RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әйтһәм, белеп әйтәм

05.04.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

Халыҡтың исемһеҙ батырҙары булмай.
Ғабдулла Әхмәтшин.

Батыр менән халыҡ йөрәкле. Факиһа Туғыҙбаева.

Көрәш һабаҡтарын тылҡый-тылҡый үҫкән батырҙар еңелмәҫтәр мәңге!
Ғабдулла Амантай.

Батырҙы сәмләндергән һайын көсө арта.
Ғайса Хөсәйенов.

Һүҙ – бәләкәй, батырлыҡ – ҙур, шуға тыйнаҡ була батыр.
Рәшит Назаров.

Батыр яуға сыҡмаһа, оят килер битенә.
М. Хәй.

Баһадир булыр өсөн буй менән көс кенә етмәй.
Зәйнәб Биишева.

БАТЫР – ҡУРҡАҡ
Батыр батырмын тимәҫ,
ҡурҡаҡ бахырмын тимәҫ. Рамаҙан Шәғәлиев.

ҡурҡаҡтар боҙған эштәрҙе
батырҙар төҙәтер.
Улар төҙәтә алмағанды
аҡылдар төҙәтер.
Сәйфи ҡудаш.

Кеше, сыҡҡан юлынан кире ҡайтыр булһа, батыр түгел, бахыр булыр.
Сәғит Агиш.

Батырға ла, ҡурҡаҡҡа ла ҡая
уртаҡ:
Батыр башҡа менә, ә өңөнә
боҫа ҡурҡаҡ.
Салауат Әбүзәр.

БАТЫРЛЫҡ
Тыуған илде, туған телде, ата-әсәне үҙебеҙ һайламайбыҙ. Ә батырлыҡҡа Ватан беҙҙе һайлай.
Шамил Анаҡ.

Кем дә кем тормошта матур йәшәй белә, шул батырлыҡҡа ла һәләтле.
Яныбай Хамматов.

Батырлыҡ шунан башлана: яугир ҡурҡыу тойғоһон ауыҙлыҡлап ала, үҙенә бирешергә юл ҡуймай.
Әмир Чаныш.

Батырлыҡты еңер көс юҡ ерҙә.
Рәшит Назаров.

Батырлыҡ ул байлыҡ йә
батшалыҡ түгел,
Мираҫ булып ҡалмай балаға.
Бөркөт ирҙәр уға ирешер юлды
Күкрәк көсө менән табалар.
Зәйнәб Биишева.

Һуғышып түгел, һуғышмайса еңеү батырлыҡ.
Хәсән Назар.

БАШАҡ
Тос башаҡтан, буш башаҡтан
Тороп ҡала бер үк һалам,
Тос башаҡтан сыҡҡан бойҙай
Ерҙе имен тота һаман.
Йомабикә Ильясова.
Башаҡтар тос баҫыуҙарҙа –
бөгөлә һабаҡ.
Шул башаҡ бит ап-аҡ ҡалас
булыр аҙаҡ.
Булат Рафиҡов.

БАШҡОРТОСТАН
Урал арҡаһына ныҡ таянып,
ҡыҫҡан килеш ҡулын
дуҫтарҙың,
Тиңдәр араһында бер тиң
булып,
Ята минең Башҡортостаным! Рәшит Назаров.

Тыуған ерем, берҙән-берем,
ҡәғбәм дә һин,
ҡәлғәм дә һин,
Сәждәм дә һин, сәм, ғәм дә
һин,
Тәғәм дә һин, йәм, тәм дә һин, –
Башҡортостан!
Рауил Бикбаев.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)