RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хозурлыҡта талғын уйҙар тыуа

22.01.2011 Хозурлыҡта талғын уйҙар тыуа

«Әлбиттә, заманында Чехов, шешә бөкөһө тураһында ла хикәйә яҙа алам, тип маһайған. Шулай уҡ һәр нәмә хаҡында рифмалаштырылған юлдар теҙергә мөмкин. Тик «тормош прозаһы» тигән төшөнсә лә бар бит әле, ағай – уға ла урын ҡалдырайыҡ. Әгәр ябай һүҙҙәр менән еткереп була икән, ниңә шиғри аһәңде юҡ-бар өсөн әрәм итергә?» – шулай тиә-тиә, редакцияға килгән Ғәни ағайҙың шиғырҙарын «бара-бармай»ҙарға бүлеп сыҡтым. Барырҙайҙары күберәк күренештәрҙән ғибәрәт ине. Ғүмер буйы тимер-томор араһында эшләгән, үҙе әйтмешләй, һигеҙ синыфтан башҡа уҡыу эләкмәгән, әле пенсия йәшендәге ағайҙың тәбиғәттәге тәү ҡарамаҡҡа ваҡ ҡына нәмәне лә тоя-күрә белеүе, шуларҙы хисләнеп яҙырға һәм матбуғатҡа бирергә баҙнат итеүе ғәжәпләндерҙе. Арабыҙҙа тауыш-тынһыҙ ғына йөрөп ятҡан бындай кешеләр, уларҙың шағирәнә хистәре юғалып ҡалырға тейеш түгел, тип уйланым һәм үҙен халыҡ гәзите икәнен танытҡан «Йәшлек»кә тәҡдим итмәксе булдым.
Ғәни ҡулбаев Белорет районының тау-урманлы Өмөтбай ауылынан. Егермеләп кенә өй бар, буғай, унда хәҙер. Үҫмер сағында уҡ Ишембай ҡалаһында төпләнеп, заводта эшләй башлай. Шиғри күңеллелеге тәбиғәттән һәм әҙәбиәттән айырмай, һаман да шиғри донъяға талпындыра уны.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Көҙ

Балаҫ шикелле аҡ ҡына томан
Алатау һырты буйлап таралған.
Аҫтан тәгәрләп, ялбыр йомғаҡтар
Үрҙә асыла, яйлап тағала.

Көҙгө тын төндөң һалҡын ямғыры
Томанға урай тауҙар сылбырын.
ҡурғаш төҫөндә ауыр болоттар
Хәбәр итәләр ямғыр яуырын.

Төн түгел әле, эңер бар бер аҙ.
ҡыҙамырт төҫлө урман йөҙө лә.
Алтын япраҡтар менән ҡушылып,
Һалҡын тамсылар ергә һибелә.

Күләүектәрҙең өҫтө төрткөлө –
Ваҡ ҡына ямғыр шаҙралай
шулай.
Һыуға япраҡтар, осоп арыған
Күбәләктәрҙәй, талсығып ҡуна.

Балаҫ шикелле аҡ ҡына томан,
ҡурғаш төҫөндә ауыр болоттар,
Күбәләктәрҙәй йонсоған япраҡ
Ерҙең үҙенән килгән һыуыҡтан...

Шарлауыҡ

Быялалай шаршау ҡороп тауға
Күк күкрәүек аға ажғырып.
Уртаһында ете төҫлө йәйғор
Һыуҙа уйнай, уттай яндырып.

Шарлауыҡҡа һоҡланып мин
торам,
Салт аяҙ көн. Тауҙар –
зәңгәрҙән.
Хыял-уйҙар бында өҫкә осһа,
Һыуҙар аҫҡа сума, бик тәрән.

Барыһы ла бында күркәм, бөйөк,
Ерҙән генә шыуа күк томан.
Хозурлыҡта талғын уйҙар тыуа,
Шарлауыҡтың ойоп моңонан.

Еҙем
(Сабир Шәриповҡа)

Тәрән һыулы, текә һикәлтәнең
Йәйге ҡояш нурлай шаршыһын.
Күрәм унда балыҡ үрләгәнен,
Йәнләндереп йылтыр ташлығын.

Күҙҙәй таҙа, шифа һыулы йылға
Йырлап йыра тауҙар араһын.
Минең менән һөйләшәме Еҙем? –
Таныш тауыш – тыңлап ҡараһаң.

Һыу тулҡынын ҡояш уйнатҡанда,
Сағылып ҡалды бала саҡҡынам:
Йәй. Йылғала йөҙөп уйнаныҡ та,
Йүгереп ҡайттыҡ ике
саҡ(ы)рым...

Хәтерләйем, күпме балыҡ тоттоҡ,
ҡармаҡтарҙы егеп, мискәүҙе.
Яр буйҙары ялан аяҡтарҙың
Табан эҙен әле иҫләйҙер.

Еҙем буйлап аҡтыҡ, кәшмәк бәйләп
ҡоро һөйән – еңел ағастан.
Алға баҫып, берәү ишкәк иште,
Ә мин этеп барҙым иң арттан...

Килдем бына шул уҡ яр башына,
Ярты быуат ситтә ҡаңғырғас.
Йылға көйләй – бала саҡты һөйләй,
ҡайтып була, тиҙер, һау булғас...

Бесән сапҡанда

Аға Шыршылы шишмәһе,
Бәштин тауын урап-урап.
Һыуһағанда сәй эсәһең,
Шул шишмәне маҡтап йырлап.

Шый ҙа шый килә салғылар,
Бәрхәт бакуй ҡалдырғанда.
Алыҫ киткән моң сығара
Тәмләп-тәмләп янығанда.

Төшкә тиклем бер туҡтамай
Бер яланды тотош ҡырҙыҡ –
Шишмәне һәм зыяратты
Бакуйҙарға тоташтырҙыҡ.

Ә төштән һуң беҙ аръяҡта
Күмәкләшеп кәбән ҡойҙоҡ, –
Шыршылы тау һәм шишмәне
Күбә юлы бәйләп ҡуйҙы.

Шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй,
Айран, ҡымыҙ, сәй эсәбеҙ.
Осраштырҙың, эш ослаттың,
Рәхмәт, йәй, тип килешәбеҙ...

Ғәни ҡУЛБАЕВ.
Ишембай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)