RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тинде тингә ялғап йыйылған байлыҡ

13.02.2019 Тинде тингә ялғап йыйылған байлыҡ

Ғәлимә инәйҙең һыҡмырлығын ауыл халҡы бер аҙ арттырып, үҙҙәренән өҫтәй биреп, легендаға әйләндереп һөйләй. Имеш, ул сәйенә кәнфит ҡушмай, ә ҡарап ултырып ҡына эсә. Боросто ла дөйөм ҡаҙандағы ашҡа һала икән, йәнәһе, һәр кем үҙ тәрилкәһенә һалһа, күп китә. Улай тиклемен үк белмәйем, әммә атай-әсәйемдәр менән аралашҡан саҡта уның һаран булыуына күп тапҡыр аптырарға тура килде.

Ике өй аша ғына йәшәгән ғаилә менән беҙ тәүге йылдарҙа артыҡ аралашмай инек. Уға электр үтеге сәбәпсе булған. Ауылға ут күптән үтеүенә ҡарамаҫтан, Ғәлимә инәйҙәр һаман да ҡуҙ үтеген ҡулланған. Мәктәпкә ҡабаланған ике ҡыҙы йүгереп килеп, беҙҙән электр үтеген алып киткән. 2–3 көндән дә кире килтермәгәс, әсәйем, ул саҡта йәш килен, һорап барған. Хужабикә бер ни булмағандай ватыҡ үтекте сығарып биргән дә: “Фәрит ағайың, аҡса яуы итеп алғанһығыҙ, тип вата һуҡты. Былай ҙа үткән ай өсөн 80 тингә күберәк түләү килгәненә ут йотоп йөрөй ине. Килен, инде бала-саға һорай тип, бындай йомош бирмә!” – тигән. Көн һайын тигәндәй коммунистар йыйылышына йөрөгән атайымдың күлдәк-салбарын үтекләргә кәрәккәндән генә, бер айлыҡ эш хаҡына алған яңы үтеген йәлләп, әсәйем илап ҡайтҡан. Шунан һуң байтаҡ йылдар ике ғаилә аралашманы.

Аллаға шөкөр, беҙ үҫкәндә мохтажлыҡ кисермәнек. Атайым колхозда юғары вазифа биләне, әсәйем дә мәктәптә эшләгәс, аҡсанан өҙөлмәнек. 90-сы йылдарҙа баҙар иҡтисады үҫешә башлағас, оло баҡсала йәшелсә-емештәр үҫтереп, дүрт баш һыйырҙың ағын эшкәртеп, бройлер тауыҡ, иртә өлгөргән өйрәк аҫрап, уларҙы яҡындағы ҡалаға алып барып һата башланыҡ. “Помещик” тигән ҡушаматты ғаиләбеҙгә Ғәлимә инәй менән Фәрит олатай ҡушты. Аҙаҡ инде беҙҙән күреп, ауылда күпләп мал аҫраусылар, гектарлап бәрәңге сәсеүселәр артты.

Мин мәктәпте тамамлаған йылда ҡапыл ғына йөрәк өйәнәге менән Фәрит олатай мәрхүм булып ҡуйҙы. Ҡыҙҙары институтта уҡып йөрөгәс, Ғәлимә инәй иптәшкә тип мине йыш ҡына үҙҙәренә йоҡларға алып ҡайта ине. Шул саҡтағы ҡыҙыҡтар һаман да иҫтә.
– Нисә сынаяҡ сәй эсәһең?– тип һорай сәйнүгенә һыу ҡойорҙан алда. Мин нимә тип яуап ҡайтарырға белмәйем. Сөнки көнө буйы эш йә уйын менән әүрәп, йүнле режим юҡ. Асыҡһам, ултырып ашайым, аппетит ҙур. Ә теләк булмаһа, өҫтәл янына барып та урамайым. Ҡайһы саҡта ҡайнар аштан һуң сәй эсмәйенсә тороп китәм дә, берәй сәғәттән сәй табыны ҡорам. Татлы ҡамыр ашы булһа, сәй күберәк эселә. Ҡыҫҡаһы, сама тигән нәмә миндә юҡ. Шуға күрә тәүҙә нимә тип әйтергә лә белмәнем.
– Ике сынаяҡ...

Ғәлимә инәй сәйнүккә дүрт сынаяҡ һыу үлсәп һалды ла, ҡуҙ өҫтөнә ултыртты. Ул ҡайнап сығыуға ҡалаҡ осо менән сәй һалды, бер аҙҙан уны сынаяҡтарға ҡоя башланы. Күҙ алдыма әсәйемдең сәй яһауы килде. Бәләкәй сәйнүктәге ҡуйы, ҡып-ҡыҙыл һинд сәйен сынаяҡтарға самалап һалғас (атайым ҡаты итеп эсергә ярата, шуға уға күберәк, өләсәйем кисен, йоҡо оса, ти, ағайым һөтһөҙ эсә – уларға төбөнән ҡойола, апайыма, миңә, әсәйем үҙенә уртаса яһай, йәғни сәй һәр кемдең нисек яратыуына ҡарап ҡойола), ҡалаҡлап һөт өҫтө ҡойола ла, йә самауырҙан, йә ҙур сәйнүктән ҡайнаған һыу менән сынаяҡтарҙы тултыра. Шул турала уйлап ултырғанымда, Ғәлимә инәй алдыма ярты киҫәк икмәк телеп һалды.
– Сәйгә һалһаң, тәмле була,– тип тәрилкә менән кипкән алма киҫәктәре ҡуйҙы.– Ҡайнатма эшләгәйнем, әллә ниңә әсегән. Үҙем ашайым ул, кеше алдына ҡуйыуы уңайһыҙ.

Иртәгәһен күршемә йоҡларға барыр алдынан әсәйҙән һөт өҫтө, май, ярты килограмдай кәнфит һорап алдым. Барып ингәнемдә Ғәлимә инәй сәй әҙерләп йөрөй ине.
– Ооо, ҡыҙым күстәнәс алып килгән. Ә мин мундирлы бәрәңге бешерҙем, хәҙер тоҙло ҡыяр менән ашарбыҙ!
Бер аҙҙан алдыма ярты ҡыяр, 3–4 бөртөк тыңҡауыҡтан аҙ ғына ҙурыраҡ бәрәңге һалынған тәрилкә ҡуйҙы. Алып килгән майҙан кескәй генә ике киҫәк ҡырҡып алып, береһен – миңә, икенсеһен үҙенә һалды ла, ҡалғанын һыуытҡысҡа ҡуйҙы.
– Иртәгә тоҙлап ҡуйырмын, бәрәкәтлерәк булыр. Свежий килеш ашаһаң, тиҙ бөтә ул. – Сәй яһай башлағас, инәй тағы бер аптыратты.– Ата-а-аҡ, һөт өҫтө бит был. Ҡаймаҡ кеүек, ҡайнап һыуынған һыу өҫтәмәй булмаҫ!

Үҙебеҙҙең, шулай уҡ аралашып йәшәгән туғандарҙың өҫтәлендә һәр саҡ икмәк-майҙың, сәй-шәкәрҙең, ҡайнатмаларҙың күпләп ултырыуына өйрәнгәс, миңә Ғәлимә инәйҙең ҡылығы бик ситен тойолдо. Ваҡ бәрәңгене беҙ һәр йыл һайын малға ашатабыҙ, сәйгә лә һөттөң өҫтөн генә алып ҡалабыҙ. Өләсәйем беҙгә күсеп килгәне бирле балдан, эремсек-ҡороттан өҙөлгәнебеҙ юҡ, көн һайын итле һурпа бешерәбеҙ.
Бәрәңгене ашап, бер сынаяҡ сәйҙе эскәс, әпәр итә башланым.
– Аһ-аһ! Кисә, ике сынаяҡ эсәм, тигәсең, һыуҙы бөгөн дә икәү итеп ҡойҙом бит! Эс тағы берҙе, әрәм итмә!
– Рәхмәт, инәй, туйҙым!
– Туйҙым тип ни, ҡайнатҡас, эсергә кәрәк инде!

