RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйге дауам итә

23.11.2012 Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйге дауам итә

2012 – 2014 йылдарҙа «Йәшлек» Башҡортостан йәштәре гәзите, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Ауырғазы районы хакимиәте менән берлектә Рәшит Назаров исемендәге оло республика әҙәби конкурсы үткәрә.
Маҡсат бер – Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү һәм, әлбиттә, уның кеүек йәш сағыу таланттарҙы асыу, бөйөк шағир ижады һәм бөгөнгө тормошсан әҫәрҙәр аша башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү.
Кемдәр ҡатнаша? 2012 йылдың июненән 2014 йылдың ноябренә тиклем гәзит битендә һәр ижадсының әҙәби әҫәр­ҙәре донъя күрәсәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ла, ағза булмағандар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Тик еңеүселәр айырым билдәләнәсәк.
Шарт. Бәйге ике әҙәби төрҙә барасаҡ: поэзияла һәм прозала. Хикәйәләр, шиғырҙар, нәҫерҙәр, новеллалар, поэмаларға һәм башҡа ҡыҫҡа жанр­ҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Темала ла сикләү юҡ. Бер генә сикләү – күләм. Тимәк, оҙон повесть, романдарға гәзит битендә урын табыуы ауыр буласаҡ. Ләкин лайыҡлы һәр әҫәр гәзиттең сайтына ҡуйыласаҡ. Башҡа баҫмаларҙа баҫыл­ған әҫәрҙәр премияға дәғүә итә алмай. Бер үк автор бер нисә жанрҙа әҫәрҙәрен тәҡдим итә ала.
Жюри. Абруйлы шағир-яҙыу­сылар, тәнҡитселәрҙән торған жюри: Рауил Бикбаев, Риф Мифтахов (поэзия), Әмир Әминев, Сабир Шәрипов (проза), Зәки Әлибаев, Рита Фәтҡуллина (тәнҡит) – Яҙыусылар союзы ағзалары һәм ағза булмағандар араһында ике әҙәби төрҙә өсәр урынды билдәләйәсәк, йәғни ун ике лауреат буласаҡ.
Бүләкләү. Премия 2014 йылдың ноябрендә, йәғни шағир­ҙың 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә тантаналы тапшырыласаҡ. Еңеүселәргә төп бүләк – ноутбук.
Тик «Йәшлек»кә яҙылғандар ғына бәйгелә ҡатнаша һәм яңы хикәйә, шиғырҙар менән таныша ала.
Мөхәрририәт.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)