RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!

16.10.2010 Көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Көнбайыш башҡорттары: сәйәси тарих һәм этник идентификация проблемаһы» тигән яңы ғилми монографияның исем туйы үтте. Был китап архив материалдарына, халыҡ мәғлүмәттәренә таянып яҙылған.
Авторҙары – БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Юлдаш Йосопов менән Рәфил Аҫылғужин билдәләүенсә, китап өҫтөндә эшләгәндә (әйткәндәй, эш 2007 йылда башланған) бигерәк тә йәштәрҙең үҙ тарихы, ата-бабалары менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булыуы күҙәтелгән. Монография тарихи Башҡортостандың көнбайышында, хәҙерге Татарстандың көнсығышында, Каманың көньяғында йәшәүсе байлар, бүләр, гәрәй, йәнәй, юрмый, ирәкте һ.б. ырыу башҡорттары тарихын үҙ эсенә ала. Унда урта быуат­тарҙан алып бөгөнгә тиклемге осор сағылыш таба, карта, таблицаларҙан торған ҡушымта ла мәғлүмәтте байыта.
«Көнбайыш башҡорттары» тигән термин юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. Был юҫыҡта бәхәстәр һаман ҡыҙыу бара. ҡайһы берәүҙәр, Башҡортостандың был райондарында татарҙар йәшәй, тип раҫларға тырышһа, икенселәр татар теленә яҡын диалектта һөйләшеүсе башҡорттарҙы күҙ уңында тота. Заманында ныҡ ҡына ассимиляцияға дусар булған милләттәштәребеҙ бөгөн шәжәрәләре аша үҙҙәренең ҡайһы халыҡ вәкиле булыуҙарын асыҡлай. Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа һәр кешелә үҙ сығышын билдәләү тойғоһо көсәйҙе. Республи­кала киң юҫыҡта уҙғарылып килгән шәжәрә байрамдары ла быға ыңғай йоғонто яһай. Үрҙә телгә алынған ғилми монографияны яҙыуға ла халыҡтың ошо йүнәлештәге әүҙемлеге бер ни тиклем булышлыҡ иткән. Республика Фән­дәр академияһы тарафынан шәжәрәләр тө­ҙөү­гә ҙур иғтибар бүленә.
Тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, тикшеренеүҙәр ваҡытында йәм­ғиәттә киң таралған стереотиптарға осрағандар. Мәҫәлән, халыҡтың милләтен ике республика сиге билдәләй, тигәне тарихи дөрөҫлөккә тап килмәҫкә мөмкин. Иң мөһиме – милләтте сиктәр, ә ата-бабаларың, та­мырҙарың билдәләй. Шуны китап уҡыусыларға еткереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған фән эшмәкәрҙәре.
Әйткәндәй, монография өс өлөштән тора. Тәүгеһе көнбайыш башҡорттарының урта быуаттарҙағы этносәйәси тарихына арналһа, икенсеһендә – XIX, XX быуаттар, XXI быуат башы осорондағы хәл-торош, өсөнсө бүлектә Татарстан Респуб­ликаһында йәшәүсе башҡорттар, башҡорт ауылдары тураһында һүҙ бара.
– Был ғилми хеҙмәтебеҙ ҙур тикшеренеү эштәренең башы ғына, – тине философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин.
Был йүнәлештәге ғилми эҙләнеүҙәргә Татарстан ғалимдарының да битараф ҡалмауы ҡыуаныслы. Монографияны яҙыуҙа Мәскәүҙә лә эшмәкәрлек итеүсе татар ғалимы Таир Салауши авторҙаш булған. Китап өсөн Өфөнөң тарих архивтары, ҡаҙан, Һамарҙағы архив документтары ҡулланылған, халыҡ ғилми хеҙмәткәрҙәргә ихлас ярҙам иткән.
Тиҙҙән был өр-яңы ғилми эш интернет селтәренә лә ҡуйыласаҡ. Китап иһә «Хан» нәшриәте, «Знание» магазиндарында һатыла.

А. ЗИННУРОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 - Әҙәбиәт Ил ағаһын күргем килә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар