RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәт алиһәһе

01.03.2011 Мөхәббәт алиһәһе

Ер йөҙөндә иҫ киткес матур егет йәшәгән. Шуға ла уға Мөхәббәт алиһәһе үҙе ғашиҡ булған. Яратып ҡына ҡалмай, мөхәббәте өсөн ергә төшә һәм уның ҡатыны була. Бөтөн ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла уның менән уртаҡлашырға теләй. Һәм тап уныҡы ғына булғыһы килә.
Йылдар үтә. Ир ҡатынын бик ныҡ ярата, әммә бик бәхетһеҙ була. Бәхетһеҙ генә түгел, ул үҙен шул тиклем бәхетһеҙгә һанай һәм ҡатынынан китергә уйлай. Китер алдынан ҡатынына – Мөхәббәт алиһәһенә килә һәм:
– ҡәҙерлем! Мин һиңә оло мөхәббәт менән өйләндем. Һәм тап ошо мөхәббәт кенә мине беҙҙең никахтың бөтөн бәхетһеҙлектәренән ҡотҡарҙы. Белмәйем, ни өсөндөр хәҙер миңә һинең менән бик ауыр, шуның өсөн һинән китәм, – ти.
Мөхәббәт алиһәһе уға ҡарап матур итеп йылмая һәм:
– Һөйгәнем минең, эйе, бөтәһе лә тап һин әйткәнсә. Әммә китер алдынан шуны белергә тейешһең, мин ябай ғына ҡатын түгел, ә Мөхәббәт алиһәһенең тап үҙе, – ти. – Ә был шуны аңлата: әгәр ҙә мине дөрөҫ итеп яратһалар, мине һөйөүсе иргә тиң булып, уның мөхәббәтенә тап ул мине яратҡан һымаҡ итеп яуап бирәсәкмен.
– Һине яратманыммы ни? – тип аптырай ир. – Мөхәббәт мине ҡалдырған минуттарҙа ла, һине мәңге яратырмын, тип теләнем. Һинең был һүҙҙәреңде нисек аңларға?
– Һөйгәнем минең! Эйе, бөтәһе лә һин әйткәнсә. Тик дөрөҫ итеп яратыу ул – үҙеңә нимә кәрәклеген аныҡ белеү, – тигән алиһә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)