Йоҡларға ятыр алдынан һорамай түҙмәнем:
– Инәй, һеҙҙең бит һыйырығыҙ бар, ә ниңә сәйгә һөтөң юҡ?
– Ике студент уҡытып, аҡса еткерә алмайым. Шуға көн һайын һөттө тапшырып торам. Быйыл май ҙа йыйып булмаҫ инде...
Ә ҡыҙҙары Миңзиә һәм Миңлегөл апай бик ыҙаланып уҡыны. Аҡсалары юҡлыҡтан студент йылдарында уҡ икешәр эштә эшләп, осон осҡа ялғап көн күрҙеләр. Ҡыҙының:
– Ашау бушлай булһын тип ашханаға һауыт-һаба йыуырға урынлаштым. Ауылдан беҙгә ярты литр ҡайнатма, 5–6 кг иттән башҡа ризыҡ килмәй бит. Аҡса, тип бәрәңгенең бөртөгөнә тиклем һата,– тип илап әсәйемә һөйләгәнен үҙем ишеттем.

Ғәлимә инәй иһә, һәр кем үҙ хеҙмәте менән йәшәргә тейеш, тигән принципҡа таянып ғүмер итте. Апайым институтты тамамлағас, сит илдә сәйәхәт итеп ҡайтты. “Уларҙың тормошо беҙгә булмай, ниместәрҙе барып күрҙең ни ҙә, күрмәнең ни! Аҡса туҙҙырып йөрөп ҡайтты инде. Ай, шаштыраһың балаңды, Сәймә килен, ай, шаштыраһың! Ул бит үҙе йөрөүе етмәгән, беҙҙең ҡыҙҙарға насар пример күрһәтә! Һеҙҙең ни, аҡса күп, ә мин ундай расхудты күтәрә алмайым!”– тип әллә күпме һөйләнде Ғәлимә инәй.

Миңзиә апай уҡыуын тамамлап, ярты йыл да үтмәне, йөрөгән егете һората килде. Тик әсәһе туй тураһында ишетергә лә теләмәне: “Һинең бер генә файҙаңды ла күргән юҡ әле. Ғүмер буйы уҡыттым, инде үҙеңде үҙең ҡарарға тейешһеңдер. Әле һеңлеңә ике йыл уҡыйһы бар, минең туй үткәрер әмәлем юҡ. Эшлә, аҡса тап, шунан кейәүгә сығырһың!” Бер аҙҙан йәштәр туйһыҙ ғына ЗАГС-та яҙылырға ҡарар итте. Ғәлимә инәйҙең бер туған апаһы, еңгәһе, минең әсәй, тағы бер күрше ҡатын йыйылышып, кәңәш ҡорорға киттеләр. Ниәттәре ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын булһа ла саҡырып ҡунаҡ итеү ине. Апаһы, табынға бер һарыҡ һуйып, итен, ун мең һум аҡса бирәм, тигәс кенә риза булған ул.

Апаһының туйынан һуң уҡыуын тамамлағас, Миңлегөл апай эшкә урынлашырға тип Себер тарафтарына сығып китте. Миңзиә апай ҙа ауылға һирәк ҡайта. Ғәлимә инәй беҙгә йыш ҡына инеп ултыра башланы. Бер ҡайтҡанымда әсәй менән сәй эсеп ултыралар ине, күстәнәстәремде күреп, иламһырап ҡуйҙы:
– Эй, Сәймә килен, бынау төпсөгөң дә кеше булып китте. Ана бит, студент башы менән анау сама сәй, кәнфит күтәреп ҡайтҡан! Минекеләр эшләп йөрөй, бер ярҙамдары юҡ. Ошо көндә газ менән утҡа 500 һум түләргә ҡағыҙ килде, мин нисек түләргә тейеш!
– Ҡуй, Ғәлимә апай, балаларҙан өмөт итеп ултырма. Пенсияны арыу алаһың...
– Ул пенсия нимәгә етә инде? Дарыуҙар ҡиммәт, ашарға алып торам. Шул утына-газына түләһәң, кейем алырға ла ҡалмай инде!

