RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Иремдең аяҡтарын үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»

20.06.2019 «Иремдең аяҡтарын үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»

йәки Ҡәҙерле кешенең тере саҡта булһын ҡәҙере


Гәзит уҡыусыларыбыҙ яҙмаларыбыҙҙы уҡығандан һуң үҙ фекерҙәрен белдерһә, кәйеф күтәрелеп китә. Был юлы ла “Учалы ҡалаһы һәм районы юлдарында бер-береңә ярҙам итеү төркөмө” тураһында мәҡәлә сыҡҡас та, бер апай шәхси хәбәр ебәрҙе:
– Бынау учалыларҙы, юлда ярҙам итеүселәрҙе әйтәм, бигерәк шәп булып сыҡтылар. Төркөмдәренә ингәйнем, унда йәштәр зыяратты ла таҙартыу өсөн өмә ойошторған икән. Фотолары бар. Ҡыуандым. Беҙҙә ни йәштәр һәлкәү, юлдарында арҡыры ятҡанды буйға һала белмәйҙәр.
– Ойоштороусылары юҡтыр, – тип яуапланым. – Башлап ебәреүсеһе булһа, башҡалар ҙа, бәлки, тартылыр ине.
– Әллә тағы, – апай аптыраны, ахыры. – Мин бер үҙем шунда сүп-сарҙы алып ташлаған булам да ул, күмәк көскә етәме һуң. Тамам иҫкереп туҙған веноктар, яртылаш серегән, төҫө уңған таҫмалар, яһалма сәскәләр елгә туҙышып ята, араҡы шешәләре лә күренгеләштерә.
– Зыяраттамы ни? – ғәжәпләнергә миңә сират.
– Эйе. Ике-өс көн һайын барам.

Әллә балаһы йәшләй әрәм булдымы, тип уйлап та өлгөрмәнем, унан хәбәр килде:
– Иремде иҫән сағында ҡәҙер итмәнем дә, хәҙер үкенестәр солғанышында йәшәргә мәжбүрмен. Янына килеп, яңылыҡтарҙы һөйләп киткән булам, ҡәберҙең тирә-яғын таҙартам, сәскәләр ултырттым, баш осона быйыл сирень ҡыуағы, муйыл сыбыҡтары төрткәйнем, ҡайһыһы үҫер инде. Үҫһә, ботаҡтарына ҡоштар ҡунып һайрар, ирем ҡыуаныр, тим. Шулайтып үҙемде үҙем алдаған көнөм. Башҡаны яратып, иремә кейәүгә сыҡтым да, уны һанламай торҙом. Яңыраҡ ҡыҙым ватсаптан бер видео ебәрҙе: унда бәләкәй генә ҡыҙыҡай илаған малайҙы ҡосаҡлап алған да, ебәрмәй. Икенсе бер ҡыҙсыҡ килеп, малайҙың беләгенән һыйпап йыуатырға уйлағайны, ҡайҙан, яҡын да ебәрмәй быныһы! Тас мин инде, тип һаһылданым. Ысын, мин дә ана шулай ҡаршылағы йортта йәшәүсе күрше малайҙы 2 – 3 йәшлек сағынан яраттым. Бигерәк матур ғына булды инде! Әле генә ҡартайып, һимереп, төҫ ташлаған. Ул миңә, апай, тип өндәшеп, бергә уйнап үҫтек. Ике йәшкә өлкән булғас ни. Инәһе уны миңә етәкләтеп сығара. Мин уның башына яулыҡ ябам, ауыҙына “петушок” тигән имгес кәнфит ҡаптырам да, етәкләп, ҡултыҡ аҫтына ҡурсағымды ла ҡыҫтырып, ике йорт араһында йөрөтәм. Беҙҙә өҫтәлдә, комодта тәмле ашамлыҡтарҙан нимә бар, шуны кеҫәләргә тултырып, усҡа ла йомоп, уларға китәбеҙ – унда имсәк бәпесен ҡараған инәһе беҙгә татлы бутҡа ашата. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, уйнарға иптәш бар – донъям түңәрәк! Ә теге үҫә килә мине эшкә һанамай башланы бит, йүнһеҙ. Етәкләһәм, ҡулын тартып алған була, ҡосаҡлаһам, этеп ебәрә, яулыҡты алып бәрә. Барыбер етәкләйем, ҡосаҡлайым, яулыҡты көсләшеп бәйләйем... Мәктәпкә барғас та, ҡарап йөрөттөм үҙен. Йә ручкаһын онотоп ҡалдыра, йә алмаш аяҡ кейемен килтермәй. Зыулатам үҙен. Ана, һинең кәләшең килә, тип уны үсекләйҙәр. Психланһа ла, барыбер урамда төн еткәнсе күмәкләп бергә уйнайбыҙ.

Миңә ун өс йәш тирәһендә урамыбыҙҙағы тол бабай яңы әбей алды. Ул саҡта беҙгә әбей менән бабай булып күренһә лә, шул ҡырҡ-илле йәшлектәр. Әбейҙең биш бала, дүртәүе өлкән, ситтәләр, ә беҙгә йәштәш кинйә улы үҙе менән. Ҡаҙан төбө һымаҡ ҡап-ҡара малай. Әйтерһең дә, үҙем ап-аҡ. Унан әллә ни ары ла китмәгәнмен. Ҡуй инде. Ләкин, фу-у, тинем мин уны тәү күргәс. Сәпсим оҡшаманы. Бер мин танау борған булһам да, башҡалар уның менән йәһәт кенә уртаҡ тел табып, беҙҙең уйындарға ҡатышты ла китте. Әйтерһең дә, тыуғандан беҙҙең арала йөрөгән. Үәт шул ҡарасман баҫтырышҡанда тап мине ҡыуып етеп, ҡосаҡлап алыуҙы әллә ни күрә бит, әй. Йән көйә. Мин ни үҙем һаман күршемде ҡарауыллап баҫтырам. Бына ул мине ҡосаҡлаһа, бер ҙә, ҡуй, тимәҫ инем. Тик уның башында – шпиондар ҙа ниместәр. Хәрби уйындарҙы ярата: “ниместәргә”, йәғни беҙгә, ҡыҙҙарға, көтмәгәндә һөжүм итергә, кинәт ҡурҡытырға, аяҡ салып йығырға... Гел генә уның эргәһендә йөрөгәс, туҡмағы күберәк миңә эләгә. Ул ҡарға этеп йыҡһа ла, мин, диуана, ҡыуанам. Ҡыуана-ҡыуана тупыйын башынан һыпырып алып, шуныһы менән үҙен дөмбәҫләйем...

Сибәр егет булып үҫеп етте күршем. Армияға оҙатырға өлгөрмәйерәк ҡалдым. Дөрөҫөрәге, ул мине саҡырманы, хатта армияға алыныуы хаҡында өндәшмәне лә. Киреһенсә, инәйемдәрҙән уның армияға алыныуы хаҡында ишетеп, ҡасан һиңә хеҙмәткә, тип һорағас, числоһын алдап әйтте. Үпкәләһәм дә, барыбер инәһенән адресын алып, хаттар яҙып торҙом. Ул яуап яҙһа яҙҙы, яҙмаһа юҡ. Уҡып бөтөп, эшләй генә башлағайным, ноябрь аҙағында ялға ҡайтыуыма инәйем һөйөнсө алды: “Күршебеҙ армиянан һып-һылыу кәләш алып ҡайтҡан!” Саҡ үкереп илап ебәрмәнем. Теште ҡыҫып түҙҙем. Аңлашҡым килде. “Яратыуымды әйтһәм...” – тип нимәгәлер өмөтләндем. Моғайын да, кәләше менән маҡтанырға тансыға килер, тип кисен клубҡа сыҡҡайным, ҡарасман осраны. Мине күрҙе лә ауыҙы ҡолағына етте: “Һине күргәйнем, урам яҡтырып китте”. Иҫәр, бағана уттарын ҡабыҙҙылар, тинем тупаҫ ҡына. Клубта күршем мине күҙенә лә элмәне, баш ҡына һелкте лә, ҡарасманды ҡосаҡлап алды, уның менән хәбәр тетте. Кәләше – нимуй кеүек, мин таш һын һымаҡ тора бирҙек. Былай тороуҙы килештермәй ҙә, үсемә лә сыҙай алмай, кинәт ҡарасманды ҡултыҡланым да, күршемә: “Беҙҙе ҡотларға уйлайһыңмы-юҡмы?! – тип сая ҡараным. – Беҙ ҙә өйләнешәбеҙ!” Ҡарасман торған еренән йығылып китә яҙҙы. Уның миңә битараф булмағанын, ғашиҡ икәнен үҫмер саҡтан тоя инем. Күршем, ысынмы ла ысынмы, тип “аһ” итте. Башҡалар хәбәребеҙҙе ишетеп, яныбыҙға өйөлөшөп, ҡотлауҙарға ҡушылды... Ҡарасманды һөйрәтеп тиерлек клубтан алып сығып киттем. Ну, һин даешь, тип тәмәкеһенә йәбеште: “Ысын икән, тип торам”. Ысын-ысын, иртәгә ҡоҙалар ебәр, тинем дыуамалланып. Ыҡ-мыҡ итте: “Бәлки, әҙерәк йөрөп алайыҡтыр?..” Йә иртәгә ҡоҙалар ебәрәһең, йә мине башҡаса ғүмерҙә лә күрмәйәсәкһең, һинән башҡа ла сират һыу буйындай, тип ҡырт киҫеп, өйөбөҙгә инеп юғалдым. Шулай һөйөүемде тоймаған, күрмәгән сибәр күршемә үсләшеп, шарт та шорт ҡарасманға кейәүгә сыҡ та кит, әй!

Ҡарасманым шәп ир булып сыҡты, тик ҡәҙере генә булманы бахырымдың. Үсегеп, үпкәләп, аҙналар буйы һөйләшмәй йөрөп, алған бүләктәрен һанға һуҡмай, һөйләгән хәбәренән көлөп, теңкәһен ҡороттом ғына. Ике бала таптым да, ҡалғандарын алдырҙым. Тап инде, тип күпме инәлһә лә, ҡыҙ бар, малай бар, шул еткән, тинем өҙә һуғып. Һәм ҡырҡ йәш тә тулмаҫ борон яман шеш менән ауырып киттем. О, ул сирҙең язалары... Ике түште лә төбөнән ҡырҡып алдылар, “химия” үткәргәстәре, сәс, ҡаш, керпектәр бөткәнсе ҡойолдо. Ҡарасҡы булып ҡайтып йығылдым. Ирем апҡайтты уныһында ла. Ниндәй ҡурҡыныс көндәр кисерҙек ул мәлдә, иҫләүе лә ҡыйын...

Депрессияның ни икәнен шунда белдем. Ул ябай көйһөҙлөк, кәйефһеҙлек кенә түгел. Үлемесле сир һымаҡ ул. Шаҡарып ялмап ала ла ысҡындырмай. Ҡарар ерем юҡ, мине сығарып сүплеккә түк, соҡорға апарып тыҡ, тип йәнен алдым иремдең. Ә ул тыныс ҡына мине ҡарауын дауам итте. Бер ни ҙә эшләмә, арыуланғансы ятып ҡына тор, тип эштән йүгереп ҡайтыр ҙа, бөтә эште үҙе башҡарыр ине. Балаларҙы ла, инәйегеҙ тиҙҙән арыуланасаҡ, тип йыуатты, уларға ла терәк булды. Икенсе “химия”ға отпуск алып, бергә юлланды. Туғандарҙа йәшәп, мине диспансерға алып барҙы, алып ҡайтты. Гел янымда йөрөнө. Күңелемде күрергә маташып, эргәмә ултырып, көләмәстәр һөйләһә лә, йә берәй кинокомедия ҡуйһа ла, уф-ф, сығып кит, йәнде көйҙөрәһең, ти торғайным. Рәхмәтһеҙмен шулай. Үҙемдең йүнләп хәл дә юҡ, ә уның күңелен ҡырырға көс етә. Әйтерһең дә, уның арҡаһында ауырыйым, шуға унан үс алам.

Мине бәләкәй баланы ҡараған һымаҡ ҡарап, тәрбиәләп, өҫ-башымды йыуып, дарыу үләндәренә тиклем әҙерләп эсереп, йөйҙәрҙе эшкәртеп, тәки кеше итте. Бер аҙ арыуланғас, ултырған ғына килеш үҙем өҫ кейемемде алыштырырға йыйындым. Сисенгәс, яңылыштан күҙем көҙгөгә төштө. Күргәнемдән үлермен, тип уйланым. Ошоға тиклем тәнемде көҙгөлә күргәнем юҡ ине, ҡарарға ҡурҡтым. Башым әйләнеп, саҡ иҫтән ауманым, әрнеүҙән тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙем. Утын индереп барған ирем утындарҙы шунда иҙәнгә бәрҙе лә, миңә атылды. Ә күҙҙәре... Ҡайһы еремдән тоторға белмәй үрһәләнеп, ибәтәйһеҙ, әммә һаҡ ҡына итеп ҡосаҡланы ла, башымды фуфайкаһына терәне, арҡамдан һыйпаны. Һин минең матурым, һин минең матурым, тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Эҫе күҙ йәштәре ялтас башыма тапылдап тамды ғына...

Икәүләп иланыҡ. Ул шунан мине йәһәт-йәһәт кейендерергә тотондо. Шул мәлдә уның беренсе инфаркты булғандыр, тим. Аяҡ өҫтө үткәрҙе. Хәле юҡлығын, ауырығанын белдермәҫкә тырышты, һаман мине хәстәрләне. Ел-ямғыр тейгеҙмәй, борсолтмай ғына йәшәтеп, мине тамам аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә биргәс, һәйбәт ғаиләгә төштө, тип ҡыуанды. Бер кис, бынау малай шыйыҡ түгел, биле ныҡ, тип ярышта еңеп ҡайтҡан улына һөйөнөп йоҡларға ятты: “Ниндәй кәләш тура килер икән? Туңмаһа ярар ине”. Шул һүҙенән “гөлт” итеп ҡабындым, сәсрәп көйҙөм дә киттем: “Нимә, үҙеңде “туңдым”, ҡатындан уңманым, тип мине алғанға үкенеп ятаһыңмы?” Сығып, тәмәке көйрәтеп инде лә, ундай уй башыма ла инеп сыҡҡаны юҡ, үкенес булһа – һиндә барҙыр, тине. Артымды ҡуйҙым.

Айырым йоҡлай инек, шуға төндә йөрәге һуғыуҙан туҡтағанын да белмәй йоҡлағанмын. Һыйырҙар мөңрәгәнгә уянып киттем дә, бәй, нишләп һаманғаса ятаһың, һәүкәштәр һауылмай тора ла, тип ғауғалап, уны барып төртһәм... һыуынып ҡатҡайны... Төртә-әм бит, кешесә ипләп тә уятмайым...

Аҙаҡ патологоанатом, был икенсе инфаркт булған, тине: “Ошоғаса нисек йәшәгәндер...”

Шулай бына. Мине ҡотҡарҙы ла, үҙе китеп барҙы. Ә мин йәшәй бирәм. Улымды өйләндерәһе бар, тим. Үкенестәргә һалып китеп барҙы. Мине ҡәҙерле бисә итеп йәшәтеп, үҙе ҡәҙер күрмәй китте. Хәҙер торғоҙоп ултыртһалар, алдында бейеп кенә йөрөр инем. Аяҡтарын үберҙәймен дә, юҡ шул. Бер ҡустым, беҙҙең еҙнә кеүек кеше – миллионға берәү ине, тип дөрөҫ әйтә ул. Ҡәҙерле кешемдең ҡәберен булһа ла ҡәҙерләйем дә бит, уға бынан фәтүә бармы-юҡмы инде...

Үкенесһеҙ йәшәгән бер кемде лә белмәйем, һәр хәлдә эргә-тирәмдә гел шундайҙар йыйылған кеүек тойола. Бик һәйбәт кешеләр үҙҙәре. Әллә намыҫлылар ғына гелән үкенес тойғоһон кисерәме икән? Был апай кеүек һуңға ҡалмаҫҡа, яҡшылыҡты ваҡытында күрергә, баһаларға, һуңынан үкенес утында янмаҫҡа ине.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар


  1. Гульчачак
    21 июня 2019 08:30: Гульчачак
    Илаттын Баныу тагы ла. Фахемле, гибратле макала бик матур язганхын. Аккыллыга ишара, булырга тейеш.


Оҡшаш яңылыҡтар



Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


Бәхеткәйҙәрең  бер булмаһа...