RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

14.08.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Белдереү: «Йәш ди­рек­торға тәжрибәле сек­ретарь кәрәк». Йыл­дар үткәс: «Тәжрибәле директорға йәш секретарь талап ителә».
* * *
– Ҡыҙым, – ти атаһы бәләкәй ҡыҙына, – бына мин һиңә бер алма бирәм, әсәйең менән өләсәйең дә берәрҙе бирһә, һиндә нисә алма була?
– Әйтмәйем, – ти ҡыҙ.
– Ниңә?
– Сөнки һеҙ ысынлап та миңә алма бирәһегеҙ икән, тип уйланым, ә һанарға өйрәтер өсөн түгел.
* * *
Бер бик әҙәпле түрә секретаршаһын эштән ебәрергә теләй. Тик быны нисек башҡарырға белмәй. Һәм бер көндө ул:
– Гөлгөнә һылыу, эшеңде бик яҡшы үтәй­һең, беҙ һинән башҡа ни эшләр инек икән, белмәйем. Әммә дүшәмбенән шулай ҙа һинән башҡа эшләп ҡарарға булдыҡ, – тигән.
* * *
Сират ул шундай нәмә – кешеләр бер-береһен юғалтыуҙан ҡурҡа.
* * *
Ике программист һөйләшә.
– Минең тормошомда, – ти береһе, – зыян килтерә торған программа барлыҡҡа килде.
– Ниндәй программа?
– Ҡатыным.
* * *
Ике әхирәт ҡала буйлап китеп бара. Бер витрина эргәһендә туҡталалар.
– Ҡара әле, хаҡтар ниндәй? – ти береһе, – салбар – 500, пальто – 750, ә костюм – 1250! Әйҙә әле, инеп, яҡынданыраҡ ҡарайыҡ.
– Тыныслан, – ти икенсеһе, – был бит химик таҙартыу ательеһы.
* * *
География уҡытыусы­һы табипҡа килә.
– Нимәгеҙ ауырта? – ти табип.
– Аяғым.
– Ҡайһы ере?
– Тубығымдың Себер яғынан көнбайышҡа ҡараған өлөшө, – тигән уҡытыусы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)

16.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)