RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

14.09.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Мөхәббәт менән дә бәшмәктәр менән һымаҡ.
– Ниндәй мәғәнәлә?
– Кеше яңылышҡанын аңлай, әммә һуң була.
* * *
«Етәксебеҙ беҙҙең бүлмәгә инде лә, ҙур банканан алып, бөтәбеҙгә лә кәнфит таратты һәм ары китте. Тимәк, был айҙа премия булмаясаҡ».
* * *
Ирҙәр, әгәр ҙә башығыҙҙағы сәсегеҙ һирәгәйеп, ҡорһағығыҙ ҙурайһа, ҡайғырмағыҙ. Үҙегеҙҙе ҡурҡыу белмәҫ Рим полководецынан бай Рим сенаторына әйләндем тип уйлағыҙ.
* * *
– Эй, һылыуҡай, ниңә һеҙ шул тиклем ҙур селтәрле колготка кейәһегеҙ?
– Ваҡ балыҡтар эләкмәһен өсөн.
* * *
«Көтәм һине» тапшырыуына ашығыс рәүештә сит кешеләрҙе күреү менән илай ала торған тамашасылар кәрәк».
* * *
Күптәр бурыстарын биреүгә ҡарағанда күберәк кәңәш бирергә ярата.
* * *
Ике ҡыҙ һөйләшә:
– Кисә мин күҙ табибында булдым.
– Шунан, ул һиңә нимә тине һуң?
– «Әлифба»ны уҡырға ҡушты!
* * *
– Иртәгә мин өйләнәсәкмен.
– Мөхәббәт буйынсамы?
– Уның атаһы: «Нисек булһа ла», – тине.
* * *
Әгәр ҙә бөгөн эшләй торған нәмәне иртәгәнән һуңға ҡалдырып торһаң, һинең ике ирекле көнөң буласаҡ.
* * *
Йәш ҡыҙ фатирға урынлашырға килә һәм фатир хужаһына:
– Дуҫтарым өсөн миңә тағы ла 15 асҡыс кәрәк буласаҡ, – ти.
– Бәлки, «әйләндергес» ишек кенә ҡуйырбыҙ, – тигән хужа.
* * *
Әгәр ир ҡатынына бер ниндәй сә­бәпһеҙ сәскә бүләк итә икән, тимәк, ул яңы ғына ошо «сәбәпһеҙ» менән ос­рашҡан.
* * *
– Һеҙ бик ҙур юғалтыу кисергәнһегеҙ, – ти күрәҙәсе йәш ҡыҙға. – Минеңсә, ирегеҙҙе юғалтҡанһығыҙ.
– Юҡсы, мин әлегә кейәүҙә түгелмен, – тигән ҡыҙ.
– Ә, шулаймы ни, улайһа, сумкағыҙҙы юғалтҡанһығыҙҙыр...
* * *
Аэропорттағы иғлан:
«Мәскәү – Урюпинск» рейсы, ундай ҡала булмағанлыҡтан, тотҡарлана».
* * *
Ике ир һөйләшә.
– ҡыҙыма бик ҡиммәтле скрипка һатып алдым. Музыка мәктәбендә уҡыр, тип уйлағайным. Әммә бынан бер нәмә лә килеп сыҡманы, ана, хәҙер туҙан йыйып ята шунда, – ти береһе.
– Минең дә шундай уҡ хәл, – ти икенсеһе, – ҡәйнәмә сумаҙан һатып алғайным...
* * *
Сәскә һатыусы студент егеткә:
– Һөйгәнеңә рауза сәскәләре ал, әйҙә, улар һинең хистәрең хаҡында һөйләһен, – ти.
Егет кеҫәләрен ҡапшап ҡарай ҙа:
– Берҙе генә бирегеҙ, мин ҡыҫҡаса ғына, – ти.
* * *
– Атай, минең һиңә ике һорауым бар.
– Эйе, улым, рәхим ит.
– Беренсеһе – миңә үҙ йомошом өсөн күберәк аҡса бирә башламаҫһыңмы икән? Икенсеһе – ни өсөн «юҡ»?







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


Бәхеткәйҙәрең  бер булмаһа...

«Иремдең аяҡтарын  үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)

19.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)


Хыянаттан тыуған баламы һин?

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.06.2019)

11.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.06.2019)


Өй эйәһе

08.06.2019 - Әҙәбиәт Өй эйәһе


Үәт, ҡыҙыҡ! (31.05.2019)

05.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (31.05.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)

27.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)


"Тыума ғынам..."

26.05.2019 - Әҙәбиәт "Тыума ғынам..."


Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)

21.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)


Егетлеккә юл (Хикәйә)

19.05.2019 - Әҙәбиәт Егетлеккә юл (Хикәйә)