RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 Рәнйеш (Хикәйә)

– Гөлбаныу китеп барған икән...
– Уй, Аллам... Анау сабыйғынаһы ҡалайта инде...
– Оҙаҡ йөрөй алмаҫ Зәкире. Баланы нисек итеп әсәйһеҙ көтмәк кәрәк?..
– Йөрөмәҫ, йөрөмәҫ яңғыҙы. Йөрөтмәҫбеҙ...

Бөтә ауыл халҡы ҡайғылы хәбәрҙе ишетеп шаңҡығанда, шатлыҡтан Маһираның йөрәге дөпөлдәп, ауыҙынан килеп сыға яҙҙы. Бына бит, ниһайәт, уның да бәхет сәғәте һуҡты. Тиҙҙән үҙенең йәшлек мөхәббәте Зәкиргә яҙмышын бәйләйәсәк. Билләһи, бәйләйәсәк!

Ғүмер буйы ул класташы Гөлбаныуҙың тормошона, бәхетенә көнләшеп йәшәне. Берҙән-бер бала булған Гөлбаныу етеш ғаиләлә матур тәрбиә алып үҫте. Медучилище тамамланы ла Маһиралар ауылына килен булып төштө.

Осон-осҡа ялғап, етешһеҙ тормошта йәшәгән күп балалы ғаиләлә тыуған Маһираның уҡыуының рәте булманы. Һатыусылар әҙерләү курстарынан һуң магазиндарҙа һатыу итте. Эшләгән бер ерендә кеше менән һыйышманы, эсергә өйрәнеп алды, ирҙәр менән сыуалды. Үҙҙәренә күрше булып йәшәгән баҫалҡы, ҡыҙҙар кеүек тыйнаҡ Зәкирҙе бала саҡтан яратты. Ә егет уға бөтөнләй иғтибар итмәне. Гөлбаныу уҡыуын тамамлағас, гөрләтеп туй үткәрҙеләр ҙә матур итеп йәшәп алды ла киттеләр.

Яратҡан егеттән ҡолаҡ ҡаҡҡас, Маһира сығырынан сыҡты, ғәрләнде, кәмһенде. Күп уйлап тормай, күрше ауылда ҡатынын айырған бер ир менән яҙмышын бәйләне. Был ир менән борсағы бешмәне, тыуырға өлгөрмәгән сабыйын дауаханаға барып юҡ итте, башҡаса бер ҡасан да бала тапмаҫын да белде. Ауылға кире күсеп ҡайтты. Бына бит, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына. Йөрәге ауырта, тиҙәр ине. Киткән дә барған Гөлбаныу.

Маһира татлы уйҙарға бирелеп, ҙур көҙгө алдында борғоланды. Тоҡомло эт башы ҙурлығындағы түштәренә ҡарап һоҡланды, яҫтыҡ дәүмәле булып ҡабарып торған арт һанын һыйпаны, бүрәнә йыуанлығы аяҡтарына ҡарап маһайҙы.

Ярай, төҫө-башы булмаһа ла, бына ҡайҙа ул һап-һау тән, бына ҡайҙа ул байлыҡ! Алла бойорһа, ул оҙон ғүмерле буласаҡ та Зәкире менән гөрләтеп донъя көтәсәк!

...Ҡатынын ерләгәс, Зәкир ҡайҙа барып бәрелеп-һуғылырға белмәне. Имсәк һораған улын ҡулына алып, ишекле түрле-йөрөп, малайы менән бергә иланы...

Ҡәйнәһе менән ҡайныһы баланы үҙҙәренә алып ҡайтып киткәс, яңғыҙ ҡалған ир өйҙә толҡа тапманы, йоҡоһо йоҡо булманы. Эштән иртәрәк ҡайтһа, күрше ауылдағы ҡәйнәләренә юлланды. Шешәнән һөт имеп үҫеп килгән улын күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып һөйһә, эсендә ут булып янған хәсрәте бер аҙға кәмегәндәй булды.

– Ҡуй, кейәү, баланы беҙ үҙебеҙ көтәйек тә ҡуяйыҡ. Әлегә ҡайның да, мин дә, Аллаға шөкөр, һаубыҙ. Яңғыҙың барыбер ҡарай алмаҫһың. Малыңды ла бөтөр. Ана, эшең менән бул. Бала хәҙер беҙгә өйрәнде инде, ыҙалама, – тип бер көндө ҡәйнәһе һүҙ башланы.
– Рәхмәт һеҙгә, ҡәйнәм. Һеҙ булмаһағыҙ, беҙ ни эшләр инек икән? Эйе, улым әлегә һеҙҙә йәшәп торор. Баш-күҙ алғас, алып ҡайтырмын. Мине, зинһар, аңларға тырышығыҙ.

Мәликә кейәүенең теләгенә ҡаршы килмәне. Һау кешегә ни таң ата ла кис була. Ҡайғылы моңһоу көҙҙәр ҡышҡа барып ялғанды. Тормош үҙ яйына дауам итте.
Маһира Зәкирҙең бер үҙен генә тап итә алмай өҙгөләнде.
“Байтаҡ ваҡыт уҙып китте, әллә берәйһен табып алғанмы? Мин тағы ла унан ҡолаҡ ҡағаммы?” – тигән уйҙар көнө-төнө башынан сыҡмай йөҙәтте.
Шәмбе көн ине. Төн уртаһы еткәс, абалап эт өрә башланы. Зәкир ишекте асып ебәрҙе. Ҡаршыһында баҫып торған Маһираны күреп, артҡа сигенде.
– Һин... Ни эшләп йөрөйһөң бында төн уртаһында?
– Һиңә килдем. Индерәңме?
– Ни йомош?

Ҡатын яуап биреүҙе кәрәкле һанаманы, Зәкирҙән дә алда өйгә инеп китте. Ирҙең өйгә килеп инеүе булды, Маһира уны муйынынан ҡосаҡлап алды ла иларға тотондо:
– Яратам бит мин һине, яратам... Аңлайһыңмы? Әрлә, кәмһет. Ҡыуһаң ҡыу, ризамын...
Зәкир унан саҡ ысҡынды, ике ҡулынан тотоп алды ла ҡаршылағы ултырғысҡа ултыртты.
Маһира илауын дауам итте:
– Ҡайһы ерем оҡшамай, әйт! Гөлбаныуың үлде. Аңлайһыңмы, үлде! Бүтән ул юҡ! Ә бит һиңә артабан йәшәргә кәрәк... Улыңа минән дә яҡшы әсәй таба ала алмаясаҡһың...
Әйтер һүҙен әйтеп бөтмәҫтән ҡапыл торҙо ла йүгереп сығып китте. Был хәлде аңлай алмаған ир ултырғыста ултырып ҡалды.

Ул арала Маһира эште бик ҡыҙыулатты. Әмәлгә ярағандай, Зәкирҙең тыуған көнө килеп етте. Шул көн эштән ҡайтты ла сәй эсергә ултырыуы булды, ишектән Маһира килеп инде.
– Ҡара, ҡара, кешеләр тыуған көндәрен билдәләмәй ҙә. Әллә улар бөгөн тыумағанмы? Беҙ саҡырғанды көтөп торманыҡ инде... – тип өҫтәлгә һый-ниғмәттәрен теҙә лә башланы.
– Ниндәй күңел асыу ти ул? Тыуған көн ҡайғыһы юҡ миндә, – Зәкир өҫтәлдәге әйберҙәрҙе Маһираның сумкаһына кире һала башланы.
– Мин һин ҡайғырып ултырмаһын, тип килгәйнем...

Ҡатын иламамыш булып китте, аптыраған ир уны йыуата башланы. Шуны ғына көткәндәй, аҙыҡ-түлекте өҫтәлгә кире теҙҙе. Һый янына сумканан араҡы ла сығып урын алды.
Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғынан, ауыр эштән миктәгән ир тиҙ иҫерҙе. Бер туҡтауһыҙ ниҙер таҡылдаған, сәрелдәп йырлаған Маһира Зәкирҙең күҙенә Гөлбаныу булып күренә башланы
“Их, Гөлбаныу... Ниңә беҙҙе ташлап киттең? Нисек инде ул мин хәҙер яңғыҙ...”
Аңы буталған ир сайҡала-сайҡала йоҡо бүлмәһенә инеп барғанын иләҫ-миләҫ кенә хәтерләне.

“Ир булыуы ҡороһон, йүнләп эсмәне лә, бәлйерәп төштө...” – тип уйланы Маһира. Ултыра биргәс, бер-бер артлы ике рюмка араҡыны тамағына ҡойҙо ла залға сыҡты. Бына, исмаһам, матур донъя! Заманса мебель менән йыһазландырылған, ҙур зауыҡ менән биҙәлгән – йыйыштырылған залды ентекләп ҡарап сыҡты ла Гөлбаныуҙың ҙурайтылған фотоһы янында туҡталды. “Һылыулыҡҡа бик һылыу инең, класташ. Но һылыулығың менән һыу буйлай алманың. Бәхетле булдың, һүҙем юҡ. Бына шулай ул донъя... Ваҡытында минән Зәкирҙе тартып алғайның да ул, хәҙер Зәкирең дә, донъяң да миңә ҡалды. Бер рәхәттең бер михнәте була, үлеп ҡуйҙың. Миңә лә кеше рәүешле йәшәргә кәрәк... Так что ятҡан ереңдә беҙгә ғүмер, бәхет теләп ят...” Үҙ уйҙарынан бик тә ҡәнәғәт булып, йоҡо бүлмәһенә ыңғай­ланы.

Иртәгәһен Зәкир, таш һымаҡ ауырайған күҙ ҡабаҡтарын саҡ асып, йоҡоһонан уянды. Башын бороп ҡараһа, эргәһендә йоҡлап ятҡан дәү кәүҙәле ҡатынды күрҙе: “Был кем ул?!”
Ғәжәпләнеүҙең сигенә сыҡҡан ир ҡапыл тороп ултырҙы. Кисәге хәл әкренләп иҫенә төшә башланы: “Маһира бит был! Кисә ҡайтмаған...”
Зәкир уйлап та өлгөрмәне, Маһира уянды ла уны ҡосаҡлап алды.
– Туҡта, ебәр әле, Маһира! Был нимә әле ул? Ниңә кисә һин ҡайтманың? Улай ярамай бит...
Ир тороп кейенә башланы. Үҙе лә аңламаҫтан, тышҡа сығырға ынтылды. Уның юлын, аҡырып илап, Маһира бүлде:
– Ҡайт тип әйтергә кәрәк ине! Ә хәҙер мин ни эшләргә тейеш? Тыуған көнөң менән ҡотларға килдем дә ҡыуылып сығам. Ғәрлек!

Ҡатын тиҙ генә кейенде лә илай-илай ишекте шартлатып ябып сығып йүгерҙе.
Ял көнө булғанлыҡтан, башы ныҡ ҡына ауыртҡан Зәкир оҙаҡ ҡына тора алмай ятты. Малын тәрбиәләп өйгә инеүгә аш бүлмәһендә йөрөгән Маһираны күрҙе лә һөйләшергә хатта һүҙ тапманы.
– Бына аш бешереп алып килдем. Иртәгә һиңә эшкә бит. Ҡайҙа, мунсаңды яғып ебәрәйем. Ҡарасҡыға оҡшап бараһың. Ҡатын үлде тигәс тә... Шулай булып йөрөргә яраймы?..

Зәкир үҙен көҙгөнән ҡараны ла ҡарашын ситкә алды. Тиҙ арала мунса ла өлгөрҙө. Ир шунда йүнәлде, инеп сисенеп эләүкәгә ултырыуы булды, Маһираның тауышы ишетелде:
– Таҫтамалыңды онотоп ҡалдырғанһың бит!
– Ярай, соланда ҡалдырып кит.
Зәкир әйтеп тә өлгөрмәне, шәрә яланғас Маһира мунсаға килеп тә инде. Ул көндө ҡатын тағы ла өйөнә ҡайтманы.

Көндәр шулай бер-бер артлы уҙа торҙо. Эштең олоға китеп барғанын Зәкир үҙе лә аңланы. Ауыл Мәскәү түгел. Яҡшыһынан алда насар хәбәр тиҙ тарала.
– Анау Маһира Зәкиргә барып ингән, ти...
– Кеше ҡайғыһына ҡыуанып йөрөй. Һөмһөҙ...
– Ни ир менән йәшәй алмай, ни ирһеҙ тора алмай.
– Анау ғына баланы көтөр, тиһеңме...
– Эсмәһә ярай ҙа...
Зәкир бер көндө иртәнсәк һүҙ башланы.
– Беләһеңме, Маһира, һин, ысынлап та, башҡаса бында килеп йөрөмә. Яратмайым һине. Оҡшамайһың миңә. Исем һатмайыҡ, бар, өйөңә ҡайт. Кешеләр алдында миңә лә уңайһыҙ. Оят беҙгә...

Ир әйтеп тә бөтмәне, Маһира тып итеп алдына килеп баҫты.
– Ә-ә-ә, оят икән хәҙер! Эш уҙғас, оялып торған булаһыңмы? – Бер ҡасан да балаһы булмаясағын белһә лә, яһил ҡатын яр һалып иларға тотондо:
– Ә беләһеңме, беҙҙең балабыҙ буласаҡ! Ни эшләйем икән инде хәҙер? Тыума бала табайыммы? Аҫылынып үләм дә ҡуям!

Ҡулындағы таҫтамалы менән Зәкирҙең битенә уңлы-һуллы һуҡты ла аҡырып илап, өйөнә ҡайтып китте. Был ваҡиға ирҙең тормошон ҡырҡа үҙгәртте. Тиҙ арала ижәп уҡытты ла, Маһираны күсереп алып ҡайтты. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, ҡәйнәләренә улын алып ҡайтырға юл тотто.
Кейәүен күргәс тә Мәликә илай башланы.
– Нисек итеп балаҡайымды ул айғыр Маһираға тотторайым? Уға көн күрһәтер, тиһеңме?
Ҡайныһы ҡаты ғына итеп:
– Бир баланы. Кемдән тыуған, шул көтһөн. Әсәһенән айырылды, исмаһам, атаһынан айырмайыҡ. Көтә алмаһалар, күҙ күрер, – тине.
Бала килгән көндән өйҙә мәхшәр башланды, мәшәҡәт артты. Өйҙәге кешеләрҙән ятһынып, сабый илауҙан бушаманы. Маһира нимә етте шуны ашатып-эсереп, баланың эсе йә ҡатты, йә китте. Төндәр буйы йоҡлай алмаған ҡатындың донъяһы емерелде. Былай ҙа шөкәтһеҙ, һынһыҙ ғына ҡатын йонсоуҙан ҡарасҡыға әйләнде. Өй эсе йыуылмаған кер, бысраҡ һауыт-һаба менән тулды. Зәкир эшкә киткәндән ҡайтҡансы малды йүнләп ҡараусы булманы.

Маһира үҙенең элекке тормошон һағынды. Ҡайһылай рәхәт, ожмахтай тормошта йәшәгән икән ул. Малы юҡ, балаһы юҡ. Магазинды бикләп ҡайтаһың да әхирәттәрең менән көн дә байрам итәһең, ҡунаҡҡа йөрөйһөң, йоҡоң туйғансы йоҡлайһың. Бына хәҙер ултыр инде кеше балаһын ҡарап, эштең осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Ошо баланы алып килмәгәндә, барыһы ла ал да гөл ине бит әле.

Ҡатын магазинға барып араҡы алып килде лә шешәнең ауыҙынан уҡ ике-өс уртлам эсеп ебәрҙе. Кәйефе күтәрелде. Шул ваҡыт баланың илаған тауышы ишетелде. Ҡатын, ене тотоп, уның янына барып инде:
– Илама, тием!!! – тип йыһан ярып ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡурҡҡан малай тағы ла ярһыбыраҡ илай башланы.
– Ах, шулаймы әле...
Маһира баланы карауатына йыҡты ла өҫтөнә юрған япты. Унда ла илауҙан туҡтамағас, урта ишекте ныҡ итеп япты ла бар тауышҡа музыка ебәрҙе.

Ире көндәр буйы эштә, кис кенә ҡайтып инә. Өйҙә ултырып ялҡҡан ҡатын бар асыуын балаға төшөрҙө. Имгәкләп йөрөгән бала бында алып ҡайтҡас әллә хәле бөттө, әллә ҡурҡып, бер урында тик кенә ултырыр булды. Эсе бошҡан ҡатын әхирәте Рәзифәне бер көндө ҡунаҡҡа саҡырҙы. Икеһенә бер шешә араҡыны бушатҡас, күңелдәре күтәрелеп китте. Асығып илаған сабыйҙың тауышы ҡолаҡтарына ла салынманы, йыр артынан йыр башланылар:
Зәңгәр күлдәгеңде кейәһең дә,
Йәшел болондарҙы гиҙәһең...

Тап ошо мәлдә телефон шылтыраны. Трубканы алған Маһираның, әйтерһең дә, артын ҡорт саҡты.
– Бар, әйкәйем, тиҙ генә һыпырт! Теге Мәликә беҙгә етеп килә! – тип өҫтәлдәге һый-хөрмәтте унда-бында йәшерҙе.
Шул ваҡытта ғына баланың ас булыуы иҫенә төштө. Тиҙ генә һөттө көйҙөрә-яндыра бутҡа бешерҙе лә сабыйҙы ашатмаҡсы булды.
Әллә бутҡа оҡшаманы, әллә Маһиранан ҡурҡты, бахыр бала башын ул-был яҡҡа бороп ашамаҫҡа тырышты. Ҡатын бутҡа тулы ҡалаҡты уның ауыҙына тыҡты. Малай иларға кереште.
– Аша! А-ша, тием, бәйнәт!

Асыуын тыя алмай, ҡатын ҡалаҡ менән баланың маңлайына тондорҙо. Ауыртыуҙан бутҡаһы тамағына тығылдымы, сабый сәсәп, тын ала алмай, тартыша башланы. Ҡото осҡан Маһира уны тиҙ генә ҡулына алды ла йәнһеҙ ҡурсаҡтай итеп һелкетергә тотондо. Ни ҡөҙрәт менәндер, бала тын алып ебәрҙе. Ҡатын бармағын сабыйҙың ауыҙына тығып ебәрҙе лә, йота алмаған бутҡа төйөрҙәрен соҡоп, кире сығарҙы. Күп тә үтмәне, меҫкен баланың уң яҡ күҙе өҫтөндә турғай йомортҡаһы дәүмәле оро ҡалҡып сыҡты. Ул арала Мәликә килеп инде. Ҡыҙының гөлдәй матур донъяһының аҫты-өҫкә әйләнгәненә хайран ҡалды.
Өләсәһен таныған бала ике ҡулын һуҙып илап ебәрҙе.
– И-и-и, бәләкәсемде...

Ейәнен күтәреп алыу менән маңлайындағы шеште күрҙе лә:
– Был нимә ул? – тип Маһираға боролдо.
– Нимә булһын? Дивандан иҙәнгә ҡолап төштө.
– Ул ҡолағанда һин ҡайҙа инең?
– Ҡайҙа, ҡайҙа... Нисек уны гел генә ҡарап торайым? Минең башҡа эшем юҡмы? Теңкәмде ҡороттоғоҙ бит шул балағыҙ менән, әйтәгүр... Кәрәкмәй миңә ул бала! Ишеттегеҙме? Теләһә ҡайҙа итегеҙ унығыҙҙы!
Маһира курткаһы менән шәлен эләктерҙе лә ишекте шартлатып ябып сығып китте.
Тышта буран көсәйҙе. Мәликә кейәүенең эштән ҡайтҡанын көттө. Баланы йыуындырып-ашатып, бөтә кейемен төйнәп һалды. Зәкир ҡәйнәһен күргәс, барыһын да аңланы.

– Эй, кейәү, кейәү... Инде нихәл итмәк кәрәк? Имен-һау сағында баланы алып ҡайтайым. Әйҙә, буран көсәймәҫ элек беҙҙе илтеп ҡуй.
Зәкирҙең йонсоған, ябыҡҡан йөҙөн күреп, Мәликәнең йөрәге һыҙланы. Маһира тураһында һүҙ башлауҙы кәрәкле һанаманы. Ашап алдылар ҙа, өйҙәге утты һүндереп, машинала юлға сыҡтылар.

Ә был ваҡытта Маһира әхирәте Рәзифәлә сәй эсә ине. Ултыра биргәс, араҡыға сират етте. Бер ярты аҙ булып тойолғас, икенсеһен башланылар. Уныһын да төпләп ҡуйҙылар. Өсөнсөһөн эсергә хәлдәре етмәне.
– Их, Маһира, шыр алйотһоң һин. Миңә анауындай ир эләкһә, биш балаһы булһа ла көтөр инем. Ә һин бер баланы һыйҙырмай рәнйетәһең. Һинең үҙеңдең балаң булмай бит инде. Хоҙай, бәлки, ул баланы һиңә һынамаҡҡа биргәндер... Рәнйеше төшөп ҡуйһа, ни эшләрһең?
Маһира ҡапыл ырғып торҙо. Әхирәте әйткән ҡот осҡос дөрөҫлөк ҡапыл башына бәрҙе. Ысынлап та, ниңә әле ул бында ултыра? Тиҙерәк өйгә ҡайтырға кәрәк! Моғайын, Мәликә әбей ҡайтҡандыр. Өйҙә уны йәшлек мөхәббәте – Зәкире көтәлер. Ә сабыйҙың ниндәй ғәйебе бар һуң Маһира алдында?
– Ҡайҙа бараһың инде? Тышта буран! Ана, шәлеңде онотоп ҡалдырғанһың бит!
Рәзифәнең ҡысҡырған һүҙҙәрен тышта олоған буран йотто. Лыҡа иҫерек Маһира ялан баш көйө ҡолай-ҡолай өйҙәренә йүгерҙе. Бикле ҡапҡанан инә алманы, башын күтәрҙе лә тәҙрәләргә күҙ һалды. Унда ут юҡ ине.

“Баланы алып ҡайтып киткәндәр!” Ҡатын ҡарға ултыра төштө лә илап ебәрҙе. Ҡапыл тороп, оло юлға төштө лә Мәликәләрҙең ауылына атланы. Күҙ асҡыһыҙ буранға ҡаршы ауа-түнә барыуын дауам итте. “Барам да ғәфү үтенәм... Баланы кире алып ҡайтам...” Алға барыу һаман ҡыйынлаша барҙы. Бер туҡтауһыҙ һөйләнеп илаған ҡатындың күҙ йәштәре боҙ булып сикәләренә ҡата башланы.
Ҡапыл ҡолағына уң яҡта сабый илаған тауыш ишетелгәндәй булды. Маһира боролдо ла шул яҡҡа китте. Таралып төшкән сәстәре, керпек ҡаштары ҡар ҡатыш боҙ булып туңды.
– Хәҙер, балаҡайым, хәҙер эргәңә барып етәм... Илама, илама...

Инде бала тауышы һул яҡта ишетелгән кеүек булды. Билдән көрт йырып китеп барған ҡатын һулға бер нисә аҙым атланы ла тәрән соҡорға барып төштө. Унан өҫкә сыға ла алманы. Ҡапыл уға ғәжәп йылы булып китте. “Эй, Аллам, ҡайһылай йылы урын... Әҙерәк кенә йылынам да хәҙер барып етәм, балаҡайым...”
– Рәнйемә... Рән-йе-мә-ә... миңә, бала-ҡа-йым...
Баштан-аяҡ туңып, боҙ ҡурсаҡҡа әйләнгән ҡатындың күкшелләнеп ҡатҡан ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырлатып әйткән һуңғы һүҙҙәре ошо булды...




Автор: Ф. Биктимерова
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)