RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әйтһәм, белеп әйтәм

21.05.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

ВАҡЫТ

Ваҡыт көслө! Берсә байый
ҡояш,
Берсә көлә, ана, бейектә.
Ваҡыт – хаким хатта уны ла бит
Бармаҡ тирәһендә бейетә.
Рәшит Назаров.

Ваҡыт – толпар: теҙгенеңде
ҡыҫып тот та – алға тоҫҡа.
Һәр маҡсаттың араһы бар,
Сараһы бар: ғүмер ҡыҫҡа.
Риф Мифтахов.

Ваҡыт үтһә, үкенеүҙә һис
файҙа юҡ,
Башыңды ороп булмаҫ ҡаты
ташҡа.
Мәжит Ғафури.

Һәр эштең үҙ ваҡыты, һәр ваҡыттың үҙ эше була.
Ризаитдин Фәхретдин.

Касалыр ваҡыт. Бәндә үҙе нимә ҡойһа, ҡалалыр шуны татып.
Рауил Бикбаев.

Ваҡыттарҙан өҫтөн бер ни ҙә
юҡ,
Бар ғаләмгә етә әмере.
Йылдар, айҙар, көндәр менән
сикле
– Кеше ғүмерҙәре ҡәҙерле.
Фәрит Суфияров.

Ваҡыт – һәр саҡ мәңгелектең
дошманы,
Фани донъя ваҡлығының
ҡуштаны.
Мәүлит Ямалетдин.

Хаҡлыҡ үлгән ерҙә – тормош үлә, тормош үлгән ерҙә Ваҡыт үлә.
Рәшит Назаров.

Ваҡыт беҙгә киндек инәһе лә, аҙаҡ ясин сығыр мулла ла.
Рәйес Түләк.

Ваҡыт һынай кемдең кемлеген.
ҡадир Әлибаев.

Бөтә нәмә – үҙ ваҡытында,
ваҡытында бөтә.
Ваҡыты еткәс барыһы бөтә.
Аһ! Барыһы үтә!
Әбүс.

Ваҡыт аҡсалыр, ғафил булма, ҡасалыр!
Сәғит Агиш.

Аҡыл менән ваҡыт – улар
ҡиммәт нәрҫә,
Һатып алып булмай гәүһәр,
яҡут менән.
Ғиндулла Усманов.

Ваҡыт, ваҡыт! Һин бит шундай
сикһеҙ,
Үҙең һис бер ҡасан етмәйһең,
Әллә ҡайҙа ярһып ашығаһың,
Ниңә бер аҙ сабыр итмәйһең?
Йомабикә Ильясова.

Бер ҡылыңда, ваҡыт, туй
талпына,
Йыназа көйөн уйнай бер
ҡылың.
Бер ҡулыңда сабый
тирбәтәһең,
Табутҡа сөй ҡаға бер ҡулың.
Рауил Бикбаев.

Ваҡыт бүлә ғүмер тамсыларын
– Кемгә татлы, кемгә әсеһен.
Һиҙгәс кенә касаң һарҡығанын
Һәммәһен дә тәмләп эсәһең.
Тимер Ниәтшин.

ВАСЫЯТ

Васыятты боҙған кеше игелек күрмәй.
Ибраһим Абдуллин.

ВАТАН

Ватан тойғоһо – ҡындағы ҡылыс.
Нәжиб Асанбаев.

Уй менән уйлап бөтмәҫлек
Бөйөк ул беҙҙең Ватан,
Хыялдар менән етмәҫлек
Бейек ул беҙҙең Ватан.
Рәшит Ниғмәти.

Рубриканы
Факил МЫРҘАҡАЕВ
алып бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)