RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшлектәге саф мөхәббәт…

18.01.2013 Йәшлектәге саф мөхәббәт…

– Бирешмә, Һылыубикә. Йәшлектә саф мөхәббәтең булған, һин шуның менән бәхетле, аңла шуны, тинем. Хафизыңды һаман яратаһың. Беренсе мөхәббәт онотолмай ул, шулай бит? Һин йәшлектә һөйгәнһең, һөйөлгәнһең, ә был ир унан мәхрүм булып йәшәгән, шуға ла ул, һау-һаҡ булһа ла, бәхетһеҙ, аңлайһыңмы? Эй-йе, тип йылмайып баш ҡаҡты. Төҙәлеп тә китерһең әле, башҡа ерең һау-сәләмәт, тик башың ғына ауыртып-ауыртып ала, шулаймы? Шулай шул. Эш эшлә, унда эш күп була ул, тинем. Кеше менән һөйләшергә тырыш, телең дә яйлап асылыр әле, тигән булдым инде, – Фәғилә тағы тәҙрәгә текәлде.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Һәр береһе үҙ уйына сумды. Йәшлектәге матур мөхәббәте өсөн ғазап кисереп, ауырыуға әйләнгән һылыу ҡатындың аяныслы яҙмышы әбейҙәрҙе тетрәндерҙе.
– Йөрәкте һыҙлатырлыҡ та икән шул… Ярар инде, алдағы көндәрендә Алла ярҙам бирһен үҙенә. Яҙмышҡынаһы шулдыр. Ейәндәре бәхетле булһын, – бөтәһе исеменән Зәйтүнә теләк теләне.
Киске аштан һуң саф һауала йөрөп алдылар. Иртәгә иртәнсәктән башлап ниндәй процедуралар башланасағын белештеләр.
– Мин үҙебеҙсә сәй эсмәйенсә барыбер йоҡламайым ул, – тип Сәғүрә әбей сәй әҙерләне. Сәйҙән башҡалар ҙа баш тартманы, әлбиттә.
Йоҡларға ятҡас, Бибисара һүҙ башланы:
– Фәғилә, бая һин үҙ ғүмеремдә икенсегә шундай һылыу ҡатын күрҙем, тигәйнең, ә беренсеһен ҡасан күрҙең?
– ҡуй, йоҡлайыҡ, иртәгә һөйләрмен. Арыттырҙы ла. Бөгөнгә етеп торор.
Бер аҙҙан һуң, бөтәһе лә йоҡлап китте тигәндә, Сәғүрәнең тауышы ишетелде:
– Мин дә күрҙем бала сағымда бер һылыу ҡатынды. Нисә йәштә булғанмындыр, нисәнсе класта уҡығанмындыр, мәктәптән ҡайтҡайным. Әсәйем урындыҡҡа сәй ултыртып йөрөй. Элек урындыҡ булды бит. Ашъяулыҡ йәйеп ебәрәһең, ҙур түңәрәк батмусҡа сынаяҡтарҙы теҙәһең, май ултыртаһың, икмәк телеп һалаһың… Сәйнүк борҡоп ҡайнай самауыр башында. Урындыҡты һағынам һаман да. Беҙ, алты бала, ашъяулыҡ тирәләй ултырғанбыҙ. Әсәйем самауыр эргәһендә. Атай ҙа ул көндө Фәғилә апайҙарҙан беҙгә килгәйне. ҡыш башы ине. Төшкө сәй мәле. Шул саҡ берәүҙең солан ишеген асып ингәне ишетелде. Тик ниңәлер тиҙ генә өй ишеге асылмай, тыштағы кеше ишектең тотҡаһын ҡапшаған һымаҡ. Мин, урындыҡтың ситендә ултырғас, йүгереп барып ишекте астым. Өйгә бер ҡатын килеп инде лә ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Шунан ҡулдарын алға һоноп өндәште:
– Фариза… Был мин, таныйһыңмы икән? Әсәйем уның эргәһенә барып ҡарап тора бирҙе лә, аптырап, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әстәғәфирулла, Мәрхәбә, һинме был? Һаумы, шәпме? Әйҙә, әйҙә, торма ишек төбөндә, үт. Сәлих тә бында, күрешеп ал.

Әйҙә, сисен. ҡалай өшөгәнһең. Сәй эсәйек, йылынып китерһең.
Мин, эсер сәйемде онотоп, был апайға текләгәнмен. Шул тиклем дә һылыу апай! Йөҙө аҡ ҡына, сәстәре тулҡынланып тора, ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ берҙән үрелгән толомо бер ун тотамдай барҙыр, үҙе ҡалын. ҡаштары дуғаланып өҫкә сөйөлгән, керпектәре ҡуйы, оҙон. Бит остары соҡорланып уйылып тора, һул сикәһендә ҡара ғына миңе бар. Кәүҙәһе лә матур. Өҫ-башы ыҫпай, ҡупшы. Тауышы ла яғымлы ғына. Энә күҙәүенән үткәреп, тикшереп сыҡтым. Фәғилә апай әйткәнсә, бөтә ере лә камил. Самауырҙы алып, ашъяулыҡты ҡағып урҙаға элдем дә ҡашығаяҡ йыуа башланым, ә үҙемдең ҡолаҡ әсәйемдәр эргәһендә – һөйләшкәндәрен тыңлайым. Минән бәләкәстәрҙең эше лә юҡ, ә мин аптырайым: нишләп был апай яңғыҙ йөрөй икән, нишләп әсәйем уны йоҡларға ҡалдыра икән, нишләп атайым тағы Фәғилә апай­ҙарға китә икән? Дәрес әҙерләргә ултыр­ҙым, ә үҙем ҡаш аҫтынан ғына һылыу апай­ҙы күҙәтәм. Нимәһелер сәйер тойола, айышына төшөнә алмайым да ҡуям. Шунан абайлап ҡалдым – атлап китәм тиһә, иң тәүҙә ҡулын алға һоноп ала ла күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа төбәй икән дә баһа! Күҙҙәренә ҡарап ебәрһәм… ҡыҙҙар, уның күҙ ҡарашы йәнһеҙ, бер урында тик тора, беҙҙең кеүек күҙ ҡараһын йөрөтәһе урынға йә башын бора, йә бөтә кәүҙәһе менән борола икән. Әсәйемдән һорайым тип уҡталғайным, ул, мине аңлап ҡалып, йоҙроҡ күрһәтте. Самауыр яңыртып, шәм яҡтыһында сәй эстеләр, ул саҡтарҙа төнгө ун ике тулһа, утты һүндерә торғайнылар бит. Әсәй тәм-томдарын ултыртҡандыр инде, тип күҙ ҡыҙып ятты ла ул, мине ололар янына кем саҡырһын. йоҡларға ятҡас та бик оҙаҡ һөйләштеләр.
Иртәнсәк беҙ тороуға ул апай юҡ ине. Әсәйемдән һорашып белеп ҡуйҙым тәки. Мәрхәбә апай тома һуҡыр икән. Күҙе һин дә мин ҡарап тора, ләкин үҙе бер нәмә лә күрмәй.
– Хәҙер булһа, операция эшләрҙәр ине лазер нуры менән, – тине Зәйтүнә.
– Мин һаман ныҡышҡас, әсәйем, ошо бер әллә ниткән этйығыш бала булды, тип әрләһә лә, һөйләп бирҙе. Ул апай әсәйемдең бергә уйнап үҫкән ауылдаш ҡыҙы, әхирәте икән. ҡыҙ йәш сағында зәрә лә һылыу булған. Егеттәр ҙә күп йөрөгән артынан, тик береһе лә Мәрхәбә апайҙы үҙенә ҡарата алмаған. Һылыулығына һауаланып, эреләнеп тә йөрөмәгән, аҡыллы, баҫалҡы булған. Кемделер көткән һымаҡ тик йөрөгән. Килгән, ниһайәт, көткәне, яҙмышы – ауылда берәү кәләш алған, был егет тегенең ҡайнағаһы икән. Шулай итеп табыша былар. Мәрхәбә апай үлә яҙып ғашиҡ була, кейәүгә сыға һөйгәненә, матур итеп йәшәп алып китәләр, тик…
– Шул «тик»һеҙ буламы һуң инде ул, – тине Бибисара, – бәхетһеҙҙең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай, тигәндәй…
– Бәпәйҙәре тормаған. Йә ауыры төшә, йә тыуғас үлә, ти. Имсе әбейҙәрҙән әмәлләтеп тә ҡараған, балнистарҙа ла дауалан­ған. Фәттәхе лә Мәрхәбәһен бик яратҡан, матур йәшәгәндәр. Саҡырыша торғайныҡ, ти әсәйем. Икәүһе генә булғас, тормоштары етеш ине, ти. Шуғалыр ҙа инде сумарт була торғайны, барһаң, күстәнәсте ҡутар­ғансы биреп ҡайтара ине, ти. Нимә етмәй­ҙер инде был ирҙәргә, шундай һылыу, эшлекле, ир, тип өлтөрәп торған ҡатынды ла хушһынмағас… Әллә шул, балаһы юҡ, тип һылтау тапҡанмы икән, Фәттәх Мәрхәбә апайға хыянат иткән. Ул апай быны бик ауыр кисергән, бик ныҡ ҡайғыр­ған. Йөрәге ауыртҡан, үҙенән-үҙе күҙҙәренең дә нуры ҡайта башлаған. Нервынный патрисение булған, тигән табиптар. Күҙле кешенән биш артыҡ көттө донъяны, ти әсәйем, йөн, дебет иләп, ойоҡ-бейәләйҙәр, бирсәткә-шарфтар бәйләй торғайны, ти. Кеше араһына ла сыҡмай башлаған – меҫкен булып, үҙен йәлләткеһе килмәгәндер инде. Фәттәх ҡунаҡ, мәжлестәргә, гармунын тотоп, бер үҙе йөрөй башлаған, сөнки Мәрхәбә апай, үҙең генә бар, һаман мине ҡарап ултырғансы, күңел асып йөрөп ҡайт, ти ҙә ебәрә лә ҡуя, ти. Ә нишләп өйөнән сығып киткән икән, тип һорағайным әсәйемдән, Фәттәх икенсе бисә алып ҡайт­ҡан, тине. Мәрхәбә апай ул ҡатынға көндәш тә, ялсы ла булырға теләмәгән. Ғорур булған ул ҡыҙ саҡтан уҡ. Әсәйемә әйткән – донъя хәлен белеп булмай, аяҡ юллыҡ күрәм, бөтәгеҙгә лә йөрөп сығам әле, тигән. Ана шунан һуң күп тә тормай үлеп ҡалған ул. Әсәйемдәр ишетеп хатта ҡайғырышты. Йөрәгенә өйәнәк булған да ҡуйған, ти. Әсәйем ошо Фәғилә апайҙың әсәһе менән аятына барҙы. Фәттәхтең ауырлы ҡатыны әллә кем булып, ҡарыны моронона етеп, тышылдығы сығып саҡ йөрөп ята, түрбаш яғы, өй эсе эләгеп ҡоламалы, тип йәндәре көйөп ҡайтҡайны.
– Йәш саҡта йән атып, йән биреп яратышып ҡауышһаң да, алда ниҙәр булырын белеп булмай шул. Тәҡдирең ни ҡуша … Бына бит, Мәрхәбә лә һөйөүен көтөп алған, өҙөлөп һөйгән, ә аҙаҡтан ниндәй көнгә ҡалған, бахырҡай, – тине Зәйтүнә, ауыр көрһөнөп.
– Бахыр, меҫкен, тип рухын рәнйетмәйек әле, йәне йәннәттә булһын, тип теләйек, – тине Фәғилә. Әбейҙәр һәр береһе эстән генә доғалар уҡып алғандан һуң тынып ҡалды. Йоҡлап киттеләр шикелле, ниһайәт.
Иртәгеһенә төшкә тиклем әбейҙәрҙең буш ваҡыты бөтөнләй булманы тиерлек. Иң тәүҙә йәш кенә ҡыҙ өйрәтеп торғанса еңелсә гимнастика эшләп алдылар, иртәнге аштан һуң төрлө процедураларҙа булдылар. Бөтәһенә лә гидромассаж менән шифалы батҡаҡҡа баштан-аяҡ һыланып ятыу оҡшаны. Тәндәре йомшарып, еңеләйеп бүлмәгә ҡайтып инделәр ҙә ял итеп алырға булып урындарына яттылар. Бибисара әбей шундуҡ йоҡлап та китте. Кисәге хәбәр йомғағының ебен Зәйтүнә ялғап ебәрҙе.
– Йәш саҡтағы мөхәббәттәре аяныслы яҙмышҡа дусар иткән Һылыубикә менән Мәрхәбәне уйлап, оҙаҡ йоҡлай алмай яттым әле.
– Һаҡҡолаҡ Бибисара шундуҡ күҙҙәрен асты. – Бынауы Бибесе лә, оҙон танауының шыйылдығын сығарып, йоҡо бирмәне, – тип шаяртты, тегенең уянғанын күргәс.
– Минең танауҙа эшең булмаһын, атамдан ҡалған ҡомартҡы танау бит ул, – тип яуапланы Бибисара, мәрәкәне күтәрмәләп. – Фәғилә, һин кисә, ике һылыу күрҙем, тигәйнең, беренсеһе кем ине?
Үҙе, тағы бер тарих тыңлайбыҙ хәҙер, тигәндәй уңайлап ултырып уҡ алды.

Таңһылыу ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)