НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » шаҒирҙың тыуған яғынан илһам алып

шаҒирҙың тыуған яғынан илһам алып


шаҒирҙың тыуған яғынан  илһам алыпӨфө ҡалаһының 26-сы урта мәктәбенең әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү ҡунаҡханаһында шө­ғөл­ләнеүселәр Башҡортостан­дың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған яҡтары менән яҡындан танышыу маҡсатында Ғафури районына этнографик сәйәхәткә сыҡты.
Уҡытыусылары Элеонора Дударь менән Елена Лиханова етәкселегендә 1-се һәм 2-се синыф уҡыусыларынан торған этнографик десант башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранға юл алды. Был үҙенсәлекле сәфәрҙә балаларҙы Ғафуриҙың ейәненең ҡатыны Люциә Камаева оҙатып йөрөнө.
Уҡыусылар халыҡ шағирының исемен йөрөткән урам буйлап үткәндән һуң, иң беренсе булып шағирҙың музейына туҡталды. Музей директоры Рәсилә Нәжметдинованың Мәжит Ғафуриҙың бала һәм үҫмер сағы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүен уҡыусылар тын ҡалып тыңланы. Фотоһүрәттәрҙә ул йәшәгән йорт, Мәжит уҡыған Үтәш ауылы мәктәбе һынландырылған. Этнография мөйөшө лә өфөләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балаларҙың күбеһе ағастан эшләнгән һауыт-һабаны, еҙ самауыр, сабата кеүек башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәрен тәүгә күрә ине.
Халыҡ шағирына бәйле барлыҡ нәмә лә ҡыҙыҡ ине улар өсөн. Ғафуриҙың XX быуат ба­шында ғәрәп телендә нәшер ителгән китаптарының муляждарын да, яҙыусының эшмәкәрлеге тура­һында һөйләгән документтарҙы ла ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Күптәр 1923 йылда әҙипкә ижади эшмәкәрлегенең 20 йыллығы уңайынан бүләк ителгән йорттоң макетын да таныны.
Экскурсияның аҙағында уҡыу­сылар шағирға үҙенең фамилияһын ҡалдырған ҡартатаһының ҡәберенә юл алды.
Шағирҙың исеменә бәйле иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт исемлегенда парк та бар ине. Ғорур рәүештә үҙен «Мин – һинең улың, Урал» тип әйтә алыусының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ултыртылған ҡайындар аллеяһы ауылдың һәм парктың йәме булып тора. Аллеяны ултыртыуҙа элекке СССР-ҙың барлыҡ республикаларынан яҙыусылар ҡатнашҡан. Уҡыусылар парктың тоғро һаҡсыһы, Мәжит Ғафури премияһы лауреаты Хәтмулла Рәхимов менән танышты. Люциә Камаева тип-тигеҙ булып теҙелгән ҡайындарҙы уның нисек итеп ҡәҙерләп ҡарауы хаҡында һөйләне. Әҙәби десант ағзалары ла аллеяны дауам итеп, ағас үҫентеләре ултыртты. Уҡыусылар үҙҙәре ултыртҡан ҡайындарҙың ерегеп китеүен ҡарау өсөн бер нисә йылдан бында йәнә килергә һүҙ ҡуйышты.

Ирина БАККЕ.
Мөнир ҠУНАФИН фотолары.

Сығыу ваҡыты 25-06-2011, 17:34 | Ҡаранылар: 1544
|
  • Башҡорт шағиры ӘҪӘРҘӘРЕн төрөк донъяһы уҡый
  • Ғафури районының социаль инфраструктураһы үҫтереләсәк
  • Мәжит Ғафури – ысын халыҡ йырсыһы
  • Халыҡ шағирын иҫкә алып
  • Замандарҙың рухи балҡышы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM