RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


* * *
– Доллар төшә, тигән булалар...
– Юҡ, һикерер алдынан сүгеп кенә ала ул шулай.

* * *
– Минең шәп телефонымды урланылар.
– Полицияға барҙыңмы?
– Эй, улар түгел.
* * *
Яңы рулгә ултырған туташ – әхирәтенә:
– Уф, автомобилемдең тәгәрмәсе бушаған.
– Сәпсим бушағанмы?
– Юҡ, аҫҡы өлөшө генә.

* * *
– Бисәң менән ни эшләп айырылышырға булдығыҙ?
– Беләһеңме, төнө буйы әллә ҡайҙа булды ла, апайымда йоҡланым, ти!
– Шунан?
– Алдай, апаһында мин йоҡланым!

* * *
– Рус класында уҡып, һин нисек башҡортса матур һөйләшәһең ул?
– Беҙҙең инглиз теле уҡытыусыһы башҡорт ине…

* * *
Бер ир стена сәғәтен йүнәтергә алып килгән. Мастер сәғәт эсен асып ҡарағас, унан үлгән тараҡан килеп сыҡҡан.
– Бына ҡарағыҙ, машинисығыҙ үлгәс, сәғәт эшләмәй инде…

* * *
Йөҙө күм-күк булып күгәргән ирҙе күреп, иптәштәре һорай икән:
– Кем һине ҡарағыһыҙ итеп туҡманы?
– Теге аҙнала һөйәркәмдән ҡайтҡанда, минтай балығы һатып алдым да, ҡатынды, балыҡҡа барҙым, тип алданым. Ул, ҡайҙа булдың, тип ҡат-ҡат һораны. Күрмәйһеңме ни, балыҡҡа барҙым, тинем. Кем белгән инде уның Ағиҙелдә минтай балығы булмауын белгәнен.

* * *
– Әлфир, ниңә танауың күгәргән?
– Балыҡҡа барғанда ҡорт саҡты.
– Ҡорт саҡҡандан ғына шулай күгәрмәй инде.
– Кәмәлә ултыра инек, бал ҡорто танауға килеп ҡунды. Атай, уны үлтерәм тип, ишкәге менән танауға һуҡты.



Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


Бәхеткәйҙәрең  бер булмаһа...

«Иремдең аяҡтарын  үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»