RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 Көтәлер инде (Хикәйә)

Айрат мәктәптән ашығып ҡайтып инде. Өйҙә яңғыҙы ғына ултырған ҡыҙы Зәлиәне яратып һөйҙө лә ҡабаланып йөрөп өйҙә тәртип урынлаштыра башланы. Мәктәптә тәүге дәрестәре булғанлыҡтан, иртән мейескә яҡмай киткән ине, һалҡынса булып киткән. Йәһәт кенә сығып утын индерҙе лә ут яғып ебәрҙе. Ҡоро ҡайын утынының күңелле ялҡындарына ҡарап, бер аҙ уйланып торҙо.Тәҙрә алдында шым ғына ултырған ҡыҙына күҙ һалды. Ниңәлер йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Әллә ниндәй ошо бала. Ҡайһы саҡ үҙенең йәшенә хас булмағанса, матур ҡуңыр күҙҙәрен билдәһеҙ сөңгөлдәргә төбәп, уйланып ултырыу ғәҙәте бар. Бер көн шулай уйланып ултырҙы ла айырым, асыҡ итеп: «Люблю», – тип ҡуйҙы. Айрат дәфтәрҙәр тикшереп ултырған өҫтәле артынан сыҡты ла:
– Кемде яратаһың, ҡыҙым? – тип һораны.

Зәлиә ҡайҙалыр алыҫта аҙашып йөрөгән ҡараштарын яйлап ҡына атаһына күсерҙе лә эстән, күкрәктән килгән, бала күңеле етмәҫлек тәрән бер хис менән:
– Һине, әсәйемде,– тине.
Бала күҙҙәрендә ятҡан иҫ киткес тәрән һағыштан албырғап ҡалған Айрат йәһәт кенә ҡыҙының йомшаҡ бөҙрә сәстәрен күкрәгенә ҡыҫты.
– Әсәйеңде һағындыңмы? Мин дә һағындым шул. Бына тиҙҙән, бик тиҙҙән, өс кенә көндән ҡайта әсәйебеҙ.
Айрат ҡыҙының йомшаҡ нәфис ҡулдарын алып, алһыу шәбеле нәҙек кенә бармаҡтарының өсәүһен бөгөп күрһәтте.
– Бына шулай йоҡлаһаҡ, ҡайта әсәйебеҙ.
Ләкин ҡыҙы, әйтерһең дә, уны ишетмәне. Йәшле күҙҙәрен тултырып, атаһына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла, тағы бер тапҡыр:
– Люблю! – тип ҡуйҙы.
Уның ошолай уйсан сәйер ваҡытында һүҙҙәрҙе русса әйтеп ҡуя торған ғәҙәте бар. Айрат ҡыҙын юғары күтәрҙе лә йәшле күҙҙәрен алмаш-тилмәш үбә-үбә:
– Конечно, люблю! Һине, әсәйеңде! – тине.
Әле уның ҡыҙы менән яйлап хисләнергә ваҡыты юҡ. Өҫтәлдә ятҡан китап-дәфтәрҙәрен рәтләп һалды. Тиҙ генә саң һурҙыртҡыс менән балаҫтарын таҙартып, Зәлифәһенең ҡулы теймәгәнлектән, тәҙрә төбөндә моңайып ултырған гөлдәргә һыу һипте. Ул арала мейестән йылы ипкен таралып, өй эсе йылы нурға күмелде. Зәлифәһе ҡайтып ингәс, был өйҙә тәмле аш еҫтәре сығарып, үҙенән наҙлы бер нур бөркөлөп, донъяһының бөтөнләйгә икенсегә әйләнеп, балҡып китәсәген уйлап, йөрәге елкенде йәш ирҙең. Ҡайтып килә уның Зәлифәһе! Ҡайтып килә!
Уҙған йыл Айратты, университет тамамлап диплом алғас, үҙҙәренең яғына район үҙәгенән әллә ни алыҫ булмаған ауылдың яңы асылған мәктәбенә эшкә тәғәйенләнеләр. Зәлифәһе, балалары тыуғас, Айраттан бер курсҡа артта ҡалып, һуңғы курсты ситтән тороп уҡыуға күсеп ҡайтҡайны. Әле бына диплом алды сессияһында булып ҡайтып килә һөйөклөһө.

Бөгөн мәктәптә өсөнсө дәрес барғанда, вахтерша Нәсимә апай килеп, Зәлифәнең Сибайҙан шылтыратыуын, Баймаҡҡа ҡайтып еткәс, Айраттың килеп алыуын юл башында көтөп торасағын әйтеп китте. Айрат тиҙ генә директорҙан инеп, дәрестәрҙән бушатыуын һораны ла йүгерә-атлай өйөнә ашҡынды. Тик бына Зәлиәһен кемгә ҡалдырырға? Күршеһе Сабира апай өйҙә юҡ шул. Кисә, Үрнәктәге ҡыҙҙарына барып киләм, тип киткәйне. Ниңәлер ҡайтып етмәне. Ул өйҙә булһа, ҡыҙҙары өсөн күңелдәре тыныс уларҙың. Үҙҙәре эшкә киткәндә йоҡлап ҡалған баланың йоҡоһо туйып уяныуға, Сабира инәләре килә лә, Зәлиәне үҙҙәренә алып ҡайта. Эштән ҡайтыуҙарына сәстәре тарап үрелгән, өҫ-башы ҡаралған, тамағы туҡ, күңеле бөтөн ҡыҙҙары инәһе эргәһенән китешмәй тәтелдәшәләр. Әле бына инәһе юҡ шул. Ә башҡа яҡын-тирәләге күршеләрҙең барыһы ла аръяҡтағы ял йортонда эштә. Гаражды асып, көймәле мотоциклын сығарғанда ла ошо хаҡта уйланды Айрат. Баймаҡҡа барып ҡайтыуға мотоцикл өсөн иң күп тигәндә лә бер сәғәт инде былай. Улай ғына ваҡытҡа ҡыҙғынаһы өйҙә лә яңғыҙ ҡалып торғаны бар. Әле лә шулай итһә? Мотоциклға бензин ҡойоп, ваҡ-төйәген ҡараштырып, юлға әҙерләнеп бөткәс, Айрат өйгә инде.
– Зәлиә,– тине ул, ҡыҙына яратып ҡарап, – мин хәҙер әсәйеңде барып алып ҡайтам. Сабира инәйең өйҙә юҡ икән. Һин беҙ ҡайтҡансы, өйҙә яңғыҙың ғына ултырып тораһыңмы?
Әсәһенең ҡайтыу ҡыуанысынан ҡанатланған ҡыҙ тиҙ генә ризалашты.
– Бар, атай, тиҙерәк, әсәйем көтәлер инде. Мин һеҙҙе тәҙрә төбөндә генә ултырып көтөрмөн,– тине.
Өҫтөнә юл кейемен кейеп бөткәс, Айрат ҡыҙы эргәһенә килде. Уның йомшаҡ бөҙрәләрен һөйөп үпте. Зәлиәһенең муйынына битен терәп, шул тиклем ҡәҙерле еҫте күкрәгенә тултырырҙай булып һуланы ла сабыйҙың нәфис кенә кәүҙәһенең арҡаһынан һөйөп:
– Көт, йәме,– тине.
Ишек төбөнә барып еткәс, тағы бер әйләнеп ҡыҙына ҡараны. Ҙур асылған ҡуйы керпекле матур күҙҙәр сикһеҙ яратып та, өмөтләнеп тә, сабырһыҙланып та уға төбәлгәйне. Ҡулы менән хушлашыу ишараһы яһағанда, ике кескәй генә ҡул уға: “Китмә!”– тигән төҫлө һуҙылды. Шул саҡ йөрәгенең ниңәлер әрнеп-әрнеп һулҡылдауын баҫыр өсөн Айрат йәһәтләп урамға сыҡты. Мотоциклына ултырып сығып киткәс тә, бер талайға был әрнеүле тойғонан арына алмай барҙы ул.

Быйыл яҙ һуңлаңҡырап килде. Апрель аҙаҡтары еткәнсе көндәр һалҡын тороп, ер һуң ғына ҡарҙан асылды. Ә бына көн иҫ киткес матур. Әле ҡасан ғына һалҡын ҡыш тынын борҡоп, күңелдәрҙе өшәндерә ине. Ә бөгөн донъя бөтөнләй икенсе төҫ алған. Күк йөҙөндә һалынып торған ауыр ҡара болоттар ни аралалыр юҡҡа сығып, зәп-зәңгәр аяҙ күк йөҙөндә көләс ҡояш балҡый. Ул ауыр болоттар ҡоршауынан ысҡынғанға һөйөнгәндәй, ҡыш менән яҙ яғалашып талсыҡҡан ерҙе көлтә-көлтә йылы нурҙарына ҡойондора. Күләүектәрҙә ҡоштар ҡыуанышып сырҡылдаша. Ағастарҙағы йәш бөрөләрҙең һулап туйғыһыҙ еҫе бөтә һауаға тарала. Ни аралалыр йылынған ҡара ер өҫтөнән һыҙылып ҡына йылы быу күтәрелә. Тәбиғәттең илаһи хозурлығы, алда һөйөклөһө менән осрашыу шатлығы Айраттың күңелендәге билдәһеҙ әрнеүҙе баҫҡандай булды. Мотоциклының күңелле генә гөрөлдәгән тауышын тыңлап, уйҙары үткән татлы хәтирәләргә уралды.
Их, Зәлифә! Зәлифәкәй! Күпме һөйөп тә, һөйөп туялмаған һөйөклөһөн күҙ алдына килтереүҙән күңеле талпынды. Берҙән-беренең әйтеп аңлатҡыһыҙ ниндәйҙер моң һирпелгән аҡыллы матур күҙҙәренең ҡарашын күргәндәй булды. Их, ошо Зәлифәнең күҙҙәре! Тап ошо күҙҙәре менән әсир иткәйне лә ул Айратты. БДУ-ның филология факультетында уҡыусы студенттар араһында егеттәр күп түгел ине. Бәлки шуғалыр ҙа курсташ ҡыҙҙар араһында уларҙың дәрәжәһе юғары. Алсаҡ күңелле, йор һүҙле Айрат эргәһендә ҡыҙҙар өйөрөлөпмө-өйөрөлә. Өҫтәүенә үҙе ҡурайсы, оҫта бейеүсе лә. Һәр нәмәгә ҡулы ипле, ихлас күңелле, шаян егеткә йомоштары төшөп кенә тора. Ана шул ҡыҙҙар ҡамауында шау-гөр килешеп китеп барғанда осратҡайны ул Зәлифәһен. Осратҡайны тип... Бер курста уҡығас, белеүгә белә ине уны Айрат. Тик былай итеп...

Университеттың коридоры буйлап, Айрат та Айрат, тип артынан ҡалмай шаярып килгән ҡыҙҙарға ҡылана-ҡылана хәбәр һөйләп барған егет тәҙрә янында бер яңғыҙы баҫып торған Зәлифә янында аҙға ғына туҡтап ҡалды. Ҡыҙҙың ғәжәпһенеп асылған матур күҙҙәре ниҙәндер һағайып, ҡурҡҡан төҫлө уға төбәлгән. Егет тирә-яғына күҙ йүгертте. Шау-гөр килгән ҡыҙҙар араһында ла, үҙендә лә ҡурҡырлыҡ бер ни тапмағас, һораулы ҡарашын ҡыҙға йүнәлтте. Ә ул, ошо хәлдән уңайһыҙланғандай, уң яҡ битенең сикәһен соҡорландырып, уйсан ғына йылмайҙы ла улар янынан ашығып үтеп китте. Һөйкөмлө йөҙөнә нур һибеүсе күҙҙәрҙә эске бер моң, һағыш, әрнеү ятыуы һиҫкәндерҙе егетте. Айрат ни тураһында һөйләп килеүен дә онотоп, ниҙер аңларға тырышҡандай, ҡайырылып ҡыҙға ҡараны. Шул саҡ тәрән һағышлы күҙҙәрҙәге моңдоң йөрәгенә түгелеүен тойҙо ул. Бер генә минутҡа иғтибарын йәлеп иткән ошо ҡараш аҙаҡ егеттең бар булмышын биләп алды. Күңеле һәр ваҡыт Зәлифәгә тартылды.

Ә ҡыҙ һөйөү-һөйөлөү хисенең донъяла барлығын бөтөнләй белмәй. Егетте бөтә күңеле менән ятһынып ситкә тибәрҙе. Алсаҡ күңеле баҫылды Айраттың. Теле телгә йоҡмаҫ шаян студент һаҡау кәкүк кеүек тынып ҡалды. Йөрәгенә оло мөхәббәт килде. Шундай оло һөйөү әкренләп ҡыҙҙы ла үҙ ҡосағына алды. Бер бәхетле минуттарында егет ҡыҙҙан күҙҙәренең моңһоулығын ниҙән икәнен һораны.

Айзирәк.

(дауамы бар).

– Белмәйем, Айрат, бәлки бала сағымдан киләлер. Минең бит атайым үҙемдеке түгел. Әсәйем менән атайым бик яратышып өйләнешкән. Тик ниндәйҙер көс атайымды алыҫлаштырған. Әсәйем атайымдың хыянатын кисерә алмаған. Мин тыумаҫ элек үк уны ташлап киткән. Үҙемде белә башлағандан бирле күрмәгән атайымды юҡһынып үҫтем. Шундай матур әсәйем янында атайымдың булмауы, башҡа балаларҙыҡы кеүек атайымдың мине баҡсанан килеп алмауын, атайҙар байрамында уға арналған шиғырымды кемгә һөйләргә белмәүемде бик ауыр кисерә инем. Миңә алты йәш тулғанда әсәйем икенсе кеше менән яҙмышын бәйләне. Тиҙҙән һеңлем тыуҙы. Ләкин үгәй атай насар кеше булып сыҡты. Эсеп алһа, әсәйемде, беҙҙе нисек йәберләүҙәрен оноторлоҡ түгел. Шул тиклем ыҙаларға әсәйем нисек түҙәлер. Бәлки шуғалыр мин дә бала саҡтан ир-аттарға ышанмау, ятһыныу тойғоһо киләлер. Шулай ҙа күңелемдең иң-иң төпкөлөндә кемделер юҡһыныу, һағыныу тойғоһо һыҙлатып торҙо. Ә ул бына һин булғанһың икән, – тигәйне ул тәрән ышаныс менән. Шул саҡ Айрат һөйгәненең ошо ғәзиз ышанысын ғүмер буйы күҙ ҡараһылай һаҡларға эстән генә үҙ-үҙенә ант итте. 2005 йылда университеттың дүртенсе курсында өйләнештеләр, Зәлиәләре тыуҙы. Шунан инде Зәлифәгә уҡыуҙы бер аҙ ҡалдырып торорға тура килде. Ситтән тороп быйыл уҡыуын тамамлай инде. Әле Өфөнән ҡайтып килә Зәлифәһе, Зәлифәкәйе...

Айраттың татлы хәтирәләргә бирелеп килгән күңеле ҡапыл елкенеп китте. Тиҙерәк барып еткеһе килеүҙән, яратып һағыныуҙан йөрәге ашҡынды. Тиҙлекте арттырҙы. Һәм үҙе лә аңғармаҫтан, мотоциклының көймәһе алда ятҡан ҙур ғына таш өҫтөнә барып менде лә ҡапыл түңкәрә һуҡты. Айрат тәүҙә бер нәмә лә аңғармай ҡалды. Шаңҡып барып төшкән башына бер аҙ иҫ ингәс, үҙенең көймә аҫтында ятыуын тойҙо. Ул бөтә көсө менән һелтәнеп, өҫтөндәге тимер ҡоршауҙы алып ташларға ынтылды. Ләкин арҡаһы буйынан үткән иҫ киткес ғазаплы ауыртыу ҡулдарын күтәрергә ирек бирмәне. Ул, ауыр ғазаптан һеңкеп, артабан ҡыбырларға ла ҡурҡты.
– Их, ниңә генә юлдан боролоп төштөм икән?!– тип әсенде Айрат. Юлды ремонтлау өсөн түгелгән таш өйөмдәрен ярты саҡрымдай ерҙе урап үтеүҙән яҙлығып, элекке түтә юлға төшкәйне шул. Мотоцикл күкрәгенең аҫҡы яғын ҡаплап барып төшөүен самалап, ярай әле, баш имен-һау ҡалған,– тип йыуанды ул. Киләһе ярҙамдың бары тик ошо юлдан үтеүсе машиналарҙа икәнен аңлап, тәнендәге йәрәхәттәрҙе ҡуҙғатмаҫҡа тырышып, тын ҡалды. Ә машиналар үтә. Тик Айрат ятҡан юлдан түгел, ә бынан күренеп кенә ятҡан оло юлдан. Береһе лә уны аңғармай шикелле. Геүләп килеп үтәләр, нимәгәлер өлгөрөргә тырышып, ашығып сабалар. Айрат аяҡтары буйлап йылы ҡан һарҡыуын һиҙеп ята. Һәр бер геүләп килгән машинаны тыны менән тартып алырҙай булып, көсөргәнеп көтә. Ғазап менән көтөү араһында ятҡанында Өфөлә уҡып йөрөгән саҡта булған бер ваҡиға иҫенә төшөп, кино кадрҙарылай бер-бер артлы күҙ алдынан үтте.

Туҡталышта автобус көтәләр ине. Көҙҙөң һуңғы көндәре. Һыуыҡ. Етмәһә, һалҡын ямғыр һибәләй. Барса кеше елдән ышыҡланып, япма аҫтына ингән. Тик бер ҡыҙ йоҡа ойоҡло матур аяҡтарын килешһеҙ йәйелдереп, йөҙөн ҡаплап, япманан ситтәрәк бысраҡ ерҙә ята. Туҡталышта торған кешеләр ибәтәйһеҙ ятҡан ҡыҙға әлдән-әле ҡарап алала: ” Эскән инде”,– тип үҙ-ара хәҙерге йәштәрҙең шул тиклем боҙолоуын тикшерәләр. Көткән автобус килде. Барыһы ла эскә – йылыға ашыҡты. Тәҙрә алдына килеп ултырған Айрат урынынан ҡуҙғалмай ятҡан ҡыҙға күҙ һалды. Ҡыҙ әллә өшөүҙән, әллә автобусҡа ултырырға кәрәклекте аңлауҙан, саҡ-саҡ ҡына башын күтәрҙе. Шул саҡ таныш йөҙҙө күреп, Айрат ҡысҡырып ебәрҙе лә, ишеккә ташланды. Ҡуҙғалырға өлгөргән автобусты туҡтатҡанға пассажирҙар ҙа, водитель да уны әрләй-әрләй төшөрөп ҡалдырҙы. Ҡыҙ үҙе менән бергә уҡыған Рәзилә ине. Курсташтары белә: Рәзиләнең ҡайһы саҡ иҫен юғалтып ҡолай торған өйәнәге бар. Айрат йүгереп ҡыҙ янына килде.
– Рәзилә, Рәзилә, – тип ҡулдарынан тотоп торғоҙорға тырышты. Тик ҡыҙ мәғәнәһеҙ ҡараштарын уға төбәп, аңлайышһыҙ ниҙер мығырҙаны. Айрат япма эсендәге ултырғысҡа ҡыҙҙы индереп һалды ла, ҡаршылағы телефон будкаһына йүгерҙе. Ашығыс ярҙам табибы ҡыҙҙы алып китергә машинаға индереп һалғас, ҡуҙғала башлаған машинаның ишеген асып:
– Рәхмәт, егет, ваҡытында өлгөргәнһегеҙ, –тине. Дауахананан төҙәлеп сыҡҡан Рәзилә башҡа ауырыманы ла шикелле. Уҡыуҙы бергә тамамлап, бергә диплом алдылар.

Бер аҙҙан Айрат ятҡан юл буйлап Баймаҡ яғынан “Ашығыс ярҙам” машинаһы күренде. Айрат:
– Йә, Хоҙай, ғәзиздәремдең бәхете бар икән, тип, үҙен – үҙе онотоп, торорға ынтылды. Тик үҙәк өҙгөс һыҙланыу аңын томалап, һеңкәҙетә һуҡты. Ә “Ашығыс ярҙам” машинаһының водителе юлдағы хәлде күргәс, йәһәтләп кире боролдо ла ҡайындар араһында ҡуйы сауҡалыҡҡа инеп китте. Ауырыуҙы оҙатыусыһыҙ ғына район үҙәгендәге дауаханаға илтеп тапшырғас, водитель, янында кеше булмағанлыҡтан файҙаланып, Ирәндек итәгендә ятҡан ауылға боролоп инде. Бажаһында йомошо бар ине. Машинаның салонын ун тоҡ бойҙай менән тултырып, аш алдынан икәүһенә бер ярты бушатҡас, кәйефле генә ҡайтып килә ине ул.

Сәмиғә менән Әхнәф үҙҙәренең еңел машиналарында район үҙәгенә китеп бара ине. Кисә уларға бына бер нисә ай айға тотҡарланып торған эш хаҡтарын биргәйнеләр. Аҡса алғас, магазиндарға йыйылып киткән бурыстарын түләгәндән һуң, артып ҡалған аҡсаларына Баймаҡҡа барып, ҙур магазиндарҙан әҙерәк өҫ-баштарын бөтәйтеп ҡайтыу ниәттәре. Көн шундай матур. Яндарында алаһы әйберҙәренә аҡсалары ла булғас, кәйефтәре күтәренке. Күңелле генә итеп, тормош хәлдәрен һөйләшеп киләләр. Оло юлдан арыу уҡ арауыҡта, йәнәш ятҡан иҫке юлда ниндәйҙер бер нәмәнең ҡалҡып ятыуы күренде. Яҡынлай килә уның түңкәрелеп ятҡан көймәле мотоцикл икәне беленде.
– Ҡара әле, Әхнәф, мотоцикл ҡолап ята түгелме? Уй , Алла, аҫтында әллә кешеһе лә бар инде. Боролоп төш әле, Әхнәф, йәһәтерәк! Ҡолап ятҡан мотоциклды ире лә күрҙе. Машинаның тиҙлеген кәметеп, йәнәш юлдағы хәлде байҡаны. Мотоцикл аҫтында ҡалған кәүҙәнең хәрәкәтһеҙ ятыуын күргәс:
– Хәҙер янына барһаң, аҙаҡ тикшереүселәргә шаһит итеп ҡат-ҡат саҡыртасаҡтар. Был ни...үлгән. Ҡуй, бәләһенән баш-аяҡ, – тип йәһәтләп газға баҫты. Геүләп килгән машинаның үҙен күреүен, оло юлдан төшөп янына килеүен тыны менән тарпып алырҙай булып көтөп ятҡан Айрат, быныһының да туҡтамай үтеүен аңлап, йән ғазабы менән асырғанып ыңғырашты.
Ә көн шундай матур. Яҙ килә ергә. Яҙ!

Сәғит кисә генә Өфөнән ҡайтып төштө. Кис һөйгәне Алһыу менән осрашҡас, иртәгеһен тәбиғәткә сығып йөрөп килергә һөйләшкәйнеләр. Әле бына икәүҙән-икәү яҙғы сафлыҡ менән хозурланып, умырзаялар йыйып ҡайтып киләләр. Йәш сауҡалыҡтар араһынан килеп сыҡҡан иҫке юл уларҙы иркен киңлеккә алып килеп сығарҙы. Алда түңкәрелеп ауған мотоцикл аҫтындағы кешене күргәс, Сәғит алға ташланды. Йүгереп килгән ыңғайҙа ниндәйҙер бер көс менән кәүҙә өҫтөндә ятҡан тимерҙе бар көсөнә күтәреп ситкә ташланы. Ә уның аҫтында ятҡан кешенең былтыр ғына үҙҙәренең ауылына ғаиләһе менән уҡытырға килгән яратҡан уҡытыусылары Айрат ағалары икәнен күргәс, йөрәге ярылырҙай булып:
– Айрат ағааай! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Күп ҡан юғалтыуҙан төҫө аҡ ҡағыҙ кеүек булған Айрат инәрле-сығарлы булып ятҡан иҫен йыйып, әле генә зәп-зәңгәр күктә ҡайҙандыр хасил булған ҡара болоттарға һүнеп барған ҡараштарын йүнәлтте. Аҡһыл көсһөҙ ирендәрен саҡ ҡыбырлатып:
– Көтәлер инде... –тип бышылданы.

Көсһөҙ бышылдап ҡына әйтелгән был һуңғы өн тауҙар, күктәр буйлап иңләп, юл сатында торған, борсоулы ҡараштарын ҡуйыра барған болоттарға әленән-әле ташлап алған йәш ҡатындың керпек остарына беренсе ямғыр тамсылары булып ҡарпылды. Кес кенә бармаҡтары менән тәҙрә быялаһын төйгән бәләкәй ҡыҙ балаға тәҙрә быялаларына һалҡын ел булып бәрелеп үтте.



Автор: Айзирәк
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт