НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Хикәйәләрендә шиғри моң бар

Хикәйәләрендә шиғри моң бар


йәки Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәренең тел-стиль үҙенсәлектәре тураһында
Халыҡта, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Әллә нисәмә йөктө бер юлы нисек тартмаҡ кәрәк? Әммә, күп нәмәгә һәләтең булып та, барыһына ла берҙәй үк етешә алмауың да бар бит әле. Шулай ҙа егәрле кеше төрлөһөнә өлгөрә. Ғалим һәм яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов та – тап шундайҙарҙан. Ул − исеме киң билдәле әҙәбиәтсе-публицист та, тәнҡитсе лә, драматургия өлкәһендә ентекле тикшеренеүҙәр алып барған төплө ғалим да, университетта белгестәр әҙерләүгә тос өлөш индереүсе хөрмәтле уҡытыусы ла. Уның шәхсиәтен билдәләшеп, ныҡлы терәк булып тороусы йәнә бер таяуы − әҙәби ижад донъяһы, яҙыусылыҡ хеҙмәте.
Әҙиптең ижады буйынса Ғ. Хөсә­йенов, З. Нурғәлин, Ғ. Рамаҙанов, М. Ғәй­нуллин, Р. Бикбаев, Р. Байы­мов, Ғ. Ҡунафин һымаҡ әҙәбиәтсе-ғалимдар, Н. Мусин, И. Кинйәбула­тов, Р. Камал һ.б. ҡәләмдәштәре төплө фекерҙәрен әйтә килделәр, Ғ. Сәйетбатталов кеүек тел ғилеме белгестәре уның әҙәби телде үҫтереүҙәге ролен тейешле баһаланы.
Яҙыусының хикәйәләрен уҡығанда күңелде ниндәйҙер нәфис, саф, матур тойғолар солғап ала. Авторҙың үҙ-үҙен тотошонан, һөйләшеүенән итә­ғәт­лелек, кешене аңларға тырышыу, юғары мәҙәниәтлелек бөркөлгән кеүек, уның повестарында ла, хикәйәләрендә лә ҡәләм оҫталығы, һүҙ һәлмәклеге, фекер аныҡлығы тойолоп тора. Уның халыҡсан тел, тос фекер менән яҙылған уҡымлы әҫәр­ҙәренең тормошсанлығы, фәһемле булыуы ҡыуандыра. Сөнки үҙгәрешле заманда яңы быуын тәрбиәләүҙә, йәштәрҙә кешелеклелек сифатын һаҡлап алып ҡалыуҙа, уларҙы тура юлдан тайпылмаҫҡа өйрәтеүҙә тап яҙыусы тыуҙырған сағыу образдар ярҙам итә лә инде. Ә йәш үҫмерҙәргә ҡағиҙә итеп ятлатылған аҡылға ҡарағанда, әҙәби әҫәрҙәрҙең тәьҫире күпкә йоғонтолораҡ икәнен беләбеҙ.
Авторҙың әҙәби әҫәрҙәрен әлегә уҡып ҡарамаған, әммә уның ғалим булыуын ишетеп белгән кеше уның повесть, хикәйәләрен һағайып ҡына уҡый башлайҙыр, моғайын. Ләкин шунда уҡ аптырап ҡаласаҡ: «Ҡайҙа бында ғалимдарға, аспиранттарға ғына аңлашыла торған ғилми, рәсми тел? Бәй, был бит − аңлайышлы телдә, үҙебеҙсә яҙылған!» Эйе, яҙыу­сы үҙ әҫәрҙәрендә уҡыусыны алдан уҡ бит-бит тәбиғәт күренеше менән дә, ғәҙәти һөйләү менән дә етәкләп бармай. Уның әҫәрҙәре уҡыусыны шунда уҡ үҙ донъяһына «һура» бара, ә бер аҙҙан донъяңды оноттора, китабынан айырылғыһыҙ итә. Үҙ ауылындағы күренештәрҙе, хәл-ваҡиғалар­ҙы, эргәлә генә йәшәгән кешеләрҙе әҫәр геройҙарына әүерелдереү улар­ҙың тормошсанлығын тәьмин итә.
Тимерғәле Килмөхәмәтов прозаһын анализлай китһәң, бер-береһенә һис кенә лә оҡшамаған әллә күпме характер тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Уның геройҙары ифрат тормошсан, күп ҡырлы. Араларында төрлө социаль төркөм, төрлө быуын вәкилдәре бар. Уларҙы яҙыусы төрлө-төрлө ситуацияларҙа: йә трагик, йә драматик, йә еңелсә шаярып, юмористик пафос менән һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта уның әҫәр­ҙәрендә ана шулай төрлөсә ҡылыҡһырлаған, төрлө-төрлө характерлы геройҙар­ҙың бөтәһе өсөн дә уртаҡ булған бер һыҙат күҙгә ташлана: был − тормош йөгөн төпкә егелеп тартҡан, үҙ яҙмышынан зарланырға яратмаған, ҡатмарлы тормоштан йәм, көс табып йәшәгән, уның күркәмлеген күрә белгән, дөрөҫлөк һәм матурлыҡ тантанаһы өсөн ҡыйыу көрәшкән, кәрәк икән, һуңғы сиккә барырға әҙер тороу­сы ябай кешеләр.
Яҙыусы тыуҙырған образ һәм персонаждарының телмәре − халыҡсан, йәнле телмәр. Улар повесть йәки хикәйәне йәнлерәк итеп ебәрә, уҡыу­сының ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттыра. Яҙыусы ваҡиғалар барған төбәккә хас һөйләш үҙенсәлектәрен дә, мәҡәл, әйтем кеүек тапҡыр һүҙбәйләнештәрҙе лә бик урынлы ҡуллана. Шул арҡала теге йәки был әҫәр­ҙең ышандырыу ҡеүәһе көсәйә. Бына «Ғүмер берәү, донъя мәңгелек» повесынан бер нисә миҫал. «Әтнәке, һин бик меҫкенләнеп тә китмә. Бирелгән бөтә заданйыны үтәйме колхоз − үтәй. Ана сәсеү сәселте, утау утала, бесәнкә әҙерлек бара». Ошо өс һөйләмдә генә лә тотош колхоз тормошо, халыҡтың дөйөм эш менән ҡыҙыҡһыныуы сағыла, шул уҡ ваҡытта былар барыһы ла шул мөхит солғанышында йәшәгән герой күҙенән үткәрелә, герой ауыҙынан әйттерелә. Ә бына балта оҫталарының үҙ эштәрен шул тиклем белеп башҡарыуы түбәндәге һөйләмдән аңлашыла: «Юлап алыу­ҙарын әйтерең бармы, ниргә өҫтөнә ниргә ҡосаҡлап менә лә ята, еген дә күрмәҫһең». Былар һүрәтләнгән картиналарҙың колоритын, хәл-ваҡиғаларҙың ышандырыу ҡеүәһен арттыра төшә.
Телмәр үҙенсәлектәренә бындай миҫалдарҙы байтаҡ килтереп булыр ине. Әммә ошоларҙан сығып ҡына ла, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың һүҙ менән бик оҫта эш итеүен билдәләргә мөмкин. Йорт һалғанда оҫта кирбескә кирбесте ни тиклем белеп һалһа, яҙыусы ла һүҙ материалы менән шулай мөғәмәлә итә. Нәҡ шуға ла әҫәрҙәре үҙенә ылыҡтырып тора.
Әйткәндәй, һәр ижадсы ниндәйҙер кимәлдә психолог та. Бына Т. Килмөхәмәтов үҙенең геройҙарының күңел һыҙланыуын, мәҫәлән, «Инйәр ярында» хикәйәһендәге Байдәү­ләттең кисерештәрен, иңрәүҙәрен тәбиғәт күренеше менән параллель итеп бирә. Т. Килмөхәмәтов – ифрат күҙәтеүсән яҙыусы. Ул, прозаик булараҡ, кешене, уның уй-кисерештәрен ситтән торобораҡ, битарафыраҡ позицияла һүрәтләй һымаҡ. Йәки нейтраль хикәйәләү алымын ҡуллана, күберәк өсөнсө заттан тасуирлай. Яҙыусы геройҙарының күңел торошон, психологик кисерештәрен улар­ҙың хәрәкәте аша еткерергә тырыша. Был, беҙҙеңсә, ижадсының ярат­ҡан алымы, ә геройҙарының күңелендә (мәҫәлән, беренсе заттан хикәйәләп) артыҡ соҡонорға яратмай. Уға модернизм күренештәре, әле киң таралған «аң ағымы» хикәйәләүе ят, ул барыбер традицион проза вәкиле булып ҡала, бындай прозаның киң мөмкинлектәрен, бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтарын рәхәтләнеп файҙалана.
Айырым күренештәрҙе художестволы дөйөмләштереп бирә алыу йәһәтенән дә әҙип уңышлы ғына эшләй. Халыҡ архитектураһы өлгөһө булыр мәсеттәрҙе емереү («Ҡар ятҡан көн») эпизоды быға асыҡ миҫал. Ә инде «Томра» хикәйәһе геройҙар яҙмышының томраланып тороуын тасуирлап, етмешенсе йылдарҙа уҡ әле тормошобоҙҙо елләтеп алыу кәрәклегенә ишаралағандай тойола.
Граждандар һуғышы йылдарында халыҡтың күрһәткән батырлығы, коллективлаштырыу йылдарында беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тәүәккәллеге тураһында бик күп китап яҙылды, үлем­һеҙ әҫәрҙәр ижад ителде. Тимер­ғәле Килмөхәмәтовтың «Бу­ден­ка» хикәйәһенең тамыры ла ана шул алыҫ йылдарға барып тоташа. Тәү ҡарашта бер бәләкәй генә деталь аша йәш автор революцион традицияларҙың быуындан-быуынға күсеп килеүен оҫта ғына итеп тасуирлап биргән. Артыҡ көсәнеү ҙә, сиктән тыш сөсөләнеү ҙә юҡ. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан уҙамандан улына бер ҡомартҡы булып коноармеецтар кейә торған буденовка ҡалған. Шуны кейеп, улы 30-сы йылдарҙа кулактарға ҡаршы көрәшә. Шул уҡ бүрек хәҙерге заман йәштәрен яңы еңеүҙәргә дәртләндерә. Тимәк, Бөйөк Октябрь таңында башланған революция дауам итә! Хикәйәнең тасуирлау өлөштәре күп түгел. Әммә булған тиклеме лә күңелдә йылы тойғолар уята, күңелде байыта.
Бынан тыш, яҙыусы деталдәрҙе лә һайлап ала, оҫта файҙалана белә. Яратҡан Әлисәһен юғалтыу һағышынан бөгөлөп төшкән «Аҡбирҙе алмалары» хикәйәһенең геройы Аҡ­бирҙене күҙ алдына килтерегеҙ. Әлисәнең пароходҡа ултырыр алдынан ҡайын һыуын тыуған көнгә әҙерләргә ҡушыуын бары тик Аҡбирҙе генә белә – улар һәр ваҡыт тыуған көндө ҡайын һыуы эсер булғандар. Ошо бер деталь аша ла тойғо нескәлектәре ниндәй тәрән асыла!
Ғөмүмән, хикәйәсе деталдәр менән белеп эш итә – уларҙа характерҙарҙың эске донъяһын, теге йәки был сифаттарын «фашлау»ҙа ғына түгел, сюжет ҡороуҙа ла йәтеш файҙалана. Мәҫәлән: «Күкһел артылыштар»ҙа Карамдың ҙур төҙөлөштәр буйлап йөрөгән егерме йыл ғүмере уға ҡатынының ҡыҫҡа ғына хаты аша берәгәйле асыла ла һалына. Йылы юмор менән яҙылған был хат бөтә сюжет ептәрен төйнәүсе нөктә булып тора.
Әйтергә кәрәк, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың деталдәргә күҙе үткерлеген уның һәр бер хикәйәһендә – геройҙарҙың характерын асыу­ҙа, сюжет ептәрен бәйләүҙә һәм айырыуса тәбиғәт күренештәрен тасуирлауҙа күрергә мөмкин. Кешене лә яҙыусы тәбиғәткә яҡын ҡуйып һүрәтләргә ярата: геройҙары бөтәһе лә тип әйтерлек тәбиғәт ҡосағында йәшәй, тәбиғәт ҡосағында эшләй. Ғөмүмән, тәбиғәт уның хикәйәләрендә «ус төбөндә» генә ята: ниндәй генә хуш еҫтәре лә, биҙәктәре юҡ! Шулай ҙа, ни әйтһәң дә, кислородҡа бай проза был. Бына ошо «кислород» күплектәнме, хикәйәсе һулышын иркен һәм тәрән ала – был уның ижади стиленең бөтә эске төҙөлөшөн, интонацияһын, ритмын билдәләй. Ә ул эске төҙөлөштөң бөтә асылы, тотанағы – лиризмда. Стиленә эске күңел йылылығы, юмор, һөйләү теленең мөләйем моң-интонацияһы хас. Ғөмүмән, лирик яҙыусы булараҡ, Т. Кил­мөхәмәтов һүҙҙең ҡәҙерен белеп, мәғәнә нескәлектәрен, ритмик-интонацион аһәңен тойоп, ишетеп эш итеүе менән айырылып тора. Шулай ҙа тел һәм стилендәге был ыңғай һыҙаттарға Тимерғәле Килмөхәмә­тов, бөтәһенән элек, халыҡтың һөйләү телен яҡшы тойоуы, уның мөмкинлектәрен киң файҙаланыуы аша ирешә тиһәк, хата булмаҫ кеүек. Автор хикәйәләүе, төрлө хикмәтле көләмәстәр һәм ҡарһүҙҙәр менән һуғарылған персонаждар телмәре бер-береһенә үтеп инеп, әҫәрҙәрҙең ҡабатланмаҫ йөҙөн, моңон барлыҡҡа килтерә. Автор йыш ҡына бер үк күренеште ике яҫылыҡта тасуирлаусан. Мәҫәлән, төҙөлөштән-төҙөлөшкә күсеп эшләп йөрөгән Карамға, башта әйткәнебеҙсә, ҡайһы берәүҙәр «берәҙәк» тип ҡарай. Шул уҡ ваҡытта уның тураһында икенсе кешеләр башҡасараҡ уйлай. Ошо ике ҡараш тора-бара бер нөктәлә осраша, киҫешә һәм һөҙөмтәлә өр-яңы фекер асыла. Был ике планлылыҡ, бер яҡтан, хәл-ваҡиғаны тормошсан ҡатмарлылығында асып биреүгә ярҙам итһә, икенсе яҡтан, хикәйәләүҙең талғын, иркен ағышын барлыҡҡа килтерә.
Авторҙың һығылмалы тел менән эш итеүе, йүгерек стиле иғтибарҙы биләй. Әленән-әле һүҙ ынйылары йылтырап китә: «Илдекенән ике иле артыҡ; теле менән бал йыйып, ҡулы менән шул балға дегет бутап йөрөүселәр; ҡыҫҡан һайын ҡысҡыра торған ҡурсаҡ һымаҡ, бармаҡ менән сирткәнгә лә бәлә һала» һәм башҡалар.
Башҡорт – ат йәнле халыҡ. Башҡорт әҙәбиәтендә лә аттар хаҡында бихисап-биниһая гүзәл әҫәр һәм илаһи хикәйә бар. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Турайғыр», «Күк тояҡҡай» кеүек хикәйәләре лә ошоға бәйле.
«Әйтерһең, төркмән аты дошман тупрағында түгел, башҡорт тупрағында тәгәрәне; әйтерһең, мин туры айғырҙың сырҡырап ипподромда кешнәүен түгел, ә үҙем яһаған тимер ҡыңғырауҙың үҙебеҙҙең Ҡыҙылғы буйҙарын яңғыратып ҡыңғырҙауын ишеттем; әйтерһең, мин кешеләргә бөртөкләп һоло түгел, ә ҡапсыҡлап-ҡапсыҡлап һарғайып баҙраған бойҙай тараттым».
Был проза ғына ла түгел, ә торғаны шиғриәт... Эйе, ысын проза, ысын әҙәбиәт ул шул уҡ шиғриәт бит. Ә Т. Кил­мөхәмәтов әҫәрҙәрен шиғри тел менән яҙа икән, был инде ысын әҙәбиәт, ысын проза тигән һүҙ.
Йәнә: «Туры айғыр муйынын алға һондо, кәүҙәһе лә алға һуҙылғандан-һуҙылды. Аяҡтарына күҙ эйәрмәй, уратып-уратып һалғаны ғына сағылып ҡала.
Ҡолаҡ төбөндә ел шыжлай, баға­налар, һаҡсылар йылт итеп кенә ҡала.
Йөрәкте нимәлер ҡыҫа, дымлы төйөр тығыла. Ат тояҡтары дөп-дөп килеп ерҙе емереп бара. Финишҡа яҡынлаған һайын байраҡ кеүек ҡабар­ған ялдар нығыраҡ елберләне, ҡамыш кеүек осло ҡолаҡтар йышыраҡ ҡайсыланды, тәртә остарындағы дүңгәләктәр сылтыр-сылтыр килде».
Ысынлап та, Тимерғәле Килмөхәмәтов теле – шиғыр теле, уның һүрәтләгән аты ла ябай түгел, ә дөлдөл. Яҙыусы шул тел менән ювелирҙарса эш итә.
Тимерғәле Килмөхәмәтов – яҙыу­сы ла, ғалим да. Әммә яҙыусылыҡ – ғалимлыҡҡа, ғалимлыҡ яҙыусылыҡҡа ҡамасауламай. Һәр осраҡта ла ул үҙ урынында. Тәбиғәт яҙыусыға бай әҙәби ижад оҫталығын да, тәрән ғил­ми һәләтте лә йәлләмәгән. Шуға күрә лә, быйыл үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк күренекле яҙыу­сының повестары ла, хикәйәләре лә, Н. Мусин, Р. Солтангәрәев, Ш. Ян­баев кеүек һүҙ оҫталарының әҫәрҙәре менән бер рәттән, башҡорт прозаһының аҫыл гәүһәрҙәрен тәшкил итә тиһәк, һис тә хаталанмабыҙ. Яҙыусының ижадын яҡшы белгән, яҡын иткән меңдәрсә китап уҡыусы бының менән һүҙһеҙ килешер, моғайын.
Гөлшат ӘХМӘТЙӘНОВА,
БДУ-ның V курс студенты.

Сығыу ваҡыты 24-05-2011, 10:35 | Ҡаранылар: 3027
|
  • “Геройҙарымды дөрөҫ юлдан алып барыусы – иман”
  • “Хыял иле” – яңы шиғриәт иле
  • Таш сәскә – өмөт сәскәһе
  • Геройҙары – тыуған яғында
  • Яҙыусы бәхете – әҫәрҙәренең уңышында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM