RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

16.08.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ҡатыны – иренә:
– Миңә ике алтын теш ҡуйҙырырға кәрәк...
– Береһен – аҫҡа, икенсеһен – өҫкә һәм иретеп йәбештереп ҡуйырға, – тигән ире.

* * *
Циркта иҫ киткес номер: крокодил пианинола уйнай, ә бегемот романс йырлай. Зал шығырым тулы, баш әйләнерлек уңыш. Директор түҙмәй, был номерҙың авторына мөрәжәғәт итә:
– Дөрөҫөн әйтегеҙсе, бының бит булыуы мөмкин түгел: нисек инде крокодил пианинола уйнай, ә бегемот йырлай? – ти.
– Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, – тигән номер авторы. – Әлбиттә, бының булыуы мөмкин түгел. Ысынында иһә бегемот ауыҙын ғына аса, ә крокодил уйнай ҙа, йырлай ҙа.

* * *
Ресторанда.
– Миңә бифштекс килтерегеҙ. Тик ул яҡшы бешерелгән, йомшаҡ һәм тик иттән генә булһын. Иң яҡшыһы – йәш быҙау итенән.
– Ә ул быҙауҙың ҡаны ниндәй төркөмдән булыр­ға тейеш?

* * *
Ресторан директоры официанттарҙы йыйып ала ла:
– Бөгөн матурыраҡ итеп кейенегеҙ, үҙегеҙҙе ипкә килтерегеҙ, сәстәрегеҙҙе матурлап, бит остарығыҙҙы ҡыҙартығыҙ, – ти.
– Ә нимә булды? – тип ҡыҙыҡһына официант­тар­ҙың береһе. – Әллә берәй ҙур ҡунаҡ көтәһегеҙме?
– Юҡ, юҡ, эш унда түгел, – ти директор. – Бөгөн беҙҙең аҙыҡ-түлек бер аҙ иҫкерәк, шул ғына.

* * *
– Әлеге ваҡытта кем булып эшләйһең?
– Официант булып.
– Шунан, нисек һуң?
– Иҫ киткес. Ҡараңғы төнгә тиклем ваҡытымды ресторанда үткәрәм, уның ҡарауы, бының өсөн миңә аҡса ла түләй­ҙәр.

* * *
Бер бик бай кеше музейға килә. Унда килгән һәр кем дәфтәргә нимәлер яҙып ҡалды­рыр­ға тейеш булған. Ир былай тип яҙған: «Бында бөтә ер тап-таҙа, ялтырап тора, әммә музей бик ярлы».







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа, Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен...

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)