RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аттар хаҡында

09.08.2011 Аттар хаҡында

Аттар хаҡында
Болонда ике ат йөрөй. Алыҫтан ҡарағанда улар башҡа аттарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмаған һымаҡ. Әммә яҡыныраҡ килһәгеҙ, береһенең һуҡыр икәнен күрер инегеҙ. Аттың хужаһы уны ит комбинатына оҙатмай, киреһенсә, яҡшы итеп тәрбиәләй. Һәм был ысын мәғәнәһендә иҫ киткес хәл.
Бер аҙ тыңлап торғас, һеҙ ҡыңғырау тауышына иғтибар итәһегеҙ. Ул икенсе аттың йүгәненә тағылған. Һуҡыр ат һәр саҡ ҡыңғырау тауышына ҡолаҡ һалып, иптәшенең ҡайҙа йөрөгәнен белеп тора һәм уның артынан ҡалмай, эйәреп йөрөп, үҙ йүнен күрә. Быларҙы күҙәтеп торһағыҙ, һеҙ йәш малҡайҙың ҡарт һәм һуҡыр атты иғтибарынан юғалтмай ҡарап ҡына тороуын һәм унан айырылып китмәҫкә тырышыуын, алыҫҡа китһә, ҡыңғырау тауышын ишетмәүенән ҡурҡҡанын күрер инегеҙ. Көтөүҙән ҡайтҡан ваҡытта ла ул һәр саҡ артына боролоп ҡарай, һуҡыр дуҫы үҙенән айырылып ҡалмағанмы икән тип борсола.
Бына Алла ла, шул аттар­ҙың хужаһы һымаҡ, проблемаларыбыҙҙан һәм беҙҙән баш тартмай. Ул һәр саҡ беҙҙең менән һәм, мохтажлыҡ булһа, беҙгә ярҙамға икенселәрҙе ебәрә.
ҡайһы ваҡыт беҙ ҙә, шул һуҡыр ат һымаҡ, Алла беҙҙең тормошҡа ҡулдарына ҡыңғырау тоттороп ебәргәндәрҙе тоябыҙ. Ә ҡайһы саҡ Хоҙай ҡулдарыбыҙға башҡаларҙы үҙебеҙҙең арттан эйәртер өсөн ҡыңғырау тоттороп ебәрә.
Дуҫлыҡтың ысын мәғәнәһе бына ошонда ла инде. Һин дуҫтарыңды күрмәгән осраҡта ла уларҙың барлығы хаҡында яҡшы беләһең. Иң мөһиме, уларҙың ҡулындағы ҡыңғырауҙарға ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)