RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

07.09.2010 Тәжрибә

Болот булыу бәхете

ҡыйын икән болот булыуҙары,
ҡояш менән айҙы ҡаплайһың.
Моңһоу көндәр бүләк итеп кенә
Ямғыр булып ерҙән атлайһың.

Кеше һөйә зәңгәр һауаны,
ҡояш нурын, төндөң айлыһын.
Ана, килеп еткән шаян ел
Таратырға болот ҡайғыһын.

Елде болот. Сәйәхәткә алыҫ,
Көтә уны барлыҡ тереклек.
Көмөш тамсы һипкән болотҡай ҙа
Еребеҙгә бик тә кәрәкле.

Һандуғас

«Кәкүк», – тинең мине, белмәйенсә
Һандуғастан затым икәнен.
«Ары ос һин, килмә», – тип әйттең дә,
Баҡса ишегеңде бикләнең.

Ә үҙең һуң?! Моңом ағылғанда
Киң сәхрәлә, Һаҡмар буйында –
Һайрар ҡоштоң йырын, һағыштарын
Йәшәттең һин хыял-уйыңда.

Эй табындың ошо һандуғасҡа,
Асып ҡуйҙың күңел түрҙәрен.
Белмәүеңә уның мин икәнде,
Һайрай-һайрай, көскә түҙәмен.

Һинең өсөн кәкүк булып осам,
Арбаһам да йырым, моң менән.
Һандуғас, тип берәй ваҡыт, бәлки,
Танырһың да, әммә мин килмәм.

Ғазап упҡынында

Яратырға һине яҙмыш тыйҙы,
Шуға күрә, уға буйһоноп,
Тырышҡайным барын оноторға,
Тик китмәне һөйөү тойғоһо.

Йәшәй бит ул күңел түремдә,
Бирмәйенсә һис тә тынғылыҡ.
Бәхетле бул, мине алһа ла
ҡосағына ғазап упҡыны.

Осратырмын, бәлки, башҡа бәхет,
Ә мөмкинме һуң һине онотоу?!
Тормошомдоң ҡото, йәме булған
Һин ҡояшым, айым, болотом.

Мөхәббәт

Ямғырҙарҙан эҙләгәйнем һине,
Тамсыларҙан йыйып һыныңды,
ҡосағыма алдым. Тойҙом кеүек
Шул саҡ һинең ҡайнар тыныңды.

Тик ҡайҙа һин?! Бары уҫал болот
Бармаҡ янай миңә бейектән:
«Ин өйөңә, һылыу, ауырырһың,
Боҙло ямғыр әгәр бейетһәм!»

Мин былай ҙа ауырыйым инде,
Ауырыуым шундай дауалы:
Көнөмдө – көн, йәнемде йән иткән
Мөхәббәтем минең яуаплы!

Зарина БАҒЫШАЕВА,
БДУ студенткаһы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 - Әҙәбиәт Ил ағаһын күргем килә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар