НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Әйтһәм, белеп әйтәм

Әйтһәм, белеп әйтәм


АТАЙ

Үҙ атаңдың күрһәң дә хилаф эшен, дөрөҫөн әйтеүҙән һис оялма.
Аҡмулла.

Ғаилә башлығының ни ҡәҙәр кәмселектәре булһа ла, үҙе һәм үҙенә аманат ителгән ғаиләһен тәрбиә итеү вазифаһынан азат һәм мәхрүм ителмәҫ.
Ризаитдин Фәхретдин.

Ата һүҙе – кәңәш – бер булыр,
Ата һүҙен тотҡан – ир булыр.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.

Янтайғанда таяныс бар,
Атайым – таймаҫ имән!
Атайһыҙ ҡалдым тороп,
Имән ауғандай ҡороп!..
Ҡадир Әлибаев.

Атайҙар бар саҡта ир балалар мисәүҙәге тайҙар шикелле.
Салауат Рәхмәтулла.

АТА-ӘСӘ

Атай – һаман ата арыҫлан ул,
Баҫҡан ерҙә ташты илата,
Әсәй – әүәлгесә, ҡайғыһын да,
Шатлығын да йәшкә сылата.
Мостай Кәрим.

Ата һүҙен хөрмәт итмәү –
бер бәлә,
Әсә һүҙен хөрмәт итмәү –
мең бәлә.
Рәсих Ханнанов.

Кеше өсөн иң изге йән эйәһе – күкрәк һөтөн имеҙеп, бишек йырын йырлап үҫтергән Әсәй. Һине яҡты донъяға килтергән Атай. Һине кеше иткән тыуған төбәгең.
Ибраһим Абдуллин.

Әсәй – ҡояш, атай – ай,
Атай – ҡорот, әсәй – май.
Кем әсәһен юғалтмаған –
Быны әле аңламай.
Мәүлит Ямалетдин.

Ата әйтер: «Улым бар,
Алмаш булыр ҡулым бар».
Әсә әйтер: «Ҡыҙым бар,
Усағымда ҡуҙым бар».
Гөлсирә Шафиҡова.

Икмәк кеүек тәмле-татлы атай-әсәй һүҙҙәре.
Ҡадир Әлибаев.

Атай, әсәй – тылсымлы һүҙ,
Алтын ҡанат – ике иң.
Балаға таяныс бит һеҙ,
Изге күңел типә-тиң.
Миңлегөл Хисамова.

АУЫЛ

Хакимдарҙы, бөйөктәрҙе
тыуҙырған ауыл.
Әллә күпме һәләтлене
сығарған да – ул.
Ғилман Ишкинин.

Шәмгә ут алған ваҡыт – ауылдың бик матур сағы.
Сәғит Агиш.

Башҡа ерҙә мең йыл тороуҙан күп артыҡ йәй көнө ауылдарҙа торор бер көн.
Мәжит Ғафури.

Тәбиғәт тыуҙырған ауылды, ауыл – ҡаланы.
Йомабикә Ильясова.

Ауыл менән – донъя ырыҫлы,
Шуға күрә уға – бөтәбеҙ ҙә
бурыслы.
Хәсән Назар.

Тауҙар араһында ятҡан
ауылым –
Минең өсөн мәркәз – баш
ҡала,
Сөнки минең тәүге аҙымдарым
Атай ҡапҡаһынан башлана.
Ибраһим Ғиззәтуллин.

Халҡы көнсөл ауылдар тарҡалыусан.
Мәрйәм Бураҡаева.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.

Сығыу ваҡыты 26-02-2011, 14:33 | Ҡаранылар: 2204
|
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM