RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рухы тере «Урал батыр»ҙың

06.12.2011 Рухы тере «Урал батыр»ҙың

Рухы тере «Урал батыр»ҙың
Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы, рухи хазинаһы − «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы үҙенә күрә йолаға әүерелде. Йылдан-йыл башҡорт телендә уҙғарылып килгән «Урал батыр» сәсәндәр бәйгеһенә ҡушылып бөгөн тағы ла бер йола барлыҡҡа килде – конкурс сит ил һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә башҡарыусылар араһында үтте. Икенсе тапҡыр уҙғарыл­ған был сара күптән түгел йәш сәсәндәрҙе тағы ла ҡорға йыйҙы. Төрлө милләт вәкилдәре милли кейемдәрҙә туған телдәрендә эпосты яттан һөйләп күрһәтте. Бәйгелә инглиз, немец, француз, көньяҡ телдәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә башҡарыу секциялары эшләне. Киң аудиториялы конкурс үҙенең маҡсаты менән «Урал батыр» эпосын «Кешелектең матди булмаған мираҫтары» исемлегенә индереү өсөн тағы ла бер этәргес көс булды.
– 13 йыл дауамында Мәғариф министрлығы «Урал батыр» йәш сә­сәндәр бәйгеһен башҡорт телендә үткәрҙе. Был бәйгелә йыл һайын 400-ләп бала ҡатнаша. Бәйгеселәр эпосты башҡара, импровизациялар күрһәтә, ә күптәр тексты тулыһынса яттан белә. Ә инде башҡа телдәрҙә икенсе тапҡыр уҙған бәйгелә ҡатнашыусыларҙың яҡшы әҙерлеге, улар­ҙың етәкселәренең тарихи ҡомартҡыны тәржемә итеүе ҡыуандыра. Сара артабан да дауам итер, үҫер, башҡарыусыларҙың һаны тағы ла артыр тип ышанам, – тине сығышында БР мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин.
– Беҙ был майҙанды көтөп алдыҡ. Боронғолар әйтеүе буйынса, ноябрь аҙағы, декабрь айы – «ҡара ҡояш» ваҡыты башланған осор. Тап ошо ваҡытта олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренә батырҙар тураһында һөйләр булған. Был ваҡытта тәбиғәт йоҡлай, үлә тип иҫәпләнгән. Уға көс, яңылыҡ биреү өсөн, тиҙерәк яҙ килеүен теләп, батырҙар тураһында эпик әҫәр­ҙәр уҡығандар. Насар көстәр кешегә ҡағылмаһын өсөн уларҙы айырыуса төн мәлендә уҡығандар, – ти жюри етәксеһе, сәсәниә Розалия Сол­тангәрәева.
Бәйгелә олоһо ла, кесеһе лә көс һынашты. Һәр кем эпоста һөйләнелгән хәл-ваҡиғаларҙы үҙенсә тәҡдим итте. Мәктәп уҡыусылары, юғары һәм урта белем биреү йорттары студенттары тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән йә илатты, йә ҡурҡытты, ғәҙеллек яуызлыҡты нисек еңеп сығыуы хаҡында бәйән итте. Улар «Урал батыр» эпосын инглиз, немец, француз, фарсы, ғәрәп, пушту, төрөк, татар, әрмән, поляк, сыуаш, ҡаҙаҡ, украин, иврит, мордва һәм башҡа телдәрҙә яңғыратты.
ҡыҙыҡлы, сағыу сығыштарҙы тыңлағандан һуң жюри ағзалары һәр секцияла үҙ еңеүселәрен билдәләне. Беренсе урынға – Илнар Хөснөтдинов (Башҡортостан халыҡтары телдәре), Әлиә ҡотошева (инглиз теле), Лилиә Лоҡманова (немец теле), Марьяна Юнысова (француз теле), Нәзилә Шәмсиғәлиева (көньяҡ телдәре), икенсе урынға – Гүзәл Даянова (Башҡортостан халыҡтары телдәре), Ксения Больгер (инглиз теле), Мария Илларионова (немец теле), Виктория Седова (француз теле), Зилиә Хунафина (көньяҡ телдәре), өсөнсө урынға Алһыу Әхмәҙиева (Баш­ҡортостан халыҡтары телдәре), Илья Земсков (инглиз теле), Валерия Эрштейн (немец теле), Азалия Ғилманова, Фәнилә Ниғмәтуллина, Айгөл Хәзиева (француз теле) лайыҡ булды. Иң юғары баһа – гран-приҙы жюри Лиана Ғәлиуллина (Баш­ҡортостан халыҡтары телдәре), Аделина Миңлебаева (инглиз теле), Арина Сердюк (немец теле), Ксения Шилкина (француз теле) һәм Фәниә Юлановаға (көньяҡ телдәре) бирҙе.

Cамат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)