RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

03.08.2019 Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Күпме йыл инде ҡағыҙҙарын ҡыштырлатып, калькуляторҙарын туҙҙырып, тыныс ҡына, бөгөн көн үтте, иртәгәһе лә үтер әле, тигән кеүек, замана үҙгәрештәренең зәһәр елпеүенә лә бигүк иғтибар итмәй, үҙ ыңғайына ғына йәшәп ятҡан Ирәндек төпкөлөндәге бер колхоз бухгалтерияһы бер ваҡыт һис көтмәгәндә туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүе кеүек зыҡ ҡубып алды. Уның бухгалтерҙары ҡайһыһы көлкөгә ҡалып, ҡайһыһы аҡылға ултырып, әммә уларҙың бөтәһе лә ошо хикәйәлә һөйләнәсәк хәлдәрҙән һуң, әлегә үҙҙәре белмәгән тормоштоң таныш булмаған яҡтарын үҙләштереп, ҡәнәғәт булып ҡалды.

Бер көндө төшкә табан колхоз бухгалтерияһына һуңғы мода буйынса кейенгән, яурынына крокодил тиреһенән тегелгән сумка аҫҡан, тәбәнәк кәүҙәле, мөләйем йөҙлө ҡыҙ килеп инде. Иң башта ул ҡаршы стенала эленеп торған ҙур көҙгө янына килеп, буй-һынын ҡарап әйләнде лә, шунан ғына һүҙгә күсте:
– Драсьте, коллегустар! Мин һеҙгә бер айға практика үтергә килдем. Белеүегеҙсә, һеҙ миңә эштең секретустарын өйрәтергә тейешһегеҙ. Минең исемем Керри була, ә иҫкесә, паспортса, Клара. Иң насар исем миндә инде. Хатта уны йоҡлау гарнитурына ҡушып ҡуйғандар. Керри Шәрифова тип әйтһәгеҙ ҙә була, “Керри бәбесебеҙ” тиһәгеҙ, еще лә окей була. Сөнки һеҙ практика үткәндәргә айырыуса иғтибарлы, нежный булырға тейешһегеҙ. Грубость, неуважение исключается...

Шулай итеп, был ҡыҙ, бер туҡтауһыҙ әллә нимәләр һөйләп, колхоздың күпте күргән, “йәшәмеш” бухгалтерия ҡатындарын шаҡ ҡатырҙы. “Инеш һүҙ”ҙе тамамлағас, ул өлкән бухгалтерҙың урынбаҫары Гөлсирә апайҙың өҫтәле янына килеп баҫты ла:
– Йә инде, мин үҙем менән таныштырҙым, ә һеҙ кем булаһығыҙ, апай-с? – тип ҡулын һуҙҙы. Конторала ғына түгел, бөтә колхозда үҙенең уҫаллығы, шарылдаҡлығы менән дан тотҡан Гөлсирә апай бер аҙ юғалып ҡалды ла:
– Бик яҡшы, бик яҡшы... Ней, һеңлем... Минең исемем Гөлсирә булыр, – тип яуап бирҙе.
– Дә-ә, тәк-с?! Үҙегеҙ былай ничево ғынаһығыҙ, но бына исемегеҙ... Фу, старье! Асыуланһағыҙ ҙа, асыуланмаһағыҙ ҙа, мин һеҙҙе “Гледи-апай” тип йөрөтәсәкмен, лады? Гледи һинд телендә – иң матур ҡатын-ҡыҙ, матурлыҡ аллаһы ул, – тип танышыусы һүҙен тамамлап, яуап та көтөп тормай, һулаҡайҙа ултырған колхоздың экономисы – тыныс тәбиғәтле, оялсан Хәсбиямал алдына килеп баҫты. Уның исемен ишеткәс, “Керри бәбес”тә ут тоҡандымы ни:
– Боже мой! То Гөлсирә, то Хәсбиямал! Нимә был, иҫке исемдәр сүплегеме ни? Һеҙ бит орденоносец колхоздың зеркалоһы! Юҡ. Бындай исемдәр һеҙгә килешмәй. “Перестройка” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ юҡ что ли? Мин һеҙҙе “Хося-апай” тип атаясаҡмын. Америка кон­гресының баш бухгалтерының исеме шулай. Хося Айлен Моро! Ишетәһегеҙме? Нисек яңғырай?!
Бухгалтерияның “Керри бәбес” кеүек үҙ шаталағы бар ине. Уның да исемен яңы тип әйтеп булмай, әлбиттә. Иҫәпләшеү өҫтәле бухгалтеры Ғәйшә ябай ауыл ҡатыны булһа ла, һис юғалып ҡалырға теләмәне, практикант ҡыҙға, Гейша, тип ҡулын һуҙҙы. Шул арала: “Йә, хәҙер ни әйтер икән?” – тигән мәғәнәлә башҡаларға күҙ ҡыҫып та өлгөрҙө.

– Тағы нимә?! Кем ҡушты һеҙгә ул исемде? Боже мой! Ну просто фантазия!
– Әлләсе, минең исемде беҙҙә иң матуры тип һанайҙар. Һиңә нимәһе оҡшамай һуң, Керри бәбесем? (Уны, ысынлап та, ауылда “Гейша” тип йөрөтәләр ине).
– Ужас! Ой, какой ужас! Белгең килһә, Гейша ул Батый хандың гаремындағы бисәләрҙең натирающий спины в банях и охраняющий их кастрат була. Тфү, ужас! В натуре, если ышанмаһаң, мин һеҙгә китабын принесу, почитаете. Ә үҙең такая симпуля, прям Индира Гандиға оҡшағанһың. Значит, һеҙ минең өсөн просто Ганди булырһығыҙ.

Сират иң мөйөштә, үҙ исеменән уңайһыҙланып ултырған Мәймүнә апайға килеп етте:
– Минең исемем... Мин Мәймүнә апайың булырмын, – тип әйтеп, исеме әллә насар, әллә яҡшы нәмәне аңлатамы икәнен белергә теләгәндәй, практикант ҡыҙҙың ауыҙына ҡараны.
– Кем, кем? Бына был исем, исмаһам! Только Мәймүнә түгел, ә Мәймүн! Алжирҙа берҙән-бер хәрби осоусы ҡатын-ҡыҙҙың исеме ул. Авиация полковнигы Мәймүн Әл-Әхрәм! Вот звучит, да-а?! – тип ҡыуанып китте “Керри бәбес”. Мәймүнә апай, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, көрһөнөп, ғорурлыҡ менән иптәштәренә күҙ йөрөтөп сыҡты ла урынына ултырҙы.

Танышыусы колхоз кассиры Неллиҙың исемен дә бик хупланы. Шулай итеп, танышыу байтаҡ ҡына ваҡытты алды. Артабан был сәйер ҡыҙ өсөн ҡайҙандыр, икенсе кабинеттан өҫтәл, ултырғыс пәйҙә булды һәм “Керри бәбес”, бисмиллалап, эш урынына ултыртылды. Бер аҙ иркенләп урынлашып алған ҡыҙҙың йөҙөнә эшлеклелек ҡиәфәте инде:
– Тәк-с, ә супербух ҡайҙа ул? Нимә, ул гел шулай эшкә һуңлап йөрөймө ни? Какая несознательность! Юҡ, это не солидно. Ә исеме-есеме нисек һуң уның?
– Фәнис Әғзәмович, – тине аранан берәү.
– Тәк-с, ну исемдәр бында, Фәнис Әғзәм... Фәнис Әғзәм... Ну что ж, логично, – тине ул, уйланып. – Һеҙ күҙ алдына килтергәнсә була, значит.
– Ярай, супербух урынында юҡ. Мин уны ждать не обязана. Өҫ-башты шмонға килтереп, ял итеп алырға кәрәк. Тәк-с, һеҙҙә ҡасан эш ваҡыты цу энде? – тип һораны “Керри бәбес”.
Хәҙер инде үҙен Америка конгресының өлкән бухгалтеры итеп хис иткән Хәсбиямал: “Цу энде” нимәне аңлата ул, Керри бәбесем?” – тип һораған булды.
– “Цу энде” немец телендә “бөттө” тигәнде аңлата. Ярай мин иртәгә эшкә килермен. Квартира өсөн не беспокойтесь, Маугли еҙнәмдәргә урынлашам. Ладно, чао бомбино, до завтра! – тине лә, “Керри бәбес” ишеккә йүнәлде.

Бухгалтерия бисәләре, донъяларын онотоп, практикант тураһында гәпләшеп ултырғанда, район үҙәгенән баш бухгалтер Фәнис Әғзәм улы Камалов ҡайтып төштө. Ишектән инер-инмәҫтән ул:
– Ҡарсыҡтар! (кәйефе шәптән булһа, ул гел шулай шаярта ине). Һеҙгә яңылыҡ: бөгөн-иртәгә арағыҙға баш ҡаланан практика үтергә бер ҡыҙ киләсәк. Клара Исҡужина. Тәк, Гейша, һин үткән йылда теге практикантты бик һәйбәт кенә өйрәткәйнең, быныһын да үҙеңә алырһың инде, – тип һөйөнсөләгән булды.
– Ярай, ярай! Мин риза. Тик башҡаса миңә Гейша тип әйтмәгеҙ, ә Ганди тип атағыҙ, – тип сирылып ҡуйҙы Ғәйшә. Һис бер нәмә аңламаған Камалов:
– Ярай, ярай, үпкәләмә Гейша, ой, Ганди. Практикант килһә, миңә инһен. Кабинетығыҙҙы бер аҙ ипкә килтерегеҙ. Онотмағыҙ, йәштәрҙә эшкә талапсанлыҡ, бөхтәлек тәрбиәләү – беҙҙең бурысыбыҙ, – тип бойороҡтар бирә башлағайны, колхоздың “матурлыҡ аллаһы” Гледи-Гөлсирә уны өҙҙө:
– Ә беҙ уның менән таныштыҡ инде, Фәнис Әғзәмович. Беҙгә ул оҡшанымы, юҡмы – үҙебеҙ ҙә аңламай ҡалдыҡ. Әле ул фатирына китте. Еҙнәһе йәшәй икән беҙҙә, исемен әйткәйне, аңламай ҡалдыҡ кем икәнен. Иртәгә эшкә киләсәк ул.
– Шулаймы ни? Ниндәйерәк ул, буй-һыны? Һеҙгә оҡшанымы? – тип баш бухгалтер төпсөнә башланы. Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһендә уның йомшаҡлығын бухгалтериялағылар бик яҡшы белә ине. Шуға күрә һәр кем “Керри бәбес” тураһында баш бухгалтерҙың һеләгәйе ҡойолорлоҡ итеп һөйләргә тырышты.

Иртәгәһенә эш көнө ғәҙәттәгесә башланды. Практика үтеүсегә колхоздың йыллыҡ отчетын, нисек төҙөлөүен ҡарап, үҙләштерергә бер аҙна ваҡыт бирелде. Төшкә тиклем “Керри бәбес” бик етди генә, сыҙамлы ҡиәфәт менән ҡалын отчет китаптары менән булышты. Кисәге тел биҫтәһе, улай-былай ғына һүҙ алышыуҙан башҡа, өнһөҙ генә эше менән мәшғүл булып, сәйерлеге менән бухгалтерия ҡатындарын тағы ла аптыратты.

Ләкин төштән һуң “Керри бәбес”тең кисәге кеүек тағы ла теле асылды. Ул баш бухгалтерҙан бик ҡәнәғәт кенә килеп инде лә:
– Һеҙҙең супербух былай ничево ғына икән. Беҙ бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, по-моему. Тик бына тыуған көнөн һорарға онотҡанмын, – тип уфтанып, урынына барып ултырҙы. Һорауына “Хося Айлен Моро”нан тейешле яуапты ишеткәс, “Керри бәбес” крокодил тиреһенән тегелгән сумкаһында ҡаҙына башланы:
– Әһә, таптым! Беҙҙең Фәнис Әғзәмович гороскоп буйынса кем икән? – тип, алдына ҡалын ғына китап алып һалды.
Көнө буйы конторала, унан эштән ҡайтып, мал-тыуар, бала-сағаһы менән булышып, мәңге ваҡыт еткерә алмаған, ҡулдарына һирәк-һаяҡ ҡына гәзит-журнал тотҡан бухгалтерия бисәләре “гороскоп” тураһында арлы-бирле ишетһә лә, был нәмә улар өсөн әлегә таныш түгел ине.
– Вот тебе на! Беҙҙең “супербух” гороскоп буйынса “Тәкә” икән, – тип дауам итте “Керри бәбес”. – Тәк-с, бик тиҙ һәм ҡайһы саҡта бушҡа ҡыҙыусан. Гел алда, өҫтөн булырға ярата. Кешегә тиҙ ышаныусан, уны алдауы бик еңел. Интересно! Өйләнгәнме? Холостой, тәк-с... тоғролоҡ яғынан ышанысһыҙ, ҡатын-ҡыҙға әйләнгән һайын күҙе төшөргә мөмкин. Түшәктә бик әүәҫ, арыу белмәҫлек партнер... һәм башҡалар. Короче, беҙҙең Әғзәмович такой человек икән.

Үҙҙәренең хужаларына бирелгән “характеристика”ның тәүге өлөшөнөң дөрөҫлөгөнә хайран ҡалған бухгалтерҙар был “күрәҙәсе” китап тураһында ҡыҙыҡһынып, зыу килде. Бер аҙҙан аранан иң хәйләкәрерәк һәм “Алжирҙың авиация полковнигы Мәймүн Әл-Әхрәм” – Мәймүнә апай ишекте эстән бикләне лә иркә бесәй кеүек ҡыҙ ҡаршыһына килеп ултырҙы. Үҙенең күптән инде ире тураһындағы күңелен өйкәгән икеле уйҙарҙы был “зиннәтле” китап дөрөҫләрме икән, тигән өмөт ине Мәймүнә апайҙа.

– Ней, һеңлем... Керри бәбесем... 3 августа тыуған бер ир-йораты тураһында һөйләп ебәр әле! Ул, ней... Минең ҡустым ул... – тигән булды ул, ҡыҙарынып-бүртенеп.
– Тәк-с, Мәймүн апай, бына таптым. Эшкә әрһеҙ, тыныс холоҡло. Аҡса табыу өсөн һәм үҙ ғаиләһе өсөн үлеп бара. Оҫта, ҡулынан бөтә эш килә. Тик күңеле ятмаған эшкә үлтерһәң дә тотонмай. Мөхәббәт, секс яғына килгәндә... Тәк-с, түшәктә бик темпераментлы партнер. Матур бисәләрҙе ярата, уларға һис көтмәгәндә әүрәп китеүе ихтимал. Бик аҫтыртын, тормош юлдашы булараҡ ышанысһыҙ, үҙенең гонаһтарын тормош юлдашына һиҙҙертмәҫкә тырыша, – тип тамамланы практикант ҡыҙ.

Ошоға тиклем үҙенең ире менән ғорурланып: “Аллаға шөкөр, ирҙән уңдым. Аҡыллы, эшсән, эсмәй-тартмай һәм бисәләргә йөрөмәй” – тип маһайып йөрөгән “Алжирҙың хәрби осоусыһы”ның «самолеты» ҡолай башлағандай булды. “Ух, хәсис, яуыз йән! Йә күңелем һиҙеңкерәй ине ул. Күрһәтермен әле мин һиңә!” – тип янды Мәймүнә апай. Ни әйтергә лә белмәй, ҡаушап ҡалғас ул:
– Ну, был ҡустыны...Бахыр киленкәйем йәлке шул. Нишләйһең инде, бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә бит, – тип көрһөнөп ҡуйған булды.
Хәҙер инде һәр кем, үҙен ҡыҙыҡһындырған дата буйынса “ҡоҙам, ағайым, ҡустым...” тигән булып, бер-береһен ышандырырға тырышып, “Керри бәбес”те маҙаһыҙланылар. Әлбиттә, һәр кем үҙенең яртыһы тураһында ҡыҙыҡһына ине.

Ғәйшә-Гейша-Гандинең яртыһы кеүек ир колхозда ғына түгел, хатта донъяла һирәктер, моғайын. Айыуҙай кәүҙәле, суҡмар йоҙроҡло, башкиҫәр йөҙлө булһа ла, характеры ҡыҙ баланыҡылай нескәрәктер ул. Ғәйшә үҙе һөйләгәне бар, Сәлименең, никах уҡығандан һуң аулаҡ өйгә индереп бикләнгәс, кәләше янына килмәй ишек тупһаһында нисек таң аттырғанын. “Бәғзене эсерһәң туҡтатып алып булмай, ә Сәлим эсһә, бөтөнләй һөйләшмәй ҙә ҡуя,” – тип һөйләйҙәр ине уның тураһында. Ул хужалыҡта ғына түгел, районда иң алдынғы мал табиптың береһе булып һанала.

Йондоҙнамә буйынса Сәлим баҫалҡы, әҙәпле һәм бик тыйнаҡ хужа булып сыҡты. Быны дөрөҫләп Ғәйшә “эйе шул” тигәндәй баш һелкеп ҡуйҙы. Ләкин мал врачының мөхәббәт өлкәһендә йыш партнер алмаштырырға яратыуы, “Үҙ ҡатыныңды һаҡла, башҡаларҙы йәлләмә” тигән принцип менән йәшәүе, бигерәктә үҙенән олораҡтарҙы яратыуы асыҡланды. Гейшаның күңел шайтандары Сәлим өсөн “тамуҡ ҡаҙаны” аҫтына ут тоҡандырғайны инде:
– Ух, әй минең ҡоҙасам бәхетле икән, улай ҡоҙанан ҡәҙерләнгәс. Ысынлап та минең Харис ҡоҙам үҙенән туғыҙ йәшкә бәләкәс, – тип, көлөмһөрәп, ни әйткәнен үҙе лә аңламай, китаптағыларҙы дөрөҫләгән булды. Уның күҙ алдынан ауылдағы, Сәлимдән олораҡ булған етем-һәтем, ирһеҙ бисәләре – арғы яҡтағы бөкөрө Әсмә, тәмәкесе Зифа, магазин янында йәшәүсе тол ҡатын Сәлиха, үръяҡтағы Фатима, мәктәп урамындағы Сәрбиямал хихылдашып үтте.

Америка конгресының баш бухгалтеры “Хосе Айлен Моро”ның ире һары сәсле, йыуан бисәләрҙе яратыуы асыҡланды. “Ах, ҡороғор! Бына һис белмәгәнмен бит! Кәнишнә, һөйәркәләрең танауың аҫтында булғас, ни. Йә, ҡороғороң, ҡайһы ваҡыт анау туҡал башмаҡты эҙләгән булып ҡараңғы төшкәс кенә йә уң яҡтан, йә һул яҡтан ҡайтып инә ине. Нисауа, мин һиңә рәтен табырмын әле!» – тип эстән көйөп, ҡара янды меҫкенең. Ысынлап та Хәсбиямал апайҙың ут күршеләре икеһе лә йыуан кәүҙәле һәм һары сәсле ине. Етмәһә, уларҙың ирҙәре лә юҡ. Аннаның ире өс йыл элек аварияла һәләк булды, ә Сәкинәнеке күсеп килгәндә уҡ юҡ ине.

Ә баш бухгалтер урынбаҫары Гөлсирә апайҙың тормош иптәше пенсияла булһа ла, колхоз рәйесенең тәьмин итеү буйынса урынбаҫары булып эшләй. Рәфҡәт ағай төҙәтеп булмаҫлыҡ “Дон Жуан” булып сыҡты. Ул китап буйынса йәш-елкәнсекте генә ярата, уларҙы нисек булһа хәйлә, аҡса менән дә үҙенә йәлеп итергә тырыша һәм мораҙына ирешә торған кеше икән. “Ах, ҡарт төлкө! Йә, йыл һайын “радикулитым” тип бәлә һалған булып, йәйгә санаторийға путевка юллай башлай. Ә мин, һиңмай, уға йәлләмәй аҡсаһын артығы менән биреп ебәрәм бит әле. Ух, ҡарт убыр! Бына был яғына булһын әле. Сухари менән арбарһың бисәләреңде!” – тип үҙен-үҙе йыуатҡан булды быны-бына хаҡлы ял көтөп йөрөгән “Гледи” апай.

Колхоз кассиры Нәзифә апай Әхмәтенең уйнашсы икәне бөтә ғәмғә билдәле һәм уны иҫбатлау ҙа кәрәк түгел, тип уйлап ситтән генә күҙәтеп ултырһа ла, башҡалар ыңғайына ҡыҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Йондоҙнамә буйынса уның ире – “Арыҫлан”. Көслө шәхес булараҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы бик ярата, шул уҡ ваҡытта үҙ мөхәббәтенә тоғро була ала. Тик уның менән үтә иғтибарлы булыу, күңелен табыу мотлаҡ. “Арыҫлан” уҫал, көслө булһа ла, иркәләүгә, наҙға бик мохтаж.

Һәр саҡ кеше һүҙенә төшөп, ҡыҙғанып, өйҙә гелән ғауға ҡуптарырға, еңмешләнеп һауыт-һаба ватырға ихлас ғәҙәтле булған Нәзифә апайҙың башында хәҙер икенсе уйҙар ҡайнаша башланы. “Эй, Әхмәткәйем, кеше һүҙенә һылтанып та, ҡыҙғаныуҙан да һиңә ниҙәр генә күрһәтмәнем мин! Ун алты йыл эсендә ватылған һауыт-һаба бөтә ауыл кешеләренә етер ине, моғайын. Ә һин бына ниндәй кеше булғанһың икән”, – тип үкенес менән күҙҙәренә йәш алып ҡуйҙы. Шулай итеп, был бухгалтерия ҡатындары, “Нелли”-Нәзифәнән башҡаһы, асыулы, мәҡерле уйҙар менән өйҙәренә таралышты.

“Нелли” эстән йырлай-көйләй йортона ҡанатлы ҡош кеүек ҡайтып инде. Йәһәт кенә бер турам итте үткәреп билмән борҙо. Баҙҙағы ҡайнатмаларҙың һәр төрлөһө өҫтәлгә теҙелде. Уның араһында хужабикә көҙгө алдында һыланып-һыйпанып ире яратҡан шау сәскәле күлдәген кейергә лә өлгөрҙө. Уның әмере буйынса тамаҡтары туйған балалар урамға сығып һибелде. “Ярай, уйнаһындар әле. Әхмәтемде, исмаһам, аулаҡта хөрмәт итермен”, – тип уйланы “Нелли”.
Бына хужа эштән дә ҡайтып инде. Тупһа аша атлауы булды, һәр саҡ һуңлағанда һөҙгәк үгеҙ кеүек ҡаршылаған ҡатыны:
– И-и, бабаҡайым! Ҡайттыңмы, асыҡҡанһыңдыр инде? Әйҙә, йыуында ашарға ултыр, һуңлап ҡына, һағындырып ҡына ҡайтаһың бит, йәнекәйем! – тип янында өтәләнде. “Һөҙгәк үгеҙ”енең өҫтөнән кейемен алыуы, йыуынғанда эргәлә таҫтамал менән көтөп тороуы Әхмәт ағайҙы аптырауға ҡалдырҙы. Мул һыйлы өҫтәл артынан урын алған хужа алдына “шыҡ” итеп бер ярты араҡы ла килеп ултырҙы. Күрһәтелгән хәстәрләүҙе, һый-хөрмәтте тыныс ҡына ҡабул иткән Әхмәтте, ҡатынының таң менән яңағынан: “Уян инде матурым, аҡыллым, эшкә һуңлайһың бит”, – тип яндырып үбеүе тағы ла хайран итте. Сөнки ул Нәзифәһенең ғүмер буйы бисә-сәсәнән ҡыҙғанып, йөрәккә ауыр яра һалып әйтелгән һүҙҙәренән, бөтмәҫ янъялынан ялҡып, ҡатын наҙынан тамам төңәлгән ир ине. Өнөммө, төшөммө тигәндәй: “Был ни булды минең бисәгә? Йә раббым, һәр саҡ шулай булһаң, ниндәй бәхетле итер инең мине”, – тип уйланы Әхмәт ағай. Йыуынып, иртәнге ашҡа ултырғас, ул ҡатынын үҙ янына тартып алып, иркәләп тә алды. Тегенеһе бесәй кеүек наҙланып: “Ә-ә, бына нисек ир күңелен табалар икән. Ух, ата бесәй, ҡайһылай мырлап иреп китте. Ҡара уны теге “Керри бәбес”тең китабында дөрөҫ яҙылған икән”, – тигән һығымтаға килде. Ысынлап та был янъяллы өйҙә кинәт тыныслыҡ урынлашты, Әхмәт ағай һәр саҡ эштән иртәрәк ҡайтырға тырышты. Ә “Керри бәбес” был ғаиләнең иң ҡәҙерле ҡунағына әйләнде, хәҙер үҙен бәхетле һанаған Нәзифә апай ҙа уны буш сығарманы. Ай эсендә кетәктән бер нисә тауыҡ, ике ҡаҙ һәм ата күркә практикант ҡыҙҙың крокодил тиреһенән тегелгән ҙурайтылмалы сумкаһының ҡорһағына сумып, ҡалаға күстәнәс булып олаҡты.
Ә бына Нәзифә апайҙың элекке “ауырыуы” һәр ваҡыт иренә һоҡланып, уны өрмәгән ергә ултыртмаған, уның турала гелән бисә-сәсә, әхирәттәре алдында маҡтаныр булған “Хося” – Хәсбиямал апайға күсеп ултырып, уның күңелендә йыртҡыс уятты. Хәҙер инде Рәүеф ағайҙы ҡайтыуына өҫтәлдә тәм-том, йылы аш ҡаршыламаҫ булды, ул, нисәмә йыл инде ҡатыны менән бер-береһен йылытышып ятҡан тахтанан, ситке өйҙәге иҫке диванға ҡыуылды, “ҡәҙергә” генә кейелә торған кейемде һандыҡҡа бикләнде, эшкә йөрөгән “Москвич” тың тәгәрмәстәре алынып, түңгәктәргә ултыртылды. Әммә һәр саҡ сыҙамлы, баҫалҡы Рәүеф ағай аптырауға ҡалһа ла: “Моғайын, эшендә бер нәмә булғандыр”, – тип ҡатынының сәйер ҡыланыштарына иғтибар итмәҫкә, кешегә һиҙҙермәҫкә булып, йомолоп ҡалды. Ләкин “Америка конгресының баш бухгалтеры” Хәсбиямал апайҙың “ультиматумы” урамға бәреп сыҡты. Бер көндө Рәүеф ағайҙы эштән ҡайтыуына ҡапҡа алдында ҙур ғына таҡта өйөмө ҡаршыланы, ә икенсе көндә ул үҙ өйөн танымай торҙо, ике яҡтан күршеләр араһында тәпәш рәшәткәләр урынында яңы таҡталы бөйөк ҡойма ҡуйылғайны. Ә өйҙә уның “Конгресменка Хәсбийе” ауылдың танылған “шабашниктарын”ихлас күңелдән һыйлай ине. Хужабикә эштән ҡайтыусыға йылы һүҙ урынына солан өҫтәленә бер тәрилкә йылы аш икмәк киҫәктәре менән ултыртты ла, ишекте шартлатып ябып та ҡуйҙы. Иртәгәһенә ошоға тиклем һоҡланғыс татыулыҡта булған ут күршеләре Хәсбиямал апайҙан һис юҡҡа әрләнеп тә алды. “Америка конгресының баш бухгалтеры” улар тураһында һүҙ сыҡһа: “Йүнле ҡатын-ҡыҙ йыуан кәүҙәле, етмәһә, һары сәсле булмай ул!» – тип баҫым яһар ине үҙенең ғәйбәт һүҙҙәренә. Ике яҡҡа, ҡоймаларҙа “күҙәтеү тишеге” уйыу ҙа, кис мал эҙләргә сыҡҡан ире артынан аңдыу ҙа Хәсбиямал апайға ыңғай һөҙөмтәләр бирмәне. Был хәл әллә нигә алып барып еткерер ине, әллә Хоҙай Тәғәлә тамам йонсоп, кибә башлаған Рәүеф ағайҙы йәлләнеме икән, бер айҙан һул күршеһе Анна иргә сыҡты, ә Сәкинәнең ҡайҙалыр юғалып йөрөгән ире ғаиләһенә кире ҡайтып инде. Әлбиттә “Америка конгресынең баш бухгалтеры Хося Айлен Моро”ның йөҙөндә ҡояш балҡыны. Ул оҙаҡҡа һуҙмай күршеләрен ҡунаҡҡа саҡырып мул ғына һыйланы, һәр ҡайһыһына күлдәк кейҙерҙе. “Элеккесә татыу йәшәйек” тигәнде аңлатып, ике яҡтан ҡоймаларҙа ла күршеләргә бәләкәй ҡапҡалар асылды. Рәүеф ағайға ла йылы һүҙҙәр яуа башланы, ул ҡайтанан иҫке дивандан тахтаға, ҡатыны ҡуйынына күсерелде. Хәсбиямал апайҙың ысынлап та “американски” ҡыланып, унан кинәт баҫылыуының сәбәбен Рәүеф ағай ҙа, күршеләре лә һис аңлай алманы. Ул мәңглек сер булып, хужабикәнең күңел һандығы төбөндә ҡалды.

Мәймүнә апайҙы ла йондоҙнамә китабы ярайһы ғына ярһытты. Урта бүлмәлә телевизор ҡарап ҡына йоҡоға китергә һәм яңғыҙы йоҡларға яратҡан Әғмәл ағайҙы был юлы “Авиация полковнигы Меймун Аль Ахрам” “крутой пике” яһап, үҙ экипажына өлтөрәтеп килтереп һалды:
– Етер һиңә шул телевизорың менән! Улмы әллә минме һинең ҡатының? Йәш сағыңда ҡуйыныма сумырға көтөп кенә йөрөй торғайның...– тине ул үпкәле генә. Инде иллеһен үтеп, ҡайны, олатай булған Әғмәл ағай һүҙһеҙ генә үҙенең элекке урынын алды. “Бына һиңә! Бисараҡайым, йәш сағын һағындымы икән!” – тип уйланы ул. Тик Мәймүнә апайҙың был сәйер ҡыланыштары шуның менән генә бөтмәне. “Ниңә мине ҡосаҡламайһың? Ниңә артыңды ҡуйып ятаһың? Темпераментың ҡайҙа һинең, һантый!” – тип хатта йоҡо аралаш үҙ яртыһын осло терһәге менән төрткөләп йөҙәтте. Тертләп уянған Әғмәл ағайҙың ҡайтанан йоҡоға китә алмай торған “ауырыуы” бар ине. Шуға күрә лә ул ҡапыл йәшәреп киткән ҡатынының темпераментына бойһондо. Шулай итеп Мәймүнә апай “Алжирҙың авиация полковнигы” булһа ла, әхирәттәре Хәсбиямал һәм Нәзифә кеүек ҡыланманы, ирен йоҡларға үҙ янына күсереү менән генә сикләнде. “Әғмәлемдең темпераменты үҙемә генә булһын, башҡаларға ҡалмаһын”, – тип уйланы көнсөл ҡатын күңеле.

Ә “Ганди”-Ғәйшә аҫтыртын ғына ауылдың етем-һәтем, олораҡ һәм тол ҡатындарына ҡарата мәкер ҡорҙо. Иң башта ул юҡ-бар сәбәп табып, уларҙың һәр береһенә йөрөп сыҡты, сәй һемергән булып, донъя хәлдәре тураһында һөйләшкән арала уларҙың йәштәре тураһында һорашты. “Гандиның” күңеле “ҡара китабы”на: “бөкөрө Әсмә “сихут” ҡына, аяҡтарын һөйрәтеп саҡ йөрөй, отпадает,” “Тәмәкесе Зифаның буйы-һыны нисауа ғына, кәүҙәһендә ирҙәр өсөн мотлаҡ урындар мыйҡылдап ҡына тора, күҙҙәре лә уйнаштыҡы кеүек. Тәк... төп ихтибарҙы уға йүнәлтергә! Тол ҡатын Сәлиханың да, байтаҡҡа олораҡ булһа ла, буй-һыны буйтым ғына әле. Һүҙ ҡушыуҙары, йылмайыуҙары бик арбаулы. Минең быҙауҙы уға күңелен иретеүе шәйме ни? Өҫтәүенә, магазингә ҡаршы ғына йәшәй. Сәлимде тәҙрә сиртеп кенә саҡырып алыуы бик мөмкин. Ана, күпме ғүмер үҙе генә йәшәһә лә, ике урынлы тахта ултыртып ҡуйған. Ул оҙата сыҡҡанда тыҡырыҡ яғынан кеше һыймалыҡ тишек бар икәнен шәйләнем. Эргәһендә бейек алабута үҫә, боҫоп ултырырға бик йәтеш урын икән.

Уръяҡтағы Фатима Сәлимдең яҡын ғына апайы булып сыға. Ә Сабира менән Фирҙәүестең үҙ “төнәтеүселәре” бар икәне бөтә ауылға билдәле...” – тигән мәғлүмәттәр килеп ултырҙы. Тиҙ арала Сәлиха менән Зифаның йорттарынан алыҫ түгел “күҙәтеү пункттары” ҡуйылды һәм уларға тейешле инструкция бирелде.

Бер нисә көн 3-сө номерлы агент улынан “пакет” тоттороп ебәргән. Сос «Ганди» тиҙ арала Сәлиханың ҡапҡаһы эсендә пәйҙә булды. Өй ишеге йоҙаҡлы ине. Бер аҙҙан мал аҙбары эсенән тауыш сыҡҡандай булды, кәзә баҡырып ебәрҙе. “Ах, ҡороғорҙар, бына һеҙ ҡайҙа? Хатта кәзә малын аптыратаһығыҙ икән. Хәҙер күрһәтәм мин һеҙгә!” – тигән уйҙар менән “Гейша-Ганди” мал аҙбарына уҡталды. Бесәй кеүек ҡапҡа янына килеп баҫҡан бухгалтерҙың ҡолағына Сәлиханың: “Йә инде, тик кенә ят, луай туланма, Атос. Ҡайһылай көслөһөң һин...бына шулай аҡыллым...Ы-ы-х...Ы-ы-х...” – тип һамаҡлауы ишетелде. Ә теге кәзә һаман да “был икәүҙең ҡыланыштарына хайран ҡалыпмы” аҡырып ала ине. Бар нәфрәте тышҡа бәреп сыҡҡан “Ганди” эстән бикле ҡапҡаны келәһе-ниһе менән һурып алды...Тыш-быш килеп тын алып янына килеп баҫҡан ҡатынына Сәлим, һис иҫе китмәйенсә:
– Ә-ә, Ғәйшә? Алдараҡ килһәң, көслө ҡулдарың менән ярҙам итер инең. Сәлиха ней ҡулын имгәткән, бынау “айғырын” саҡ йыҡтым. Ана, башын баҫып тор әле. Нимә, ҡарсыҡ, миңә берәйһе килдеме әллә? – тип ҙур ғына кәзә тәкәһенең аяҡтарын бәйләп маташа ине. Сәлиха ла бик ҡыуанып китте:
– Бына ҡайһылай шәп булды әле. Ҡайҙа, мин сәй ҡуяйым әле, икәүегеҙ килгәс, хөрмәтләмәйенсә булмай инде, – тип өтәләнеп сығып китте. Ә “Ганди” ни әйтергә белмәй телһеҙ ҡалды һәм иренә ярҙамлаша башланы. Ни тиһәң дә был икәүҙең ҡыланыштарында ғәйепләрлек дәлилдәр юҡ ине. Шулай итеп “Индияның матурлыҡ аллаһы” үҙ ғүмерендә Сәлиме менән Сәлиханың кәзә тәкәләре: “Атос”, “Портос” һәм “Дон Кихотты “бабаға” ултыртышты. Хужабикә бурыста ҡалманы, был икәүҙең ай-вайына ҡарамай, өҫтәл артына ултыртты. Боҙоҡ уйҙарынан үҙе оялып, тынысланып ҡайтты Ғәйшә апай ҡунаҡтан. Ләкин уның күңелендә сиселмәгән “төйөр” ҡалды әле.

...Бер нисә көн үткәс, “1-се номерлы агенттан”: “Ғәйшә! Сәлихаға, тыҡырыҡтағы тишектән берәү инеп китте. Яңылышмаһам, Сәлимең шикелле. Унан күп тә тормай уттары һүнде. Килеп ет! – тигән хәбәр килеп төштө. “Әһә, бына хәҙер эләктегеҙме инде! Ну, мин һеҙгә хәҙер күрһәтәсәкмен. Ищ-щу, иртә менән район үҙәгенә семинарға барам, тип сығып киткән булды бит әле”, – тип янды “Ганди”.

Бер аҙҙан ул урында ине инде, күңелендә нәфрәт уты янған ҡатын, күпме генә көсәнмәһә лә, тишеккә һыйманы һәм уның янында көтөргә булды. Күптә үтмәй солан ишеге асылды:
– Һағындырып ҡына киләһең бит, йәнкәйем... Тағы ҡасан киләң, – тигән шыбырлау ишетелде. Тегенеһе яуап урынына ниҙер мығырлап ҡуйҙы. “Әһә, минең Сәлим эсеп алһа, ауыҙынан һүҙ алып булмай, түчнә үҙе”, – тип уйлап ҡуйҙы ҡулына күҫәк тотоп тишек янында һағалаусы. Сәлиханың ҡайнар ҡосағы йылыһынан һыуыныпта, уның ирендәренең һутын киптереп тә өлгөрмәгән “төнгө ҡунаҡ”ты, тишектә ярты кәүҙәһе күренеүе булды, Ғәйшә уны шарылдатып һуҙып һалып та ҡуйҙы. Унан инде осло башлы туфли һәм күҫәк үҙ “оҫталыҡтарын” күрһәтте. Ул арала аралашып маташҡан Сәлихаға ла ярайһы ғына “өлөш” тейҙе. Шау-шыуға күршеләр килеп сыҡмаһа, үрге остағы Маһираның ире, ауыл Советы депутаты Мөбәрәк ағайҙың йән генәһе күктәргә осор ине инде.

Был хәл иртәгәһенә үк бөтә ғәмгә билдәле булды. Сәлим, ҡатынының кеше араһына ҡыҫылып йөрөгәне өсөн, өндәшмәй генә үпкәләһә, Маһира кәшмир яулыҡ тотоп, мең-мең рәхмәт уҡып, уйнаш ирен фашлаусының яурынына һалып китте. Ә ауылда ғәйбәт көсәйҙе. Берәүҙәр: “Ғәйшә лә Мөбәрәкте ярата икән. Шуға бүлешә алмағандар”, – тип һөйләһә, ә икенселәре: “Ғәйшә тыҡырыҡтан үтеп барған икән, Мөбәрәк уны көсләргә йәбешкән” – тип иҫтәре китте. Тик берәү ҙә меҫкен “Гандиның” йондоҙнамә буйынса тилереп йөрөгәнен башына ла килтермәне. Ошо хәлдән һуң Ғәйшә, хас һин, ҡатындар кеүек, баҫалҡыға әйләнеп, шымып ҡалды. Хәҙер инде ул эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла ғорур баҫып урамдан атламаны. Кәртә артынан ине юлы.
Ә бына өлкән бухгалтерҙың урынбаҫары “Гөлсирә – Гледи” апай менән йондоҙнамә буйынса “Дон Жуан” Рәфҡәт ағайҙың араларында ни булғандыр – һиҙҙермәне.

“Кери бәбес”тең практикаһы ла тамамланды. “Ятып ҡалһам да, тапы ҡалайым” тигән кеүек, өлкән бухгалтер тантана ойоштормаҡсы булды, “ҡарсыҡ-мадамдарына” төрлө йомош ҡушты. Төшкә тиклем кабинетында бикләнеп ултырып, практикант ҡыҙ өсөн тейешле ҡағыҙҙарҙы тултырҙы. Бер сәғәттәй характеристика яҙып, уның шәп сығыуына үҙе лә хайран ҡалды. Шулай уҡ “Керри бәбес”тең уҡыған еренә “үтенес” ҡағыҙы ла тултырылды. Баш бухгалтер уҡыу йорто директорынан уны үҙҙәренә ебәреүен һораны, бөтә уңайлығы булған фатир вәғәҙә итте.
Мәжлесте Фәнис Әғзәм улы үҙе асты:
– Ҡәҙерле бәбесебеҙ Клара Шәриф ҡыҙы! Бына инде һеҙҙең, үкенескә күрә, ҡыҫҡа ғына булған практикағыҙҙа тамамланды. Әйткәндәй, һеҙ беҙгә “Луч света в темном царстве” тигәндәй, яҡтылыҡ биреп китәгеҙ. Ана, минең ҡарсыҡтар, элекке кеүек һәлпәйешеп түгел, матурланып, үҙҙәрен ҡарай башланы. Һөмһөҙ бухгалтерияға йән ингәндәй булды. Хәҙер мин уларға “ҡарсыҡтар” тип түгел, “мадамдар” тип кенә өндәшәм...

Баш бухгалтер түрҙә, үҙенең янында ҡыҙарынып-бүртенеп, әммә ғорур ултырған “Керри бәбес”те күктәргә сөйҙө, әллә ҡайҙарҙа йыһан киңлектәрендә алып йөрөнө, хыял диңгеҙендә йөҙҙөрҙө. Уның телмәрен ҡеүәтләп, “Һиндостандың матурлыҡ аллаһы” Гөлсирә апай, “Америка конгерсының баш бухгалтеры – “Хося Айлен Моро” – Хәсбиямал, Индира Гандиның аҙашы – Ғәйшә, “Алжирҙың берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ хәрби осоусыһы Мәймүн Әл-Әкрәм” – Мәймүнә апай, “Нелли” – Нәзифә, күҙ ситтәренә ҡунған йәш бөртөктәрен һөрткөләп, баш һелкеп, ҡеүәтләп ултырҙылар.

Артабан һүҙ «мадам»дарға бирелде. Гөлсирә апай “Керри бәбес”кә һәр ваҡыт сос, тырыш һәм үҙе кеүек “матурлыҡ аллаһы” булыуын теләне. Мәймүнә апай практикант ҡыҙҙың бухгалтерия коллективының тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеүен баһалап, уның исемен үҙенең, “хәрби самолетының фюзеляжына яҙып ҡуйҙы. Ғәйшә лә әхирәттәренән һис ҡалышырға теләмәне, Клара Шәриф ҡыҙын ошо көндән алып колхоз бухгалтерияһының “почетлы ағзаһы” итеп алырға тигән тәҡдим индерҙе. Уны бөтәһе лә сәбәкәйләп хупланы.

Ҡыҫҡаһы, оҙатыу кисәһе бик тантаналы үтте. Тиҙҙән практика үтеүсе өсөн “УАЗ” машинаһы ла килеп етте. “Керри бәбес” бухгалтерҙарҙың һәр береһен ҡосаҡлап, уларҙың күҙ йәштәрен “һығып”, баш бухгалтер янына килеп баҫты:
– Эх, Фәнис Агзамович, ҙур рәхмәт инде һеҙгә. Мин...мин..Әгәр һеҙ йәшерәк булһағыҙ...Ей богу, кейәүгә сығыр инем, – тине лә, һис оялып тормай, уны ҡосаҡлап ирендәренән һурып үпте лә, машинаға инеп ултырҙы. Шулай итеп, ҡаҡланған ҡаҙҙар, башҡа бүләктәр-күстәнәстәр тултырылған “Уазик” саң борҡотоп “Керри бәбес”те алыҫтарға алып китте. Оҙатыусылар уның артынан оҙаҡ ҡына ҡул болғап, өнһөҙ генә таралышты.

Ә баш бухгалтерҙың йөрәге дарҫлап типте, ирендәре ҡыҙҙың ҡайнар һулышын һаман да тойҙо. Янында тороп ҡалған бригада бухгалтере Зарифтың еңенән тартҡылағанға ғына һиҫкәнеп, уй-хыялдарынан уянды ул.
– Фәнис Әғзәмович, мин, әлбиттә, ҡыҙҙар кеүек һеҙгә әйтмәйәсәксен...Ней, теге...Оят та инде... – тип ярамһаҡланған булды ул.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң “Супер бух” кинәт үҙенә, Фәнис Әғзәм улына, әйләнде. Әле генә бәхет тойғоларын кисергән йөрәктә нәфрәт уты уянды, ҡыҙ үбеүенән янып ҡалған ирендәр ҡара-күккә әйләнде. Ләкин шундай ҡушамат биреп киткән “Керри бәбес”кә баш бухгалтер күңелендә ыңғай тойғолар көслө ине. Улар үҙенекен эшләне.
– Ярай, һинеңсә булһын. Ләкин теге “мадамдар”ға аңлат. Ну, шаталаҡ ҡыҙыҡай, китеп кенә ҡотолдоң бит! – тип ысын күңелдән шарҡылдата көлдө лә, контораға табан атланы.



Автор: М. Багаув
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”