НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Шиғриәткә хеҙмәт итеү –барлыҡ бурысым”

“Шиғриәткә хеҙмәт итеү –барлыҡ бурысым”


Билдәле шағирә, әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова – поэзияла ла, прозала ла әүҙем ижад иткән әҙиптәрҙең береһе. Уның ижады төрлө ғалимдар тарафынан билдәле кимәлдә мәҡәләләрҙә, хеҙмәттәр­ҙә киң яҡтыртылды. Күренекле ғалим һәм әҙип Ғайса Хөсәйенов Кәтибә Кинйәбулатованың шиғриәте тураһында яҙған мәҡәләһендә, уның бар булмышы менән нескә лирик, хиссән шағирә булыуына ишаралай, ихласлығына һәм тәбиғилегенә баҫым яһай. Һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙарында ла шағирә был сифаттарына тоғро ҡала, шулай ҙа тормошта күпте күреп, күпте кисереп, ул хәҙер күберәк уйсан ҡарашлы, фәлсәфәүи фекерле, хатта ки моңһоуыраҡ һәм һағышлы ла.
“Ғүмер түгел, бер көн үткәндәй...” тигән шиғырында автор, үткән тормошона йомғаҡ яһағандай, былай ти:
Шулай хис итәм мин ысын-ихлас,
Асып ҡуям әлеге йөрәкте,
Ғүмерҙәрем, гүйә, рәхәт үткән,
Өҙмәгән дә тормош үҙәкте,
Ә бит бирҙе бит, бирҙе кәрәкте!...
Шулай уҡ фәлсәфәүи характерҙа (“Мин мин түгел..., “Зая түгел ғүмер”, “Әй, ғүмеркәйҙәр­ҙең үтеүҙәре”, “Уҙған ғүмер”) шиғырҙарында автор, йәшәлгән ғүмеренә үкенес белдереп, яҙмышын яныр усаҡҡа тиңләй, үҙен уҡҡа сағыштырып, бер нимәгә лә бирешмәйенсә еңеүсе ҡиәфәтендә лә күрә:
Атылдым мин уҡтай,
Һап-һау сыҡҡас уттан,
Өтөлмәне тәнем.
Тере ҡалды йәнем,
йә иһә,
Зарланмайым, һыҡранмайым, мәгәр
Ҡыш өшөһәм, яҙын йылындым.
Зая түгел ғүмер, дуҫ ишетһә
Йөрәк ярып сыҡҡан йырымды.
Кешегә күп кәрәкме?! Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр. Йылы һүҙ кешегә йән аҙығы ла, рухи терәк тә булыуына төшөнгән шағирә бер нисә йыл элек “Бик күп кәрәк” шиғырында дуҫының кәңәштәр һорап килеүен “өйрәнгәнмен дуҫтың ҡайғыларын йөрәк менән бергә күтәреп” тип ижад итһә, үткән йылда шағирә Тамара Ғәниеваға арнап “Кил һин миңә!” тип яҙған шиғырында, киреһенсә, ул дуҫын серләшергә саҡыра. Тамара Ғәниева һымаҡ дуҫтарҙың аҙ булыуына үкенесен дә белдерә:
Кемгә лә бит хәҙер ышаныс юҡ,
Тик әйтмә һин, сыҙа барыһына,
Хәйер, мин дә өҙгөләнәм бик йыш
Һиндәй тоғро дуҫтар аҙына.
Эйе, шағирәнең ижады күп яҡлы. Уның шиғыр­ҙарында сағылған рухи ныҡлыҡ – йәшәү рәүеше, тормошоноң нигеҙе. Ауыр ваҡыттарҙа ул донъяға, кешеләргә ышанысын юғалтмай. Ерҙәге матурлыҡты тик үҙенсә күрә, үҙенсә ишетә. Уның тыуған иленә, тәбиғәткә, туған телгә, мөхәббәткә арналған шиғырҙары ла бихисап.
“Мөхәббәт” исемле шиғырында автор мөхәббәтте тәбиғәттең иң матур мәле – май айы менән сағыштырып, ҙур оҫталыҡ менән художестволылыҡҡа еткерә.
Май ямғыры һибелә генә түгел,
Утлы йәшен телә донъяны.
Тәбиғәттең үҙ шөғөлө шөғөл:
Әллә көлдө, әллә иланы...
Нимә булды, тимә, был күктәргә,
Болот-болот сәсен тағатһа,
Гүйә, мин ул, берсә көлә, илай,
Мөхәббәтте сарсап яратһа.
Сит тарафтарҙа йәшәгән кешеләр айырыуса тыуған яҡтарын һағынып, иҫкә алып моңая, һағышлана. Был тойғо Кәтибә Кинйәбулатованы ла урап үтмәгән. “Эй, ғүмеркәйҙәрҙең үтеүҙәре” тигән шиғырында шундай юлдарҙы күрергә мөмкин.
Ташла ла кит, имеш,тыуған-үҫкән
Ата йортон, һыулау-кисеүҙе...
Ней ғүмерҙәр үткәс һыҡтай күңел,
Ситтә шунса ғүмер кисерҙең?
Әйткәндәй, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин менән булған әңгәмәлә шағирә бына ни ти: «...Тыуған яғым минең өсөн мәңге бар, булыр һәм буласаҡ, мин китһәм дә... Бар йәшәүем тыуған яғым өсөн уйланыу, хисләнеү, улар миңә һәр ваҡыт көс биреп торҙо».
Билдәле булыуынса, 1953 йылда Кәтибә Кинйәбулатова Өфөгә килә һәм “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында эшләй. Шулай уҡ Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары өсөн беренсе журнал ойоштороусыларҙың береһе һәм уның тәүге мөхәррире була. “Ағиҙел” журналының 75 йыллыҡ юбилейына арнап, шағирә дан йырлай.
Етмеш бишең елеп килеп еткән,
“Ағиҙел”ем, туған журналым.
Күпме тарих, яҙмыш һинән үткән,
Дан-шөһрәтең ҙур, тип уйлайым.

Яҡын дуҫы ла һин мәғрифәттең,
Туған телебеҙҙе ҙурланың.
Усағы һин матур шиғриәттең,
Халҡым күңелдәрен нурланың.
Ғөмүмән, авторҙың ниндәй генә шиғырын алма, пейзаж лирикаһының матур өлгөләрен, ғәжәйеп тәбиғәт күренештәрен оҫта сағыштырыуҙар менән камиллыҡҡа өлгәшә ул. Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, шағирә тәрән фекер йөрөтә, әммә аҡыл һатмай, моңлана һәм әҫәрләнә, әммә моңайып иҙрәмәй.
Аҡыл менән хис шиғырҙарына пар ҡанат уның.
Шулай итеп, ҡаралған бер нисә шиғыр өлгөһөндә бына ниндәй һығымтаға килергә була: бай, матур телле, образлы шиғырҙары менән Кәтибә Кинйәбулатова ысын мәғәнәһендә ҙур талант эйәһе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да заманса фекерләй һәм ижад итә. Быны түбәндәге шиғри юлдарҙа ла күрергә мөмкин:
Күк алдамай, Ер алдамай,
Барыһы миңә ихлас.
Минең менән моң шишмәһе –
Шиғриәт – Хызыр Ильяс.

Фирҙәүес ЮНЫСОВА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлеге ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты.

Сығыу ваҡыты 12-02-2011, 11:53 | Ҡаранылар: 2491
|
  • Бәхил бул, шағирә…
  • «Мин китермен, бер китермен…»
  • Тәрән фекерле, үткер ҡәләмле
  • «Урғылып та сыҡҡан шишмә мин»
  • Һайрар ҡоштоң наҙлы моңдары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM