RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Телебеҙҙе һаҡлауҙа яҙыусыларҙың роле ҙур»

16.04.2011 БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Телебеҙҙе һаҡлауҙа яҙыусыларҙың роле ҙур»

БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Телебеҙҙе һаҡлауҙа яҙыусыларҙың роле ҙур»Өфөлә 14 − 15 апрелдә Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы үтте. Форумға республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары, власть органдары вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, башлап ҡәләм тотоу­сылар − барлығы 150-нән ашыу делегат йыйылды.
Биш йылға бер үткәрелгән сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ижадсылар эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләп үтте.
− Әҙәбиәт − халыҡтың үҙ-үҙен һаҡлау институты ул. Әгәр ижадсылары бар икән, халыҡ тере. Ул теле һәм әҙәбиәте күпме йәшәй, шунса йәшәйәсәк. Дәүләт тә яҙыусыға ярҙам итергә тейеш, − тине Президент. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ мәктәптәр­ҙә әҙәбиәткә бүленгән сәғәттәрҙең ҡыҫҡартылыуына борсолоуын бел­дер­ҙе. Көнүҙәк проблемаларға туҡталып, әҙәби тәнҡиттең үҫешмәгәнлеген атаны, китап уҡыусылар, бигерәк тә төпкөлдәгеләр, менән бәйләнеште киңәйтеүҙең мөһимлеген әйтте. Профессиональ тәнҡитселәр автор менән уҡыусыға бер-береһен табыу­ҙа булышырға тейеш. Республика етәксеһе фекеренсә, әҙәбиәтте таратыуҙа интернет та ҙур роль уйнай ала. Бәлки, яңы сайт асырға, йә булғандарын тулыһынса ҡулланырға кәрәк. Телевидениены ла яҙыусылар киң рәүештә файҙаланырға тейеш, тип иҫәпләй Рөстәм Зәки улы.
− Власть менән яҙыусы мөнәсәбәте − бик мөһим тема. Совет йылдарында власть әҙәбиәтте тулыһынса контролдә тоторға тырышты. Баҙар иҡтисадына күсеү менән хәлдәр үҙ­гәр­ҙе − етәкселек Яҙыусылар союзынан йөҙ борҙо. Әлбиттә, власть әҙәбиәткә ҡыҫылырға, яҙыусынан сәйәси лояллек талап итергә тейеш түгел, шул уҡ ваҡытта уны инҡар ҙа итә алмай. Бында алтын урталыҡ табыу мөһим, − тип дауам итте сығышын республика башлығы. − Мин үҙем китап яратам, китапханам да бар. Йылдар үтә барған һайын башҡорт телендә күберәк уҡырға тырышам. Бөгөн туған телебеҙгә баҫым яһала, ул бутала бара. Һәм беҙ әҙәби башҡорт теле һаҡланһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ.
БР Президенты еткергән тағы бер тәҡдим − урындарҙа яҙыусылар ойошмаларының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү. Халыҡ менән осрашыуҙар даими үтеп торорға тейеш. Әҙәбиәткә ылыҡтырыу өсөн был да һәйбәт сара.
Ижадсылар Президент ҡулынан төрлө наградалар ҙа алды. Билдәле Рә­сәй яҙыусыһы Талха Ғиниәтул­лин­ға (Анатолий Генатулин) былтыр де­ка­брҙә «Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы» исеме бирелгәйне, съезда әҙипкә лайыҡлы бүләкте Рөстәм Хәмитов шәхсән тапшырҙы.
«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» маҡтау билдәһен Рәшит Низамов менән Рауил Шаммас алды, ә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә БР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Флүр Ғәлимов лайыҡ булды.
Башҡортостан яҙыусыларының ун дүртенсе һәм ун бишенсе съездары араһында, йәғни биш йылда төрлө нәшриәттәрҙә республика авторҙарының 600 китабы сыҡҡан. Был хаҡта Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев белдерҙе. Әйткәндәй, әле союзда 232 яҙыусы ағза булып тора.
− Яҙыусыларҙы ирекле профессия кешеләре тип атарға күнеккәндәр. Беҙҙең һәр саҡ тәғәйен нормалы эш көнө булмаһа ла, бөтә ғүмеребеҙҙе еңел булмаған хеҙмәткә − ижад итеүгә бағышлайбыҙ. Ижад иһә көндө лә, төндө лә, оҙайлы ял ваҡыттарын да айырмай, − тине халыҡ шағиры.
Рауил Бикбаев милли әҙәбиәтте рус телле уҡыусыларға еткереү маҡсатында тәржемәгә күберәк иғтибар биреү зарурлығын да билдәләп үтте (был тәңгәлдә тәржемәләнгән әҫәр­ҙәрҙе баҫҡан, тәржемәселәр конкурсы үткәргән республиканың «Бельские просторы» журналының эшен баһаларға кәрәк). Ул тағы ла әҙәби оҫталыҡ, ижади үҫеш проблемаларына туҡталды, ҡайһы бер ҡәләм оҫталарына йәмғиәттә әҙәби әҫәрҙәр уҡыуҙан алыҫлаштырған сәбәптәр йоғонто яһауына ла борсолоуын белдерҙе.
Съезда Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Геннадий Иванов та ҡатнашты. Ул Башҡортостанға һәр саҡ ашҡынып килеүен, үҙен бында өйҙәге кеүек тойоуын һөйләне. Башҡортостан яҙыусылары ойошмаһының әүҙемлегенә һоҡланыуын әйтте.
Сараның икенсе көнөндә ижади секциялар, берлектәр ултырышы үтте. БР Яҙыусылар союзына яңы рәйес, идара составын да һайланылар. Быға тиклем ойошманы 16 йыл өҙлөкһөҙ Рауил Бикбаев етәкләгәйне. Әлеге XV съезда был яуаплы вазифаға Азамат Юлдашбаев һайланды.
Әлеге көндә «Огненный пояс Земли» исеме аҫтында Ер шары буйлап экспедицияла ҡатнашҡан яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин да ҡәләмдәштәренә сәләм ебәргән. Ул һәр яуланған үрҙә Башҡортостан флагын ҡаҙай, яҙыусыларыбыҙ хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләүен белдерә.
Рәсәй яҙыусылары союзы идараһы исеменән ҡатнашыусы Геннадий Иванов яҡташыбыҙҙың ил кимәлендәге Василий Шукшин исемендәге әҙәби премияға дәғүә итеүселәр исемлегенә индерелеүен дә хәбәр итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)