RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшлектәге саф мөхәббәт…

25.01.2013 Йәшлектәге саф мөхәббәт…

(хикәйә)
– Ана шул Мәрхәбә ине ул. Сәғүрә һөйләне бит уның тураһында. Ул апай беҙҙең әсәй­ҙәрҙең әхирәте булған. Уны Фариза апай­ҙарға әсәйем етәкләп алып барып индереп ебәргән. Бөтәһе лә Һаҡмар буйы ҡыҙ­ҙары улар, бергә үҫкәндәр. Аулаҡ өйҙәргә, киске уйындарға бергә йөрөшкәндәр. Беҙҙең яҡта ауылдар яҡын-яҡын ғына ултыра бит. Бөтәгеҙҙе лә күреп йөрөп сығам әле, тигән дә, тәүҙә беҙгә килде ул Мәрхәбә апай, мин дә шунда күрҙем.
– Ә, – тип урынына кире ятты Бибисара һәм Зәйтүнәгә яуап бирҙе. – Мин ни бер тына ғына йоҡтап алам да, йоҡом туя, шунан ятам инде таң атҡанын көтөп. Күҙ йомоҡ булһа ла, ҡолаҡ асыҡ бит, ятаң инде шунда ирекһеҙҙән булған бер ҡыштыр-мыштырҙы тыңдап. Сәғүрә хырылдай икән, Фәғилә һөйҙәнеп-һөйҙәнеп ала, Һин, Зәйтүнә, әллә тешеңде шығырҙатаһың инде йоҡтағанда? ҡайһы саҡта Бибисара әбей, үҙе әйткәнсә, культурный телен онотоп, ауылса «һөйҙәй баштай».
– Тештәремдең үҙемдеке түгел икәнен һеҙгә күрһәтмәйем, тип алмағайным, төнгөлөккә сисеп һалырға онотҡанмын, шул уңай­һыҙлағандыр инде.
– Һи, уның өсөн оялып тороп ни. Утыҙ, һиңә ни ҡылдым, уртымдағы теште алдың, тигәндәй, теш ни, утыҙҙы үтһәң, төшә башлай. Бына минең дә үҙемдеке түгел, ана, Фәғилә апайҙыҡы ла, – тине Сәғүрә.
– Ю-у-ҡ, минең тештәрем үҙе шулай, тигеҙ генә, аҡ ҡына, ныҡ ҡына, ҡарағыҙ әле, күҙегеҙ ҡыҙамы, – тип ауыҙын йырып, киң йылмайып шаяртты Фәғилә әбей.
Бер аҙҙан барыһы ла тәмле серемгә китте. Күпме ваҡыт үткәндер, ишек асылған тауышҡа берҙәй күҙҙәрен астылар. Зәйтүнә әбей сыҡҡан булған икән.
– Шәһитем килгән. Кәрәкмәҫ тип, дебет шәлемде ҡалдырғайным, онотоп киткән икән тип, шуны алып килеп тә еткән.
Бүлмәләге дүрт әбей араһында ошо Зәйтүнәнең генә бабайы бар, илле йылдан ашыу йәшәп яталар икән.
– Йәш саҡта яратышып ҡауышҡан, ғүмер буйы бәхетле йәшәгән кешеләрҙе лә беләм, – тине Зәйтүнә.
– Атаҡ, бәхетлеләр ҙә күп инде ул, уныһына һүҙ ҙә юҡ. Һин дә берәйһе тураһында һөйләргә булып киттеңме әллә? Йә, һөйлә, беҙҙә ваҡыт күп, тыңлайбыҙ. Кем ул бәхетле ҡатын? – тип геүләште әбейҙәр. Был юлы Фәғилә нығыраҡ ҡыҙыҡһынды.
– Мин, – Зәйтүнә әбей, бәхетле кешене күргегеҙ килһә, ҡарағыҙ, тигән шикелле бүлмә уртаһына сығып баҫты. – Мин.
Башҡалар, уны тәү күргәндәй, баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. ҡарар күҙгә артыҡ бер нәмәһе лә юҡ, һуш китерлек сибәр ҙә түгел. Төпөш кенә кәүҙәле йыуантыҡ бер әбей шунда. Иңдәренә Шәһите алып килгән күпереп торған ап-аҡ шәлен һалған. Ғүмер буйы ҡалала йәшәгәнгәлер, моғайын, сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтыра икән һаман да. Кейгән кейеме үҙенә килешеп тора, муйынсаҡтарын кейеменең төҫөнә ҡарап алмаштырып торорға онотмай. Йыйнаҡ, бөтмөр икәне бүлмәгә килеп урынлашып, урын-ерен йыйыштырғанда уҡ аңлашылды. Хәбәрҙе лә үлсәп кенә һөйләй, һәр һүҙе урынлы, кәрәкле. Бар матурлығы ниндәйҙер йылылыҡ, яҡты нур бөркөп торған ҙур йәшкелт күҙҙәрендә лә ҡамыш шикелле төп-төҙ ҡуйы керпектәрендә. Бибисара менән Фәғилә ҡыҙыҡһынып тыңларға әҙерләнде, Сәғүрә иһә тыныс ҡалды. Зәйтүнә менән яҡшы таныш ул. Һөнәрселек училищеһында бергә уҡынылар йәш саҡтарында. Зәйтүнә – штукатур-буяусы, Сәғүрә ашнаҡсы һөнәрен һайланы.
Уҡып бөткәс, Зәйтүнә ҡалала төҙөлөштә эшкә ҡалды, Сәғүрә лә эшкә урынлашҡайны ла, бер йылдан һуң ауылға ҡайтты. Алған һөнәре уға өйҙә генә кәрәкте, ә үҙе ғүмер буйы һатыусы булып эшләне.
– Бер йәй каникулға ҡайтҡайным, клубҡа сығырға әҙерләнеп йөрөйөм. Беҙ йәш саҡта ауылда күңелле була торғайны бит. Киноға йөрөйбөҙ, үҙебеҙ концерттар ҡуябыҙ, унан ҡалһа, саң борҡотоп өстағанды бейейбеҙ, ҡайыш, күсеш тигән уйындар уйнай торғайныҡ. Элек гармунсы егеттәр күп булды, хәҙер әллә нишләп уйнамайҙар. Минең арттан егеттәр әллә ни йөрөмәне, үҙемдең дә иҫем китеп барманы. Көҙгө алдында сәс тарап тора инем, әсәйем тыштан килеп инде лә, ҡапҡа төбөндә һине бер егет көтөп тора, бар сыҡ әле, тисе миңә. ҡыҙыҡ кешеһең инде һин, әсәй, тим, берәү булһа тыйыр ине, һин үҙ ҡыҙыңды үҙең егет янына саҡыраһың. «Беҙҙең таныштарҙың улы ул, һәйбәт кешеләрҙең балаһы. Элек күрше генә йәшәнек. Һеҙ бәләкәй саҡта, балаларыбыҙ ҙурайғас, ҡоҙа булышып, ҡатышып йәшәрбеҙ, тип ҡолаҡтарығыҙҙы тешләткәйнек. Шунан беҙ унан күсеп, ошонда килдек. Яңыраҡ уның әсәһе менән автобуста бергә килгәйнек. Армиянан ҡайтҡан икән. Кәләш алып бирәйек, тиһәк, минең кәләш бар ҙа инде, барам, күреп ҡайтам әле, тип әйтә ти ине, ана шул егет килгән, исеме Шәһит, бар сыҡ, һөйләш», – ти. Сыҡмайым да, һөйләшмәйем дә, мин әйтәм, һеҙ ҡолаҡ тешләтеп ҡоторошоп йөрөгән тип, күрмәгән, белмәгән кеше эргәһенә сығып тормаһа ярар ине, тинем дә ҡуйҙым. Бер һүҙле икәнемде белгән әсәйем ныҡышманы. Унан һуң йылдан ашыу ваҡыт үтте. Уҡып бөткәс, ҡалала эштә ҡалдым, ятаҡ бүлмәһенән урын бирҙеләр. Бер ваҡыт яңы прораб килде эшкә. Матур ғына, һөйкөмлө генә егет. Тәрбиәле, аҡыллы күренә. Минең күңел иләҫләнде – тәү ҡарауҙан оҡшаттым да ҡуйҙым үҙен. Ул да миңә иғтибар итә башланы. Тик исеме генә күңелемә ятманы тәүҙә – был да Шәһит ине. Ярар инде, бәхетем Шәһиттәрҙәлер, тинем дә, шулайтып йөрөп алып киттек. Матур йөрөнөк, ана, Сәғүрә белә.
– Шаян ине үҙе, беҙҙе көлдөрөп, һынды ҡатырып бөтә ине. Беҙ Зәйтүнә менән бер бүлмәлә йәшәгәйнек ул саҡта, – Сәғүрә Зәйтүнәнең һүҙен дөрөҫләп ҡуйҙы.
– Тағы бер нәмә эсте бошора – ул оҙон буйлы, ә мин бына, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Бер мәрәкәһен әле булһа һөйләп, көлөшөп алабыҙ. Төнгө ҡала буйлап кинонан ҡайтып киләбеҙ. Әсе ел, һыуыҡ. Мин өшөп киттем дә, ҡалай яман ел, үтәнән-үтә өрә лә ҡуя, тигән булдым. Аҫта нимә ул, әҙ булһа ла ышыҡтыр әле, бына өҫтә ул ел-дауыл, баш сайҡалып китә хатта, тимәһенме. Үпкәләп тә өлгөрмәнем, усымда ғына йөрөтөрмөн, тип әйтмәйем, ҡултығыма ғына һыйындырып йәшәтермен, миңә кейәүгә сыҡ, өйләнешәйек, тип тәҡдим яһаны. Яратҡас, риза булдым. Шулай итеп йәшәп алдыҡ та киттек. Икебеҙ ҙә төҙөлөштә эшләгәс, тәүҙә бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Хәҙер дүрт бүлмәлеһендә йәшәйбеҙ. Дүрт балабыҙ бар, барыһы ла эйәле-башлы, ейәндәребеҙҙе һөйөп, ҡыуанып ғүмер итәбеҙ. Былтыр көҙ алтын туйыбыҙҙы үткәрҙек. Донъябыҙ етеш, машинабыҙ, баҡсабыҙ бар, Аллаға шөкөр. Шәһитемде һаман яратам, бер яҡҡа китһә, шунда уҡ һағынам да ҡуям. Ул да шулай. Кинйә малайыбыҙ, атаһына оҡшап, мәрәкәсел, беҙҙе сиам игеҙәктәре, тип шаярта, әҙгә генә айырылып торһағыҙ, кендегегеҙ ҡанай башлай түгелме, тип көлә. Берәүҙәргә юлыҡмаған бәхет икенселәргә күберәк өлөш эләгәме икән әллә, тип уйлап алдым һеҙ һөйләгәндәрҙе тыңлағас. Шөкөр, мең шөкөр яҙмышыма. Йәш саҡтағы саф һөйөүебеҙ беҙҙең ғүмерҙәрҙән артып, балаларымдың балаларына етһен, өлөш­һөҙ ҡалғандарға тейһен. – Зәйтүнә әбей урынына барып ятты.
– Ә теге ҡолаҡ тешләткән Шәһитең ҡайҙа булды, белмәйһеңме? – һораны Бибисара әбей Зәйтүнәнең тыныс, шыма, бер ниндәй мажараһыҙ барған тормошо тураһында тыңлап бөткәс, тик Зәйтүнә яуапһыҙ ҡалды. Бибисара әбей кисә Һылыубикә һәм Мәрхәбә тураһындағы һымаҡ күңелде һелкетеп алырлыҡ хикәйә көткәндер, күрәһең. Бибисара ятты-ятты ла, көйһөҙ генә итеп йырлап ебәрҙе:
Иртәнсәкәй тороп, бер ҡараһам,
Ағас башҡайҙары һил түгел.
Кешенән дә кеше, ай, кәм түгел,
Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел…
– Эй, үтте ғүмер… Минең ни һөйөшөү, яратышыу тигән нәмә булманы, уның нимә икәнен дә белмәнем. Булырға тейеш, тип тә уйланылмаған. ҡалай мәхрүм булғанмын. Атайым менән әсәйемдән бер генә бала ҡалдым. Атайым репрессияға эләгеп киткән, кире әйләнеп ҡайтманы. Әсәйем ғүмер буйы яңғыҙ булды. Бахырғынамдың эшләмәгән эше ҡалманы. Посадкаға, диләнкә таҙартыу­ға йөрөнө, тубырсыҡ йыйып тапшыра тор­ғайныҡ. Кистәрен йөн, кәзә дебете иләне, һаман орсоҡ өйрөлтөп, бармаҡ биттәре йоҡарып китер ине. Быйма табанланы унан ҡалһа, мине еп ишергә, уны ыҫма­лалар­ға өйрәтте. Үксәһенә күн ҡуйып, табансалап, ишшеү үксә аҫтына тағы бер ҡат табанлыҡ һалып бейегәйтә лә, батмиңкәләп табанланым, ти торғайны. Гел ирҙәр быймаһы алып килә торғайныларсы. Үҙебеҙ һуғым һуя алманыҡ, шул быймалар өсөн ит ала ине. Балаҫ, тиреүә һуҡты. Бер һыйыр аҫраныҡ, ике бөртөк кәзәбеҙ булды. Шуларға бесән эшләһәк, кәбәнде лә йәтеш кенә итеп үҙе ҡоя ине әсәкәйем, кеше ирен эшкә ҡушып, нахаҡ хәбәрҙәрен ишетеп торғоһо килмәне. 18 йәшемдә, димләп, Хажғәле тигән егеткә кейәүгә бирҙеләр. Мин дә әсәйем кеүек бер ҡыҙ бала менән ултырып ҡалдым, кейәүемде урманда ағас баҫып, үлде. Беҙҙең яҡта ирҙәр урман ҡырҡты бит. Бер бөртөк ҡыҙым Һәҙиә, гыпытыуҙа уҡып, Сибайҙа эшкә ҡалды. Уға ла ир менән йәшәү бәхете яҙманы. Кейәү карьерҙа эшләне, анау ҙур машинала. Авария булып, үлде. Һәҙиәмдең бер улы булып ҡалды. Бәхетебеҙгә күрә, тәүфиҡлы бала булды, кәләш алды, балалары ишле алай ҙа. Ана шул Ишбулды улымдың өлкән малайы кәләше менән ҡарайҙар мине хәҙер.
– Минең ҡоҙағый ул Бибисара, беҙҙең кинйә улдың ҡыҙы быларҙың килене, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Зәйтүнә. – Тихий частан һуң киләм, ти ине Шәһитем, оҙатып ҡалайым, – тип сығып китте.
– Аллаға шөкөр, киленебеҙҙән дә, ҡоҙаларыбыҙҙан да уңдыҡ. Ана шулайтып, әсәйем дә, мин дә, Һәҙиә ҡыҙым да ғүмер буйы яңғыҙ йәшәнек тә ҡуйҙыҡ. Ништәп улайҙыр, Аллам үҙе белә. Шуға ла һеҙ һөйҙәгәндәрҙе иҫем китеп тыңданым. Мөхәббәт тураһында сериалдар ҡарарға яратам, тик аҙым һайын бер-береһенә хыянат иткәндәрен аңдамайым. Йәштәрҙе боҙоп бөтәләр инде. Бынау Зәйтүнә ҡоҙағыйҙың тәүге Шәһите ҡайҙа булды икән, шуны белге килә.
– Шул ҡолаҡ тешләткән Шәһит үҙе бит ул, – Сәғүрәнең был һүҙҙәре Бибисараны шаҡ ҡатырҙы. Сәғүрә, сабырһыҙ Бибесте зарыҡтырмайыҡ әле башҡаса, тип хикәйәне дауам итергә булды.
– Бер бүлмәлә йәшәнек Зәйтүнә менән. Бер көндө ул, бөгөн беҙгә минең егетем килә, һине таныштырам әле, тине. Теге егет килеп ингәйне, ҡысҡырып ебәрә яҙҙым. Шундуҡ таныным – ул беҙгә килеп йөрөй торғайны ла баһа, ағайымдың армиялағы хеҙмәттәше бит был егет! Шәһит ағай миңә күҙ ҡыҫты ла, яйын табып, өндәшмә, мине һатма, тип шыбырланы. Һатыу ҡайҙа, минең үҙемә лә ҡыҙыҡ – нисек былай килеп сыҡҡан икән? Ә эш былай булған.
Теге ваҡыт буш ҡайтып китһә лә, ҡул һелтәп ҡуймаған икән Шәһит ағай. Һин еңмеш булһаң, мин ҡаратырыш, тип, ике йәштән алып кәләшле булып йәшә лә, хәҙер шуға хужа булма, имеш, тип, барыбер минеке буласаҡ, тип политикаһын тормошҡа ашыра башлаған. Зәйтүнәнең ҡайҙа уҡығанын, эшләгәнен, нисек йәшәгәнен ишетеп-белеп йөрөгән. Сибайға эшкә барғас, белмәмеш тә күрмәмешкә һалышып, тәүгә күргән кеше булып танышып киткән булған әҙәм ышандырып.
– Бына ҡайҙа ул сериал, Санта-Барбараң ары торһон, – тип көлдө Фәғилә әбей.
– ҡалай әле ул, миңә өндәшмәй ҙә бит әле, ҡоҙағый булһа ла. Йоланы аша атларға ярамаған икән шулай ҙа. Мына бит, яҙған ризыҡ теш һындырып инә, тигәндәй, яҙмыш тәки үҙенекен иткән, – Бибисара еңел һулап ҡуйҙы хатта. Уға бындай сиселеш оҡшаны, әлбиттә.
Бүлмәгә Зәйтүнә килеп ингәс, Фәғилә менән Бибисара уға текәлде.
– Оҙаттым Шәһитемде, һеҙгә сәләм әйтте. Сәғүрәнән тәки һөйләтеп, төбөнә тоҙ һалып ҡуйҙығыҙмы, әй, – тип бәхетле йылмайҙы Зәйтүнә. – Киттек, ашарға саҡыралар.
Шул сығып китеүҙән әбейҙәр отбой сәғәтенә тиклем бүлмәгә ҡайтманы. Һәр береһе үҙ шөғөлөн тапты, үҙенсә ваҡыт үткәрҙе.
Кис йоҡларға ятҡас, Зәйтүнә һүҙ башланы.
– Һин, Сәғүрә, нишләп Фәғилә апайға оҡшағанһың ул, һөйләп ташласы давай.
– Бер атанан тыуғас, оҡшамай ҡайҙа бараһың. Фәғилә апай, үҙең һөйлә, һин килештереп, оҫта итеп һөйләй беләһең.
– Оҫта һөйләйем инде, ашаған икмәгем шул булғас. Балаларҙы тыңлатам, тиһәң, шулайтмайса булмай. Беҙҙең атайҙар, Йәғәфәр менән Мөхәмәҙиә, ғәләмәт яҡын дуҫтар булған. Хатта атайымдың яратып йөрөгән ҡыҙын Мөхәмәҙиәгә бирһәләр ҙә ташлашмағандар. Элек йәштәрҙән һорап тормағандар бит. Фариза апай менән минең әсәй Райхан да татыу булды ғүмер буйы. Шулай матур итеп йәшәгәндәр дуҫтар. Колхозлашыу башлана, унда ла бергә йөрөй ике дуҫ, эштә лә ал бирмәйҙәр. Өй һалып инәләр, һәр ғаиләлә берәр ул тыуа, бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар. Колхоз да нығына, байый. Һуғыш башланғас, атайҙар икеһе бер көндә фронтҡа алына. Мәскәү эргәһендәге һуғышҡа эләгәләр. Ни шагу назад, позади Москва, тигән приказ булды, бик ҡаты оборона тотабыҙ, тип яҙған атай үҙенең хатында. Ул хаты әле лә бар, мәктәп музейында һаҡлана. Ана шул саҡта, яу тынып торған арала окопта ике дуҫ һүҙ бирешә: ошо яуҙан кемебеҙ иҫән ҡайта, шул икенсебеҙҙең ғаиләһен ярҙамһыҙ ҡалдырмаһын, тигәндәр. Мөхәмәҙиә ағай Мәскәү өсөн башын һала, ә беҙҙең атай һыңар күҙле булып ҡайта. Ул ике ғаиләне лә тиң ҡараны. Бер тоҡ он һалдырһа, яртыһы Фариза апайға, бер йөк утын алып ҡайтып килһә, ярты йөгөн Фариза апайға бушата. Шулай өс йыл ваҡыт үтә. Нисек иблис ҡотҡоһона бирелмәй, тәне-йәне сыҙап йөрөгәндер атайымдың, әле булһа аптырайым. Фариза апай менән атайым яратышып йөрөгәндәр бит тәүҙә. Шунан Фариза апай­ҙы һората башлайҙар. Ул әсәйемә килеп илай – мине үҙеңә көндәш итеп алдыр Йәғә­фәреңә. Әсәйем риза була ла ҡуя. Бергәләп кәңәш-төңәш итеп, мулланан никах уҡытып, атайым ике ҡатынлы булып китә. Законлы ҡатын булып йәшәне Фариза апай, хәләл балалар тапты. Һуғыштан һуң һәр өйҙә тағы өсәр бала тыуҙы. Көндәш булһа ла, өйҙәш булманы Фариза апай, үҙ донъяһын үҙе көттө. Уларҙың тормошон китап итеп яҙһаң, улай булыуы мөмкин түгел, бигерәк арттырып ебәргәндәр, тиерҙәр ине. Элек фотографтар ауылдарға сығып, кәртишкә төшөрә торғайны бит әле. Ике ғаилә тик бергә генә төшә инек. Атайыбыҙ уртала ултырғыста ултыра, ике ҡатыны уның ике яурынына ҡулдарын ҡуя, беҙ уларҙың алдарына теҙелешеп торабыҙ.
Сәғүрә лә һүҙгә ҡушылды:
– Мәктәптә әсәй тураһында һүрәт төшөрөргә ҡушһалар, гел генә ике әсәйҙе етәкләттереп эшләй торғайным. Шуға аптырайым, элек кеше ҡалай аҡыллы булған, ғәйбәт итеп, ғәйеп табып һөйләмәнеләр ҙә бит әле. Ваҡыты шулай булғанмы икән әллә?
Фәғилә һүҙен даум итте:
– Әсәйҙәребеҙ үҙҙәре лә шәп булған, ир ҡәҙерен белгәндәр. Атайыбыҙ баштан сыҙамай ауырып китһә, бергәләп тәрбиәләнеләр. Үлеп киткәйне, тағы ла яҡынайҙылар. Йәннәт түрҙәрендә булһындар инде өсәүһе лә. Ғүмер буйы, исмаһам, бер тапҡыр ҙа, яратам, тип әйтмәйенсә лә мөхәббәтле йәшәп була икән. Улар ҙа бит йәш булған, йөрәктәрендә ҡайнар мөхәббәт йөрөт­кән­дәр­ҙер, моғайын. Мин үҫмер саҡта әсәйемдән, нишләп атайымды Фариза апайҙарға ебәрәһең йоҡларға, бармайһың, унда барһаң, башҡа бында килеп тә йөрөмә, тип әйтмәйһең, тип һораным. Беҙ атайыңды бүлешеп тормайбыҙ, уның ярты йәне былай ҙа Мөхәмәҙиәлә ҡалған, тине әсәйем. Атайың һау булһын, ана, башҡаларға ул да юҡ, тине лә ҡуйҙы. Етем ҡатындар, етем балалар күп ине шул һуғыштан һуң.
Сәғүрә Фәғилә апаһы эргәһенә килеп ултырҙы ла яурынынан ҡосаҡланы.
– Ике әсәйҙән тыуһаҡ та, тәрбиә шулай булғандыр инде, һин шуныҡы, мин быныҡы, тип үҫмәнек, һаман да бөтөн туғандар менән бергә-бергә йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр.
– Әйтәм, оҡшағанһығыҙ шул бер-берегеҙгә, холоҡтарығыҙ ҙа оҡшаған. – Зәйтүнә был матур хикәйәтте бик ихлас тыңланы.
– Әҙәм тамыры кесерткән тамырынан да сырмалсығыраҡ шул. Бына бит бер бүлмәлә ултырабыҙ, ә яҙмыштарыбыҙ бер-береһенә ҡайһылайтып булһа ла тоташҡан. Бына Фәғиләнең ире лә минең Һәҙиәмдең атаһының яҡын ғына туғаны ине. – Фәғиләнең икенсе яғына Бибисара барып ултырҙы.
– Кем тураһында һөйләһәң дә, һүҙ башы шул йәш саҡтағы саф һөйөүгә барып тоташа. Фәғилә менән беҙ хәҙер күрше генә йәшәйбеҙ. Ул, илле йыл үткәс, тәүге мөхәббәте менән ҡауышып йәшәп ята хәҙер. Эйе бит, күрше?
– Һөйләмәйем, ымһынып көтмәгеҙ. Ми­нең йәшлектәге мөхәббәтте өс көндә лә һөйләп бөтөп булмай, ҡайтҡас, саҡырып алып һөйләрмен. Тыныс йоҡо, матур төштәр күрегеҙ.
Талҡаҫҡа ял итергә килгән әбейҙәрҙең тағы бер көнө шулай тамамланды.

(Аҙағы. Башы 2, 4-се һандарҙа).

Таңһылыу ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)