НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Донъя булғас, булыр шатлығы ла, ҡайғыһы ла торор атлығып…»

«Донъя булғас, булыр шатлығы ла, ҡайғыһы ла торор атлығып…»


«Донъя булғас, булыр  шатлығы ла,  ҡайғыһы ла торор атлығып…»Мин шағирә лә, тел белгесе лә түгел, етмәһә, һуңғы йылдарҙа рус гәзитендә эшләп, рус телендә яҙған журналист. Өҫтәүенә, үҙ ғүмеремдә оло әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова менән, исмаһам, бер тапҡыр ҙа осрашҡан-һөйләшкән юҡ. Шуға, бәлки, таныл­ған шағирәнең ижады хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйтергә ул тиклем хаҡым да юҡтыр. Әммә бала саҡта Кәтибә апайҙың поэзияһын уҡып, дөрөҫөрәге, яратып, улай ғына ла түгел, йотлоғоп уҡып үҫкән кешемен. Хатта тәрбиәләнгәнмен дә, тип әйтергә була.
Әгәр булһа –
әсәй һағышы,
Күҙ йәштәре икән
баланың –
Йөрәктәрем аша үткәрәм.
Тик минән һуң
тыуған кешегә
Еңел булһын, тим дә
күтәрәм!
Был шиғыр юлдары хәтер­ҙән юйылып та бөткәйне инде. Уның мәғәнәһен ул саҡта бала булараҡ аңламағанмындыр ҙа әле. Әммә бер мәл миңә чечен һуғышында һәләк булған яҡташ егет тураһында мәҡәлә яҙыр­ға тура килде. Уны тәрбиәләп үҫтергән олатаһы, өләсәһе менән һөйләшеү ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Шунда Кәтибә апайҙың ошо шиғыр юлдары үҙенән-үҙе иҫкә төштө. Һәм кеше ҡайғыһын йөрәк аша үткәреүҙең нисек булғанын бик яҡшы аңланым. Күрәһең, ысын шағир­ҙың ысын шиғыр­ҙары ғына шулай күңелдең иң төбөндә һаҡланалыр. Ваҡыт үә форсаты етһә, тышҡа бәреп сыға торғандыр…
Йәш ваҡытта Кәтибә апай­ҙың шиғырҙары менән бәйләнеш өҙөлөп-юйылып та киткәйне инде, ошо ваҡиғанан һуң тағы үҙем өсөн әһәмиәте артты.
Рус әҙәбиәтен хәҙер инде ныҡлап төшөнә башлаған кеше булараҡ, дөрөҫөн әйткәндә, башта Кәтибә апай­ҙың шиғырҙарын ҡурҡыбыраҡ ҡына ҡайтанан уҡый башланым. Сағыштырыу һынауын үтә алырҙармы? Бала саҡтағы ихлас һоҡланыу тойғоһо юйылыр ҙа, күңелдәге бер ҡәҙерле нәмәне юғалтырмын һымаҡ ине. Юҡҡа ҡурҡҡанмын икән. Шағирәнең әҫәрҙәре әле лә күңелгә май булып ятты. Бер һүҙ менән әйткәндә, ысын әҙәбиәт.
Шулай хис итәм мин
ысын-ихлас,
Асып ҡуям әлеге йөрәкте,
Ғүмерҙәрем, гүйә, рәхәт
үткән,
Өҙмәгән дә тормош
үҙәкте,
Ә бит бирҙе бит, бирҙе
кәрәкте!..
Бәғзе әҙәбиәтселәр йөкмәткенән дә алда форма менән мауыға. Йәнәһе лә, заман башҡа – заң башҡа. Урынлы-урынһыҙ таныш булмаған һүҙҙәрҙе ҡулланыу, ҡатмарлы һүҙ әйләнештәре һәм бәйләнештәре… Бер аҙ баш ватҡанда төшөнөүен төшөнөп була. Шулай ҙа ябайлыҡты яратам. Кешелә лә, уның үҙ-үҙен тотошонда ла, телендә лә. Кәтибә апай­ҙың шиғырҙары шул ябайлығы, хәйләһеҙ рәүештә иң нескә, иң ҡатмарлы хис-кисерештәрҙе биреү һәләтенә эйә булыуы менән яҡын.
Донъя булғас, булыр
шатлығы ла,
Ҡайғыһы ла торор
атлығып,
Бөтәһен дә ҡабул итәм,
донъя,
Ҡарамаһаң миңә
ятһынып.
Шатлығын да,
ҡайғыһын да
Хатта
Өйөп-өйөп килтер
алдыма.
Ни булһа ла килтер,
тарһынма,
Тик өлөшһөҙ генә
ҡалдырма.
Мин Кәтибә апайҙың биографияһы менән танышмын. Уның иңенә ниндәй ауырлыҡтар төшкәнен дә беләм. “Халыҡ дошманы” мөһөрө баҫылған кешенең балаһы булып та, тормошта юғалып ҡалмау, кешеләргә асыу һаҡламау, улай ғына ла түгел, донъяға шундай һөйөү менән ҡарау үҙе үк батырлыҡ түгелме ни? Беҙ, замандаштар, тормош саҡ ҡына ҡырыҫлан­һа, һытылырға ғына торабыҙ бит. Бына кемдән үрнәк алыр­ға кәрәк!
Миңә ҡалһа, балалар өсөн яҙыу ололарға яҙыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Ә бәләкәстәрҙең күңеленә үтеп инеү өсөн, әҙәбиәтсе булыуҙан тыш, психолог та булырға кәрәктер. Кәтибә апай­ға быға мөғәллимә булып эшләүе ярҙам иткәндер.
“Алтын тояҡ, аҡ кәзә”, “Айгүзәлдең алтын асҡысы” исемле балалар өсөн яҙыл­ған китаптары аша үҙемдең ҡалала тыуып үҫкән балаларымда башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләргә тырыштым да инде. Былтыр август айында “Йәшлек” гәзитендә Кәтибә Кинйәбулатова менән әңгәмә сыҡҡайны. Унда журналистың: “Ижади дуҫтарығыҙҙан бигерәк тә кемдәрҙе һағынаһығыҙ?” – тигән һорауына ул: “Бик тә Һәҙиә апайҙы (Дәүләтшина) юҡһынам. Килеп инә лә йомшаҡ итеп ҡосаҡлап ала ине. Яғымлы, наҙлы итеп. Шул йылыһын һағынам”, – тип яуап биргәйне. Уның Һәҙиә Дәүләтшина хаҡында шундай яратып иҫләүе миңә ныҡ тәьҫир итте. Моғайын да, Һәҙиә Дәүләтшина үҙенең исемен йөрөткән премияның тап Кәтибә Кинйәбулато­ваға, үҙе яратҡан, ҡурсалаған “Кәти”гә бирелеүенә, мин уйлайым, шул тиклем ҡыуаныр ине.
Бик күп кәрәк, кәрәк
кешегә,
Бына миңә, минең ишегә.
Юҡ, ул әйбер йәки
мал түгел –
Алтын-көмөш йәки дан
түгел,
Ул күп әйбер –
йөрәк йылыһы,
Хыялдарға тулы бай күңел!
Һеҙҙең шиғырҙарығыҙ, Кәтибә апай, йыр һымаҡ, нисектер күңелдәр елкенеп, йәшәге килеп китә, юҡ, йәшәге генә түгел, ә һеҙҙең һымаҡ гөрләп йәшәге килә… Уңыштар һеҙгә, Кәтибә апай!

Әнисә ЯНБАЕВА,
“Республика Башкортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

Сығыу ваҡыты 22-02-2011, 10:05 | Ҡаранылар: 2352
|
  • «һылыу, ҡыҙыңды артыҡ иркәләүҙән ҡурҡма»
  • Лайыҡлы әҙибәгә – лайыҡлы баһа!
  • Һайрар ҡоштоң наҙлы моңдары
  • Түшкә миҙал тағылды ла...
  • Бик һағынам, юҡһынам...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM