RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

14.07.2019 Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында беҙҙең ауылда эргәләге Салауат ҡалаһына алып барып, баҡсасыларға тиреҫ һатыу кәсебе киң ҡолас алды. Колхозда аҡса юҡ, нимәгәлер йәшәргә кәрәк, шулай осто-осҡа ялғарға тырышты халыҡ. Минең ағай ҙа, иҫке генә булһа ла, ГАЗ – 53 машинаһы һатып алып, шул шөғөлгә тотондо. Кискеһен тиреҫте ҡул менән тейәп ҡуя, иртән иртүк таң һарыһы менән Салауатҡа сығып китә. Төш уҙмаҫ борон йәнә ҡайтып тейәй ҙә, йәнә ҡалаға юллана. Үҙе килеп тороп йылғыр – көнөнә ике рейс яһарға өлгөрә.

Бер аҙна шулай бер үҙе маташа торғас, арыны был. Берәй ярҙамсы, тиреҫ тейәүсе табырға булды. Кемде алырға, тигән һорау яфаламаны. Ана, ҡайнағаһы яҙғыһын сәсеүҙә ҡатнаша ла, көҙ көнө ырҙын табағына йөрөштөрә. Бүтән саҡта ҡапҡа төбөндә тәмәке быҫҡытып йә, әлеге шул папиросҡа, яртыһына һыу ҡушылған көмөшкәгә алданып, көнлөк берәй эш табып ваҡыт үткәрә.

Тәмәкелек, ваҡ-төйәклек аҡса булыр тип, ағайымдың ҡайнағаһы шатланып риза була бит. Кистән сөкөрләшә-сөкөрләшә тиреҫ тейәй былар. Ҡайнағаһы әжерен алып, иртән килергә вәғәҙә итеп, ҡайтып китә.

Иртән малды көтөүгә ҡыуғас, ағайым машинаһын ҡыҙҙыра. Документтарын барлап, юлға ҡуҙғалам тиһә, әллә ҡайһы арала кабинаға ҡайнағаһы инеп ултыра. Үҙе күҙҙәрен мөлдөрәтеп, кейәүенә ҡарай.

– Кейәү, бергә барып ҡайтайыҡ, ҡатындан әрләнеп ултырғансы, елләп, ҡала күреп ҡайтайым, ун йыллап күргәнем юҡ. Үҙеңә күңеллерәк тә булыр, – тип һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыра.
– Ярай, әйҙә һуң, – тигән кейәүе.

Уның үҙ хәстәре – машина үҙбушатҡыс түгел, клиентҡа тиреҫ бушатырға ярҙам итер, исмаһам, ҡайнағаһы. Бик матур ғына барып еткән кәсепселәр Салауатҡа. Тиреҫ һатыу еренә килһәләр, урын юҡ. Башҡа тарафтарҙан да тәбиғи ашлама тейәгән машиналар тулған. Ашҡаҙар буйындағы ҡаҙаҡтар ҙа мәж килә, әллә йоҡламағандар ҙа инде.

Ни эшләһендәр, беҙҙең кәсепселәр алыҫҡараҡ, күпер янынараҡ уҡ барып урынлаша. Ҡәһәрең икән, бында клиенттар бик килеп тә бармай. Кейәү ҡайнағаһына машинаны һаҡлау бурысын ҡуйып, күңелһеҙ булмаһын өсөн бер сәкүшкә самогон, өйҙән алған бер ит бәлеше тоттороп, клиенттар йөрөгән ергә разведкаға китә.
– Клиент килһә, нисек булһа ла көттөрөп тор, мин тиҙ әйләнәм, – тип фарман бирергә лә онотмай.

Ҡояш ярайһы ғына күтәрелеп, көн эҫей башлаған саҡ. Кейәүе күҙҙән юғалыу менән, тирәк күләгәһендә ултырған машинаның ишеген асып, ҡайнаға иркенләп башын йүнәтергә була. Стаканға шешәнең яртыһын ҡойоп, ләззәтләнеп йотоп ҡуйып, кейәүе төрөп алған бәлеште ашай ғына башлауға, яғымлы ғына ҡыҙ тауышы ишетелә.
– Поработаем, красавчик?

Собханалла, машина эргәһендә етен сәсле ҡыҫҡа итәкле ике ҡыҙ тора! «Клиент», – тигән уй килә ҡайнағаның башына. Нисек тә оҙағыраҡ тоторға, тине бит әле кейәү. Тик, бәлә инде, ошондай матур ҡыҙҙар күрһә, теле көрмәләнә лә ҡуя торған ғәҙәте бар.
– П-п-одо, подожди, я один не могу, шофер придет, поработаем, без него не могу, – тигән була ҡайнаға, саҡ телен әйләндереп. Ҡапҡан бәлеш киҫәге cаҡ тамағына тормай бисараның.

– Ты че, не мужик? Один не можешь что ли? Или денег нема? – Ҡыҙҙарҙың береһе ҡайнағаның әллә кеҫәһенә, әллә икенсе йән еренә бармаҡ осо менән тейеп үтә. Эштең ҡай тарафҡа йүнәлеш алғанын тойомлаған бисара, машина ишеген шап итеп ябып, бикләнә һала.

Клиент көтөп ултырған була тағы, бының үҙен клиент итә бит хәҙер был етен баштар. Кейәүе бер әйткәйне шул, был күпер төбөндә “төнгө күбәләктәр” йыйыла, тип. Ай, гонаһ шомлоғо икән! Ундай ҡыҙҙар тураһында телевизорҙан күрһәтһәләр ҙә, күңеле уйнап, ҡоҫҡоһо килеп, тороп китә ул. Гөлмәрфүғәһенән башҡа сит бисә-сәсәнең йылыһын тойғаны юҡ. Ә бында береһе хатта килеп һәрмәп ҡараны шикелле, тфү. Хәҙер нисек ауылға ҡайтмаҡ та, нисек кеше күҙенә күренмәк кәрәк, оят бит, ғәрлек!

Етен баштарҙың береһе сикәһе эргәһендә шөрөп борған хәрәкәт яһаны, икенсеһе – оҙон ҡыҙыл тырнаҡлыһы урта бармағын күрһәтте.
– Пошли отсюда, этот или извращенец, или импотент, толку не будет, только время потеряем.
Кейәү тиреҫ алыусы урыҫ бабайын эйәртеп машина янына килгәндә, етен баштарҙың нимә аңдып йөрөгәненә төшөнгән ҡайнаға, тәгәрмәсте ҡосаҡлап, ашаған бәлешен дә, йотҡан көмөшкәһен дә сығарып бөткәйне инде.

Кейәүе нисек кенә саҡырмаһын, нисек кенә инәлмәһен, ҡайнағаһы Салауатҡа башҡаса барманы. Ҡала һүҙен ишетеү менән ҡыҫҡа итәкле ике йәш ҡыҙ ишараты, эселеп бөтөлмәгән көмөшкә һәм ашалып бөтмәгән бәлеш күҙ алдына килә лә баҫа ине уның.



Автор: И. Асҡаров
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


Бәхеткәйҙәрең  бер булмаһа...

«Иремдең аяҡтарын  үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)

19.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)


Хыянаттан тыуған баламы һин?