RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кеше һәм Алла

07.09.2010 Кеше һәм Алла

Кеше йәшәй һәм бер ваҡыт көтмәгәндә үлә. Аҙаҡ ул үҙен төрлө яҡлап ҡарай ҙа, бик аптырай. Уның кәүҙәһе карауатта ята, ә йәне карауат өҫтөндә осоп йөрөй. Яланғас тәне үтәнән-үтә күренеп тора. Шул саҡ кеше күңелһеҙлеккә бирелә, уға тәненән башҡа бик ҡыйын һәм уңайһыҙ була. Уның бөтә уйҙары ла күңеленең төбөндә ята, ал да ҡара. Ул уйҙарҙың матурҙары ла, йәмһеҙҙәре, насарҙары ла бар. Ә ма­турҙарын ҡулына тотҡоһо килә ине. Кеше ныҡ итеп һелкеп, күңеленән насар уйҙарҙы алып ташларға теләй. Әммә бер нисек тә булдыра алмай. Шунан иң өҫкә матур уйҙарҙы ҡуя ла, үҙенә тәғәйенләнгән юл буйлап китә.
Үтеп барышлай ғына Алла кешегә ҡарай, тик бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Ә кеше Хоҙай ашыҡҡан саҡта уның уйҙарын күрмәне тип уйлай. Һәм Ожмахҡа юл ала. Сөнки Алла уның алдында Ожмах ишеген япмай. Бер аҙ ваҡыт үтә. Унда ваҡыт Ерҙәге һымаҡ түгел, ә бөтөнләй икенселәй үтә. Кеше Аллаға килә:
– Ни өсөн һин миңә килдең? – тип һорай Алла. – Мин бит һинең алдыңдан Ожмах ишеген япманым.
– Эй, Хоҙайым, – ти кеше, – миңә һинең Ожмахыңда ҡыйын. Бер аҙым атларға ла ҡурҡам. Ни өсөн тигәндә, күңелемдә яҡтылыҡ бик аҙ һәм ул насарлыҡты йәшерә алмай. Бөтәһе лә минең насарлыҡтарымды күрә һымаҡ.
– Нимә теләйһең һуң һин? – ти Алла. Ни өсөн тигәндә, ул һәр кемдең бөтә һорауҙарына ла яуап бирә ала.
– Һин бөйөк һәм изге, – ти кеше. – Минең күңелемде үтәнән-үтә күрҙең. Гонаһтарымды йәшерергә теләгәндә, мине тыйманың. Үтенеп һорайым, ярлыҡа мине, күңелемдәге бөтә насарлыҡты алып ташла.
– Мин бөтөнләй башҡа нәмә һорарһың тип көткәйнем, – ти Алла. – Ярай, һорауыңды үтәйем. Һәм Алла кешенең күңеленән ул оялырлыҡ сифаттарҙы – һатылыуҙы һәм хыянатты, боҙоҡлоҡ һәм яңылышлыҡты, ялғанды һәм аҙғынлыҡты, яманлыҡ һәм ялҡаулыҡты алып ташлай. Әммә кеше күрә алмаусанлыҡты онотҡас, мөхәббәт хаҡында ла онота. Ҡолап төшөүҙәре хаҡында онотҡас, юғарыға үрләүҙәре лә онотола. Кешенең күңеле Алла алдында бөтөнләй буш – әле яңы донъяға тыуған сабыйҙай булып ҡала. Әммә Хоҙай мәрхәмәтле, ул кешенең күңелен ҡабаттан тултыра. Һәм кеше яңынан:
– Аллаҡайым, миңә нимә эшләргә? Әгәр ҙә изгелек менән яуызлыҡ күңелемдә бергә үрелгән икән, миңә ҡайҙа барырға һуң? Тамуҡҡамы икән ни? – ти.
– Ожмахҡа кире бар, – ти Тәңре. – Мин тик Ожмахты ғына барлыҡҡа килтерҙем. Ә Тамуҡты һин үҙең менән йөрөтәһең.
Кеше Ожмахҡа ҡайта. Әммә бер аҙҙан ул ҡабат Аллаға бара.
– Тәңрем, – ти кеше, – миңә һинең Ожмахыңда ҡыйын. Һин бит изге һәм бөтә нәмәне лә эшләй алаһың. Ярлыҡа, бөтә гонаһтарымды ғәфү ит.
– Әммә мин бөтөнләй башҡа нәмә һо­рарһың тип көткәйнем, – ти Алла. – Йә, ярай, нимә һорай­һың, шуны эшләйем.
Алла кешенең бөтә гонаһын, насарлығын ғәфү итә. Кеше Ожмахҡа китә. Тик бер аҙҙан ул яңынан Алла ҡаршыһына килә.
– Хәҙер нимә теләйһең һуң? – ти Алла.
– Тәңре, – ти кеше, – һин ҡөҙрәтле, изге. Һин мине ғәфү иттең. Әммә мин үҙемде ғәфү итә алмайым. Ярҙам ит, зинһар.
– Был үтенесеңде көттөм, – ти Алла. – Әммә ул – мин күтәрә алмаҫлыҡ таш.
Дуҫтар, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мөхәббәт ғәфү итеүҙән һәм үҙ-үҙеңде ҡабул итеүҙән башлана. Һәм быны беҙҙең өсөн бер кем дә эшләмәйәсәк!

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)

16.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)