RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Китаптарға арналған ғүмер

09.10.2012 Китаптарға арналған ғүмер

Мине эшкә Республика китапханаһының ул ваҡыттағы директоры Ғәли Мөхөтдин улы Мөхөтдинов ҡабул итте. Ике аҙна ла уҙманы, методист булараҡ Баймаҡ һәм Федоровка райондары китапханаларының эше менән танышып, тейешле ярҙам, кәңәштәр биреп ҡайттым.
Китапхананың элекке етәкселәренән Мөбәрәкйән Вәсфи улы Әмиров, Елизавета Ефимовна Денисова, Клавдия Николаевна Щербакова, Елизавета Матвеевна Прилуцкаяларҙы яҡшы белә инем – улар үҙ-үҙҙәрен аямай китапхананың күп яҡлы эше менән идара итте.
Мин эшләгән осорҙа тағы ла бер нисә китапхана директоры алмашынды: Рәбиға Хөсәйен ҡыҙы Ғайсина (1956 – 1962); бында шуны айырым әйтеү кәрәк: Р. Ғайсина үҙе иҫән саҡта һәйкәл эшләтте – Ленин урамындағы дүртенсе һанлы йорт – китапхананың яңы бинаһы – 1960 йылдың май айынан эшләй башланы. Ислам Миңлеғәле улы Миңлеғәлиев (1962 – 1972), Мөхәммәт Хажи улы Закиров (1973 – 1995), Сафуан Әфтәх улы Әлибаев (1995 – 1997), Илгиз Үтәгәнов (1997 – 2002). Уларҙың һәр береһе тураһында тик яҡшы иҫтәлек-хәтирәләр генә һаҡлайым; һуңыраҡ Роза Ғафар ҡыҙы Буканова (2002 – 2008), Азат Әхмәт улы Ибраһимов (2009 йылдан).
Бына китапхана кадрҙарының төп өлөшөн тәшкил итеүселәр – Е. Бушуева, О. Зуева, Н. Ледовская, А. Лусикьян, М. Вәлиев, С. Мамлеева, З. Шаматова, М. Немвицкая, З. Ғимранова, Н. Иванова, М. Филиппова, Е. Прилуцкая, А. Тархова, А. Рыбникова, М. Федорова, И. Штегман, М. Крюгер, А. Пакина, А. Тютюшкина, Х. Йосопова…
Уҙған быуаттың илленсе-алтмышынсы йылдарында китапханаға А. Бабичева, Б. Бикмөхәмәтова, Ш. Биксурина, С. Биишева, З. Ғилемханова, Р. Гәрәев, М. Закиров, Ғ. Йыһаншин, Р. ҡәрипова, С. Миңлебаева, С. Мәһәҙиева, И. Мәҡсүтова, З. Мәжитова, Р. Тимерғәлина, Ф. Тимершина, Ф. Һөйөндөкова, Ф. Әхмәҙиева, Ә. Әхмәтйәнова, М. Фәтихова, Ф. Шакирова, М. Латипова, Р. Фәхретдинов, Ф. Ғарипова, М. Баһуманова, Г. Дилмөхәмәтова, Р. Кәримова (Разина), А. Рәшитова, А. Гезикова, Ф. Хәнәфиева, В. Әғзәмова, И. Рахманова, И. Мөслимова, Ф. Тимашева, Р. Баязитов, С. Васильева, Е. Гусева, К. Ғилманова, Р. Ғималетдинова, В. Ибраһимова, Л. Исламова, Л. Нәзирова кеүек юғары һәм урта белемле йәш белгестәр килде.
Бергә эшләгән коллегаларымдың байтағы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә, орден-миҙалдарға лайыҡ булды. Үҙемә килгәндә ун бишәр йыл комсомол һәм партия ойошмаларын етәкләнем, ун биш йыл директор урынбаҫары булып эшләнем. Күптәргә характеристика яҙырға тура килде – үҙемә бүләк көрәһәм, выжданым тыныс булмаҫ ине...
Юғарыла яҙғандарымды йомғаҡлап, шуны әйткем килә: китаптар донъяһына хеҙмәт иттем һәм улар ғүмерлек юлдашым булды; балалыҡ хыялдарым тормошҡа ашты – үҙемдең дә бер нисә йөҙ том тәшкил иткән шәхси китапханам бар: китаптарым – алтындан да ҡәҙерле байлығым ул.
Эшләү дәүерендә бик күп хөрмәткә лайыҡлы кешеләр – яҙыусылар, йәмәғәт, мәғрифәт, сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашырға-аралашырға тура килде. Н. Барсов китапхана советының даими, ал­маш­һыҙ рәйесе булды; Георгий Федорович һәм Зинаида Ивановна Гудковтар төҙөгән «Вавилон картотекаһы» бөгөн дә мөһим мәғлүмәт сығанағы булып тора. Ф. Әхмәрова, П. Ищериков, З. Латипов, Г. Павлюченков, В. Скачилов, Р. Кузеев, Т. Әминев һәм башҡалар менән бергә аралашып-кәңәшләшеп эшләгән осорҙо һис оноторлоҡ түгел. Ә. Әсфәндиәров тыуған ауылым Исламбаҡты тарихын өйрәнеүгә үҙенең фатихаһын биргәйне.
Ауылдашым, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Йәүҙәт Ильясовтың исемен Башҡорт энциклопедияһына индереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде. Уның хаҡында ике мәртәбә био-библиографик белешмә төҙөнөм.
Ә яҙыусыларҙың бөтәһен дә һанап сығыу күп урын алыр ине, шуға күрә бик һайлап ҡына күрһәтәм: Сәйфи ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Ғәйнан Әмири, Морат Рәхимҡолов, Ғариф Ғүмәр, Ғабдулла Әхмәтшин, Таһир Таһиров (Таһир Ахунйәнов), Әкрәм Вәли, Ғилемдар Рамазанов, Ибраһим Абдуллин, Суфиян Сафуанов, Рәйеф Әмиров, Рәдиф Тимершин, Александр Филиппов, Мөкәрәмә Садиҡова, Әнүәр Бикчәнтәев, Ғәли Ибраһимов, Әхмәт Сөләймәнов, Фәниә Чанышева, Рәшит Шәкүр, Рәғиҙә Янбулатова…
Ваҡытында ҡайһы бер арҙаҡлы яҙыусылар­ҙың ижады буйынса әҙәби кисәләр, уҡыусылар конференциялары уҙғарыу өсөн методик-библиографик материалдар төҙөп ебәрергә тура килде. Элек китапханасылар һәм уҡыусылар менән яҙыусыларҙың осрашыуы йыш ойошторола ине; уҡыусыларҙың фекерен китап нәшриәтенә еткереп, ыңғай тәьҫир итергә тырышылды. Осрашыуҙар иҫтәлеге булып китапханамда тиҫтәләгән автографлы китап һаҡлана. Бында шуны ла өҫтәргә кәрәк: тыуған ауылым Исламбаҡты китапханаһынан әҙәби кисә үткәрергә бик үтенеп һорағас, «Тормош миҙгелдәре» китабының корректураһына Мостай Кәрим үҙенең автографын яҙып биргәйне (китап үҙе әле баҫылып бөтмәгәйне). 1939 йылғы бер күмәк фотоһүрәттә ауылдашым Закир Вафин Мостай Кәрим менән йәнәшә ултыра.
«Тыуған яҡҡа мөхәббәт менән» юбилей йыйынтығында ҡатнашҡан өсөн рәхмәт әйтеп М. Рәхимғолов». Морат Ғәлим улы үҙе лә китапханабыҙға өс йөҙләп автографлы китап тапшырғайны.
«Хөрмәтле Рифмир Вәхит улына – ошо ябай ғына иҫтәлектәрҙе баҫтырып сығарырға ярҙам иткән өсөн. А. Минһажетдинов». «Хөрмәтлем Рифмир Гәрәевкә:
Бәхетең булһын ҡанатлы
Һәм булһын парлы;
Булһын йырлы, булһын моңло,
Булмаһын зарлы», – ошо һүҙҙәр Әхәт Ниғмәтуллиндың «Эй, ғүмерҙең үҙәндәре-үрҙәре» китабында.
Яҡташ яҙыусы Мөкәрәмә Хәфиз ҡыҙы Садиҡова ла үҙенең «Яҙыусылар көлә. Йөҙ ҙә ун мәҙәк» тип исемләнгән китабын иң изге теләктәр менән бүләк иткәйне.
Шулай уҡ башҡа яҡташтарымдың автографлы китаптарын да ҡәҙерләп һаҡлайым: Т. Әминев, В. Бабенко, Р. Баҙиков, Н. Байжев, А. Вафин, Н. Ғәниев, Л. Кашапова, К. Сәмиғуллин, М. Шәрәфлисламов. Ауыл­дашым – үҙешмәкәр рәссам Ләбиб Кәлимуллин үҙенең көҙгө пейзажды тасуирлаған һүрәтен бүләк иткәйне: бөгөнгө йәшәү дәүерен хәтерләтеп тора һәм уҙған ғүмер-ваҡыт арауығына арнап иҫтәлектәр яҙырға ла этәргес яһай ул.
Был йәһәттән ярты быуат элек булған бер ваҡиға, осраҡлы хәл иҫкә төштө: Бөйөк Ватан һуғышы осоронда партизан отряды командиры Д. Медведевтың урынбаҫары А. Лукиндың разведчиктарға арналған китабында Башҡортостандың Күгәрсен районынан уҡытыусы Аврамий Владимирович Иванов тураһындағы мәғлүмәткә тап булдым. А. Иванов легендар разведчик Николай Кузнецовтың элемтәсеһе була, Ровно өлкәһенең Здолбуново үҙәк тимер юл станцияһы аша уҙған фашист эшелондары тураһында хәбәр итеп тора. Уның геройҙарса һәләк булыуы тураһында «Советская Башкирия» гәзитендә баҫылған ҡыҫҡа ғына мәҡәләмә тиҙ арала яуап килде: геройҙың әсәһе Марина Иванова һәм ике һеңлеһе табылды. Минең хәбәрҙән һуң китаптың авторы А. Ивановтың туғандары менән хатлашты; миңә лә автографлы китап килеп төшкәйне – тик ул автографлы китаптар күргәҙмәһендә юғалып ҡуйҙы. Ә китаптың яңы баҫмаһында хәбәрнамәмә ыңғай баһа бирелә.
Таһир Таһировтың (Т. Ахунйәновтың) «Хөрмәтле Ревмир Гәрәевкә ихтирам менән» тигән һүҙҙәр яҙып бүләк иткән «Әруахтар күктә йәшәй» тип исемләнгән китабы уғата ҡәҙерле. Сөнки унда минең ауылдашым, Башҡорт кавалерия дивизияһында парткомиссия секретары булып хеҙмәт иткән Ибраһим Фәттәхов ағайҙың «Керчь» ҡушаматлы яугир ҡарайғырҙы Миәкә районының Илсеғол ауылына («Большевик» колхозы) ҡайтарып тапшырыуы тураһында тәфсирләп һөйләнә.
ҡәҙерләп тотҡан тағы ла бер китабым бар – Р. Ғайсина һәм М. Маннанов яҙған һәм Республика китапханаһына арналған «Храм сокровищ» тип исемләнгән монографик хеҙмәт. Унда ошондай һүҙҙәр яҙылған: «Хөрмәтле Рифмир Вахитовичҡа. Һыйыр йылында уңыштар, үгеҙҙәй һаулыҡ теләп Сафуан Әлибай. 28 ғинуар 1997 й.»
Коллегам Ғайса Нәҙерша улы Йыһаншин – ктапхана эше ветераны, ярты быуат ғүмерен китаптарға арнаны һәм үҙенең иҫтәлектәрен баҫтырып сығарҙы. Унда Башҡортостанда һәм башҡа төбәктәрҙә китапхана эшенең үҫеше тасуирлана. Китапханасы профессияһына битараф булмаған һәр кем был китаптан үҙенә күп кенә кәрәкле, мөһим, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле мәғлүмәт табасаҡ.
Рәсүл Ғамзатов ҡасандыр: «Һәр кешенән ниндәйҙер эҙ ҡалһын: йорт йә һуҡмаҡ, ағас йәки һүҙ», – тип әйткән. Быға яуап итеп китаптар араһында уҙған ғүмерем тураһында мин дә аҙ-маҙ яҙып ҡалдырырға булдым…
Телевидение, компьютер, интернет осоронда ла китап – рухи аҙыҡ һәр саҡ кәрәк буласаҡ. Китапхана һәр саҡ мәҙәниәт усағы, кешеләр­ҙе аң-белемгә өндәүсе, китапҡа һөйөү уятыу­сы, күңелде байытыусы йорт булып ҡаласаҡ. Китапханаларға кеше килеүе өҙөлмәйәсәк. Сөнки мәғрифәт нурҙарын һүндерер көс юҡ ул!..

Рифмир ГӘРӘЕВ,
библиограф,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 - Әҙәбиәт Ил ағаһын күргем килә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар