RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ефросинья кейәүгә сыға

11.09.2010 Ефросинья кейәүгә сыға

Ефросинья кейәүгә сығаҠатын-ҡыҙҙарҙы әйтәм, телевизор ҡаршыһына ултырып сериал ҡарай башлаһа, донъяларын онота.
Бына әле лә: «Көтөү ҡайтып килә», – тип ҡат-ҡат әйтһәм дә, ҡатын урынынан да ҡуҙғалманы. Көтөүҙе үҙем генә ҡаршылап, өйгә индем.
– Бер һарыҡтың аяғы һынған, ахырыһы, сатанлай, нишләтергә икән? – тим уға.
Ул минең әйткән һүҙҙәрҙе ишетмәне лә шикелле, бары үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп:
– Ефросинья кейәүгә сыға, – тип ҡуйҙы.
Ефросинья тигән исемде тәүләп ишетеүем булһа ла: «Кем һуң ул?» – тип һорарға ҡыйманым. Моғайын, берәй туғанылыр, йә күп һанлы ғаилә дуҫтарыбыҙҙың береһенең ҡыҙылыр. Һораһам: «Һин минең туғандарҙы ғүмер буйы белмәнең инде», – тип, тағы үпкәләй башлар.
– Егете кем һуң? – тигән булдым, аптырағас.
– Тәүҙә Максим менән йөрөнө, аҙаҡ Саша менән дуҫлашты, хәҙер профессорға кейәүгә сығырға итә.
– Улай икән. Ә туй ҡасаныраҡ һуң? – тим, тағы аптырап.
– Бөгөн булманы инде, иртәгәлер, моғайын, – тине ҡатын һаман да шул сериалынан айырылмай ғына. Ниңәлер кәйефе лә юҡ һымаҡ.
– Бәй, иртәгә үкме ни, улайһа, сатанлап ҡайтҡан һарыҡты һуяйым, күстәнәс кәрәк бит, – тип, ҡабаланып сығып киттем. Һарыҡты һуйып, итен ашыҡмай ғына турап, бүлгеләгәс, һыуытҡысҡа индереп ҡуйҙым да, тынысланып ял итергә ултыр­ҙым. Бына күстәнәс тә булды. Хәҙер туйға барырға ла мөмкин. Мин инде уй-хыялым менән үҙемде туйҙа йөрөгәндәй хис иттем. Беҙҙе, әлбиттә, ихлас итеп, шатланып ҡаршы аласаҡтар. Тотош бер һарыҡты күстәнәскә килтергән кешене кем яратмаҫ? Шундай уйҙарға бирелеп ултырғанда төпкө бүлмәнән ҡатын да сыҡты. Сериалы бөткән, күрәһең.
– Көтөү ҡайттымы ул? – тип, һарай яғына йүнәлде.
Бер аҙҙан борсоулы тауышы ишетелде.
– Бер һарығыбыҙ ҡайтмаған бит.
– Нисек ҡайтмаһын, ҡайтты, барыһы ла шунда, – тим.
– Һуң, оло һарыҡ күренмәй ҙә баһа.
– Әле генә һуйҙым түгелме ни?
– Һуйҙың?! Ниңә, ҡасан?
Ҡатын миңә, әллә юрамал, әллә ысынлап, бик уҫал итеп ҡараны.
– Бәй, үҙең ҡуштың бит, иртәгә туй була, тинең.
– Ниндәй туй тағы?
Хәҙер инде ҡатын аптырауҙан сүкәйә төштө.
– Иртәгә Ефросиньяның туйы була, тип кем әйтте, һин түгелме ни?!
Ҡатын бер килке иҫе китеп миңә ҡарап торҙо, көлөргә лә итте, иларға ла.
– Алйот. Мин һиңә сериалдағы Ефросинья хаҡында әйттем бит...
Хәҙер инде мин көлөргә лә, иларға ла белмәнем. Ҡатынға ла, телевизорҙан йылдар буйы көнө-төнө күрһәтелгән сериалдарға ла асыуым килеп ярһыным.
Ә бер аҙҙан тынысланып, ҡатын менән икәүләп һимеҙ һарыҡ ите ашап, һурпа эсеп йоҡларға яттыҡ. Әммә тиҙ генә йоҡлап китә алманыҡ. Һәр кем үҙ уйына сумды. Ҡатын, моғайын, Ефросиньяның иртәгә буласаҡ туйын күҙ алдына килтергәндер. Ә мин, икенсе сериалдан һуң һыйырҙы һуйырға тура килмәгәйе, тип уйланым..

Фәрғәт ҒӘЛИН.
Ғафури районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән