RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 Ҡара ҡылыҡ...

Новосибирск аэропортында үҙе­беҙҙең рейсты көтөп ултырам. Ваҡыт үтмәй ҙә үтмәй. Аптырап, тегеләй ҙә йөрөп киләм, былай ҙа – сәғәт телдәре туҡтаған кеүек. Ҡабат ултырам. Янымда – ҡараңғы сырайлы ҡатын. Уның нисә йәштә булыуын да сырамытып булмай. Бер ҡараһаң, 45 – 50 йәшлек тә һымаҡ, икенсе ҡараһаң, 65 – 75 йәшлеккә лә тартым кеүек... Баштан-аяҡ ҡап-ҡара балахон кейемдә үҙе. Ҡара яулығын күҙенә төшөрөп үк бәйләгән. Ирендәре ҡымтылған, ҡарашы иҙәнгә сәселгән. Бер-береһенә йомолған ҡулдары кө­сөргәнешле ҡатҡан кеүек тойола. Ул һаулығымды алмағас, мин дә һөйләшергә баҙнат итмәнем. Кафеға барып килеүемә, эргәбеҙгә кескәй ҡыҙы менән йәш ҡатын килеп урынлашты. Бала шунда уҡ арҡаһындағы ҡупшы ғына рюкзагынан тубын алды ла, көлә-көлә уйнарға кереште. Әсәһенә тупты бәргән ыңғайы, уйынсығы миңә килеп бәрелде. Йәш ҡатын уңайһыҙланып китте, ипләберәк уйна, тип ҡыҙын орошоп, минән ғәфү үтенде.

– Бер ҙә аптырамағыҙ, бөтә туп гел шулай миңә табан оса, бәрелә ул, – тип көлдөм. – Шуға футбол, волейбол буйынса ярыштарға йөрөргә лә ҡурҡам. Хоккейға ла бармайым, сөнки унда шайбаны үҙемә тартам.
– Ышанам, – тип көлөүемде күтәреп алған йәш ҡатын менән бер самолетҡа билет алыуыбыҙ асыҡланды.
– Ярай һеҙгә ни бары йә туп, йә шайба эләгә, ә мине бит баш осомдан осҡан һәр ҡош, ғәфү итегеҙ, билдәләргә ынтыла, – бигерәк алсаҡ үҙе, хәбәрҙе һүтте генә. – Бына, әйтәйек, “Һуңғы ҡыңғырау” байрамынан һуң күмәк кеше урам буйлап атлап киләбеҙ. Иллегә яҡын кеше! Ә бер күгәрсен аяҡ осонан тиерлек пырылдап осоп, тап минең башыма шапылдатып с...п китмәһенме! Бөтәһенә лә көлкө, ә мин ер тишегенә инерҙәй булдым. Ерәнестән саҡ ҡоҫоп ебәрмәнем. Башҡалар күңел асырға китте, ә мин, бахыр, өйгә һыпырттым – сәс йыуырға. Аҙаҡ оялыштан ип­тәштәрем янына кире барып та торманым. Юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә лә шундайыраҡ хәл булды. Бынан тыш, кейемемде лә, ҡул­сатырымды ла бысратҡандары бар. Хәҙер яҡын-тирәлә ҡош күренһә, йәһәтерәк йәшеренергә, ситкә һи­керергә, ҡасырға тырышам.
– Юҡҡа ҡасаһығыҙ, – тип кинәт телгә килде ҡара кейемле ҡатын. – Ҡоштоң шулайтып билдәләүе – оло уңышҡа.
– Ҡуй инде, – тип көлдө көләкәс әсә. – Шулайтып ҡына үҙемде тыныс­лан­дырмаһам... Люда, һин ҡайҙа киттең?

Әсә, тубын тотоп, зал буйлап һике­рәңләп китеп барған ҡыҙы артынан йүгерҙе: “Әйҙә, кафеға, Люда, тәмлекәстәр ашарға!”
– Бик насар исем ҡушҡандар ҡыҙға, – тине “ҡара кейем”, уларҙы ауыр ҡарашы менән оҙатып.
– Исемдең насары буламы ни? – шунда уҡ әңгәмә ебен эләктереп алдым. – Миңә ҡалһа, бөтә исем дә нейтраль.
– Юҡ, – ул минең менән килешмәй, башын сайҡаны. – Мин үҙем дә Людмила бит. Өләсәйем атай-әсәйемде, балаға алама исем ҡушаһығыҙ, ауыр, ҡатмарлы яҙмышҡа дусар итәһегеҙ, тип иҫкәртһә лә, тыңламағандар. Һәр исемдең үҙ энергетикаһы бар. Вадим, Анатолий, Роман, Тамара, Вера кеүек исемле балаларҙы тормош бик йыш төрлө һынауға дусар итә.
– Улайға китһә, һәр кемдең үҙ һынауҙары, үҙ кәртәләре була, еп-еңел генә тормош бик һирәктәр өлөшөнә төшә.
– Ә һеҙ үҙ таныштарығыҙ араһында барлап ҡарағыҙ шундай исемле кешеләрҙе, уларҙың яҙмышына байҡау яһағыҙ. Шунан аҙаҡ, Люда хаҡлы булған икән, тиерһегеҙ. Миҫалға минең тормошто алайыҡ. Мәҙәниәт-ағартыу учи­лищеһына уҡырға ғына ингәйнем, атай-әсәйем мунсала төтөнгә ағыуланып үлде. Беҙҙең менән йәшәгән ҡарт өләсәйемде, бәлиғ булмаған ике туға­нымды ҡарар өсөн уҡыуҙы ташларға тура килде. Йыр-бейеүгә, ойоштороу эштәренә һәләтем булһа ла, белемһеҙ тороп ҡалдым, почтала йыйыштырыусы булып эшләнем. Шулмы ғәҙеллек? Ике ир туғанымды ҡарап үҫтереп, кеше иттем, ә улар рәхмәтле була белдеме? Юҡ. Өйләнделәр ҙә, икеһе ике яҡҡа сығып олаҡты. Килеп хәлде лә белмәйҙәр.
– Бәлки, үҙегеҙ уларҙы биҙ­ҙер­гәнһегеҙҙер? – тим һаҡ ҡына.
Уйланып ултырҙы.
– Бәлки. Үтә ҡаты булдым. Ҡаты булмайынса, нисек уларҙы ҡулда тотаһың? Ир балалар бит.
– Ҡатылыҡтан бигерәк, ғәҙелһеҙлек, бер-береңдең күңел халәтен тоймау биҙҙерә шикелле.
– Шулайҙыр... Йәшерен-батырын түгел, өләсәйгә ҡарата ныҡ ғәҙелһеҙ, уҫал булдым. Атай-әсәйем үлеп, хыялдарым селпәрәмә килгәнгә унан үс алдым. Күҙемә мөлдөрәп ҡарап китеүе лә, мине борсомаҫ өсөн башын баҫып, ваҡ-ваҡ ҡына атлап йөрөүе лә, миңә ярарға тырышып, ғәйепле йылмайыуы ла, семтеп кенә ашауы ла сығырымдан сығара торғайны. Бе­ләгенә һуғып ебәргәндә, беләген тотоп, сеңләп илап ебәрһә, үҙен ботарлап ташларҙай инем...
– Уй, Аллам... – оло кешенең ниндәй хәлдә йәшәгәнен күҙ алдына килтереп, уның өсөн һыҙланыуҙан йөрәгем ярыла яҙа. – Бисараҡай...
– Мунсаны ул йүнләп ҡарап тормайынса баҫҡан.
– Атай-әсәйегеҙ үҙҙәре лә өлкән кешеләр, тәүге тапҡыр мунса инмә­гәндәрҙер, нишләп еҫте һиҙмәгәндәр?
– Һалмыш булғандар шул... Ҡунаҡтан ҡайтыу менән тура мунсаға ингәндәр, сайынып ҡына сығайыҡ, тип.
Кеше көнлө оло әбейҙе рәнйеткән йәнһеҙ ҡатындың янынан тиҙерәк ҡасҡым килде. Күсеп ултырырға ине тип, ҡалҡынып, ҡарашым менән залда буш урын эҙләнем.
– Көтөп тор, – ул ниәтемде аңланы. – Бының өсөн аяуһыҙ хаҡ түләнем. Яҙмыш мине ергә тиклем бөктө, күрмәйһеңме ни?

