RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Заманалар үҙгәреп торор, ләкин...

19.03.2011 Заманалар үҙгәреп торор, ләкин...

Заманалар үҙгәреп торор, ләкин...Рәлис Ураҙғоловтың исеме «Йәшлек»те уҡыусыларға таныш, бик ныҡ таныш. Уның көнүҙәк һәм йәмғиәттә оло һөйләшеүҙәр тыуҙырыу көсөнә эйә «елле» мәҡәләләрен халыҡ көтөп алып уҡый торғайны. Әле лә уның сығыштары башҡа матбуғат баҫмаларында күренеп тора. Әҙәбиәттә лә Рәлис үҙ уҡыусыларын тапты. Былтыр ул «Йәшлек»тә үткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүсеһе булды. Билдәле яҙыусы-публицист менән әңгәмәбеҙ бөгөн әҙәбиәт һәм йәмғиәттәге рухи кимәл хаҡында.

– Рәлис, һөйләшеүҙе шунан башлайыҡ. Күңелеңә журналистика яҡынмы әллә әҙәбиәтме? Ғөмүмән, ҡәләмгә тотоноп китеүең нисек булды?
– Һүҙҙе ҡәләмгә тотоноуҙан башлайыҡ. Беҙҙең нәҫелдә яҙышҡан кеше юҡ. Мин бында әҙәбиәт, журналистиканы күҙ уңында тотоп әйтәм. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әле яҙышыуымды ла бөтәһе лә бик етди ҡабул итеп бөтмәй шикелле. Минең ата-бабай, атай яҡлап та, әсәй яҡлап та – игенселәр. Шуға ла ер ҡәҙере, икмәк ҡәҙере бик яҡын, беҙҙең өсөн изге нәмә. Яҙын үпкәне тултырып ерҙең быуын һуларға яратам, йәйен, тамсы һыуға сарсап ярылған тупраҡ өҫтөн күреп, йөрәк әрней, көҙөн уңыш йыйылмай ямғыр аҫтында ҡалһа, күңел һыҡрай. Ләкин игенсе, сөгөлдөрсө булыу журналистикаға ла, прозаға ла ҡамасауламаны.
Һис ҡасан өйҙәге өҫтәлдән «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы», «Баш­ҡортостан пионеры» гәзиттәре, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» «Пионер» журналдары өҙөлмәне. Шулай уҡ «Комсомольская правда» ла. Етмәһә, әсәй китап уҡыны, әле лә, Аллаға шөкөр, уҡый. Төндә китап уҡый, көндөҙ миңә – 7 – 8 йәштәрҙәге малайға сөгөлдөр утағанда һөйләй. Үҙе утар, минән айырылмаҫ өсөн 4 – 5-әр бураҙна ала, мин, китап тыңлаған малай, уның артынан ҡалмаҫҡа була бер бураҙна менән мүкәйләйем. Ул саҡта 4 – 5 гектар сөгөлдөрҙө утарға, араларға бирәләр ине, етмәһә, ҡуйы ла сәселә торғайны. Шуны 10 – 12 көндә эшкәртеп бөтөргә тейешһең. Әсәйгә беренсе ҡатын уташып бөтәм дә, ул фермаға һарыҡ ҡырҡырға китә, икенсе ҡат менән тәүгеһе араһында атайҙың тракторы артына баҫам – шарофка – рәт араларын эшкәртеү, сөгөлдөрҙө минераль ашлама менән өҫтәмә туҡландырыу, урып-йыйыу осоронда – лафет, йәғни игенде «аяҡтан йығыу», урыу...
Әсәй китап ярата. Ә өләсәйем Өммөгөлсөм үҙе тере тарих ине. Ул бер ҡасан да: «Иҙән һепер, шуны эшлә», – тимәне. Һөйләшеүе шул булды: «Иҙән сүпле бит әле (хәйер, сүбе, туҙаны булмай торғайны. Әсәй эшкә киткәнсе үк йыуа), улым, моғайын, ҡатының шаҙра булыр...» Өләсәй тарих һөйләне. Олатайым һуғыш бөтөргә ай ҡалғас, 1945 йылдың 10 апрелендә һәләк булған. Тимерғәле олатайымдың фотоһы юҡ – мин уны һөйләүҙәре буйынса күҙ алдына килтерә инем. Шул тиклем образлы итеп һөйләй торғайны, әле ҡайһы бер яҙып алған иҫтәлектәрен ҡарайым да, иҫем китә, әҙер хикәйә йәки повесть сюжеттары, өҙөктәре бит былар, тип ҡуям. Йәнле тарих ине ул.
Атайым – механизатор-сөгөлдөрсө, дәүләт наградалары эйәһе, Туҡайҙы яратты. Мин әле хәреф танымай инем, ә «Шүрәле» менән «Сабыйға»ны яттан һөйләй торғайным. Ғөмүмән, журналистикаға, прозаға килеүемә аптырарға түгел. Тик юл урау, тәжрибәләр аша ғына булды: мәктәп, һөнәрселек училищеһы, Германияла хәрби хеҙмәт, клуб директоры, тракторсы, «Бүләк» колхозының профсоюз ойошмаһы етәксеһе, БДУ... Егерме алты йәштә уҡырға индем, ике балам бар ине. Уҡыуы ла бит әле көндөҙгө бүлектә! Һуңынан ситтән тороп белем алыу, райондың «Хеҙмәт даны» гәзите редакцияһы, «Йәшлек», «Баш­ҡортостан», «Ағиҙел», тағы «Башҡор­тостан»... Күреп тораһың, сынығыу мәктәбе тейешенсә үтелгән, хәҙер ижад итергә лә итергә. Күңелгә журналистика ла, әҙәбиәт тә бик яҡын. Шуныһын ғына сер итеп әйтәм: йәш өҫтәлә тора, проза үҙенә нығыраҡ тарта бара.
– Бала саҡ хыялға ла бай. Ул тормошҡа аштымы һуң?
– Бәләкәй саҡтан рәссам булырға хыялландым. Хатта Польшала үткән балалар һүрәттәре конкурсында ла ҡатнаштым. Унан ебәрелгән иҫтәлекле таҫма – донъяның төрлө телдәрендә яҙылған ҡағыҙ таҫма, хат һаман иҫтәлекле ҡомартҡы булып һаҡлана. Ә бит мине – ауыл малайын – береһе лә етәкләп йөрөтмәне. Китаптар таптым (ул саҡта һирәк ине), күргәҙмәләргә барҙым, өйләнеп, балалы булғас, ауылдан Черниковкалағы киске художество мәктәбенә белем алырға йөрөнөм. «Салауаттан һорау алыу» картинаһын яҙған Кузнецовтан да дәрестәр алдым, Ефремов һымаҡ тәжрибәле рәссам уҡытыусым булды. Урыҫтар әйтмешләй, «мы предполагаем, Бог распределяет». Миңә башҡа рәссам булырға яҙған икән – буяуҙарҙы ҡуйып, ҡулға ҡара менән яҙа торған ҡәләм алып, һүҙ сәнғәте донъяһы ишектәрен асыу. Әйткәндәй, был тәҡдимде лә рәссам уҡытыусым әйтте. Ул әҙәбиәт ярата ине: «Яҙышаһың, тип ишеттем, һин яҙышып та, һүрәт төшөрөп тә ҡара. Икеһен дә берҙәй үҙләштерһәң, ике йүнәлештә лә оторһоң», – тине. Ләкин минең характер – «однолюб». Әҙәбиәт, публицистика ишеген астым да... иҫем китеп, ошо донъяға сумдым. Ә рәссамлыҡтан, моғайын, графика ла, буяуҙар менән эш итеү ҙә (живопись) ситтәрәк ҡалғандыр, тик ағастан һырлап төрлө хайуандар, ҡоштар, биҙәктәр эшләмәйенсә түҙә алмайым. Шулай ҙа күңелең менән генә бала саҡ хыялы булған рәссамлыҡ сифатын йөрөтөү яҙыш­ҡанда, бигерәк тә прозала һүрәтләү алымында бик ныҡ ярҙам итә. Тимәк, балалыҡ хыялы тормошҡа ашҡан, тимен.
– Бөгөн кеше китап уҡымай, ТВ-ға, компьютерға ҡаҙалған. Тик был кешегә рухи аҙыҡ кәрәкмәй тигәнде аңлатмай, әлбиттә. ҡулыңа ҡәләм алғанда күңелеңдә ниндәй уйҙар урғыла һинең? Уй-фекерҙәрем уҡыу­сыға, хатта халҡыма, тип әйткем килә, барып етәме икән, тигән борсоу хәүефләндермәйме?
– Китапҡа килгәндә, минеңсә, элек тә ауылдарҙа һанаулы кеше генә уҡый торғайны. Әле лә китап уҡыусылар ошо кимәлдә ҡалыр ине, тик хәҙер күп уҡыусылар олоғайҙы.
Ысынлап та, йәштәр компьютер­ҙы, интернет селтәрен өҫтөнөрәк күрә. Быны мин, һынылыш осоро касафаты ғына, тимен: аңдар, идеалдар емерелә, донъяға ҡараштары менән ике-өс быуын «көрәшә». Иманым камил, алға киткән сит илдәр һымаҡ уҡ, беҙҙең уҡыусы ла – белемле, эрудициялы уҡыусы – рухи аҙыҡ эҙләп каналдарҙы борғоламаҫ, ә китап һандығын асыр. Тик уны асҡанда ул ысын хазинаны – күңелен һуғарыусы инеште – табырмы, әллә инде үҙенә һис кәрәкмәгән нәмәгә юлығырмы? Бына ошоноһо мөһим мәсьәлә, йәғни беҙ, яҙыусылар, киләсәк быуын уҡыусыһына нимә тәҡдим итербеҙ, әле нимә әҙерләйбеҙ? Әҫәрҙәрҙең артабан йәшәү-йәшәмәүе илдәге сәйәсәткә генә бәйләнмәгән, ә рухи аҙыҡтың сифатынан да тора.
ҡулға ҡәләм алғанда нәҡ ошо уйҙар урғыла. Мин бөгөнгө уҡыусыны, йәғни балаларымды, иртәгәһе уҡыусымды – ейән-ейәнсәрҙәремде алдамайыммы? Тарихи дөрөҫлөктө роман, повестарым, мәҡәләләрем аша еткерәмме? Шуның өсөн һәр әҫәр яҙыр алдынан, һәр теманы тиерлек, иң тәү уның яҡынса йөкмәткеһен, публицистика аша халыҡҡа сығарам. Тарихи яҡтан өйрәнмәйенсә, бөгөнгө күҙлектән баһаламайынса тороп, әҙәби әҫәр яҙырға тотонмайым. «Аслыҡ» романын яҙыр алдынан, мәҫәлән, ошо тема буйынса архив документтарына, шаһиттар һөйләүенә таянып, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрендә, «Ватандаш» журналында мәҡәләләр менән сығыш яһаным. Архив документтарын өйрәндем, Мәжит Ғафуриҙың уҡыусынан йәшерелгән «Кеше ашаусылар» поэмаһын, башҡа тарихсыларҙың хеҙмәттәрен уҡыным. Романда бер генә лә уйлап сығарылған сюжет юҡ. Тик улар төрлө ерҙә булған. Мин бары бер ергә – Кәрәлек буйы ауылына ғына ҡайтарып, ундағы геройҙарға «йәбештерҙем», уйлап сығарылған геройҙарҙы тормошта ысын булған ваҡиғалар аша үткәрҙем.
Яҙғандарым халҡыма барып етәме, тигән борсолоу юҡ. Халыҡ йөҙәр меңләгән, миллионлаған кешенән хасил була. һәр кеше – серле, ҡабатланмаҫ шәхес. Шуға ла барыһы күңеленә асҡыс табырмын тимә. Минең әҫәрҙәрҙе ҡабул иткән уҡыусым бар икән, тимәк, юҡҡа ҡулға ҡәләм алмағанмын, ап-аҡ ҡағыҙға күңелемде бушатмағанмын.
– Алда әйтеп үттең: беҙҙең бала саҡта һәр өйҙә журнал-китап уҡый­ҙар, радиопостановкалар тыңлайҙар ине. Ул саҡ бик һирәктәрҙә генә телевизор булғандыр. Тик ул заманда кеше шул тиклем рухи яҡтан бай, бер-береһенә ярҙамсыл, мәрхәмәтле ине. Ә бөгөн – киреһенсә. Бының сәбәптәре ниҙә икән?
– Кеше әле лә бер-береһенә ҡарата бигүк битараф түгел. Быны дауаханала ятҡандар яҡшы белә: яңы ауырыу палатаға инеү менән уны бүлмәләштәре иғтибары менән солғап ала. Ауыр хәллеләргә лә күмәкләп ярҙам итәләр. Ә тормошта быларҙың барыһы ла әҙәм балаһы бер системанан икенсеһенә күсеү осоронда йәшәү, күк көмбәҙе аҫтындағы урын өсөн көрәш алып барыу һымаҡ мәшәҡәттәр аҫтында күмелеп ҡалған. Эйе, элек кеше рухи яҡтан бай ине. Тик был телевизорҙы аҙыраҡ ҡарап, китап күп уҡығандан түгел, ябай ғына тел менән әйткәндә, элек бар нәмәгә рухи яҡтан баһа бирелде: ыңғай герой дуҫтары өсөн йәшәгән, иле яҙмышын өҫтөнөрәк ҡуйған шәхес ине. Бөгөн «ыңғай» геройҙың халыҡ байлығын талап аҡса эшләгән олигарх, банкир, банк талаусы, хатта киллер булыуы мөмкин. Элек рухи байлыҡты үҫтереүсе, күңелдәрҙе изгелек нуры менән һуғарырға өйрәтеүсе тапшырыуҙар булһа, бөгөн бер үк төркөм кешеләре барса дәүләт программаларынан шоуҙар ҡуя: көлгәндәре – ир менән ҡатын, «теща» йәки ҡәйнә, ҡайны мөнәсәбәттәре, ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың билдән түбән яғы... Табынғандары – аҡса. Геройҙарҙың ынтылыштары – теләһә ниндәй ысул, юл менән аҡса табыу. Тапшырыуҙарҙың күбеһенең темаһы ниндәйҙер кимәлдә енәйәткә бәйләнгән. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла йәштәргә йоғонто яһамай ҡалмай. Шулай ҙа беҙҙең Рәсәй халыҡтарының традицион, ғаилә йолаларына ҡоролған, меңәр йылдар буйы һынал­ған тәрбиә алымдары бар бит әле. Бына ошолар йәшәһә, өйҙә балалар­ға ҡарата тәрбиә асҡысы итеп файҙаланылһа, ситтән көсләп йә­беш­терелгән нәмәләр алтынға һыланған балсыҡ ише ҡубып төшәсәк. Экрандарҙан бер заман тик аҡ­саға ҡоролған тапшырыуҙар, йүнһеҙ рекламалар китер. Бының өсөн бөгөнгө быуындың рухын ҡаҡшатыуға юл ҡуйырға ярамай. Был быуын һаҡланһа, киләсәктәгеһенең бөтә бысраҡлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ иммунитеты буласаҡ.
– «Йәшлек»кә, Рәлис ҡайҙа булды ул, тигәнерәк хаттар килеп тора. Бик популяр сағың бар ине, хәҙер мәҡәләләрең һирәк күренә. Халыҡ һинең һүҙеңде көтә. Тормош баҫамы әллә?
– Мин бер ҡайҙа ла булманым. «Башҡортостан» гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эшләйем. Публицистикала һирәк күренеүем яҙышыуҙан туҡтау­ҙы аңлатмай, алда әйткәнемсә, бөгөн проза нығыраҡ тарта башланы. Быйыл, мәҫәлән, Аллаһы бойор­һа, «Аслыҡ» романы айырым китап булып сығасаҡ. Исеме генә үҙгәреүе мөмкин. Әле хикәйәләр, повестарҙан торған йыйынтыҡ әҙерләйем. Әйткәндәй, киләсәктә минең уҡыу­сым үҙ итеп ҡабул иткән публицис­тик әҫәрҙәрҙән торған йыйынтыҡ сығар­ғы ла килә. Ғөмүмән, «тормош баҫыуы» шунан ғибәрәт: ҡалған ғүмерҙе тулыһынса ижадҡа арнарға, балаларымды уҡытып, Кеше итергә ине, тормоштоң иң матур сағы – олатай менән өләсәй булыу, ейән-ейәнсәр­ҙәрҙе лә яратҡы килә. ҡайһы берәүҙәр «халыҡ», «халыҡ» тип трибуналарҙан ҡысҡырған халыҡ ана шул ғаиләң, ата-әсәң, туғандарың бит ул. Улар имен-аман икән, тимәк, халҡың да иҫән-һау, эшләй, йәшәй, балалар тәрбиәләй. Тик илдә тыныслыҡ, татыу­лыҡ ҡына булһын.
– Ике һорау: ҡәләмдең ҡөҙрәте нимәлә һәм, һинеңсә, кем ул һәйбәт яҙыусы?
– Сабый ҡулына ҡәләм алып тырышып-тырышып хәреф өйрәнә башлағандан, егет йәки ҡыҙ һөйгәненә хат яҙырға ултырыр, бар кисерештәрен аҡ ҡағыҙға һалыр алдынан ҡараға үрелгәндә ниндәй яуаплылыҡ тойһа, ошоноң һымаҡ, һәр мәҡәләне, әҫәр­ҙе яҙыр алдынан яуаплылыҡ тоям. ҡәләмдең ҡөҙрәте, көсө бик ҙур: ул тауҙар аҡтара, киреһенсә, ошо тауҙарҙа йәшеллекте, тәбиғи булмышын һаҡлата ала. Иң мөһиме – кеше яҙмыштарын хәл итә. Шуға ла аҡ ҡағыҙ менән ҡәләм алғанда, инде яҙғанымса, яуаплылыҡ тойғоһо мөһим.
Һәм фекерҙе дауам итеп, үҙен, уҡыусыһын алдамаған, яҙыр темаһын төрлө юҫыҡтан өйрәнгәс кенә ҡулына ҡәләм алырға баҙнат иткән кеше генә ысын яҙыусы була алалыр, тим. Хәйер, яҙыусылыҡ кимәлен уҡыусы билдәләй, әҫәрҙең теүәл, теүәл түгеллеге тарих иләге иләгәндән һуң күренә.
– Банкир, киллерҙар тураһында әйтә бирҙең, ә шулай ҙа әҙәбиәттә бөгөнгө заман геройын нисек күрәһең?
– Бөгөн беҙҙең баҙар йүгәнен ҡоторонған билдәһеҙлеккә кейҙерерлек, ауыҙлыҡларлыҡ, үҙе артынан аҙашҡандарҙы (эскелек, ғәмһеҙлек һ.б.) алып сығырлыҡ, халыҡ күңелен баҫа барған зарҙарҙан арындыра алырлыҡ герой кәрәк. Тик ул әкиәт батыры булырға тейеш түгел. Ябай ғына, беҙҙең аранан сыҡҡан, хәҙерге йәштәрҙән әллә ни айырылмаған, яңылышыуҙарҙан да азат булмаған, уңыштан да башы әйләнмәгән кеше булырға тейеш. Һәр хәлдә, минең хыялда заман геройы булып бөтмөр, тырыш, тик үҙ көсөнә генә ышанған, һәйбәт башланғысы менән артынан кеше эйәртерлек герой ята.
– Һин күп балалы атай. Бөгөнгө йәмғиәттә, бөгөнгө заманда был «модно»мы?
– Аллаға шөкөр, Тимерғәле, Юлай, Кинйә, Азамат исемле улдарым, Фаягөл исемле ҡыҙым бар. Бөгөнгө йәмғиәттәге «мода»ға килгәндә, бала бағыу, тәрбиәләү һис ҡасан «мода»лы булманы, әйткәндәй, ҡайһы кеше уйлағанса, «ҡутарып бирелгән льгота» ла түгел. Беҙ ошо заманға тура килгәнбеҙ икән, тимәк, беҙгә ошо заманда балалар үҫтерергә насип булған. ҡайһы кеше һымаҡ «заман ауырлығы»н уйлап торһаң, ғүмерең дә уҙа. Шуны ғына әйтә алам: заман бер ҡасан да еңел булмаған, һәр дәүерҙең үҙ ауырлыҡтары. Беҙҙең өләсәйҙәр һуғыш осоронда ла бишәр бала табып тәрбиәләгән. Хәҙер иһә, Аллаға шөкөр, һыуытҡыс тулы ризыҡ, аҙбарҙа 5 – 6 баш һыйыр малы, баҡса бар.
ҡатыным Нурияға бала табыу йортона барған һайын (балалар барыһы ла үҙгәртеп ҡороу, һынылыш, күсеү һ. б. осорҙа тыуған): «Нищету разводите», – тип әйтә торғайнылар. (Нишләп улар хәйерсе булырға тейеш һуң әле?) Ә мин өләсәйем, әсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатланым: һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Бына, балаларығыҙға, әле тыуған сабыйҙарығыҙға ҡарағыҙ ҙа: «Мин шуларҙың ҡайһыһын бөгөн гинеколог бысағы аҫтына бирер инем?» – тип әйтегеҙ. ҡот осҡосмо? Эйе. Ә ниңә һуң уларҙы тыуғансы бирергә?
Бөгөн йәштәр бала таба йәки сит баланы тәрбиәгә ала икән, был һис аҡса, льгота өсөн түгел. Ундай кешеләр үҙҙәренең ҡартлыҡтарын хәстәрләй, быуынын нығыта. Был – тәбиғи, һис «мода» түгел. Сабый илауы, тормошҡа тәүге ауазы менән бергә ғаиләнең нигеҙ ташы нығый, ҡатындарҙа әсәлек хисе уяна, ирҙәр үҙҙәрен ысын атай, аяғында ныҡлы баҫып тороусы ир итеп тоя. Заманалар үҙгәреп торор. Ләкин кешенең булмышы, ерҙәге тәғәйенләнеше шул килеш ҡала: ғаилә ҡороу, нәҫелен дауам итеү, йорт-ҡаралты күтәреү, ағас ултыртыу. Тик «еңелерәк заманалар» киләсәген көтөргә генә ярамай. Киреһенсә, ғаилә ҡороп, парлашып, ошо «еңелерәк заман»ды ғаиләңә үҙеңә килтерергә тырышырға, намыҫлы хеҙмәтең менән яҡынайтырға кәрәк. Юҡ, йәшәгән урынығыҙ коттедж да, хан һарайы ла булмаһын, өй бәләкәйерәк булған һайын бер-береңә яҡын булаһың ул. Тик ошо өйҙә балалар тауышы тынмаһын, бер-береңде аңлау һымаҡ хистәр генә һүрелмәһен.

Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 - Әҙәбиәт Ил ағаһын күргем килә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар