RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ташҡын (Хикәйә)

24.02.2019 Ташҡын (Хикәйә)

Быйылғы яҙ әллә ҡалай булды. Улай тиһәң, ҡышы ла ҡышҡа оҡшамағайны. Көҙ буйы яуыны өҙөлмәй ыҙалағайны. Мал-тыуарҙы кәртәгә индергәнсе ни саҡлым этләнделәр, артабан күп булһа бер-ике ай аяҙыраҡ торҙо ла, декабрь аҙаҡтарында йәнә ҡойма ямғырҙар башланды, ни арба, ни сана тигәндәй, аяҡ аҫты ҡар бутҡаһына әйләнеп, ҡотһоҙ көндәр ғинуарға барып тоташты, шунан өҙлөкһөҙ епшек бурандары йонсотто, һәм яҙ еткәнен көтөп кенә торған ҡояш йән-фарманға ҡыҙҙыра башлағас, яуындарҙан бурһыған ерҙең ҡары ирәйеп китеп ташырға тотондо. Яйлап иретһә бер хәл әле, ҡапыл йылытып ебәргәс, йәйҙәрен бала-сағаға һыу инергә лә эшкинмәгән Наҡаҫ, элекке ғәйрәтемде иҫтәренә төшөрәйем тигәндәй, гөрләп ярҙарынан ысҡынды. Баҫалҡыланғаны бирле ҡурҡыныс тыуҙырмағанға күрә, мираҫтар һуңғы ваҡытта йылғалары аша йүнле күпер булмауға ла бик үк бошонмай ине. Әле бына ауылдары уйламағанда утрау кеүек торҙо ла ҡалды. Күрше ауылда уҡып йөрөгән бала-саға, ауылға ҡайтып еткәс, илай-илай интернатына кире боролдо. Ауыл советына, район үҙәгенә барырмын тимә, тракторҙың кабинаһына тиклем күмә лә ҡуя. Мираҫ халҡының улай бик үк иҫе китеп бармай: оҙон ҡышҡы бурандарҙа ла сәфәр сыға алмауҙарына күнегеп бөткән кешеләр яҙҙың был ғәләмәтенә лә бер аҙ аптыраны ла күнде. Үтер әле. Яҙҙың ҡотороноуы күпмегә барһын. Бер-ике аҙна боларыр ҙа тыныр. Белмәгән Наҡаҫмы ни. Ятыр шунан йәй буйы ҡорғаҡһып. Көтөүҙәр һыуларлыҡ та һыуы булмай киткән була торған.
– Гөлбаныу инәйҙең өйө сәпсим йылғаға табан ҡыйшайған! – Был хәбәр ауылға тиҙ таралды. Ҡайһы берәүҙәр яр буйына ыңғайланы. Ағып китерме икән ни?
– Атаҡ, – тип аптырашты халыҡ. – Вәт һиңә ташҡын. Ярай әле өй буп-буш. Кешеһе юҡ.

Хужабикәһе өс-дүрт йыл элек үк мәрхүмә булыу сәбәпле, һылауы ҡубып, ҡыйығы ҡыйшайыбыраҡ киткән әлеге өй ауыл осондағы йылға буйында һерәйеп, ҡотһоҙ ғына булып ҡалғайны. Мираҫта был өйҙән дә иҫкерәкте табырлыҡ түгел. Әллә ҡасанғы нәмә туҙыуҙың сигенә еткән. Гөлбаныу әбей үҙе барҙа бисә-сәсә өмә итеп һылап, ағартып бирә ине. Иҙән-тупһалары сереп бара ине инде. Уныһын да Гөлбаныу әбей ҡайтып төпләнгән йылды рәтләштереп ҡуйғайнылар, аҙаҡ ҡул тейҙереүсе булманы. Хужабикә үҙе кешегә ылығып барманы. Әлеге мәктәп балалары ғына, тимурсы булабыҙ тип, утынын бысышып, ҡышҡыһын ҡарын көрәшеп йөрөнө. Ғәҙәттә ҡарт-ҡороға, зәғиф-фәлән кешегә ярҙамсыл мираҫтар ҙа, силсәүит кешеләре лә был өй тирәһенә яҡынлай һалып барманы. Ана шул өйҙөң солан яғын ағыҙып алған да киткән, өй үҙе ана йығылам, бына ауам тип ҡыйшайып ултыра. Шул өйҙө нишләптер күптән генә һүтеп ҡуйманылар шул. Әлеге кеше нәмәһенә, хужаһыҙ булһа ла, тота килеп кенә ҡағылғылары килмәне шикелле.

Наҡаҫ тартылып, ер һурыҡҡас, сәсеүҙе тамамлап, йорт-ҡураны сүп-сарҙан таҙартып, ауылды бер төрлө матурлауға, һылап-ағартыуға, буяу-һипләүгә тотоноп киткәс, ауыл советы депутаты әлеге өйҙө һүтеп ташлау мәсьәләһен күтәрҙе.
– Бураһын һүтеп, сүп-сарын сығарып түгегеҙ әле шуның, – тине ул бер нисә ир-атҡа.
– Эсендә нәмәһе лә бар, уныһын ҡайҙа итәйек? – тип һөйләнде өй тирәһенә йыйылған егеттәр.
– Әлләсе. Нимә һуң ул тиклем?
– Иҫке-моҫҡолор инде. Ятыр-торор ҡаралты ишараты ла арлы-бирле һауыт-һабаһы. Бикле һандығы бар тиҙәр ине. Ул Гөлбаныу әбейҙең туған-тыумасаһы юҡмы ни ауылда?
– Ситтән килгән кеше булған ул. Һуғыштан алда кейәүе-ҡыҙы менән килеп төпләнгән булғандар. Кейәүе менән ҡыҙы мәктәптә уҡытып йөрөнө. Мин үҙем шунда уҡыным, – тип иҫләне Солтан бабай ғына.
– Улары хәҙер ҡайҙа һуң? – Быны тәүләп ишеткән егет-елән аптырайһы итте.
– Өсөһөн дә ултыртып ҡуйғайнылар.
Олораҡтар күптән онотолған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә башланы. Кемеһелер ата-әсәһенән ишеткән булған икән. Әбейҙе артында “аристан Гөлбаныу” тиҙәр ине шул. Илленсе йылдарҙа ҡайҙандыр ҡайтып төшөп, ошо өйҙә тора башлағайны. Уғаса ла өй ҡаҙаҡланған көйө тора ине. Ул саҡта күптән ғәйеп булған ҡатындың ауылға ҡайтып төшөүе мираҫтарҙы ғәжәп иткәйне.
– Кем һуң ул? – Тиеште ул саҡта ла йәшерәктәр.
– Гөлбаныу бит. Аристан. Бахыр ғына. Уны, терелер, тип уйлаған да юҡ. Бибисарағынаһы ҡайҙа икән? Кейәү генәһе бар ине. Хәмзә мөғәллим, – тип йәлләүселәр ҙә булды. Әммә ҡарсыҡ ҡайҙан ҡайтып төшөүе, кейәүе менән ҡыҙы хаҡында һөйләп барманы. Һорашыусыларға:
– Күрмәгән ҡалманы инде. Урман йығыу, торф сығарыу тиһеңме, – тип кенә яуапланы. – Иреккә сығып, баш төртөр урын булмағас, ошо өй бөтөн түгелме икән, тип килгәйнем. Алланың биргәненә шөкөр, торорлоғо бар. Ҡыумаһағыҙ, ошонда торор инем ҡалған ғүмеремдә.
– Нишләп ҡыуайыҡ, – тип тел сартлатты мираҫтар. – Үҙегеҙ һалып ингән өй. Тора ғына бир.
Әбей үҙе сер бүлешмәгәс, туған-тыумасаһы ла булмағас, ваҡиға итеп һөйләнеләр-һөйләнеләр ҙә тындылар, балалары үлеп-фәлән ҡуйғандыр, бәлки, берәй заман үҙе кеүек килеп тә төшөрҙәр, тип уйланы мираҫтар. Әммә ваҡыт үтә торҙо, шып-шым ғына яр ситендә йәшәп ятҡан әбей ҙә донъя ҡуйҙы. Бер бөртөк кәзәгенәһен йыназаһына тотондолар ҙа, өйөнә бик һалып, оноттолар.

– Семьем аристан булғас, йүнле булмағандарҙыр, – тип һөйләнде иҫке өйҙө һүтергә йыйылған йәшерәктәр. – Ауылда күрелмәгән хәл. Үрге ос Хәләфтән башҡа беҙҙең ауылда ултырып сыҡҡан кеше лә юҡ бит ул. Ул да напраснаға ултырҙы. Төндә колхоз машинаһына ҡыҙҙар тейәп, Яманһаҙға уйынға алып барғаны өсөн генә башын ашанылар. Анау Кәлимә апай ошаҡламаһа, ул хаҡта белеүсе лә булмаҫ ине. Былай ни... Төрмә ишегенең ҡалай асылғанын да белмәйбеҙ, тәүбә-тәүбә...
– Ул хаҡта Солтан ағай күберәк белә инде... – Әхәт был һүҙен Солтан ҡартҡа ҡарамай ғына ысҡындырып ҡуйҙы.
– Солтан бабаймы? Ул төрмәнең ҡалай икәнен ҡайҙан белһен?
– Үҙенән һорағыҙ.
Солтан ҡарт өндәшмәйерәк ултырҙы. Әхәттең уның тураһында һүҙ ҡуҙғатыуын яратманы шикелле. Нух заманғы ваҡиғаны нимә тип ҡуҙғата икән? Мираҫтар түгел, үҙе лә онотоп бара ине бит. Хәйер, онотоуын онотмағайны ине инде. Оноторһоңмо? Егеттәр әйтмешләй, мираҫта булмаған хәл. Ябып ҡуйғайнылар шул уны. Башы нисек Себер китмәгәндер, уныһына ла һаман ғәжәп итә Солтан. Юғиһә ни... Бибисара апа менән Хәмзә мөғәллимде нишләттеләр. Китеүҙәренән ғәйеп булдылар ҙа ҡуйҙылар.

Ауыр ине шул ул йылдарҙа. Ырҙын табағынан кеҫәңә бер ус бойҙай һалып ҡайтһаң да башың баструк китә. Хөкүмәттең крәҫтиәнгә нығытып ҡаныҡҡан заманы. Тапҡан-таянғаныңды һыпырып алып китеп тора. Халыҡтың үңәсенә һалынған элмәк тарайғандан-тарая бара, тын алырлыҡ та форсат юҡ. Һәммә кеше ас. Уйын-көлкө ҡайғыһы ла юҡ, бала-саға, ҡарт-ҡоро тере мәйет, ҡоро һөйәк тә упайып торған һағышлы күҙ, сыҡмаған йән. Уҫлаптай кәүҙәле ир-атҡа тиклем ҡураныс ҡына булып ҡалды. Башланғыс белем биреүсе мәктәп эшләгән була ла... Бала-саға уҡыуҙан һуң колхоз эшенә ҡушыла. Ул йылды Бибисара апа менән Хәмзә мөғәллим уҡыусы балалар менән башаҡҡа йөрөнө. Ураҡҡа эләкмәгән башаҡтарҙы берәмтекләп йыйып, яулыҡҡа бәйләп, колхоз келәтенә тапшыралар. Яуындар башланып китеп, еүеш иген янырға тотондо. Уны нисек кәрәк киптереп ыҙаландылар. Киптергән саҡлыһын районға оҙата торҙолар.

Уҡытыусылар бала-саға менән йыйған башаҡтарын, мәктәптең мейесенә яғып, мейес башында киптереп тапшырырға ҡарар итә. Бер нисә көн эш яйлы ғына барғайны ла, көндәрҙең береһендә биленә ҡайыш таҡҡан, ялауай итек кейгән район Уполномоченныйы килеп төштө һәм, былай ҙа ҡурҡып, өркөп бөткән халыҡтың ҡотон алып, өй һайын тентеү ойошторҙо. Партия, комсомол секретарҙарын эйәртеп алған. Халыҡтан әллә ни нәмә йыя алманылар. Юҡтың да юғы ине шул келәттәрендә. Булғанғынаһын да кеше күҙенән йәшерергә өйрәнгәйнеләр.
Бибисара менән Хәмзәне балаларҙың күҙ алдында баҫыуҙа ҡулға алдылар.
– Ни ғәйебебеҙ бар? – Хәмзә мөғәллим, ғәҙәтенсә, ипле һәм сабыр һөйләшергә, аңлашырға теләп ҡараны.
– Белмәмеш берәү! – Упалнамощ билендәге кобураһына тотондо. – Ә урлап йыйған игенде мәктәптең мейесе башына мин алып барып йәшергәнменме ни?
– Беҙ уны киптереп тапшырырға ниәтләгәнбеҙ.
– Һөйлә, йәме, һөйлә әкиәтеңде! Илебеҙҙе халыҡ дошмандары уратып алған, ил эсе тулы дошман! Арестовать!

Ике көндән ике милиционер килеп, Солтан менән Гөлбаныуҙы алып китте. Солтан бик ғәҙел бүлгәйне лә инде игенде. Дөрөҫ, ул ҡарарға килер алдынан сход-фәлән йыйып торманы, ауылдаштары менән өй беренсә йөрөп, берәм-берәм һөйләште, һәммәһен дә нығытты: аслан берегеҙҙән-бер һүҙ сыҡмаһын, хәлдәрҙе беләһегеҙ, берҙәм булайыҡ, тип киҫәтте. Ғаиләләге кеше башынан икешәр сеүәтә ашлыҡ таратып алырға, ныҡлы йәшерергә ҡарар иттеләр. Һәммәһе лә риза булғайны, кемдер ошаҡлаған булып сыға Солтанды. Ошаҡсы менән алдаҡсынан да яманы юҡ. Кеше башын ашау гонаһынан нисек ҡурҡмайҙарҙыр. Беҙ ҡапсыҡта ятамы ни? Ошаҡсының кем икәне аҙағыраҡ беленде. Үҙенең башы ла Себер китте. Кулак тип шунда оҙаттылар. Ул тиклем әллә нимәһе лә юҡ ине, бахырҙың. Ике улы аҡтар яғында йөрөп ғәйеп булғайны. Бер бәләкәйе генә янында ине. Был ғаилә, киткән еренән һуғыштан һуң ҡайтып, землянка өй йүнәтеп, шым ғына ғүмер итте. Ҡарсығы менән икеһе лә хәҙер гүр эйәһе. Теге бәләкәй улы ла ҡайтып өйләнеп, өй күтәргәйне, сыҙаманы ауыл тормошона, ғаиләһен алып, кире сығып китте Себер яғына.
Оҙаҡ тотманылар Солтанды. Өс ай тигәндә сығарҙылар. Ауыл кешеләре ныҡ торҙо: “Юҡсы, иген алғаныбыҙ юҡ, Солтан хөкүмәт заданиеһын үтәп бөткәс, һеҙгә лә сират етер, тине. Тикшереп сыҡтығыҙ ҙа инде, кемебеҙҙән иген табылды?” – тип тик торҙолар. Ә Гөлбаныу шул китеүҙән оҙаҡҡа юғалғайны.
Төрмәнән ғәрләнеп килеп сыҡты Солтан. Ундағы кәмһетелеүҙәре хаҡында берәүгә лә һөйләмәне. Үҙе лә оноторға тырышты. Ана бит, бөгөн, йәнен көйҙөрөп, иҫенә төшөрөп торған була Әхәт.
– Ленин бабай ҙа ултырып сыҡҡан әле...– тип шаяртыуға һаплабыраҡ ҡуйҙы үҙе.
– Ә ни ғәйеп тапҡайнылар һуң?
– Теләһәң, ғәйеп табыла. Ана атайҙарығыҙҙан, олатайҙарығыҙҙан һорағыҙ. Алар белә ул...

...Гөлбаныу әбейҙең ҡый-ғыпырын трактор арбаһына тейәй башланылар. Иҫке-моҫҡоһо етерлек инде донъя көткән кешенең. Юрғанғынаһы, ятыр-торор ҡаралтыһы иҙрап, сереп бөткән тиерлек. Һауыт-һабаһының да тотонорлоғо юҡ. Йәтим ҡарсыҡтан нимә ҡалһын. Кеше үҙ нәмәһен үҙе туҙҙырып китә шул донъянан. Башҡортта атайҙан әллә ни мал ҡалмай. Һәр яңы быуын донъяһын үҙ көсө менән ҡороп ала. Был ҡарсыҡтың да ваҡ-төйәге Тимерсе йылғаһы аръяғындағы сүплек соҡорона илтеп ауҙарырлыҡ ҡына. Анау һандыҡ ҡына ауыр күренә, йоҙағы тутығып бөткән, ә күгәне ныҡ. Уны ир-ат шул көйө генә арбаға елгәрергә булғайны ла булышып йөрөүсе бисә-сәсә ҡыҙыҡһыныуын тыя алманы: асып ҡарайыҡ әле, ат башындай алтын ятмаймы икән, тип сырҡылдаштылар. Һандыҡ ҡапҡасына балта йөҙөн ҡыҫтырып, күгәнен ҡайырып асырға булдылар. Көсәнеп ҡайырған ыңғай тутыҡ күгән шарт итеп һынып, ҡапҡас асылып киткәс тә, танауға күк еҫе, ҡабыҡҡан сепрәк-сапраҡ тәме бәрелде. Һандыҡтағы нәмәләрҙе һәнәк менән ҡутарып ергә ташлағайнылар, һәммә йыйылышҡан кешеләр аптырауға ҡалды.
– Вәт әй! Мына һиңә хазина ҡумтаһы! – тип тел шартлатты бисәләр. – Мынау шалдарын, тәпешкә, яулыҡтарын ҡарағыҙ әле! Тәүбәкәйгенәм!.. Тауары ғына ла ни хәтлем. Ҡасан йыйған да, ҡайҙан алған мынауындай нәҫтәләрҙе Гөлбаныу ҡарсыҡ? Әйт шунан йәтим ҡарсыҡ ине, тип!
– Нимә тип йыйып ятты икән быларҙы? Мәнфәғәтен күрмәгәс, ни хәжәте булған быларҙың? Өҫтөндәге кейеме нимә генә ине. Күлдәк итәгенә ямау һалып кейеп йөрөнө.


(Дауамы бар).


Тыңҡыслап тултырылған һандыҡтың эсендә нимә генә юҡ. Башҡа-башҡа төрөлгән сәйенә, ҡурышып һөйәккә ҡалған өрөгөнә тиклем бар. Метрлы ситса туҡыма, өҫтәл ябыуҙары, таҫтамалдар. Матур ғына төҫтәге буҫтауҙан тегелгән бәлтә. Тәпешкеләр. Эске күлдәк-ыштан. Юҡ нәмә үҙе юҡ.
– Анау юҡлыҡ заманда тотош ауылға күлдәк тегеп кейҙерерлек сепрәк-сапрағы булған. Бүтәндәрҙән йәлләһә, иҙәнен йыуып, ҡарын көрәп, утынын бысып, ярып, өйөп йөрөгән бала-сағаға таратһа булмағанмы? Һыҡмыр булам тигәс тә инде. Еләк-емеш йыйыр ҙа киптереп, районға апарып һатыр ине. Кәзә мамығынан шәл бәйләп һатты. Етер-етешмәҫ йәшәй, тип уйланыҡ. Йәлләй торғайныҡ. 60-сы йылдарҙа “Дөрөҫ ултыртмағандар” тигән аҡлау ҡағыҙы алғас, пенсия алды алыуын. Уның ғына хаҡы...Сәй-шәкәрлек кенә булды бит ул.
– Ә бәлки төрмәлә ултырғанда уға берәрһе, анау бер кинолағы кеүек, хазинаһын йәшергән ерен васыят иткәндер?
– Ундай хазина васыят итһәләр, беҙҙең ауылға килеп төпләнер инеме? Тыуған ауылы түгел. Рәхәтләнеп ҡалала йәшәр ине. Ураҡ менән бесән урып, кәзә аҫырап этләнеү нимәгә хәжәт булыр ине уға. Сәйер, бик сәйер был хәл.– Ҡатын-ҡыҙ нимә генә юрамаһын, был серле һандыҡтың осона сыға алманы. Бәҫе киткән туҡымаларҙы тегеләй аҡтарып, былай аҡтарып, әрәм булыуына йәнеп көйөп бер булды.
– Эй ошоларҙы!– тип мыжыны ир-ат. – Сепрәк-сапраҡ күрһәләр, атаһын күргәндәй булалар ҙа ҡуялар, юҡҡа ла күҙе ҡыҙыр икән кешенең. Ярарлығы булһа, бүлешеп алығыҙ ҙа, ташлайбыҙ ҡалғанын арбаға!
– Юҡсы... Кеше нәмәһенә ҡалған көн юҡ әле...– тиеште тегеләре. Шулай ҙа бик үк затлы булмаған мәрйен, алҡаларын һәрмәй һалып алыусылар булды. Кемдәрҙер бирешмәгән ебәк шәл менән яулыҡтарын ташлатҡыһы килмәне. Ялтырап торған кәнфит һауыттарын, тәрилкә, ҡалаҡтарын да алып ҡалдылар. Әммә уйлап-уйлап та баштары етмәне: бындай хәлдәр ҙә була икән! Ҡарсыҡ вафат булғас, һандығын асып ҡарайыҡ, тиеүсе лә булманы. Йә берәр нәҫеле килеп сығыр ҙа таптырып йөрөр. Мираҫтар кеше әйберенә ғүмерҙә лә өңшәймәй ул. Нисәмә йөҙ йыл ишеген элмәй, ҡапҡаһына бик һалмай ғүмер итә.

– Нишләптер районға йыш йөрөнө ул, – тип иҫләйһе итте кемдер. – Йәйәүләп булһа ла сығып китә ине. Бәйләгән-мәйләгән нәмәһен, йомортҡа-фәлән һаталыр, ти ҙә ҡуя инек. Урлашып йөрөмәгәндер ҙә инде... Кеше менән ҡатнашмаһа ла ипле инесе...
Еңелерәк эше бөтөп, сират стенаға ҡалғас,ҡатын-ҡыҙ, күргәнен ауылға таратыр өсөн, өйөнә ашыҡты. Ир-ат ағас һикегә теҙелешеп ултырып тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Күргәндәренә вайымһыҙ булырға тырышһа ла, эстән генә сәйерһенә, аптырай ине барыбер. Һүҙ ҡуйыртманылар. Өйҙө боҙоп, ағасын тимерлеккә илтергә булдылар. Эстән дә, тыштан да һыланған бураның серек ағасын берәүҙең дә ихатаһына алып ҡайтып аҙапланғыһы килмәне. Урман, ана, өҫкә ауып бара. Утын ғына йүнәтерлек ваҡыт табылыр әле. Бының йылыһынан мәшәҡәте күп. Ҡат-ҡат һыланған. Балсығы байтаҡ ерҙән ҡупҡылаған. “Иҫкегә тарыма, тарыһаң арыма”. Бүрәнәләрен ҡутарған һайын иҫке балсыҡ шауҙырлап ҡойолоп китә, саңы борхой. Күңелһеҙ эш, әммә ҡалай итәһең, һүтергә тигәс, һүтергә инде. Берәүҙәр бүрәнәһен ҡутарып, икенселәр балсығын тимер көрәк менән ҡырып, әлеге тиләшкәгә ырғыта торҙо. Баяғы һандыҡтың аптыратыуы ла онотола бирҙе. Бисәләрҙең сепрәккә иҫе китеүе билдәле ир-атҡа. Мираҫта ундай һандыҡ өй беренсә. Ирҙәр белмәһә лә, унда әллә нимәләр һаҡланалыр әле.

– Егеттәр! Килегеҙ әле, мында ул ғәләмәт!- Тракторсы Сәлим ҡойолған балсыҡты өйөштөрөп йөрөгән еренән шулай тип һөрәнләгәнгә, теләр-теләмәҫ кенә боролоп ҡараны ярайһы арыған егеттәр. “Нимә тағын? Бисәләр әйтмешләй, ат башы ҙурлыҡ алтынмы әллә?” Теге һандыҡтан һуң шулай булыуы ла мөмкин. Теләр-теләмәҫ кенә Сәлим янына ыңғайланылар. Балсыҡ ҡына, нимәһе бар уның. Сәлим мейес арты бүрәнәләренең балсығын усы менән онтарға тотондо. Онталған береһенән өсәрлек йәшел аҡсалар килеп сыға.
– Кит, убыр өйөлөр был,– тип ҡуйҙы аранан берәү.– Мынаулары беҙҙең аҡса ла инде, ә мынаулары нимә?
– Иҫке аҡса. Алтмыш беренсегә тиклем йөрөгәне.
Артабан стенаны ипләберәк, һаҡлыҡ менән генә һүттеләр. Ҡағыҙ аҡсаларҙың күбеһе зараланған, ярарлыҡтары ла бар. Берәм-бөртөкләп йыйып, тәҫләп һанап ҡараһалар, өс мең тирәһе.
– Бер “Запорожец” алып була был аҡсаға. Нишләтәбеҙ һуң?– Егеттәр бер-береһенә һынап текәлде.
– Бүлешәбеҙ,– Сәлим үҙҙәрен һанарға тотондо. – Бишәр йөҙҙән сыға.
– Мине һанамағыҙ. Мин алмайым. Кеше нәмәһенә күҙем ҡыҙғаны юҡ. Йә харам аҡсалыр. Үҙ донъям үҙемә еткән.– Солтан ҡарттың һүҙе егеттәрҙе лә икеләндереп ҡуйҙы.
Уйлаштылар-ғәпләштелр ҙә, әлеге сүп соҡорона илтеп күмеүҙе килештермәй, банктта алмаштырып, мәктәптең әле генә төҙөлөп ятҡан ҡуян фермаһы эшен яйға һалыуға бирергә булдылар. Фермалары эшкинеп китһә, мәктәп өсөн таяныс булыр. Солтан ҡарт дөрөҫ әйтәлер ул, хәрәм нәмәгә йоғонмауың хәйерле. Мираҫтар былай, нәфсе һуҙып, донъя бөтәйткәне юҡ. Тоғролоҡ менән тапҡан малға етәме ни.
Инде бүтән стеналарҙы, нигеҙ тирәһен ҡутарғанда һағыраҡ ҡыландылар. Йәнә ниндәй серҙәр һаҡлай икән һуң был сәйер иҫке өй? Нисәмә йыл буш торҙо, береһе-бер инеп сығырға баҙнат итмәне шул. Әле бына сәмләнеп, ҡыҙышып китеп, иҙән аҫты мөгәрәбен дә соҡоштороп ҡаранылар, бүтән йүнле нәмә табылманы. Солтан бабай ғына өрлөк тирәһенәрәк ҡағылған таҡта кәштәнән табылған һарғайып бөткән ғәрәп йә латин алфавиты менән яҙылған китаптарҙы, урам буйлап осоп йөрөмәһен тип, яндырмаҡсы булыуҙарын шәйләп, уҡырлыҡтары юҡмы икән тип, битләп-битләп ҡараштырырға тотондо.
– Ҡуй сәле, Солтан бабай,– тиеште егеттәр.– Әфтиәк күргәнең юҡмы ни? Нимәгә ул һиңә? Уҡып ултыраһың бармы?

Солтан өндәшмәне, егеттәр китаптарҙы ҡулынан тартып алырға ҡыйманы, бүтән эшкә тотоноп китте. Китаптар араһынан листовка ҙурлыҡ ҡына элекке район гәзиттәренең һандары килеп сыҡҡыланы. Мәҙәк. Мәҡәләләре лә бөгөнгөләр кеүек шыма ғына яҙылмаған. Күбеһе агитка. Иҫке генә Ҡөрьән-Кәрим китабының ҡайһы бер биттәренә ауылда тыуған бала-сағаның исем-шәрифе, тыуған йылы, көнө яҙылған. Ҡайһыларына йыл миҙгелдәренең үҙгәреше теркәлгән. Һарғайған карточкалар бар. Береһенән элекке сауҙагәрҙәр төҫлөрәк ярайһы ыҫпай кейенгән ир уҙаманы ҡарап тора. Янында ҡатыны, балалары. Ҡатыны ла һылыу, кейемле. Ир кеше Гөлбаныу ҡарсыҡҡа оҡшаған. Атаһы микән ни? Фотоларҙың береһенә ҡарап Солтандың иҫе китте. “Бибисара апа менән Хәмзә мөғәллим. Эй һылыу ҙа, итәғәтле лә кешеләр ине, бахырғыналар. Баштары төрмәлә серегәндер инде. Тере булһалар, береһе булмаһа ла, береһе килеп урар ине Гөлбаныу әбей янына. Йә, бер мейес башы башаҡ өсөн әрәм булып ҡуй сәле...” Солтандың күҙе хаттарға төштө. Латин менән яҙылған. Һарғайһа ла уҡырлығы бар.
“Әсәй, һөйөклөм, – тип башлана ине бер хат. – Һине һағынып, илап уҙғарған төндәремдең иҫәбенә сығырлыҡ түгел.Ҡайҙалығыңды белерлек әмәл булманы.Инде лә донъяла юҡтырһың тип төңөлә башлағайным. Әле бына үҙеңдең оҙаҡ йылдарҙан һуң юллап табыуың мине ныҡ шатландырҙы.

Яҙмыштыр, күрәһең,әсәй. Минең ғүмерем, сырмалсыҡ кеүек, буталды ла ҡуйҙы. Беҙҙе районда уҡ ике яҡҡа айырым бикләнеләр. Хәмзәнең дә, минең кеүек, Өфө төрмәһенә килтерелеп ябылыуын мин һорау алыуҙар башланғас ҡына белдем. Беҙҙе, йөҙләгән ҡатын-ҡыҙҙы, тар ғына бүлмәгә индереп яптылар. Уныһы камера тип атала икән. Араларында ғәләмәт уҡымышлылары, ирҙәре ҙур урында эшләп йөрөгән еренән ҡулға алынып, ҡатындарын да ошонда килтереп тыҡҡандар бар. Уларҙы ла, ирҙәрен дә халыҡҡа ҡарата ҡортҡослоҡ эшләүселәр, халыҡ дошмандары, тип баралар. Мин дә, йәнәһе, халыҡ мөлкәтенә ҡул һонғанмын. Улай түгел, үҙебеҙ өсөн йәшермәнек, тип әйтеүемә ҡолаҡ та һалыусы юҡ. Камерала оса терәрлек тә урын юҡ. Бер-беребеҙгә һөйәлеп, баҫҡан көйө серем итәбеҙ. Төнө буйы берәм-берәм допросҡа саҡырталар. Туҡмалып килеп инеүселәр бар. Мине башта әлеге лә баяғы бойҙай өсөн өтөп баралар ине, торараҡ Хәмзәнең ҡулъяҙмалары тураһында һораша башланылар.Мин уларын ҡайҙан беләйем инде? Үҙең дә хәтерләйһеңдер, Хәмзә төнө буйы нимәләрҙер яҙып ултырыр ине. Көндөҙ дәрестәр, кискә тиклем баҫыу эштәре, мин унан нимә яҙаһың, тип һорашып та өлгөрмәй инем бит. Бер следователь мине һорау алыуға төндәрен генә саҡырта башланы. Тәүҙәрәк һорау бүлмәһендә бер нисә кеше була ине, һуңыраҡ бер үҙ генә булды. Әллә нимәләр һорай, ни һорағанын да төшөнөп бөтөрлөк түгел.

Ошондай сынйыр кеүек өҙлөкһөҙ һәм ҡабатланып торған төндәрҙең береһендә был следователь, өҫтәл артына ултыртып, алдыма ризыҡ телеп һалды, сәй яһап бирҙе. Тейергә лә ҡурҡып ултырғанда, яурыныма ҡулын һалып, сәстәремә ҡағылды.
– Матурһың, Бибисара ханым. Ошо матурлыҡты төрмәгә бикләп ҡуйырға тура киләсәк бит, – тип һөйләнде.– Бынау кәүҙә затлы кейемдәр кейеп йөрөргә тейеш. Иреңдең ҡоротҡослоғо хаҡында һөйләмәйһең.
Мин илап ебәрҙем.
– Ә һин аша, тыныслан, – ти был, үҙе ғәҙҙәтәгесә екеренмәй, йомшаҡ һөйләшә. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ризыҡҡа үрелдем. Эсем йылынып, битемә ҡан йүгергәндәй булды.
– Мин һиңә ышанам, – тине был, – иреңдең Совет власына ҡаршы эшмәкәрлегендә һинең ҡатышың булмағанға оҡшаған. Һин иреңдән баш тартыуың хаҡында яҙыу яҙ. Уны, моғайын, атырҙар. Һине иһә халыҡ дошманының ҡатыны сифатында ябып ҡуясаҡтар. Себерҙә ағас ауҙарырға теләймәйһеңдер?
Мин йәнә илап ебәрҙем. Ҡурҡыта торғас, Хәмзәнән баш тартыу ҡағыҙын яҙырға мәжбүр булдым. Ә тәфтишсе яйлап-яйлап миңә ғашиҡ булыуын белдерә башланы. Ни әйтергә лә белмәнем. Үҙем ҡурҡам. Ләкин аңламамыш булып тик йөрөйөм. Алты ай ыҙалар үткәс, сығарҙылар. Ҡайҙа барырға ла белмәй, Өфө урамынан атлап барам. Һинең ҡайҙалығың билдәһеҙ. Мираҫ тыуған ауылыбыҙ түгел. Ҡайҙа баш төртөргә һәм ғаиләбеҙҙең яҙмышын нисек юллай башларға һуң? Шул саҡ алдыма ҡап-ҡара машина килеп туҡтаны. Хәрби кейемле шофер машинанан сығып, миңә машинаға ултырырға ҡушты. Нишләргә? Йәнә әсирлек микән ни? Йәнә нимә соҡоп сығарғандар икән? Машинаға барып инһәм– Камалов. Теге тәфтишсе. Өйөнә алып ҡайтып индерҙе. Шулай килеп сыҡты инде. Бергә йәшәп алып киттек. Ике ейәнең бар. Сәғит Карамовты үрләттеләр. Төрмә начальнигы вазифаһында. Кил. Етеш йәшәйбеҙ. Һиңә лә урын табылыр. Хаттарҙы, һин

ҡарар ҡабул иткәнсәгә тиклем, райондың Главпочтаһына яҙып торормон. Суҡтин-суҡ сәләмдәр юллап ҡалыусы Бибисара тип белерһең”
Солтандың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.Хаттың кире адресы юҡмы икән, тип әйләндергеләп ҡараны. Өфөнөң дә Главпочтаһы ғына күрһәтелгән шул. До востребования. Китапты яңынан һелкетеп ҡараны. Йәнә бер нисә хат, посылка, аҡса переводтары ебәрелеү тураһындағы ҡағыҙҙар килеп төштө. Ана ҡайҙан килеп торған икән был ҡарсыҡҡа аҡса, теге замандар дефициты булған мануфактура, бүтән ярайһы ҡиммәтле кәрәк-яраҡ. Тотонорға ҡыйманымы, ҡурҡтымы икән бисара ҡарсыҡ? Төрмә баландаһын бер һемереп ҡара ла, ҡурҡмай ҡара!
Арыған егеттәр оҙонға һуҙылған, әммә ғәләмәттәргә тарытҡан эштәренең осона сығып барыуынан бер ни тиклеп риза булып, әллә ни өтәләнмәй генә һуңғы ҡый-ғыпырҙы һепереп, көрәккә эләктереп арбаға елгәрә. Бер нисәһе, әллә ниндәй ҡыҙыҡ табып, көлөшә-көлөшә хәбәр һата.Ысынында яҡшы иттеләр әле. Ауылға йәм, ҡот инеп ҡалғандай булды. Солтан Ҡөрьән-Кәримдән башҡа ҡағыҙҙарҙы, тап иткән иҫке хаттарҙы, почта извещениеларын быҫҡып ҡына янған усаҡҡа алып барып һалды ла егеттәргә бер һүҙ ҙә әйтмәй генә Наҡаҫ буйына ыңғайланы. Йылға һайыҡҡан. Гөлбаныу ҡарсыҡтың күҙ йәше һеңгән мендәр тыштары аҙ сайҡалмағандыр йылғала. Ә бит ни рәүешле ташты ла ҡуйҙы быйыл. Әлеге серле өйҙөң йоҙағын астырырға сәбәп булған, күрәһең.
Ә ил өҫтөнән ажғырып үткән ташҡындарҙың кеше яҙмыштарына ҡарата аяуһыҙлығы, шаңдау булып оҙаҡ яңғырай шул ул.



Автор: Әҡлимә САДИҠОВА.
Фото: Т. Аманов





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)

26.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)


Утын (Хикәйә)

23.02.2019 - Әҙәбиәт Утын (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)