Ысынлап та, Ғәлимә инәйҙең ғүмерҙә лә яңы кейем кейгәнен күргәнем булманы. Башында – мәңге күп йыуылыуҙан уңып бөткән шәлъяулығы, өҫтөндә – Фәрит олатайҙан ҡалған көпө, аяғында туҙып бөткән ойоҡбаш менән ҡата. Уҡыуымды тамамлап эшкә урынлаштым да, тәүге эш хаҡыма атай-әсәйемә бүләктәр алдым. Өләсәйем инде мәрхүмә булғайны, шуға күрә Ғәлимә инәйгә лә яулыҡ, йоҡа ойоҡбаш, ситса күлдәк һатып алдым. Үҙемә ҡалһа, ауыл әбейҙәре өсөн тап-таман бүләк ине. Бер ҡап сәй ҡушып һалдым да, уны шатландырырға йүнәлдем. Тик ул бүләктәрҙе шунда уҡ кейеп ҡарарға ашыҡманы.
– Рәхмәт, балам! Тик шатлығыңды уртаҡлашып бирергә яуап бүләгем юҡ инде. Күстәнәс бирәйем булмаһа! – тип усыма бер нисә бөртөк күрәгә һалды.– Бына бит, ҡәҙерҙе белгән бала бүләкләп килгән. Быларҙы мин икенсе йыл кейермен, йәме. Туҙмаған кейемдең гонаһы ҙур була ул, ташлаһаң, хужаһына ауырыу теләп ята, ти. Боронғолар, ете ямау һалғансы кейергә кәрәк, ти торғайны. Хәҙерге кейемде ни 2–3 йыл кейерлек тә түгел, тегенән бүҫелә, бынан йыртыла. Ситса тәнгә йомшаҡ инде ул, кейермен, Алла бирһә...

Тик Ғәлимә инәйгә ул күлдәкте кейергә насип булманы. Шул йылдың ҡышында баҡый донъяға күсте. Аҙаҡ уның касса кенәгәһендә лә, өйөндә лә байтаҡ аҡса ҡалыуын белдек. Үҙенән-үҙе йәлләгән бар байлығы шул ине. Бындай байлыҡҡа балалары ла шатланманы. Миңзиә апай беҙгә килеп, илап ултырҙы:
– Эй, Сәймә еңгәй, әсәйемдең был аҡсаһынан беҙгә ни файҙа! Студент йылдарында нимә ашарға белмәй ултырғанда бирһен ине ул. Бала саҡтан туйғансы ашай ҙа алмай инем, һәр ризыҡты үлсәп йә һанап бирерҙәр ине. Шуға гел һеҙгә йомош табып килергә тырыштым, сәй эскән ваҡытығыҙ булһа, табын артына саҡыра инегеҙ ҙә, тәмле-татлы ризыҡтар ашаным. Гел ҡала комиссионкаһынан барып, кешеләрҙең кәрәкмәгән кейемен арзанға алып ҡайтты. Кешесә туй ҙа эшләп оҙатманы бит мине, ҡәйнәмдәр гел шуның менән мине битәрләп кенә торалар. Ете йыл элек, фатир алырға булдыҡ та, әсәйҙән аҡса һорап килдем. Әрләнеп, таланып ҡайттым. Тағы бер һоранып йөрөһәң, судҡа биреп, һинән дә, һылыуыңдан да алимент юллайым, тине. Имеш, ул беҙҙе үҫтергән, хәҙер беҙ уға ай һайын аҡсалата ярҙам бирергә тейешбеҙ. Әгәр ул ысынлап та мохтаж булһа, йәл түгел, бирер инем былай ҙа. Үҙенән-үҙе йәлләне, беҙҙе лә фәҡир хәлендә йәшәтте. Тамағы – ашҡа, өҫтө кейемгә туйманы бахырҙың...



Автор: Г. Вәлитова
Фото: Р. Илтенбаев





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 - Әҙәбиәт Ил ағаһын күргем килә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар

Һыҙлауыҡ

30.01.2019 - Әҙәбиәт Һыҙлауыҡ


Үәт, ҡыҙыҡ! (25.01.2019)

29.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (25.01.2019)


Алһыу таҫмалы бәхет

27.01.2019 - Әҙәбиәт Алһыу таҫмалы бәхет