Ләм-мим өндәшмәнем. Әммә “ҡара кейем” өнһөҙ ҡалыуыма иғтибар итмәне:
– Тыңламаһаң да, һөйләйем. Мәктәптә саҡта уҡ минең менән ярышҡан, әллә ни ярылып ятҡан һәләте булмаһа ла, сәмләнеп, шул уҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға ингән синыфташ ҡыҙ эшкә ҡасабаға ҡайтты, мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп алдылар уны. Почтала иҙән йыуыуҙан тыш, мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр түңәрәкте етәкләй инем, мине ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Тора-бара яратҡан егетемде лә (киномеханик ине) баҫып алды. Егетем минең менән аңлашып тороуҙы ла кәрәк тип тапманы, ниңә улайттың, тип һорағас, ҡулдарын ғына йәйҙе лә ҡуйҙы... Йәнемде ҡарайтып, матур итеп йорт һалып инделәр, аҙаҡ тупылдап балалары тыуҙы. Ауыҙҙы-ауыҙға терәп сөкөрләшеп, ҡултыҡлашып ҡына йөрөрҙәр ине. Ҡупшы кейем кейгән, сәсен бейек итеп өйөп ҡуйған синыфташты күрә алманым. Ул тормошомдо урлап, минең яҡты, яҡшы тормош менән йәшәгән кеүек ине. Ә мин бахырҙар, даланһыҙҙар рәтендә ҡалдым. Тешемде ҡыҫып, серәшеп йәшәргә маташтым шулай ҙа. Ҡустыларымды уҡыттым, туйҙарын үткәрештем, өләсәйҙе һуңғы юлға кешесә оҙаттым, урамға сығарып бәрмәнем. Кейәүгә сыҡтым. Ирем эсергә яратһа ла, ғауғасыл түгел ине, быуынһыҙ бер Алла бәндәһе. Күпселек нисек йәшәй, беҙ ҙә шулай донъя көттөк – утһыҙ, төтәп кенә. Бауыры сереп үлгәс, әллә ни ҡайғырманым. Ә бына ҡыҙҙарым, улым өсөн йәнемде бирергә әҙер инем. Игеҙәк ҡыҙҙарым бигерәк шәп ине: уҡыуҙа ла, спортта ла, концерттарҙа ла алдынғы булдылар. Синыфташымдың уртасыл балаларынан минекеләрҙең бер башҡа өҫтөнлөктәре бәләкәй саҡтарынан уҡ беленде. Шул күңелемә дауа ине. Бер кемгә лә ал бирмәгеҙ, ҡайҙа ла беренсе булығыҙ, тип үҫтерҙем ҡыҙҙарҙы ла, малайҙы ла. Улар шыйлап ҡына юғары уҡыу йортона уҡырға инеп киткәс, ғорурланыуым!

