RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шыҡһыҙ көҙгө кисте йәмләп

27.11.2012 Шыҡһыҙ көҙгө кисте йәмләп

Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт йортонда “Һауаларҙа сыңлай көҙ моңо” исемле шиғыр һәм йыр байрамы гөрләп үтте. Кисәгә Өфө, Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан, Ауырғазы районынан да ҡунаҡтар саҡырылғайны.
Байрамды ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Зөфәр Зиннәтуллин менән урындағы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Хәмит Ирғәлин асты. Сәхнәгә бер-бер артлы Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күс­мәева, Сибәғәт Рахманғолов, Мөҙәрис Багаев, Кәбир Аҡбашев кеүек талантлы шағир-яҙыусылар, журналистар күтәрелде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе шағирҙар Рәмзәнә Әбүталипова, Земфира Муллағәлиева, Рәсим Рәхмә­туллин, Римма Ғәлимова, Булат Кәрим, Любовь Әфләтунова, Валерий Коваленко, Геннадий Тимофеевтарҙың ижады күптәргә яҡшы таныш. Был юлы ла уларҙың шиғырҙарын тын да алмай тыңланылар. Тамашасылар бил­дәле шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзаларының сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты. Ши­ғырҙарҙы − моңло йыр­­ҙар, йырҙарҙы дәртле бе­йеүҙәр алмаштырҙы.
Өфөнән килгән ҡәҙерле ҡунаҡ − билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева­ның әйткәндәре бик фәһемле булды, уйландырҙы ла, ғәм-сәм дә уятты.
Ғөмүмән, миҙгел байрамдарының береһе − “Һауаларҙа сыңлай көҙ моңо” кисәһе бында тамаша ҡылған берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Сәхнәлә сыңлаған көҙ моңо, шағирҙарҙың көҙ тураһында яҙылған тәрән йөкмәткеле шиғырҙары тамашасы күңеленә, һис шикһеҙ, ауаздаш булғандыр. Бөтөнөһө лә, аҡ ҡарлы ҡышын да ошондай сарала бергә осрашырға яҙһын, тигән ниәттә таралышты.

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА,
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)