүмова осрашыуға 11-се синыф уҡыусыһы Эльмира Әхмәҙинаны алып килде. Эльмира сығышы менән Белорет районының Абҙаҡ ауылынан икән. Башҡортса яҙыша. Алып килгән ҡулъяҙмаһын «Томбойоҡ» тип исемләгән. Сит өлкәлә танылған башҡорт әҙиптәренән кәңәш-тәҡдимдәр ишетеү генә түгел, уларҙы күреү мөмкинлеге лә хатта бөгөн бик сикләнгән. Эльмираға был йәһәттән уңыш йылмайҙы, тиергә була. Уға Гөлназ ҡотоева үҙ теләктәрен еткерҙе. Өҫтәүенә, шағирә күңеленә шағирә кеше үтә лә һиҙгер ҡарайҙыр.
− Миңә Эльмираның күңел халәте яҡшы таныш, сөнки минең дә 11-се синыфта ҡулъяҙмам тупланғайны. Шиғырҙа­рымды ҡараған ағай-апайҙар томбойоҡҡа тиңләй ине үҙемде. Һуңынан «Күңел томбойоғо» тигән китабым донъя күрҙе. Эльмираның һәр шиғырында кәйеф бар, шул уҡ ваҡытта ул техниканы ла ярайһы уҡ үҙләштереп өлгөргән. Әлбиттә, бер аҙ тәжрибә етешмәй. Әммә Эльмира шиғриәтте ташламаҫ, ижадында күренгән матур бөрө шау сәскә булып атыр, тип өмөтләнәм, − тине шағирә.
Арғаяштан килгән Гөлъямал Нәзмиева ике-өс йыл элек кенә яҙыша башлаған. Байтаҡ йыл мәктәптә француз, немец телдәрен уҡыт­ҡан. Мәктәп ябылғас, уға үҙ эшен асырға тура килә. Шиғырҙарҙы французса ла яҙып ҡарай икән. «Әлегә тиклем ижадымды бер кемгә лә күрһәткәнем юҡ. Шиғырҙарҙа етешһеҙ яҡтары күп булыуын аңлайым. Шуға күрә һеҙҙән ғәҙел тәнҡит көтәм», − тине ул үҙе менән таныштырғанда. Арғаяштағы әҙәби түңәрәк етәксеһе Айҙар Ишбирҙин әйтеүенсә, Гөлъямал апайҙың шиғырҙары йырҙарға оҡшаш. Шуға ла ул төбәктә әҙәби тормошто йәмләп ебәрер, тигән өмөттә ҡалалар.
Тағы бер башҡорт авторы – Үрге Өфәлейҙә йәшәүсе Фәнүзә Зарипова. Бөгөн ҡалала өс балалар коллективының художество етәксеһе булып тора.
Уның яҙғандары хискә бай, ҡолаҡҡа яғымлы, ти семинарҙа ҡатнашыусылар. Әммә йыш ҡына тойғоноң саманан артып китеүе шиғырҙарының ыҡсымлығын юғалта. Шуға күрә яҙғандарының байтағын ҡыҫҡартырға кәрәк тигән кәңәш ишетте Фәнүзә Зарипова.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиллеге берекмә уҙғарған сараларҙа әүҙемлек күрһәткән ижадсыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Семинарҙа ҡатнашҡан йәш авторҙарҙың ҡулъяҙмалары тосланып, киләсәктә китап рәүешендә уҡыусыларҙың иғтибарын яулар, тип ышанғы килә.

Мөнир ИҡсанОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)