RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

02.04.2011 Маршал

(Юмористик хикәйә)
Миңә һалдат кейеме кейергә ваҡыт етте. Әрмеләргә барыу – уйын эш түгел. Шуға беҙ ғаилә штабына йыйылдыҡ. Штаб начальнигы, әлбиттә, әсәй. Өләсәй – старшина. Сөнки мин уның хәстәрлегендә. Олатай – ефрейтор. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә шунан ары уҙмаған ул. Хәҙер әсәй менән өләсәй араһында «айт» тигәнгә «тайт» тип йүгерә. Атайым армияла сержант булһа ла, ғаиләбеҙҙә – рядовой. Әсәй өсөн унан да түбән званиелағы кеше юҡ.
Бына әсәйем һөжүмгә әҙерләнгән генералдарса үткер ҡарашын миңә төбәне лә командир тауышы менән һүҙ башланы:
– Алдыбыҙҙа торған мөһим операцияны уңышлы үткәреү – бөтәбеҙҙең дә изге бурысы.
– Дөрөҫ, – тип хупланы уны «ефрейтор» олатай. – Хәрби хеҙмәткә тап ошондай бәһлеүәндәр кәрәк тә инде! – Ул олатайҙарға ғына хас ғорурлыҡ менән яурыныма һуғып ҡуйҙы.
«Старшина» өләсәйем:
– Кит, ҡарт шайтан! – тип, «ефрейтор»ҙы елкәләп, мине иркәләп алды: – Бала ғына бит әле ул.
– Нисауа, армияла быуыны нығып ҡайтыр.
Атайымдың был һүҙҙәре әсәйемде сығырынан сығарҙы.
– Отставить! – тип ҡысҡырҙы ул. – Армияла кем йүнәйә?! Телевизорҙан көн дә күрһәтәләр, күпме һалдат ҡаса! ҡаса алмағаны табутта ҡайта...
– Шула-ай, – тине олатай, уйсанланып. – Элекке тәртип юҡ хәҙер әрмелә.
Өләсәй мине ҡыҫып ҡосаҡланы:
– Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
– ҡартайғансы ҡуйыныңда аҫра, улайһа, – тип көлдө атай. «Рядовой»ҙың шаярыуы ла рядовойса инде.
– Бәлки, уны өйләндерергә кәрәктер? – Олатайҙа шаярыу ҡайғыһы юҡ ине. – Ғаиләле кешегә теймәйҙәр.
– Ғаилә ишшу! Үҙен дә ҡарай алмай, – тигәйне атайым, өләсәй уның ауыҙын тиҙ япты:
– Мин ҡарайым! Ейәнде лә, киленде лә.
Тик атай һаман да рядовой кимәлендә фекер йөрөттө:
– Институтҡа ингән булһа, бындай проблема тыумаҫ ине.
– Аҡсаңды йәлләнең дәһә.
– Аҡса түгел, баш кәрәк! – Атай үҙенекен тылҡый.
Ярай әсәй аңлы кеше.
– Һуң инде, поезд ушел, – тине. – Алдағыһын уйлайыҡ.
Олатай менән өләсәй, «хәрби операция»ны уңышлы үткәреү юлдарын эҙләп, төрлө тәҡдимдәр төрттө:
– Военкомды майлау мәслихәт...
– Медкомиссия ағзаларын төп башына ултыртырға...
Ахырҙа «генерал» әсәй тороп баҫты.
– Тимәк, былай... – Ул һәр кемгә аныҡ задание бирҙе.
Уның әмере буйынса, олатай военкоматҡа разведка яһарға тейеш. Атай финанс эштәре буйынса яуаплы. Өләсәй мине «сирләтеп», сафтан сығарасаҡ. Ә иң ауыр бурыс «генерал»дың үҙенә төштө...
Тиҙҙән әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килде. Олатайҙың военкоматта эше бешмәгән. Шулай ҙа әсәй:
– Паникаға бирелмәгеҙ! – тине. – Һуңғы һүҙҙе медкомиссия әйтәсәк. Тейешле табип менән һөйләшелгән.
Атай аҡсаһының файҙаһы тейгәнгә оҡшай. Хәҙер миңә, өләсәй өйрәткәнсә, сирле булып ҡыланырға ғына ҡала.
Бына мин комиссия ағзалары алдында. Трусикта ғына баҫып торам. Сибәр ҡыҙҙар мине һыйпап та, тотоп та ҡарай.
Ә үҙҙәре:
– Ауыртмаймы? – тип һорайҙар.
– Ауыртмай, – тим, әлбиттә.
– Маладис! – тип маҡтайҙар.
Өлкән шәфҡәт туташы мине полковник менән табип ултырған өҫтәл ҡаршыһына алып килде.
– Үәт, шәп егет! Һау-сәләмәт!
Табип миңә шикләнеп ҡараны ла:
– Йә, шәп егет, дөрөҫөн әйт, – тине. – ҡайһы ерең ауырта?
– Бер ерем дә ауыртмай.
– Ә башың?
– Тужы ауыртмай.
– Бәлки, ашҡаҙаның?
– Юҡ, юҡ! Мин тап-таҙа!!!
Күрәм: полковниктың ауыҙы йырылғандан-йырыла.
– Тимәк, армияға барырға әҙерһең? – ти ул, ҡәнәғәт көлөп.
– Һәр саҡ әҙер! Атайым менән әсәйем ныҡ әҙерләне.
– Күрҙегеҙме, доктор иптәш? Бар ул беҙҙә патриоттар! Ә һеҙ, йәштәр армияны яратмай, тиһегеҙ. Годен! Бара!
– Бармай, иптәш полковник. Был егет ненормальный. Ауырыу, то есть.
– Нисек ауырыу? «Мин тап-таҙа!» – ти ҙәһә.
– Аҡылы булһа, шулай тиер инеме ни? Башҡалар, ана, юҡ сирен бар итеп, әллә ниҙәр һөйләй, армияға бармаҫ өсөн хәйлә ҡора. Ә был... иҫәр! Аҡылға зәғиф, тимәк.
Полковник, ғәжәпләнеп, миңә ҡараны:
– Һин ысынлап армияла хеҙмәт итергә теләйһеңме?
– Ысынлап, иптәш полковник!
– Һалдат булғың килә инде, ә?! – тине табип, ауыҙын ҡыйшайтып.
– Юҡ, һалдат түгел.
– Старшинамы әллә? – тип һораны полковник.
– Юҡ. Минең өләсәй старшина.
– О-о! Офицер булырһың, шәт.
Саҡ көлөп ебәрмәнем.
– Минең әсәй генерал, – тинем, көскә тыйылып.
– А-а-а!.. – Полковниктың шар асыл­ған ауыҙы байтаҡ ябылмай торҙо. – Тимәк, генерал булырға теләйһең?
– Юҡ!
– Кем һуң, улайһа?
– Маршал! – тинем күҙ ҙә йоммай. – Генералдар былай ҙа күп. Уларҙы армиянан ҡыуырға кәрәк.
Табип, ниһайәт, иркен тын алып, полковникка өндәште:
– Ышандығыҙмы инде, иптәш полковник, мин ҡуйған диагнозға? Иҫәрлектең ҡурҡыныс стадияһы – армиямания. Маршал булып, армиябыҙҙы тарҡатырға итә.
– Да-а, – тип килеште полковник. – Беҙгә маршалдар кәрәкмәй!
Һәм мине психбольницаға оҙаттылар.
Әле бына шунда ятам. Телевизор ҡарап. Ана, бер часта йәш һалдатты «ҡарттар» «аҡылға ултыртҡан», икенсеһендә сержантты лейтенант туҡмаған... Генералдар хәрбиҙәрҙе ҡоллоҡта тота икән...
Аллаға шөкөр, бында ундай хәлдәр юҡ. Йоҙроҡ менән ҡундырыу түгел, бармаҡ менән дә сиртмәй­ҙәр. «Маршал» тип, мине күтәреп кенә йөрөтәләр.
Әсәй быға бик ҡәнәғәт. Берлинды алған генерал кеүек хис итә үҙен.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары