RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Тыума ғынам..."

26.05.2019 "Тыума ғынам..."

“Башҡортса шрифтым юҡ, матур итеп яҙа ла алмам, шуға русса ғына яҙам да ҡуям”, – тип башланған хаттың авторы минән байтаҡҡа өлкәнерәк булып сыҡты. “Булып сыҡты” тип яҙам, сөнки ҡатындың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә сәскәләрҙән башҡа бер фотоһүрәте лә, үҙе тураһында башҡа бер мәғлүмәт тә юҡ. Сәләмәтлеккә, рухиәткә ҡағылышлы яҙыуҙар ғына бар. Йәғни, ниндәйерәк кеше икәнен сырамытырға бер ырғаҡ табырмын, тимә. Ләкин бер йыл элек дуҫтарға өҫтәлһә лә, әле саҡ сәләмләргә батырсылыҡ иткән ҡатындың кинәт асылып китеп, яҙмышын бәйән ҡылыуы минең өсөн көтөлмәгән табыш булды.

– Әлдә бынау селтәр килеп сыҡты, юғиһә, башҡортса онотоп та бөтөп бара инем, хәҙер үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан яҙмаларҙы, шиғырҙарҙы уҡыйым. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең айышына төшөнөп етмәйем, әммә дөйөм фекерҙе аңларға ғына баш етә. Бигерәк тә Һеҙҙең яҙмаларҙы ҡыҙығып уҡыйым, балалыҡ осорон, йәш саҡтарымды иҫләп, илап та алам. Үҙемдең башымдан үткәндәр менән бүлешергә йыйынып, әллә күпме ваҡыт яҙырға ҡыймай йөрөнөм дә, бөгөн йөрьәт иттем, – тип яҙҙы ул. – Исемемде үҙгәртеп яҙығыҙ инде, хәҙер мине барыһы ла онотоп бөтһә лә, күңелемде бар донъяға асып һалғас, уңайһыҙыраҡ, үҙемде бар ғаләм алдында шыр яланғас сисенергә әҙерләнгән кеүек тоям. Республиканан ситтә йәшәйем, сығып киткәнемә йөҙ йыл, унда сыбыҡ осо ғына туғандар ҡалған, яҡындарымдан бер кем юҡ. Урыҫтар араһында йәшәп, урыҫлашып та бөткәнмен, исем-шәрифем дә урыҫтыҡы бит... Әсәйем миңә шундай насар исем ҡушҡан, тел һындырырлыҡ – Мөьминә тип. Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта, аҙаҡ паспортта Мумина булып йөрөнөм. Йә әйтегеҙ, шул да булдымы исем? Әсәйем, үҙемдең исемгә ярашлыһын ҡушҡайным, тигән булды (Мөҡсинә ине исеме). Урыҫҡа кейәүгә сығыу менән исемемде алмаштырҙым. Ләкин әйтер һүҙем исемем тураһында түгел, ә тормошом хаҡында.

Мин бит тулыһынса тиерлек әсәйемдең яҙмышын ҡабатланым, ҡайһы бер аяныслы айырманан башҡаһын... Әсәйем республиканың төньяҡ-көнсығыш районында тыуып үҫкән. Атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғалғанда, уға ни бары ун ике йәш булған. Шул нескә генә, бәләкәй генә буйлы бала ун өс йәшендә быҙау ҡараусы булып эшләгән. Ауыр эштән биҙрәп, ашау ҙа етмәгәс, үҫмәгән, кәүҙәһе үҫмер баланыҡы кеүек ҡаҡса ғына ине. Быҙау үлгән һайын, башымды элмәккә тығырҙай булып, ҡотом алынып йөрөйөм, тип һөйләй ине эшләй башлаған осорон: “Махсус рәүештә быҙауҙы үлтергәнһең, колхозға, илгә зыян килтергәнһең, тип, төрмәгә лә ябыуҙары ихтимал ине бит. Етмәһә, быҙау хаҡын түләтәсәктәр. Шунан ҡурҡып, әллә аҫылынып ҡына үләйем дә ҡуяйыммы, тип уйлайым да, билгә бәйләнгән бауҙы йәлләйем – атайҙан ҡалған мираҫ яттарға тороп ҡала, тигән уй тағы ла хәүефлерәк. Ул заманда арҡан-бауҙар иҫәпле генә, мин үлгәс тә, уны әсәйемә ҡайтарып бирмәй, үҙҙәренә алып ҡуйырҙар, тим. Иҫәр, тимәйһеңме инде, бауҙы ҡайғыртам, ә уның үлгән кешегә ни хәжәте бар?! Атай бөгөн ҡайтмаһа, иртәгә ҡайтыр, тип, донъяны тарҡатмаҫҡа, булғанды тәләфләмәҫкә тырышып, ныҡ көтһәк тә, хәбәрһеҙ юғалған атай ҡайтманы, арҡан-бауҙары сереп бөттө, донъяһы таралды...”

Әсәйем шуны һағышлы йылмайып-көлөп кенә һөйләһә лә, миңә ғәләмәт ҡыйын була торғайны. Ул атаһынан ҡалған бауҙы йәлләй, мин шул бауҙы йәлләгән ҡыҙ баланы йәлләп, йөрәгем әрней. Ғөмүмән, әсәйемә мин һәр саҡ бәләкәй балаға ҡараған һымаҡ ҡараным. Буйға бәләкәй, үтә ябай, эскерһеҙ, нисектер яҡлауһыҙ булғаны өсөн. Йөҙө шыр шаҙра. Ләкин йылмайыуы хас та балаларҙыҡы кеүек! Ул егеттәр менән дә йөрөмәгән. Һуғыштан һуң йөрөрлөк ир-егеттәр ҙә булмаған. Утыҙҙы үткәс, бригадир бабайҙан мине табып алған. Ул уны “бабай” тине, сөнки бригадир алтмышты уҙған ир булған. Мин, әсәйем әйтеүенсә, тап атайыма оҡшап, кәүҙәгә ҙурмын, яҫы битлемен. Әсәйем бахырҡайым шул бригадир менән дә бер-ике тапҡыр ғына осрашҡан, ир менән һөйөшөүҙең тәмен-татын йүнләп белмәй ҙә ҡалған. Бригадирҙың ҡатыны ҡолағын һәр саҡ сос тотҡандыр (ирҙәр һанаулы бит), фермала икеһен бергә шунда уҡ һағалап, эләктереп тә алған. Әсәйем, мәсхәрәгә ҡалыуҙан ҡурҡып, ауылдан сығып киткән. Һауынсы булып алыҫ бер районға, төпкөл ауылға килгән. Ауырға ҡалғанын белгәс, тәүҙә ҡобараһы осоп, алдырырға иткән, тик сит-ят ерҙә тәғәйен кешеһен тапмаған. Шунан, үҙемә иптәш булыр әле, тип ҡалдырған. Шулайтып мин тыуғанмын – әсәйемә иптәш. Ысын иптәш тә булдым, уның терәге лә, ярҙамсыһы ла инем.

Ауылда мине рәнйеткән, кәмһеткән кеше әллә ни булманы. Сөнки ул саҡта минең ише тыума балалар донъя ине. Атайлыларға харап көнләштем. Үлеп тороп “атай” тип әйткем килде. Бер көндө түҙмәнем, күршелә йәшәгән Юлай исемле бабайға “атай” тип өндәштем. Ул көлдө. Мин, балаҡай, олатай инде, тине. Әрнеүҙән түгелеп илап ебәрҙем. Бабай юғалып ҡалды, әбейен саҡырып алды. Уныһы мине ҡатҡан ҡорот башы менән алдаштырып, ҡайтарып ебәрҙе. Уларҙан сыҡтым да, ҡапҡа алдындағы бүрәнәгә ултырып, ҡорот башын кимерҙем. Үҙем ҡорот кимерәм, үҙем ҡысҡырып үкһеп илап-илап алам. Әсәйем эштә ине, йыуатыусы булманы. Аҙаҡ күршеләр был хәлде әсәйемә һөйләгәс, ул мине ҡосаҡлап, үҙе лә иланы: “Тыума ғынам”... Ҡыйын саҡтарҙа үҙемде ике ҡулым менән ҡосаҡлап, беләгемдән үҙемде үҙем һөйөп яратып, үҙемә шулай тип үҫтем: “Тыума ғынам”. Мин уны һәйбәт, яратыу һүҙе икән, тип уйланым бит.

Атай һөйөүенә, иғтибарына сарсап, буй еткерҙем. Миңә ун дүрт йәш тигәндә ауыл мәктәбенә яңы уҡытыусылар ғаиләһе күсеп килде. Балалары юҡ ине. Беҙ, ҡыҙҙар, тәү күреүҙән уҡытыусы ағайға ғашиҡ булдыҡ та ҡуйҙыҡ. Ауылдағы ир-егеттәргә бөтөнләй оҡшамағайны: ипле һөйләшә, ыҫпай кейенгән, сәсе матур ҡырҡылған, шифоньер кеүек бейек, үҙе төп-төҙ, сибәр! Ә ҡатыны үҙенән йәшкә өлкән, бите сирыш. Уҡытыусы ағайҙың дәресендә шып-шым, уны ауыҙ асып тыңлап ултырабыҙ. Һушыбыҙ китеп. Матур, ҡыҙыҡ итеп һөйләй! Тауышы ла ҡалын. Былай ҡарамаҡҡа шым, етди һымаҡ күренһә лә, һөйләй башлаһа, күҙҙәренән нур сәселә, йор һүҙе менән арбай. Ҡатыны беҙҙе уҡытманы, ләкин беҙгә ул сәйер генә тойолдо. Башҡа ҡыҙҙар уны ир булараҡ оҡшатһа, мин, уф, шундай атайың булһын ине, тип яндым. Ә нимә, уйымда әсәйемде уҡытыусы ағай янына ҡуйып ҡараһам, уның ҡатынынан бер ҙә ҡайтыш түгел һымаҡ. Матур итәк, блузка кейҙереп, сәсен киҫтереп, тырнаҡ аҫтын таҙартҡанда, уҡытыусы ағайға тап-таман пар була ла ҡуя әсәйем, тип хыялланам.

Ләкин уҡытыусы ағайҙың күҙе әсәйемә түгел, ә миңә төштө. Өс йылдан. Мин буйсан да инде, дөйөм массанан һонолоп күренгәнемдер. Етмәһә, уға күҙҙәремде тултырып ҡарайым (бөтә ҡыҙҙар ҙа ҡарай, әммә һинең ҡарашың айырыуса тәрән, серле, тине ул миңә һуңынан). Бер заман уҡытыусы ағай дәрестә миңә генә ҡарап һөйләй башланы, устарын-усҡа ышҡый, ҡыҙара, тирләп-бешә. Ул тулҡынланыуҙан бешә, ә мин еләк кеүек тулышып, үҫеп бешәм.

Үҙемдең һылыулыҡты шул мәлдә ныҡ тойҙом: бер-бер артлы малайҙар, егеттәр артымдан йүгерә генә. Тиҫтерҙәремдең түше тип-тигеҙ саҡта минең күкрәктәр тиртеп сығып, усҡа һыйышлы булып киткәйнеләр, үҫкән һайын улар тағы ҙурайҙы. Ҡыҙҙар миңә көнләшеп бер була, егеттәр иғтибарымды яулар өсөн хәлдән тая, әсәйемдең, урлап ҡуймаһындар, тип ҡото алына. Көтөүселәрҙең кемеһелер, ҡыҙыңды урлап ҡуймаһындар, тигәс, уға шул етте – төн йоҡоларын йоҡламай, мине ҡарауыллай. Кис етһә, хатта бәҙрәфкә лә яңғыҙымды сығармай. Ә миңә бит ун ете йәш! Тансыға, киске уйындарға сыҡҡы килә. Әммә, әрәм генә итеп ҡуйырҙар алмалай ҡыҙымды, тип илаған әсәйемде йәлләп, сыҡмайым, түҙәм, өйҙә китаптар уҡыйым.

Унынсы синыфты тамамлағас, яҡындағы училищеға уҡырға индем. Әсәйем мине һәр саҡ ҡаршы алырға, оҙатырға тырышты. Бер көн беҙҙе ялға алдараҡ ебәрҙеләр. Йөк машинаһында үҙебеҙҙең боролошта төшөп ҡалдым. Һәм ҡаршыма уҡытыусы ағай машинаһында осраны. Ул ҡалаға китеп барған еренән кире боролоп, мине ауылға алып барҙы. Ятағымдың адресын белеште лә, һуңынан миңә килде. Нисек һөйәркәләр булып киткәнебеҙҙе аңғарманым да. Ләкин уныһы мөһим дә түгел, ауырға ҡалыуым мөһим. Йөклө икәнемде белгәс, уҡытыусы ағайҙан (мин уға гел дә “һеҙ” тип өндәштем) “һөйөнсө” һораным. Күҙҙәре түңәрәкләнеп, руссалап “откуда” тимәһенме! “Оттуда”, – тип пырхылдап көлдөм. Бында шаярыуға урын юҡ, тине ҡаты ғына. Ә мин шаярмайым да, һеҙҙән бала көтәм, тинем.

Минең балаларым булыуы мөмкин түгел, ти. Баҡтиһәң, ҡатыны уға шул уйҙы һеңдергән, йәнәһе лә, һинең арҡала балаларыбыҙ юҡ. Уҡытыусымды әллә ни яратмаһам да (ғашиҡлыҡ үтте), уға кейәүгә сығырға тейешмен кеүек ине. Айырылышып, миңә өйләнеүен талап иттем. Бахыр ҡатыны өйөбөҙгә килеп, аяғыма йығылып, кит ауылдан, күпме аҡсабыҙ бар, бөтәһен дә бирәм, тик һин юғал, тип күҙ йәшен түкте. Шунда үҙемдең өҫтөнлөктө тойоп, башымды текә сөйөп торғанымды бер ваҡытта ла онотмам. Мин рәхәтлек тойғоһон кисерҙем: абруйлы уҡытыусы ябай ауыл балаһы алдында сәсе менән иҙән һеперә! Әсәйем, ауыҙын алъяпҡыс осо менән ҡаплап, миңә шаҡ ҡатып ҡарап торҙо. Шунан иҫенә килеп, уҡытыусы апайҙы торғоҙоп, мине этәреп тышҡа сығарып ебәрҙе. Бер аҙҙан уҡытыусы апай башын эйеп, ҡайтып киткәс, өйгә индем. Әсәйемдең күҙенән йәше субырлап ағып тора, үҙе әйберҙәрҙе таҫлап тоҡсайға һала: “Әбейеңдәргә барырһың. Эҙләп табырһың әле”. Шулайтып мине ошоғаса бер ҙә йөрөшмәгән әбейемдәргә, үҙенең тыуған яғынараҡ, урыҫ ауылына оҙатты. Ә унда күрше егеттең миңә күҙе төштө. Ауырлы икәнемде йәшереп маташманым, хәйер нисек йәшерәһең, ҡорһағым кәпәйеп тора. Миңә үҙемдең малайҙы табып бирерһең бит, тип кенә һораны ла, ыңғай яуап ишеткәс, ҡоҙалар ебәрҙе. Уның фамилияһын алып, үҙемдең исемде үҙгәртеп, ятаҡта йәшәп киттек. Улым тыуғас, ирем, инде үҙебеҙҙекенә сират, тиһә лә, ике тапҡыр абортҡа барҙым. Ятаҡ бүлмәһендә йәшәүе тығыҙ, ҡыйын, ә бына фатир алғас та, мотлаҡ табасаҡмын, тип юхаланым иремде. Ысынлап та, фатир алыу менән ҡыҙ бала табып бирҙем. Әлбиттә, ҡыуанды. Былай ҙа ял һайын эсештергән кеше, ҡыҙының «тояғын» аҙна буйына йыуҙы. Өйләнешкәндә йәтеш кенә кеүек ине, ләкин тора-бара алама холҡон күрһәтә башланы. Мине үсектереп, Муму ла тине, Мумишка, Мышка, тип иркәләп әйтеүе Мискаға әйләнде. Ҡыҙымды тапҡандан һуң йыуанайып киткәйнем, шуға төрттөрҙө. Уныһына бирешмәҫ тә инем. Күптәр шулай талашып йәшәй бит. Улымды рәнйетте, кәмһетте, этте, төрттө. Улым бала ла инде, уға инеп барған була, ә ирем яҡынлатмай. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, бигерәк бәйеле аҙҙы, улымды эт шайы ла күрмәй, эсеп алһа: “Пшел вон, тыума!”, –тип аҡыра ине. Ә бер ҡурҡыныс ҡара көндө ҡыҙыбыҙҙы машина тапаны. Табиптар уны күпме генә ҡотҡарырға тырышмаһын, ҡотҡара алманылар. Ирем ҡайғыһынан алйып, кеше алдында улыма ябырылды. Һин туғаныңды ҡарамағанһың, һинең арҡала ул тапалды, үлде, тип улымды, ете йәшлек баланы, йоҙроҡлап дөмбәҫләргә тотондо. Саҡ айырып алдылар. Ҡыҙсығыбыҙҙы ерләгән көндө үк өсөн уҡытҡандан һуң ни тере, ни үле килеш эшкә сыҡтым, шунда, исмаһам, йыуаныс табырмын, тип уйланым. Тик эшләй алмағас, мине ҡайтарып ебәрҙеләр. Ҡайтып инһәм, иҫерек ирем: “Һин үлергә тейеш инең, һин был донъяла артыҡ йән, тыума”, – тип һөйләнә-һөйләнә улымды һығып ята. Мин ҡотҡарырға ташландым. Ҡайҙан көс килгәндер, иремде ситкә этеп, баламды уның ҡулдарынан йолоп алдым! Әммә, эй, Аллам, барыбер һуңланым шул... Улыҡайымдың башына зыян килеп өлгөргәйне, аҡылға еңеләйҙе. Ирем һап-һау баланы шулайтып зәғифләп ҡуйҙы. Милицияға ғариза яҙҙым, уны шартлы рәүештә хөкөм иттеләр, беҙ айырылыштыҡ. Фатирҙан сығып китмәйем, тип ҡырталашҡас, улым менән икебеҙ өйҙән башты олаҡтырҙыҡ. Улымды әсәйемә ҡалдырып торҙом да (уҡытыусылар ғаиләһе ул ваҡытҡа ҡайҙалыр күсеп киткәйне), һуңынан яңы эш, торлаҡ тапҡас, икеһен дә яныма күсерҙем. Улым махсус коррекция мәктәбендә белем алып, урам һепереүсе булып эшләп йөрөгән була. Бергә йәшәйбеҙ. Ҡайҙа барһын инде ул... Әсәйем яман сирҙән вафат булды күптән. Башҡа кейәүгә сыҡманым. Йәшерәк саҡта тағы ла берәй бала табырға ине лә бит, әммә сирле әсәйем менән проблемалы улым быға форсат ҡалдырманы. Уйҙарымда ҡат-ҡат үткәндәргә әйләнеп ҡайтам да, мине әллә Хоҙай тәкәбберлегем өсөн язаланымы икән, тип уйлайым,. Кеше ғаиләһен боҙорға маташыуым, уҡытыусы апайҙың инәлеүен, кәмһенеүен кинәнес, рәхәт күреп тороуым өсөн... Эй-й, әле бына, мөхәббәтһеҙ йәшәгәнмен икән, тип уфтанам. Әсәйемде генә яраттым, ә бына ни улыма, ни ҡыҙыма, ни иремә күңел йылым етмәне. Әсәйем кеүек, гел атайҙы эҙләнем, көттөм, уның яратыуына, һаҡлауына мохтаж булып йәшәнем. Уҡытыусы ағайҙы ла бит атай урынына күреп, тартылдым. Иремдән дә шундай уҡ атайҙарса мөнәсәбәт көттөм, ә уның ябай ғына ир булғыһы килгән. Бәлки, минең яҡтан һөйөү, ихтирам күберәк булһа, ул да улыма ҡарата йомшағыраҡ булыр ине, тим. Кем белә инде уны... Бына, туғаным, әле һиңә бер сәғәттә бөтә тормошомдо һөйләнем дә бирҙем. Алтмыш минутҡа илле туғыҙ йыл ғүмерем һыйҙы...

Ошо алтмыш минутҡа минең дә кисерештәрем инде. Кешенең һыҙланыуына йөрәгем менән инеп китеп, шунан сыға алмай яфаланыуым иһә күпкә оҙағыраҡҡа һуҙылыр... Ғәйепләһәләр - ғәйепләрҙәр, тиһә лә, яҙмыштан ҡаҡҡыланған бисараҡайға кем һүҙ тейҙерер? Быға нисек телең әйләнер?



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары


Бәхеткәйҙәрең  бер булмаһа...

«Иремдең аяҡтарын  үберҙәймен дә, ул юҡ шул...»

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)

19.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)


Хыянаттан тыуған баламы һин?

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.06.2019)

11.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.06.2019)


Өй эйәһе

08.06.2019 - Әҙәбиәт Өй эйәһе


Үәт, ҡыҙыҡ! (31.05.2019)

05.06.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (31.05.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)

27.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)

21.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)


Егетлеккә юл (Хикәйә)

19.05.2019 - Әҙәбиәт Егетлеккә юл (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)

16.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)