RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәртәбәле конкурсҡа рәхим итегеҙ!

01.02.2013 Мәртәбәле конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Бөйөк башҡорт шағиры, ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып өлгөргән, әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып мәңгелеккә ҡалған Рә­шит Назаровтың исемен мәңгеләштереү, уның ижадына тағы ла иғтибар йү­нәлтеү һәм, әлбиттә, уның кеүек йәш сағыу таланттарҙы асыу, бөйөк шағир ижады, бөгөнгө тормошсан әҫәрҙәр аша башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү маҡсатында 2012 – 2014 йылдарҙа «Йәшлек» Баш­ҡортостан йәштәре гәзите, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Ауыр­ғазы районы хакимиәте менән берлектә Рәшит Назаров исемендәге республика әҙәби конкурсы үткәрә.
2014 йылдың ноябренә тиклем гәзит битендә һәр ижадсының әҙәби әҫәрҙәре донъя күрәсәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ла, ағза булмағандар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Тик еңеүселәр айырым билдәләнәсәк. Бәйге ике әҙәби төрҙә бара: поэзияла һәм прозала. Уҡыусыларыбыҙҙан хикәйәләр, шиғырҙар, нәҫер­ҙәр, новеллалар, поэмалар көтәбеҙ. Темала ла сикләү юҡ. Бер генә сикләү – күләм. Тимәк, оҙон повесть, романдарға гәзит битендә урын табыуы ауыр буласаҡ. Ләкин лайыҡлы һәр әҫәр гәзиттең сайтына ҡуйыласаҡ. Башҡа баҫмаларҙа баҫылған әҫәрҙәр премияға дәғүә итә алмай. Бер үк автор бер нисә жанрҙа әҫәрҙәрен тәҡдим итә ала.
Абруйлы шағир-яҙыусылар, тәнҡитселәрҙән торған жюри: Рауил Бикбаев, Риф Мифтахов (поэзия), Әмир Әминев, Сабир Шәрипов (проза), Зәки Әлибаев, Рита Фәтҡуллина (тәнҡит) – Яҙыусылар союзы ағзалары һәм ағза булмағандар араһында ике әҙәби төрҙә өсәр урынды билдәләйәсәк, йәғни ун ике лауреат буласаҡ. Премия 2014 йылдың ноябрендә, йәғни шағирҙың 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә тантаналы тапшырыласаҡ. Еңеүселәргә төп бүләк – ноутбук. Бәлки, уға тап һеҙ эйә булырһығыҙ һәм әҙәбиәт донъяһында танылыу алырһығыҙ.

«Таң һыҙыла, ә мин шиғыр яҙам,
Түҙеп кенә булмай яҙмаһам…»


Яҙҙарымда һине осратҡанға,
Мин яҙҙарҙы өҙөлөп яратам.
Яҙғы гөлдәргә тиң серле
хистәр
Күңелемде наҙға сорната…

Гөл-сәскәләй балҡыт
яҙмышымды,
Гел иҫләтеп торһон һин
барын…
Ғүмерлеккә кил һин
яҙмышыма,
Мәңгелек наҙ булып,
йән-йәрем.

Сарсатмасы һөйөү наҙҙарыңа,
Килһәң – кил һин ғүмерем
яҙҙарына…
Күп кәрәкме янған йөрәккә?!
Килһәң – кил балҡытып
йәнгенәмде,
Һағыш ҡатыш һөйөү кәрәкмәй…

***
Ырғайҙының да бар ине
Ярға һыймай аҡҡаны...
Беҙ йөрөнөк йүләрләнеп,
Йәшлек менән маҡтанып…

Йәшлек йылдарыбыҙ үтте,
Баҫылды ярһыу йылға.
Шул ярһыу йылдарҙы иҫләп,
ҡайтырға сығам юлға.

... Әле бына һыу буйында
Моңланып ҡарап торам…
Ырғайҙымдың ағышында
Бөтмәҫ һағыштар тоям.

Инде яҙҙар ҙа икенсе,
Улар гел килә һуңлап…
...Ғүмер тиҙ үтә, йәшәп ҡал,
Тиҙәр елдәр шыбырлап.

***
… Беҙҙең заман кәрт уйыны
һымаҡ;
Кемдер – ота, кемдер ‒
отола…
Күптәр батты эске һаҙлығына,
Кемдер баҫты урам сатына…

…Беҙ бәхетте тик хеҙмәттә
таптыҡ,
Тик хеҙмәткә бөгөн бурыслы!..
Беҙҙең хеҙмәт – илгә уңыш
булып,
Яҙмышыбыҙ булды уңышлы…

…Һис үпкәм юҡ, Хоҙай,
яҙмышыма, ‒
Беҙҙең ғүмер эҙһеҙ үтмәне,
Бәхет үҙе – хеҙмәт менән
ҡайнап,
Йөрәктәрҙең дәртле типкәне…

Тиңдәштәремә...

Әҙ ғүмерме инде күрелгән?!.
...Һәр бер йылы йәнгә
төйөлгән...
Илле биш ҡыштың ҡар-бураны;
Һәр килгән яҙ йәнгә
сеймәлгән...

Илле биш йәйҙең йәмдәренән
Бар хыялдар өндәй күренә...
Илле бишенсе көҙ
яҙмышымда – ‒
Күңелемдән хистәр түгелә...
... Балҡығандай хыял күге лә...

Тик эсемдә тамсы серем дә юҡ, ‒Кере лә юҡ моңло күңелдең.
Саф хистәрем аҡ өмөттәр
булып Йондоҙло күктәрҙән түгелһен...

...Ғүмерҙәрҙең сиге
күренмәһен, ‒
Йондоҙҙарҙай һанһыҙ
теҙелһен.
Таң һыҙыла... Ә мин шиғыр
яҙам!..
Түҙеп кенә булмай яҙмаһам...
Яҙғанымды уҡып
тиңдәштәрем
Бер уйланып алыр, исмаһам...
Нуриҙә ИЛҺАМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)