Ә синыфташым һаман миңә аяҡ салды: мине тағы ла үҙешмәкәр тү­ңәрәккә етәкселек итергә саҡыр­ғастары, иҙән йыуыусыны сәнғәт “йондоҙо” итеп күтәреп, кеше көл­дөрмәйек, тигән. Ғәрләнеүем шунда... Эсемә һыймаған асыуҙан сихырға тотондом. Таяҡтың ике осло булып, бер осо мотлаҡ үҙеңә һуғырын уйлап та ҡуйманым. Бер сихырсыға барып, унан Вуду ҡурсағын эшләттем. Синыфташтың сәсен табып алыуы, шарфын урлауы бер ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Уға оҡшатып яһаттым ҡурсаҡты. Синыфташтың исемен ҡуштым. Сихырсы өйрәткәнсә, ҡурсаҡты һуҡҡыслап, туҡмап, ҡарғаным, башына, муйынына, йөрәге тәңгәленә энәләр ҡаҙаным. Шунан төндә баҡ­саларына алып барып күмдем. Әллә ысынлап сихыр көслө булды, әллә шулай осраҡлы рәүештә тап килде, әммә бер аҙҙан синыфташым ауырыуға һабышты. Күҙ алдында шиңгән ҡатынды күреп, эстән тантана итә инем. Киномеханик эше бөтөрөлөп, байтаҡтан балта оҫтаһы булып йөрөгән ире 23 июндә почтаға йомош менән инеп, ҡатыным сирләй, тип бошоноп әйткәйне, шулай кәрәк һеҙгә, тинем: “Минең өлөшкә төшмәҫкә ине”. “Улай тимә”, – тигән булды. Һәм шул уҡ көндө имтихандарҙан һуң өйгә ҡайтырға сыҡҡан игеҙәктәрем юлда аварияға тарыны. Бер бәпесем шунда уҡ йән биргән, ә икенсеһе өс көндән дауаханала иҫенә килмәй үлде – реанимацияла ине, янына индер­мәнеләр... Тубыҡланып йөрөп һораным, барыбер индермәнеләр, кешелек күрһәтмәнеләр. Ярамай, имеш... Ҡыҙы­ҡайымдың мәйетен генә ҡосаҡланым. Тере сағында тәненә ҡағылырға, битенән һыйпарға, үбергә, яратыуымды әйтергә мөмкинлек бирмәгән табиптарҙы кисерә алмайым. Шунда янына инһәм, тауышымды ишетһә, устарымдың йылыһын тойһа, бәлки, терелеп тә китер ине бит, тип һаманғаса өтөләм. Береһе атас, икенсеһе инәс ине бәпестәрем-йон­доҙҙарым. 26 июндә синыфташымдың да йөрәге туҡтаған. Быны аҙаҡ белдем, ә ул саҡта уның ҡайғыһы булманы.

Үткән аҙнала иһә улым заводта ауыр йәрәхәттәр алды, әле һаманғаса хәле ҡыл өҫтөндә. Ҡайғынан хыялыйға әйләнмәҫ борон тип, тәүбәләр ҡылып, изге урындар буйлап сығып киттем. Алтайға, Ҡазан-Богородица мо­настырына барып, Хоҙай Әсәһенең мөғжизәле тәреһенә суҡынып ҡайтырға ултырам.

Мин уға ғәжәпләнеп ҡараным:
– Белеүемсә, бынан Барнаулға тура рейстар юҡ. Һеҙгә тимер юлы вокзалына барырға кәрәк.
– Беләм. Мин бында тиклем самолетта килдем дә, әллә нимәгә йөрәкһеп, ҡуҙғала алмай тик ултырам. Баламдың хәле ауырайҙымы икән әллә, тип уйларға ла ҡотом осоп тора. Йөрәгемде усыма ҡыҫып, ҡыбырларға, тын алырға ла ҡурҡып ҡатҡанмын.
– Әйҙәгеҙ, шылтыратып, улығыҙҙың хәлен белешәйем, – тинем. Әле генә ҡасырға уйлаһам да, йәлләнем үҙен.
– Ишеттегеҙме: беҙҙең самолетты иғлан иттеләр, – ҡыҙын етәкләгән йәш әсә аһылдап йүгереп килеп етте. – Ҡуҙғалмайыҡмы?
Мин телефонымды сығарып, ҡара кейемле ҡатынға һораулы текәлдем:
– Ниндәй номер буйынса шыл­тыратырға?
– Барығыҙ, барығыҙ, – ул көсһөҙ генә ҡулын һелтәне. – Үҙем шыл­ты­ратырмын...

Беҙ хушлашып китеп барҙыҡ. Йәш әсә, артҡа йәшертен ҡараш ташлап:
– Сәйер ҡатын. Ҡап-ҡара. Бр-р, ҡурҡыныс хатта, – тип ҡуйҙы.
Үҙе түгел, ҡылығы ҡурҡыныс, тиергә ине лә бит... Ләкин мин өндәшмәнем.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


Бәхеткәйҙәрең  бер булмаһа...

«Иремдең аяҡтарын  үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)

19.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)


Хыянаттан тыуған баламы һин?