RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бәхеткәйҙәрең бер булмаһа...

22.06.2019 Бәхеткәйҙәрең бер булмаһа...


– Заһира ҡыҙым, алыҫтағы әбейеңә ҡунаҡҡа барып ҡайтайыҡ әле. Апайым менән күптән күрешкәнебеҙ ҙә юҡ, – тине әсәһе бер көн.
– Ҡунаҡҡа? Ура! Ҡунаҡҡа барам, ҡунаҡҡа... Ҡасан барабыҙ, әсәй? Ул ауыл ҡайҙа? Унда нисә көн булырбыҙ? – Заһира ҡыуанысынан әсәһен әллә күпме һорау менән күмеп ташланы.
– Бына әҙерләнеп алайыҡ та, – Таһира ҡыҙының йомшаҡ сәстәренән һыйпап, арҡаһынан һөйҙө.
– Ә нимәләр әҙерләйем, әсәй?
– Өҫтөңә кейгән әйберҙәрең инде. Ана, ҡурсағыңды ла ал, әйҙә.

Заһира шунда уҡ күлдәк-маҙарҙарын барларға тотондо. Ул арала ҡурсағына ла яңылығын еткереп өлгөрҙө, бышылдап ҡына ниҙер һөйләргә кереште. Эргәһендә әсәһе барлығын да онотоп, башкөлләй үҙенең тылсымлы донъяһына сумды.
Сабыйының бер ни аңламай ихлас юлға әҙерләнеүен ҡарап торған ҡатындың ҡапыл йөрәге ҡыҫты. “Ярай, мин уны мәңгелеккә ҡалдырып китмәйем бит. Был ҡәһәрле һуғыш, аслыҡ булмаһа, балам үҙемдән дә артмаҫ ине. Ҡышты, бары ҡышты сыҡҡансы ғына, – тип үҙ-үҙен йыуатты. – Апайым ризалашамы, юҡмы әле”.

Ашарҙарына бөтөнләй тиерлек ҡалманы шул. Инде нисәнсе көн балалары икмәк төҫөн күргәне юҡ. Бәрәңге менән генә торалар. Уныһы ла бөтөп бара. Ул да ҡалмаһа, шешенә башларҙар. “Балаларҙы һаҡла”, – тигәйне ире һуғышҡа киткәндә. Ә Таһира яңғыҙ һыйырына ла хужа була алманы. Ваҡытында килтереп япмағас, йылға аръяғында ғына ас бүреләр өҙгөләне. Бахыр малҡайҙың үкергәне бөтә ауылға ишетелеп торҙо. Шулай итеп аҡтан да яҙҙылар. Малайы Ғәфүр күберәк күршеләрҙә йөрөй. Уларҙың Мәликә исемле ҡыҙҙары менән баҫыуҙан ферма малына һалам-бесән ташыйҙар. Мәликә әсәһе менән генә тора. Һыйырҙары ла, кәзәләре лә бар. Көн һайын тигәндәй көлсә булһа ла бешереп ашайҙар. Ғәфүргә лә өлөш эләгә.

Ах, был ҡәһәрле һуғыш! Донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе. Ире Хәсән менән йәшәгәндә, Таһира ҡайғы белмәгән икән. Ҡайҙан он табырға, нимә бешерергә, нисек утын-бесән әҙерләргә тип көйәләнәһе юҡ – бары ла әҙер. Тәрбиәләп кенә ултыр ине лә. Юҡ инде. Урамсыларға яратты хужабикә. Ирен эшкә оҙата һала ла күрше-күләнгә сығып та олаға. Донъя көтөүгә барышһыҙ булып сыҡты ул. Хәсәне китеү менән бөтә нәмәһен туҙҙырып бөттө. Ана, хәҙер сират балаларына ла етте...

Иртә таңда Ғәфүр, туры бейәне егеп, санаһына бесән тултырып ҡуйғайны. Атаһының йылы толобона урап, Заһираны артҡа ҡаратып ултырттылар. Эргәһенән әйбер-ҡараһы, ҡурсағы һалынған киндер тоҡсай урын алды. Әсәһе ат тотоп, алға ҡарап ултырҙы. Һеңлеһе менән айырылышыуҙан күңеле болоҡһоған Ғәфүр:
– Әсәй, ҡасан ҡайтаһығыҙ? – тип һорай һалды.
– Иртәнән һуңға кискә, Аллам бойорһа. Әйҙә, на-а, малҡай. – Ат яй ғына ҡуҙғалып китте. Күҙенә йәш алған малай Заһираға ҡул болғаны. Тегеһе йылмайып баш ҡаҡты.
Таңғы һалҡынға йоҡоһо асылып киткән ҡыҙсыҡ толоптоң асығыраҡ урынынан тирә-яҡты ҡарарға тырышты. Ҡыҙығырлыҡ бер ни юҡ шул: ап-аҡ ҡар ҙа ҡап-ҡара ағастар. Әкрен генә ат юрта, сана шығырлай. Бәүелеп килә торғас, ул йоҡоға талды.

Эй, ғәмһеҙ, эскерһеҙ, бәхетле саҡ! Кемгәлер бик оҙаҡ дауам итә, кемделер иртә ҙурайта. Бигерәк тә һуғыш осоро балаларын. Кескәй Заһира ла тыуған ауылы, тәпәй баҫҡан ерҙәре, әхирәте, ағаһы менән оҙаҡҡа хушлашҡанын белмәй әле. Яҙмыш һуҡмағы уны, туғыҙ йәшлек кенә сабыйҙы, ата-әсәһе тере булып та, етемлек юлынан алып китте.

Илле саҡрымда ятҡан Урташҡа төнләтеп кенә барып инделәр. Әбейе менән бабайы уларҙы ғәжәпләнеп тә, ҡыуанып та ҡаршы алды. Шулай булмай, һис уйламағанда-нитмәгәндә алыҫтағы туғаның килеп төшһөн әле! Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп бер булдылар. Заһираны урындыҡ түренә генә ултыртып, алдына аҡ ҡалас, тәмлекәстәрҙе өйөп үк ҡуйҙылар. Мәрүә әбейе бигерәк яратты инде ҡыҙыҡайҙы. Иркәләп, күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып алды. Күп йылдар ире менән бергә йәшәһә лә, балалары юҡ. “Әллә миңә ҡыҙ булаң да ҡуяңмы, Заһира?” – ти шаяртып әбейе. “Булам, булам, – ти, тегеһе лә сабыйҙарса бер ҡатлыланып. – Һеҙҙә аҡ ҡалас, тәмлекәстәр күп...”

Апалы-һеңлеле төн буйы һөйләшеп, кәңәш ҡороп сыҡты. Таһира үҙ хәлен аңлатып, Заһираны ҡыш сыҡҡансы бында ҡалдырып торорға үтенде. Мәрүә, әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза ине. “Исмаһам, өйҙә бала тауышы сығыр. Гел бер төрлө барған тормошобоҙға йәм инер. Һауыт-һаба йыуып, иҙән һепереп ҡуйһа ла файҙаһы тейер, – тип уйланы ул. – Унан бигерәк бала һөйөүҙе татырмын. Кем белә, бәлки, ауырға ла ҡалырмын”.

Заһира иртән торғанда әсәһе ҡайтып киткәйне. Бер аҙ күңелһеҙләнеп киткән ҡыҙыҡайҙы: “Әсәйең оҙаҡламай килеп ала. Беҙҙә аш-һыу мул, көйәләнмәй генә йәшәп тор”, – тип йыуатты.

Хужалар икеһе лә эшкә киткәс, Заһира ишек алдына сыҡты. Күп итеп ҡар яуып, бөтә ерҙе ҡаплаған. Көрәк алып, йомшаҡ ҡарҙан тау яһарға тотондо: ул унда сана шыуасаҡ. “Бәләкәй саналары ҡайҙа икән?” – тип, һарай яғын ҡараштыра башланы. Ундағы ҡош-ҡорт, малды күреп, хайран ҡалды: “Бында ферма кеүек бит. Уларҙы кем ҡарай икән? Ҡалай күп...”

Таң ата ла кис була тигәндәй, көндәр яйлап алға шыуҙы. Ҡыҙыҡай ят ерҙә ялҡа ла башланы. Ул әсәһен, ағаһы Ғәфүрҙе, ауылын һағынды. Ә әсәһе ниңәлер килмәне лә килмәне. Хәҙер уға аҡ ҡалас та, тәмлекәстәр ҙә кәрәкмәй. Тик ҡайтыу тураһында ғына уйланы. Түҙемлеге бөтөп: “Әбейем, нимәгә әсәйем шулай оҙаҡ килмәй икән?” – тип һорай. “Килер, килер. Әҙерәк көтөргә кәрәк, һин аҡыллы бала бит, сабыр ит”, – тип әүрәтергә тырыша Мәрүә әбейе ундай саҡта.

Көтөргә кәрәк, тигәс, Заһира көн һайын килгән юлдарына сығып, өшөп ҡатҡансы әсәһен көтөргә ғәҙәтләнеп алды. Бармаҡтары туңып һыҙлай башлаһа ғына өйгә кире инеп, ҡурсағын ҡосаҡлап сеңләп-сеңләп илай ине. Үҙе бер өҙлөкһөҙ: “Әсәй, әсәкәйем, тиҙерәк кил инде, минең ҡайтҡым килә!” – тип ҡабатлай.

Ә был ваҡыт Таһира, баламды аслыҡ үлеменән ҡотҡарҙым, тип тынысланып, үҙенең артабанғы йәшәүен ҡайғыртты. Урташтан ҡайтҡас та ауыл осондағы һуҡыр ҡарсыҡҡа өйҙәш булып инде. Уның берҙән-бер зәғиф улы һуғышҡа алынмай торфта эшләп йөрөй ине. Айына бер тапҡыр килеп, әсәһенә аҙыҡ-түлек ҡалдырып китә. Ҡарсыҡтың тамағына йүнәтеп, өйөн йылытып торорға кешеһе юҡ. Таһираға кеше артынан әйттергәс тә риза булды. Ғәфүр күрше апаһына күсеп сыҡты. “Үҙебеҙгә ҡайтайыҡ ”, – тип әсәһен өгөтләп ҡарағайны ла: “Утын да, ашарға ла юҡ, астан үлергә итәһеңме? Былай бөтәбеҙ ҙә тере ҡалырбыҙ. Ҡыш сыҡҡас та өлгөрөрбөҙ әле”, – тип уныһы тыйып ҡуйҙы.
Мәрүә апаһынан: “Ҡыҙың ныҡ һағынды, ашамай ҙа, ауырып китә инде. Алып ҡайт”, – тигән хәбәр ҙә еткергәйнеләр. Әммә Таһира ашыҡманы. “Илар-илар ҙа күнегер. Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, йылы өйҙә ултыра, йәшел үләнгә аяҡ баҫҡас та барып алырмын әле”, – тип кенә ҡуйҙы. Шулай ҙа, Заһираһын күҙ алдына килтерһә, күҙенә йәш тулып китә ине.

Һалҡын ҡыш үтеп, йылы яҙға ла аяҡ баҫтылар. Әсә кеше генә һаман да күренмәне. Заһира хәҙер инде иламай ҙа, һөйләшмәй ҙә, үҙ-үҙенә йомолдо. Эстән генә һыҙып, әсәһен көтөп, көндәрен үткәрҙе. Бар йыуанысы, серҙәше – ҡурсағы. Уға Нәҡиә тип әхирәтенең исемен ҡушты. Төндәрен юрған аҫтында Нәҡиәгә генә ҡайғыһын һөйләне, уны ҡосаҡлап, һағыныуын баҫты.

Һеңлеһенең тиҙ арала килмәҫен һиҙгән Мәрүә лә ысын холҡон күрһәтә башланы: тауышы ҡырыҫланды, ҡараштары һалҡынайҙы. Заһираны элекке кеүек тәм-том ашатып, һыйлап ҡына ултырмай, көн буйына етерлек эш йөкмәтеп китә: өй эсен йыйыштырырға, мал тиҙәген алырға, һыу ташып ҡуйырға, ишек алдын таҙа тоторға... Үҙе идарала хисапсы булып эшләгәс, көнө-төнө бушамай. Кисен генә арманһыҙ булып ҡайта ла, кемгә көсөн төшөрөргә белмәй, бәйләнергә тотона: “Иҙәнде таҙа йыумағанһың, биҙрәләрең ҡатып ултыра, себештәр ҡаралмаған...” Ҡайһы саҡ һимеҙ, көслө ҡулдары менән ҡыҙҙың ҡулынан матҡып тотоп һелкетеп ебәрә: “Аяҡлы ҡаза, үҙ әсәңә кәрәкмәгәнде миңә һин нимәгә, ни тип алып ҡалдым икән, артыҡтамаҡ!” – тип һөйләнеп, иртәгәһе көнгә бойороҡтарын бирә-бирә йоҡлап китә. Заһираға ул хәҙер ағаһы һөйләгән әкиәттәге убырлы ҡарсыҡ кеүек күренә: әҙ ашата, күп эшләтә, бәләкәстәрҙе ене һөймәй...

Әллә үҙ балаһы булмағанға, Мәрүә ҡыҙыҡайҙан бик тиҙ ялҡты. “Бала бағыу күп көс талап итә, тамағын туйҙырып, өҫтөн бөтәйтеп кенә эш бөтмәй икән. Уны аҡыл йәһәтенән дә, холҡо яғынан да тәрбиәләргә кәрәк. Бала-саға шау-гөр килеп урамда уйнап йөрөгәндә генә матур күренә, баҡһаң. Үҙ башыңа төшһә, эш харап”, – тип фекер йөрөттө. Бер туғанының ҡыҙы булһа ла, Мәрүәлә Заһираға ҡарата йылы тойғолар, әсәлек хистәре уянманы. Яңы тәтәй менән уйнап туйған сабый кеүек, уны ситкә ырғытты. Бала менән биҙәү ҡатын араһында емереп үтеп булмаҫлыҡ таш диуар барлыҡҡа килде. Бер өй эсендә йәшәп тә, әйтерһең дә, бер-береһен күрмәнеләр ҙә, тойманылар ҙа. Тик олоһо бойороҡ бирҙе, кесеһе уларҙы һүҙһеҙ үтәй ине.

Заһира барыбер өмөтөн өҙмәй, әсәһен көтөүҙән туҡтаманы: “Ул киләсәк, ул мине ташламаған, уның яратҡан ҡыҙы бит”, – тип бер көн ҡалдырмай, күҙ йәштәрен түгә-түгә, юлға сығып ҡарап торор булды. Йәй көндәре, моғайын, атҡа арба, ҡыш етһә, сана егеп килер, тип уйланы.

Ә бер саҡ уның был өмөттәре лә селпәрәмә килде. Урамда бағаналай ҡатып торған сабыйға әбейе аяҡтан йығырлыҡ хәбәр еткерҙе: “Һаман әсәңде көтәһеңме, артыҡтамаҡ, ул килмәйәсәк, аты-ние менән ҡайтҡан юлда бүре ашап киткәндер инде. Тәнендә йәне бар кеше шулай балаһын ташлаймы?!”

Заһира күҙҙәрен шар асып ҡарап торҙо ла шарылдап илап, өйгә йүгерҙе. Артынан ҡурҡып килеп ингән Мәрүәгә: “Үлмәгән минең әсәйем, үлмәгән, бүре лә ашамаған. Һин насар әбей, һин убыр әбей. Мин һине яратмайым!” – тип үҙ-үҙен белештермәй ҡысҡырҙы.
“Ярай, ярай, үлмәгән, мин былай ғына, ҡурҡытырға ғына әйткәйнем”, – тип ҡайтымһаҡлаған әбейенең күкрәген кескенә йоҙроҡтары менән төйгөсләне.

Шул ҡайғыһынан сабый түшәккә йығылды. Мәрүә лә бер аҙ йомшарҙы. Өйгә фельдшер саҡырып, баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Гонаһтан да ҡурҡҡандыр, бәлки.

Бынан ары Заһира, әсәһен көтөүҙән төңөлөп, атаһы йортона, ағаһы янына ҡасандыр бер ҡайтыу хыялы менән яна башланы.
Миҙгелдәр алмашына, көндәр үтә торҙо. Тағы бер ҡыш килде. Ҡыҙ йылғанан малдарға һыу ташый. Быйыл уға, ҙурайҙың тип, биҙрәнең олоһон тотторҙолар. Әммә тар ауыҙлы мәкегә ул һыйманы. Кипсәлгән биҙрәне кире ала алмай илап торғанда, ат етәкләгән бер үҫмер малай янына килде.
– Нимә, алып булмаймы? – тине ул ҡыҙыҡайҙы йәлләп.
– Эйе, тығылды ла ҡуйҙы, – Заһира оялып, йәшле күҙҙәрен һөртә һалды.
– Хәҙер алабыҙ беҙ уны, – таныш түгел малай көрәге менән мәкене ҙурайтып биҙрәне алды ла һыу тултырып бирҙе. Заһира яр башына атланы, рәхмәт тә әйтә белмәне.

Иртәгәһенә улар тағы осрашты. Ҡыҙыҡай яҡын туғанын күргән кеүек, уға йылмайып ҡараны.
– Һин кем ҡыҙы һуң, исемең нисек? – тине үҫмер ҙә көлөмһөрәп.
– Заһира мин, Мәрүә әбейҙең аҫрау ҡыҙы.
– Аҫрау? – малай ғәжәпләнде.
– Эйе, әсәйем ҡалдырып китте лә килеп алманы.
– Алай икән, былай булғас, беҙҙең яҙмыштар оҡшаш, – үҫмер ололарса һығымта яһап ҡуйҙы.
– Нисек була ул? – инде Заһира аңламаны.
– Мине лә атайымдар был ауыл кешеһенә һатып китте.
– Һаты-ып? Кешене һатмайҙар ҙа инде, – Заһира ышанмағандай итте.
– Мин дә шулай уйлай торғайным. Һаталар икән шул. Беҙ ныҡ күмәк инек. Ашарға ла, кейергә лә етмәне. Был атайымдарҙың балаһы юҡ, мине бик тә яраталар. Барыбер ҡайтҡы килә. Әсәйем, ҡустылар һағындыра, ә атайыма ныҡ үпкәләгәнмен.
– Ә мине бына бөтөнләй яратмайҙар, тик эшләргә лә эшләргә ҡушалар. Яҡшы итеп һөйләшмәйҙәр ҙә. Әбейем миңә, артыҡтамаҡ, ти. Уҡырға ла бирмәнеләр: “Ҡыҙ балаға уҡыу нимәгә, ана, өйҙә эш күп, әҙерәк ҙурайырһың да фермаға һауынсы булып барырһың”, – тинеләр.
– Тыуған ауылыңда бер кемең дә ҡалманымы ни?
– Ғәфүр ағайым бар, атайым һуғышҡа киткән.
– Ә ниңә ағайың килеп алмай һуң?
– Ул нисек килһен? Әбейем, атығыҙҙы әсәйең менән бергә бүре ашаған, ти.
– Уй, ҡалай ҡыҙғаныс, – Әнүәрҙең йөҙө ағарып китте. – Ней, ҡайғырма, Заһира. Берәй заман мин һине ауылыңа алып барырмын, йәме.
– Эйеме, ысынмы, нимә менән?
– Бына бит ат бар, атайым бирә ул.
– Ура-а-а! Мин ҡайтасаҡмын! – Заһира ҡулдарын сәпәкәйләп ебәрҙе. Әнүәрҙе ҡосаҡлап алғыһы килде, ләкин тыйылды.
– Ә һинең исемең кем ул?
– Әнүәр.
– Әнүәр, һин ҡалай һәйбәт ағай.
– Ағай, миңә бары ун өс кенә йәш әле.
– Ә миңә ун ике, барыбер ағай булаң.
– Ярай, һинеңсә булһын.
– Тик ни бит әле, Әнүәр ағай, беҙҙең ауыл ныҡ алыҫта.
– Ниндәй ауыл һуң?
– Сурай. Әбейем, илле саҡрым ти.
– Минең ат шәп ул, йөҙҙө лә үтә ул, ауылыңды ла табырбыҙ, – Әнүәр, ағай булараҡ, фәстереп ебәрҙе.
Шул көндән башлап, Заһира бары Әнүәр ағаһы вәғәҙә иткән заманды ғына көтөп йәшәне. Ә ваҡыт, үсеккән кеүек, бик яй үтә һымаҡ тойолдо. Әллә ҡыуаныстан, әллә өмөт уяныуҙан, ҡыҙыҡайҙың йәшәүгә дәрте ҡалҡты. Йөҙөнә нур ҡунды, күҙҙәре осҡонланды, ашауы яҡшырҙы. Ҡулында эш уйнап ҡына торҙо. Быны күргән Мәрүә лә инде мыжып, аҡырып-баҡырып йөрөмәне. Баланы үҙемсә өйрәтеп алдым шикелле, тип һығымта яһаны.

Ун дүрт йәше тулыуға Заһира фермаға һауынсы булып эшкә сыҡты. Әнүәр мәктәптә уҡый ине әле. Дәрестәре бөтөү менән ҡыҙға хужалыҡта ярҙам итергә йүгереп килеп етә. Малдарҙы ҡарашһынмы, ишек, ҡапҡа алдын һепереп ҡуйһынмы, өйгә утын-һыу индерһенме – барыһын да еренә еткереп башҡара.

Ә Заһира ҡул эштәренә оҫтарып алды. Әбейе уны бәйләм бәйләргә, сигенергә, хатта тегенергә лә өйрәтте. Ҡамыр аштары әҙерләргә лә күнектерҙе. Бар өйрәтә, юҡ йөҙәтә, тиҙәр. Мәрүә әбейендә бөтә нәмә мул, тик иренмә генә. Әнүәр ишек алдында эш бөтөрөүгә Заһира тауҙай итеп ҡоймағын да ҡоя, бәлешен дә өлгөртә. Һуңынан икәүләп көлөшә – көлөшә сәй эсәләр. Ул күңелле саҡтар ҙа артта ҡалды.
Әнүәргә мәктәпте тамамлар мәл етте. Унан инде – армия. Шул турала уйлаһа, ҡыҙға ҡыйын булып китә. Әнүәрһеҙ нимә эшләр ул?! Бәләкәйҙән “ағаһына” шул тиклем эҫенде: барлыҡ һағыныуын, ҡайғыһын уға баҫты, башҡаларға сисмәҫ серҙәрен систе. Ә хәҙер унһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай. Башта үҙ ағаһына оҡшатып яҡын күргәйне, ҙурая килә таяныс, арҡа терәр ышаныслы егет, тип ҡарай башланы. Әнүәр ҙә уға битараф түгел ине. Тик был турала бер -береһенә белдермәҫкә тырыштылар. Егет кешенең үткер, һынамсыл, мөхәббәт тулы ҡараштарын осратһа, Заһира оялып, керпектәрен түбән төшөрә һала. Йәиһә тиктомалға берәй эш менән булышырға тотоноп китә.
Аттестат алыуға Әнүәрҙе военкоматҡа саҡырттылар. Алыҫ Көнсығышҡа сик һаҡларға китерһең, тип ҡулына повестка тоттороп та ҡуйҙылар. “Бына ул көн тыуҙы. Айырылышыр ваҡыт етте. Бөгөн үк осрашырға, аңлашып, вәғәҙәһен алырға кәрәк,” – тип ныҡлы ҡарар итте ул. Әнүәрҙең кискә йылға буйына саҡырыуына Заһира тәүҙә аптырап ҡалды. Әммә осрашыу минуттарын күҙ алдына килтереп, йөрәге дөп-дөп типте, күкрәгенән сығырҙай булып ашҡынды. Күңеле ниндәйҙер аңлатып бөтмәҫлек тулҡынланыу, ҡыуаныс кисерҙе.

Өй мәшәҡәттәрен тиҙ-тиҙ генә бөтөрөп, Әнүәре янына ашыҡты. Аныһы көтөп тә тора ине инде. Заһираны күреп, ҡаршы атланы. Ике йәш йөрәк бер-береһенә ынтылды, әммә эске ниндәйҙер билдәһеҙ көс туҡтап ҡалырға мәжбүр итте.
– Һаумы, Заһира һылыу.
– Һау ғына, Әнүәр.
– Ә мине армияға саҡыралар, повестка алдым, иртәгә юлға, бына шулай, – егет бер тынала әйтеп бөттө лә шымып ҡалды.
– Армияға? Иртәгә? Ниңә улай тиҙ? Ә мин, ә мин һинһеҙ нишләрмен, Әнүәр? – Заһира, үҙе лә аңғармаҫтан, уның беләгенә килеп йәбеште. Шуны ғына көткән кеүек, егет ҡыҙҙы ҡапыл күкрәгенә ҡыҫты. Заһираның эҫе тыны, бер аҙ ҡалтыранған кәүҙәһе, өмөт менән ҡараған матур күҙҙәре Әнүәрҙе сығырынан сығарҙы. Түҙемлеге бөтөп, ҡыҙҙың һутлы ирендәренән, йомшаҡ битенән үбергә кереште. Заһира ла хис-тойғоларына ирек бирҙе. Ике йәш йөрәк был кистә беренсе тапҡыр мөхәббәттә аңлашты. Күпмелер ваҡытҡа тын ҡалдылар. Һәр ҡайһыһы, үҙ уйҙарына сумып, айырылышыу һағыштарын кисерә ине.
– Көтөрһөңмө? – тип бышылданы Әнүәр.
– Көтөрмөн, – булды яуап.
– Әбейең берәйһенә кейәүгә биреп ҡуйһа?
– Ю-юҡ, мине кейәүгә бирһә, уның донъяһын кем көтә? Эшләмәҫкә өйрәнде ул.
– Заһира, мин һине бик яратам, бер кемгә лә бирергә теләмәйем.
– Мин дә. Ә армияла ҡыҙҙар юҡмы? – икеһе лә көлөп ебәрҙеләр.
– Белмәйем, миңә һинән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй. Алла бирһә, иҫән – һау әйләнеп ҡайтһам, ауылыңа барып, атайың менән ағайыңдың фатихаһын алырбыҙ ҙа өйләнешербеҙ.
– Йә, атайым да, моғайын, ҡайтҡандыр ул. Шулай һиҙәм.
– Эйе, ниместәрҙе атып бөткәндер инде, – тағы көлөшөп алдылар.
– Вәғәҙәме?
– Вәғәҙә.

Иртәгәһенә Әнүәр – Алыҫ Көнсығышҡа, ә Заһира фермаһына йүнәлде. Был яғына йәштәрҙең йөрәге бары хаттар аша ғына һөйләште.
Егеттең юҡлығынан файҙаланып, һылыуҙарҙан һылыу Заһираға күҙ атыусы егеттәр ҙә, һоратыусылар ҙа күбәйҙе. Әммә әбейе, төрлө сәбәп табып, барыһын да кире ҡаға торҙо. Заһира ла эстән генә: "Ҡайһылай һәйбәт әле, тимәк, әбейем дә Әнүәрҙе көтә. Мине уға ғына бирәсәк," – тип ышанып йөрөнө. Бергә эшләгән әхирәт ҡыҙҙары ла шулай фараз ҡылды.
Оҙаҡ тойолған өс йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Әнүәр армиянан ябай һалдат ҡына булып түгел, ә күкрәгенә орден тағып ҡайтып төштө. Сик буйын һаҡлағанда дошманды үҙ ваҡытында күреп ҡалып ҡоралһыҙландырғаны өсөн, бирелгәйне уға был награда. О-о, ул көндәрҙәге бәхете Заһираның! Атлап түгел, осоп ҡына йөрөнө. Һөйгәне герой булып ҡайтты бит! Иң беренсе Заһираны килеп күреүе лә ҡыҙҙы күктең етенсе ҡатына мендерҙе.

Ауылды бер шаулатып алғайны ул көндәр. Вәғәҙәләшкәнсә, Сурайға ҡайтып килергә булдылар. Мәрүә әбейе: “Ҡыҙымды һинең менән ышанып ебәрәм, имен-аман килтереп тапшыраһың,” – тип, Әнүәрҙең һүҙен алды.
Тыуған яҡтарына яҡынлашҡан һайын, Заһира нығыраҡ тулҡынланды. Сығып киткәндә уға ни бары туғыҙ ғына йәш ине, күпме йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты... Өйҙәрендә берәйһе бармы икән? Булһа, нисек ҡаршы алырҙар? Атаһы тереме? Ә Ғәфүр ағайым? Ҡыҙҙың башында ана шундай ҡырылмаһа, ҡырҡ уй ҡайнаны.

Бына ул атай йорто. И-и, ҡайһылай бәләкәй генә икән дә. Бала саҡта бик ҙур һымаҡ ине. Ат туҡтар-туҡтамаҫтан Заһира арбанан ырғып төштө, ҡапҡаны еңел генә асып эскә үтте. Ишек алдын үлән, кесерткән баҫҡан. Кеше йөрөр бер һуҡмаҡ ҡына күренеп ята. Кәртә-ҡура ла иҫкереп бөткән. Ул уйнап үҫкән ихата танырлыҡ та түгел. Өй ишеген тартты. Әсәһе ҡаҙанлыҡта аш әҙерләй, атаһы урындыҡ мөйөшөндә ята. Тупһаны аша атланы ла:
– Әсәй, атай, мин ҡайттым, мин, Заһира ҡыҙығыҙ, – тип иланы ла ебәрҙе. Көтөлмәгән осрашыуҙан әсәһе урындыҡ ситенә ултыра төштө:
– И-и, Заһира - а, балаҡа-йым. Өнөммө, төшөммө? Ҡайттыңмы ни? Йә, Хоҙай, һине күрер ҙә көнөбөҙ бар икән. Ҡайһылай үҫеп киткәнһең, – тип яулыҡ осо менән йәшле күҙҙәрен һөртөп алды. Заһира әсәһен ҡосаҡланы, ләкин элекке, сабый саҡтағы, йылылыҡты тойманы. Әсә менән бала араһында әсе күҙ йәштәре менән йыуылған йылдар һалҡыны кәртә булып ятҡайны.

Шул саҡта атаһы, сатан аяғын көскә ҡуҙғатып, урындыҡтан килеп төштө. Заһира атаһына ынтылды, күрешкән арала уны нығыраҡ һағыныуын, әсәһенә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын аңланы.
– Атай, атаҡайым, һин иҫән, ниндәй ҡыуаныс!
– Шулайын шулай ҙа ул, ҡыҙым, тик бына аяҡтың бер өлөшөн нимес алып ҡалды, – тип һуҡранып ҡуйҙы атаһы.
– Уның ҡарауы, тере ҡайтҡанһың бит, атай, үҙе үк бәхет түгелме? Мин һинең ҡайтырыңды күңелем менән һәр саҡ һиҙә инем.

Өйҙәгеләрҙе Әнүәр менән таныштырғас, илаша-көлөшә күстәнәсләп сәй эстеләр. Заһираның ғына тамағына тәғәм ризыҡ барманы. Тыуған өйөн байҡап, хәтирәләргә бирелеп тик ултырҙы. Ә күҙ йәштәре аҡты ла аҡты... Әйтерһең, барлыҡ көйөнөс - хәсрәтен бер юлы түгеп китергә ҡайтҡан.
– Ә Ғәфүр ағайым ҡайҙа, ул күренмәй ҙә? – тип һорай һалды Заһира һағайып.
– Ағайың Мәликә менән йәшәй, күршелә генә. Балалары үҫеп килә инде, – тип яуапланы әсәһе. Шул ваҡыт ишек асылып китте.
– Атай, һеҙгә бер ат туҡтағанмы, ҡунаҡ бармы әллә? – тип килеп инде Ғәфүр һәм Заһираны күреп туҡтап ҡалды. – Заһира - а? Һинме был? Әллә яңылыш таныйыммы? Нисәмә йылдар хәбәр-хәтерең булманы, беҙҙе онотҡанһыңдыр инде, тип уйлағайным, – ул һеңлеһен килеп ҡосаҡлап алды. Икеһенең дә күҙҙәре йәшкә мансылды.
–Киреһенсә, мине һеҙ оноттоғоҙ түгелме һуң? Бер кем дә алып ҡайтырға ашыҡманы, шикелле, – Заһира ағаһына шелтәле ҡараш ташланы.
– Шулай килеп сыҡты инде, туғанҡайым, үпкәләмә. Һуғыш бөтә донъяны бутаны. Йә, ярай, үҙең тураһында һөйләшәйек. Ҙурайып, үҙгәреп киткәнһең. Эшләйһеңме, уҡыйһыңмы? Әллә кейәүгә сыҡтыңмы? Был егет кем була?

Заһира ағаһының һорауҙарына саҡ яуап биреп өлгөрә ине. Улар шулай геү килгәндә, Әнүәр ишек алдына сыҡты. Һарай башынан салғы табып алып, бейек үләнде сабып ташланы. Тар ғына һуҡмаҡты ла һепереп ҡуйҙы. Кәртә-ҡураға күҙ йүгертеп, әҙ-мәҙ туҡтарға тура килер, тип уйлап алды. Ярылып бөтмәгән йыуан түмәрҙәрҙе ярып өйөп ҡуйҙы. Ишек алдына бер аҙ йәм индергәндәй булды.
Аҙна үтеүгә ҡайтырға йыйындылар.
– Һағыныуҙарың баҫылдымы һуң? Ашыҡмаһаҡ та була, – тине Әнүәр.
– Күңелем тынысланды инде. Башҡаса бында ҡала алмайым. Урташҡа, әбейемдең өйөнә ныҡ өйрәнгәнмен икән. Әсәйем һис тә үҙгәрмәгән, элеккесә һаман һалҡын, донъя көтөргә лә ыжлап бармай. Атайым зәғиф аяғы менән нимә генә ҡыйратһын инде. Ағайымдың үҙ тормошо. Нисектер мин уларҙан алыҫлашҡанмын, үҙҙәре лә алып ҡайтырға ашҡынып тормаған.
– Ярай, улайһа, атай-әсәйеңдең фатихаһын алайыҡ та ҡуҙғалырбыҙ.
Урташҡа килеп еткәс, Заһира тыуған йортона ҡайтҡандай, өйгә йүгереп инде. Һағынып та өлгөргән. Әбейенә күрешеп, күстәнәстәрен тапшырҙы ла эшкә тотондо.

Көн артынан көндәр үтә торҙо. Әнүәрҙең армиянан ҡайтыуына ла инде байтаҡ ваҡыт. Колхозға эшкә урынлашҡас та өйләнергә булды. Аталары менән кәңәшләшеп, Заһираны кәләш итеп алырға йыйыныуын белдерҙе. Улары ҡуш ҡуллап риза ине. Шулай ҙа атаһы:
– Иң тәүҙә әбейенән рөхсәт ал. Ата-әсәһе фатиха бирһә лә, ҡыҙ Мәрүәлә йәшәй бит әле. Ул нимә тип әйтер? – тип иҫкәртә ҡуйҙы.
– Ни тиһен. Ризалашыр, моғайын. Мине яҡшы белә, – Әнүәр һис тә икеләнмәне.
Матур итеп кейенеп Заһиралар йортона юл тотто. Ҡапҡанан кергәс тә: “Әгәр ысынлап та кире, ҡаҡһа, нишләрмен?“– тигән яман уй йүгереп үтте. Икеләнеүен ситкә ҡуйып, ҡыйыу аҙымдар менән ишекте асты. Тегеләр киске аш менән мәшғүл ине. Әнүәр Заһираға ҡарап йылмайҙы ла:
– Һаумыһығыҙ, ашығыҙ тәмле булһын, – тип әйтә һалды.
– Һаубыҙ, һаубыҙ, әйҙә, түрҙән уҙ, ҡорға ултыр, – тип ихлас өндәште Мәрүә лә. Уның йылы ҡаршы алыуын күреп, йәш кешенең эсенә йылы инде.
– Рәхмәт, Мәрүә әбей, мин һеҙгә ҙур үтенес менән килгәйнем.
– Төнгә ҡаршы ниндәй үтенес ул? – Мәрүә һағайҙы.
– Заһираның ҡулын һорарға. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Өйләнешәйек, тигәйнем. Атайымдар риза, өй һалырға ла ярҙам итәсәктәр, – Әнүәр һораулы ҡарашын Мәрүәгә төбәне. Бөтәһе лә тынып ҡалды. Ә уныһы ашыҡманы. Егеткә был тынлыҡ йыл һымаҡ тойолдо.
– Юҡ, Әнүәр улым, ни тиклем һәйбәт егет булһаң да, мин һиңә Заһираны бирә алмайым.
– Ни өсөн? – Әнүәрҙең көсөргәнештән маңлайына тир бәреп сыҡты, бите ҡып-ҡыҙыл булды. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине.
– Һинең атайың ниндәй холоҡло булғандыр, беҙгә ҡараңғы. Үҙ балаһын бөтөнләй сит кешеләргә аҡсаға һатҡан бит ул. Һин дә уның ҡылығын ҡабатлаһаң, ҡайҙа ышаныс?

Әнүәр был хәбәрҙән йығылып китә яҙҙы. “Бына ҡайҙан килтереп һуҡтылар. Ах, атайым, һин бында ла минең бәхетемә аяҡ салдың. Әсәйемдән, туғандарымдан айырыуың әҙ инеме?!”
– Үҙ атайымдың ни ҡыҫылышы бар? Мине бәләкәй саҡтан Сабир атайым тәрбиәләне, – тине уҫал итеп, һәм ишек-ҡапҡаны ябырға ла онотоп, тышҡа атылды. Атаһына ҡарап улына кәләш алып биргәнде башына һыйҙыра алманы. Өй баҡсаларына һөйәлеп оҙаҡ торҙо ул. Бошоңҡо ғына ҡайтып ингән улдарын күреп, ата-әсәһе хәлде һүҙһеҙ ҙә аңланы, тимәк, бирмәгәндәр.
– Көймә, улым, бына тигән килен төшөрөрбөҙ. Заһиранан башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән әле, – тине атаһы, Әнүәрҙе йыуатырға тырышып.
– Эйе лә, һыу һөлөгөндәйен, уҡығанын алып бирербеҙ, – тип әсәһе лә йөпләп ҡуйҙы.
– Атай, улар минең намыҫымдан көлдө. Тамырымды тикшерҙеләр.
– Ярай, ярай. Улай бөтөрөнмә. Тормошта төрлө хәл була. Егет кеше гел генә яратҡанына өйләнә алмай ул.
Был төндә Заһира ла йоҡлай алманы. Сурайҙа уҡ никах уҡытып ҡайтмағанына үкенде. Эш былайға әйләнер, тип кем уйлаған. Бәхетһеҙ яҙмышына әрнеп, иланы ла иланы.

Ә бер көн эшкә барғас, Әнүәр өйләнгән, тигән хәбәрҙе ишетеп, һушһыҙ булып ҡайтып йығылды. Йөрәге ышанырға теләмәне. Егет, ысынлап та, өйләнгәйне. Ата-әсәһе тиҙ арала уҡытыусы ҡыҙҙы әйттерҙе. Уныһы Әнүәргә күҙ атып йөрөгән булған, күрәһең, ризалашып та ҡуйҙы. Ә егеткә кемгә өйләнһә лә барыбер ине. Мөхәббәтен юғалтты, яҡты хыялдары тормошҡа ашманы. Тик бына бер ерҙә эшләүҙәре генә. Заһираға яҡын булам, тип ул фермаға эшкә күскәйне. Һөйгәнеңде көн дә күреп ғазапланыуҙарға нисек түҙергә? Икенсе эшкә китергәме икән?
Юҡ, китә алманы Әнүәр. Киреһенсә, ҡыҙҙы күрәм, тип көн дә эшкә ашҡынып торҙо. Саҡ менән Суҡ кеүек ине улар. Бер-береһен ситтән генә күҙәттеләр. Осрашһалар, күҙҙәрен ала алманылар. Өндәшмәһәләр ҙә, йөрәктәре һөйләште:
– Әнүәр, ниңә улай бик тиҙ өйләндең? Һин бит уны яратмайһың.
– Эйе, Заһирам, һине генә һаман яратам. Ләкин беҙ бергә була алмаҫ инек. Һине берәүгә лә бирмәҫтәр инде.
– их, Әнүәр, яңылыштыҡ беҙ. Сабыр итһәк, берәй әмәле табылыр ине әле.
Шулай бер-береһен һағынып, һарғайып ғүмерҙәре үтте. Әммә тыйнаҡ булды улар. Егет ҡатынына тоғро ҡалды. Заһира ла Әнүәрҙе боҙоҡлоҡҡа этәрмәне. Биш балаһын етем итһенме?!

Заһира кейәүгә сыҡманы. Бәхеткәйҙәрең бер булмаһа, булмай икән, тип яҙмышына күнде. Әбейе лә һоратҡан бер егетте кире бороп торҙо. Ҡыҙ ҙа ынтылманы. Яратмаған кеше менән йәшәүҙе күҙ алдына килтереп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә ине. Фермала Әнүәре һаҡлап йөрөттө. Берәүен дә яҡын ебәрмәне.

Заһира ҡарт ҡыҙ көйө ғүмеренең көҙөн ҡаршыланы. Иң тәүҙә әбейе менән бабайы донъя ҡуйҙы. Һуңынан йөрәк өйәнәгенән Әнүәре китте. Тап шул ваҡытта Заһира өсөн дә тормош бөттө...



Автор: Гөлсибәр.
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


«Иремдең аяҡтарын  үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»