RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Тамаша» журналының 3-сө һаны донъя күрҙе

14.06.2011 «Тамаша» журналының 3-сө һаны донъя күрҙе

Билдәле урыҫ шағиры Андрей Вознесенскийҙың «Я вышел в сайт» исемле поэмаһын күптәр уҡығандыр, моғайын. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, сайтта сәйәхәт итеүенән башланып китә ул, мәктәп программаларынан беҙгә яҡшы таныш шиғри әҫәрҙәрҙән цитаталар ҡулланылған был әҫәрҙә виртуаль һәм реаль донъялар тураһында фәлсәфәүи фекерҙәр ярылып ята. Нимә һуң ул интернет һәм уны файҙаланыуҙа ниндәй ҡаршылыҡтар килеп тыуа? Сираттағы «Мөхәррир һүҙе» ошо турала.

«Тамаша» журналының   3-сө һаны донъя күрҙеДраматургияның, башҡорт драматургияһының киләсәге бармы? Апрель айында Өфөлә Баш­ҡортостан яҙыусыларының ХV съезында драматургия секцияһы етәксеһе, танылған драматург Наил Ғәйетбайҙың сығышы сәнғәттең был төрөн айырыуса үҙ итеүселәр өсөн генә түгел, барлыҡ журнал уҡыусыларыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр.
«Башҡорт Бондарчугы». Был мәҡәләнең исеме үк иғтибарҙы йәлеп итә. Һүҙ Башҡортостан киностудияһына нигеҙ һалыусы, тәүге башҡорт милли сериалдары авторы, актер, режиссер, документаль фильмдар төшөрөүсе Әмир Абдразаҡов тураһында журналист Шәүрә Ғилманова бәйән итә.
Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған материалдарҙың геройҙары – Мәләүез ҡалаһы һәм районының мәҙәниәт һөйөүселәре. 43 милләт вәкиле йәшәгән был райондың, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, үҙ таланттары, сағыу яҙмышлы кешеләре бик күп.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ошондай шиғыр юлдары бар: «Бәҙәр апа тиһәм, үпкәләмә, Ул образы – барлыҡ апаның, Ул күңелдә Кручинина, Яровая булып һаҡланыр». Башҡортос­тандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Бәҙәр Йосопованың тормош юлы тураһында Үҙәк дәүләт архивының бүлек начальнигы Луиза Ғи­ниәтуллина яҙа.
Мәктәп сәхнәһе өсөн был һанда ике сценарий бирелде. Береһе милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналһа, икенсеһе юл йөрөү ҡағиҙәләрен пропагандалау­ға ҡағыла.
Сибайҙан журналист Әлнисә Алдырханова «Яугел» ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Дилара Рафиҡова һәм Сибай башҡорт дәүләт драма театрының сәхнә оҫтаһы Зифа Баязитоваларҙың ижады һәм тормошо менән таныштыра.
Актерҙың маҡсаты – тамашасыһына аңлайышлы, оҡшаш булыуы һәм уны үҙенең ижадташы итеүе. Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов менән Мәҙинә Муллабаеваның әңгәмәһенән ак­тер­ҙың ошо маҡсаттарға нисек өлгәшеүе тураһында белерһегеҙ.
«Сәнғәт һәм мәҙәниәт көндәлеге» рубрикаһындағы мәҡәләләр ҙә бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
ҡурайҙа өйрәнеүселәр өсөн был юлы «Перовский» көйөнөң бер варианты тәҡдим ителә. Викторина конкурсында ҡатнашыусылар тағы ла үҙҙәренең сәнғәт өлкәһендәге белемен тикшереп ҡарай ала, ул ғына ла түгел, ҡатнашып еңә һәм журналыбыҙҙың бүләгенә лайыҡ була. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!
Индексыбыҙ – 73874. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 120 һум 81 тин.
Журналыбыҙҙың электрон вариантына ике айға яҙылыу хаҡы – 24 һум 46 тин.

Сәриә ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)