RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

28.09.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Биш бала атаһын бик сетерекле һорау борсой. Һәм ул түҙмәйенсә, ҡатынына:
– Әҡлимә, тим, ишетәһеңме, минеңсә, Ильяс минеке түгел, – ти.
Ҡатыны, шаҡ ҡатып:
– Бына әйттең хәбәр, бындай уй һинең башыңа нисек килде икән? Иң ҡыҙығы – Ильяс тап һинеке шул, – тигән.
* * *
«Секонд-хэнд» магазинының ишегендәге иғлан: «Иғтибар! Бөгөн яңы төйөнсөктө асыу буласаҡ!»
* * *
Уҡытыусы:
– Илгиз, үҫкәс, кем булғың килә?
– Йүләр, Хәлимә Гәрәевна.
– Ни өсөн?
– Сөнки бөтәһе лә: «Ҡарағыҙ әле, бынау йүләрҙең машинаһы ниндәй ҡиммәтле», – ти.
* * *
– Ҡыҙҙар, урап үтмәгеҙ! Арыраҡ ир-ат тағы ла яманыраҡ.
* * *
Һеҙ ир кеше менән уның дүрт аяҡлы дуҫы араһында нин­дәйҙер оҡшашлыҡ барлығына төшөнгәнһегеҙҙер.
Уларҙың икеһе лә түшәктә бик күп урынды ала.
Аңлашылмаған сәбәптәр буйынса, ниңәлер икеһе лә туҙан һурҙырғыстан ҡурҡа.
Икеһе лә үҙҙәрен нимә борсоғанын аныҡ ҡына аңлата алмай.
Һеҙҙең яңы прическағыҙға икеһе лә иғтибар ҙа итмәй.
Һәм, ниһайәт, уларҙың икеһе лә һеҙҙең ниңә шул тиклем бесәйҙәрҙе яратыуығыҙҙы аңлай алмай.
* * *
Әгәр студенттың уҡығыһы килмәй икән, тимәк, хәрби комиссариат насар эшләй.
* * *
«Хөрмәт итеү – ул кеше менән иҫәнләшеү өсөн ҡолағыңдағы ҡолаҡсындарҙы алыу. Ә плеерыңды һүндерәһең икән, был инде мөхәббәт!»
* * *
– Гражданин Иҙрисов, минең һорауҙарым һеҙҙе ул тиклем йонсотмағандыр бит?
– Һеҙ нимә? Минең өйләнгәнгә 20 йыл бит инде.
* * *
Иғлан.
«Кем минең «Лексус»ымды сыйып, һүгенеү һүҙе яҙған, шул кеше тиҙ рәүештә ЗАГС-ҡа «Үлем хаҡында таныҡлыҡ» ҡағыҙы алырға килһен».
* * *
Кафела.
– Ҡара әле, – ти йәш актриса егетенә, – ана тегендә, төпкө яҡта, ултырған кеше Виктор Гюго түгелме?
– Һин нимә, ҡәҙерлем, ул бит күптән үлгән!
– Ҡара, ҡара, ә ул һелкенә...
* * *
– Гөлиә, һин шундай матур, бөхтә итеп кейенгәнһең, мөләйемһең. Әйт кенә, бөтә теләктәреңде лә үтәйәсәкмен, – ти егет.
– Рәхмәт... Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең кейәүгә сыҡҡым килә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йыл сценарийҙары

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яңы йыл сценарийҙары


Яза (Хикәйә)

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яза (Хикәйә)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)