RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Ҡырҡҡа етеп саҡ өйләндем, Теймәгеҙ, тим, иркәмә!»

14.09.2010 «Ҡырҡҡа етеп саҡ өйләндем, Теймәгеҙ, тим, иркәмә!»

«Ҡырҡҡа етеп саҡ өйләндем, Теймәгеҙ, тим, иркәмә!»Шунан, нисек туйҙа? Туҙынманымы ҡоҙа-ҡоҙалар, өрмәнеме эттәре һәм эт булмағандар?.. Һүрәткә тапҡыр яуап биргән, туйҙа иркәһен ҡурсалап, имен-аман ғына йөрөгән Гөлзифа Исрафилова (Баймаҡ районы) «Йәшлек» әҙерләгән китаптар менән бүләкләнә.
Оҙаҡламай һуғым осоро етә. Шуға һүрәт – һеҙҙең хөкөмгә. Яуаптар көтәбеҙ. Шәп яуапҡа – автографлы китап.
Ҡана, бирсе күлдәгеңде,
Кейеп кенә ҡарайым.
Мин дә еткән ҡыҙ бит инде,
Эт-кейәүгә барайым.

Эргәмдә тора егетем,
Һоҡланып баҡҡан һиңә.
Һиңә баҡҡан кеүек итеп,
Ҡараһын ине миңә.

Туй күлдәге кейеп алһам,
Ай-һай, булдырам инде.
Барлыҡ сибәр кәләштәрҙән
Үҙем уҙҙырам инде!

Зөбәйлә ФӘТХИЕВА.
Ишембай районы,
Ҡолғона ауылы.

Ҡайҙа киттең, сис күлдәкте,
Миңә лә замуж пора.
Ап-аҡ туй костюмы кейеп,
Һөйгәнем көтөп тора.

Туй күлдәге тегеү өсөн,
Миңә итәк тә етә.
ЗАГС-та сиратым еткән,
Ҡарағолағым көтә.

Эт менән эт булма, һылыу,
Итәгеңде йәлләмә.
Юҡһа минең хыялдарым
Килерҙәр селпәрәмә.

Йәғәфәр ЙӘНӘЛИН.
Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.


Эй, һылыуҡай, һис ашыҡма әле
Был егеткә кәләш булырға.
Ҡыҙма һис тә уның байлығына,
Һиңә кәрәк әле уҡырға.

Был егетте беләм, йәш сағында
Аҡбайымдың ине хужаһы.
Көсләп беҙҙе ҡауыштырһалар ҙа,
Арабыҙҙа һөйөү булманы.

ЗАГС ишектәрен хәҙер
асырһығыҙ,
Һәм ҡуйырһың унда һин имза.
Ризамы, тиеп һораһалар,
Берүк әйтә күрмә: «Мин риза».
Ғәфүр САФИН.
Бөрйән районы,
Кейекбай ауылы.

Ҡотло булһын туйығыҙ,
Бергә булһын уйығыҙ,
Шатлыҡ өҫтәп тыуып торһон
Улдарығыҙ, ҡыҙығыҙ.

Килен, тормош еңел булмай,
Эте лә өрөп торор,
Эт өрөүенә ҡарамай,
Бүре лә йөрөп торор.
Ҡаушап ҡалма эт өргәнгә,
Ауырлыҡтар булғанда.
Терәлергә «тере ҡойма»ң
Һаҡлап тора яныңда.

Фатима ҺИБӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.

Ник ҡалаһың ҡыуанмай,
Саҡ кәләш алдым, малай.
Кәләште тартып алам, тип,
Миңә хәҙер эт янай.

Бынауы эттәрҙе әйтәм,
Тамам тейҙе теңкәмә:
Ҡырҡҡа етеп саҡ өйләндем,
Теймәгеҙ, тим, иркәмә!

Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.
Баймаҡ районы,
Иҫәнбәт ауылы.

Мин дә кейәүгә сығам бит,
Миңә лә күлдәк кәрәк.
Бигерәк оҙон итәгең,
Ҡыҫҡартайыҡ әҙерәк.
Һин дә, мин дә аҡ кейемдә
Аҡҡош кеүек булырбыҙ.
Иптәштәребеҙ ҙә һәйбәт,
Тормошта ла уңырбыҙ.
Көрсөк әле үтмәгән бит,
Һәр эштә сама кәрәк.
Гөлләмәңдән раузалар ҙа
Бүлеп бир ҙә тиҙерәк,
Бергә-бергә юл тоторбоҙ,
Яҙылышырға тиеп.
Мин һиңә етди һөйләйем,
Ҡарама улай көлөп.

(Автор исем-фамилияһын
яҙырға онотҡан).
Әбйәлил районы,
Хәмит ауылы.


Күпме әйтәм һөйгәнемә,
ЗАГС-ҡа барайыҡ, тип.
Аралағы мөхәббәтте
Ҡағыҙға һалайыҡ, тип.

Ул ашыҡмай, яуап әҙер:
Башымды ҡатырма, ти.
Донъя мәшәҡәттәренә
Һин мине батырма, ти.

Эй, көйләнем йәнкәйемде –
Белһәгеҙсе, йәмәғәт.
Әйткән матур һүҙҙәремдән
Ҡалһын, тиеп, ҡәнәғәт.

Туйҙан һуң затлы күлдәктәр
Алып бирер һөйгәнем.
Минең әле шәшке тун да
Юҡ бит әле кейгәнем.

Татлы уйҙарға бирелеп,
Барған саҡта ЗАГС-ҡа,
Ике эт абаулап өрөп
Килеп сыҡты ҡаршыға.

Береһе йүгереп килеп,
Шундуҡ миңә ташланды.
Егеткәйем, эсен тотоп,
Ҡысҡырып көлә башланы.

Һөйгәнемде мыжыуҙарым
Тамам йөҙәткән икән.
Миңә ҡаршы был эттәрҙе
Йәрем һөсләткән икән!

Лена Хәйруллина.
Мәләүез ҡалаһы.



Тора торғас, свидетелдәр
Әйләнделәр эттәргә.
Йәш кәләште интектереп,
Керештеләр этләргә.

Кейәү һаман, ҡиммәт, тиеп,
Туй күлдәген тартыша.
Аҡса һүҙе сыҡҡан һайын,
Үҙ алдына һаташа.

Ә кәләштең ҡайғыһы юҡ,
Хәле бөткәнсе көлә.
Бюджет яғы иренеке,
Быны бик яҡшы белә.

Ләйсән ҒӘНИЕВА.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.



Туй күлдәкле зифа ҡыҙҙы
Эттәр мәрәкә күрҙе.
Отҡор көсөк Һарыбай,
Төкөрөк сәсеп өрҙө.

Ҡарағолаҡ – әҙәпле эт,
Үтә тыйнаҡ – эргәлә:
– Һарыбай дуҫ, өтөкләнмә,
Туйҙың йәмен ебәрмә.

Көсөк, үпкә һүҙ ишеткәс,
Бар серен сисеп бирҙе:
– Туй күлдәге үтә оҙон,
Һеперә туҙан ерҙе.

Итәк урала, бутала,
Ергә һөйрәлеп бара.
Саң-туҙанын ҡаға-һуға,
Тешләп күтәреп ҡара...

Һәр саҡ юлдаш – тоғро дуҫтар,
Саф намыҫтарын һатмаҫ.
Хәләл йәрең ҡасһа-ҡасыр,
Ә этең ташлап ҡасмаҫ.

Эттәр һәр саҡ өрөр булһын,
Донъялар имен торһон.
Һөйөү гөлдәре шиңмәһен,
Туйығыҙ гөрләп уҙһын.

Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән