RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош мәңгелек!

08.03.2011 Тормош мәңгелек!

Үлер алдынан аҡыл эйәһе ни ашай, ни эсә алмай. Быны күреп, иң яҡын ярҙамсыһы:
– Ни өсөн Алланан сиреңде алыуын һорамайһың? Һин Уға: «Миңә ашарға һәм эсергә булһа ла рөхсәт ит!» – тип әйт. Аллаһ һине ярата, Унан һораһаң, мөғжизә буласаҡ, Тәңре ауырыуыңдан азат итәсәк, – тигән.
Башҡа уҡыусылары ла уның шулай эшләүен үтенә башлай. Һәм остаздары:
– Яҡшы, шулай эшләп ҡарармын, – ти ҙә күҙҙәрен йома. Уның йөҙө яҡтылыҡ менән тула, күҙ йәштәре сикәләре буйлап аға. Бөтөн ауыртыу һәм ҡот осҡос ауырлыҡ көтмәгәндә юҡҡа сыға. Бер аҙҙан күҙҙәрен аса һәм уҡыусыларының бәхетле йөҙөнә ҡарай. Улар, уҡытыусыларын күҙәтеп, ниндәйҙер мөғжизә булды, Аллаһы Тәғәлә аҡыл эйәһен сиренән азат итте, тип уйлай. Әммә мөғжизә икенсе нәмәлә ине.
Уҡытыусылары бер төрлө рәхәтлек һәм ләззәтләнеү кисерә һәм ярҙамсыһына:
– Һин ахмаҡ! Һәм миңә лә иҫәрлек ҡылыр­ға ҡушаһың. Ә мин ябай кеше һәм бөтәһен дә ҡабул итәм. Алланан: «Мин ашай ҙа, эсә лә алмайым. Ни өсөн миңә шуларҙы булһа ла эшләргә ирек бирмәй­һең?» – тип һораным. Ул былай тип яуап бирҙе: «Ни өсөн тәнеңә шул тиклем йәбешәһең? Уҡыусыларың шул тиклем күп бит. Һин уларҙа йәшәйһең: ашайһың, эсәһең». Аллаһтың шул һүҙҙәре мине тәнемдән айырҙы. Ошо азатлыҡты тойоп иланым, – ти.
Аҡыл эйәһе үлер алдынан ҡатыны унан:
– Һин киткәс, миңә нимә эшләргә? – тип һорай. – Аҡ кейемдә йөрөй һәм үҙемдең иң яратҡан, ҡиммәтле биҙәүестәремде таға аламмы?
– Мин бит бер ҡайҙа ла китмәйем, – тип яуаплай остаз. – Һәр ваҡыт эргәңдә, һине нимә уратып алһа ла, шунда буласаҡмын. Иҫкән елдә, яуған ямғыр һәм ҡарҙа күрәсәкһең һин мине. ҡош осоп үтһә лә, болонда күбәләк елпенһә лә, йылғала балыҡ ҡарпыһа ла, һин мине иҫләйәсәкһең. Мин һәр ваҡыт бында буласаҡмын.
Ошонан һуң аҡыл эйәһенең ҡатыны бер ваҡытта ла иламаған, бер ҡасан да матәм кейеме кеймәгән. Иренең уҡыусыларының мөхәббәте менән уратып алынған ҡатын бер ваҡытта ла яңғыҙлыҡ һәм бушлыҡты тоймай, ире иҫән һәм һәр ваҡыт уның эргәһендә һымаҡ бәхетле тормошта йәшәгән.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)