RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

30.01.2019 Һыҙлауыҡ

"Сәбилә инәйеңде ейәне мәсхәрәләп үлтергән!"
Сираттағы ял көнөм иртәһен тетрәндергән хәбәрҙе ауылдан әсәйем шылтыратып еткерҙе. Ауыҙымды асып "нишләп?" тип һорап та өлгөрмәнем:
— Әжәле шул бала ҡулында булғандыр күрәһең, нишләп тип һорама , ярамай, тип ҡуйҙы әсәйем.

Юрған аҫтынан ҡалҡынырға йыбанып ятҡанда һалҡын һыу менән ҡойонғандай тертләткән яңылыҡтан телһеҙ ҡалдым.
— Кисә иртүк булған был хәл балам, төнөн мәйет көтөштөм.Әле мейес яғырға ғына ҡайттым, йүшкеләрҙе ябам да, тәрбиәләшеүгә сығам. Телефонымды алмайым, ял көнөң тип шылтыратып мин алмаһам аптыранып ултырма тип хәбәр итеүем. Көн дә боҙолоп тора, бөгөн ҡуйырбыҙ инде инәңде, буран тип мәйет көттөрөп булмай бит инде...
— Әсәй, кискә булһа ла һөйләшербеҙ әле йәме?! Һин ҡайтҡас. Ҡырҙа булһам да белгем килә бит әле, ғүмер буйы күршеләр булдыҡ етмәһә...
Телефондың теге башында өҙөк - өҙөк тауыш иштелеп бәйләнеш өҙөлдө.
Күҙ алдымдан елпелдәтә баҫып Сәбилә инәм үтеп киткәндәй булды. Ялтыр тештәрен йылтыратып һыңҡылдата көлөүҙәре генә лә ни тора ине! Бисара, үҙ үлеме лә түгел, үлтерелеүе аяныс!Терәлешеп кенә йәшәгәс, етмәһә колхоз тарҡалғанға тиклем Сәбилә инәй әсәйем менән бергә һыйыр һауғастары бар донья хәлдәре, мәшәҡәттәре лә уртаҡ таныш ине. Колхоз... Ошо геүләп торған берләшмә тарҡалғас ауыл халҡы ла төрлөләнә башланы шул...
Ауыр хәбәр менән шаңҡытып аптыратҡан ауыл яңылығын еткереүсе телефонымды усыма йомарлап таң һарыһы һыҙылып килгән офоҡҡа ҡарап ҡаттым. Алыҫта- алыҫта бынан дүрт йөҙ саҡрым арауыҡтағы кескәй генә ауылымды күҙ алдына килтергә тырышам:
көрәктәрен яуырындарына һалып, балта кәрәк яраҡтарын алып ир -аттар зыяратҡа табан юл алалыр инде, көн яҡтыһы төҫө күрһәтмәҫтән биҙрәләрен япма менән ябып ,ағым ыңғайына һыу һоҫоп , кемдер көрт юлдан мәйет тәрбиәләйһе йортҡа атлайҙыр... Ара -тирә ҡолаҡтан ҡолаҡҡа ғибрәтле үлем сәбәптәре төптәшеләлер, һәр кем үҙ белгәнен әйтеп аҙағына "аллам һаҡтаһын !"-тип тә ҡуялыр, йәлләп йәшенә быуҙығыусылар ҙа бихисаптыр...
Сәбилә инәй... Әсәйемдән ни бары бер айға ғына оло, шул тиклем теремек, сос инәй ине. Эшләмәгәне -белмәгәне булмағандыр уның, ауылда тәүләп ҡыяр помидор ултыртып, барыһын аптыратып хатта көнләштереп йәшәне бер мәл. Ҡәйнәһе Сафура инәй килененең булдыҡлылығына маһайып туя алмаҫ ине. Ана шунан да Сәбилә инәйгә "маҡтауҙы килен " ҡушаматы тағылды ла инде. Доньяһына күҙ ҡараҡ ҡәйнәһе булғанға, етмәһә ай һайын пенсияһын алып торғас колхоздың эш хаҡын тотҡарлауҙарын һиҙмәне лә шикелле улар."Маҡтауҙы киленгә " маҡтауҙар килешмәне, етшһеҙлектән түгел, етенә алмауҙан яңы кәсепкә өйрәнде Сәбилә инәй. Быныһын да яҡшы хәтерләйем. Мин әле сығарылыш класында саҡта уҡ ҡаланан оло сумкаға тейәп спирт ташып, һыуға ҡатыштырып һата башланы инәйем. Көн тимәй , төн тимәй күрше ҡапҡабыҙ төбөн ҡыҙырған ҡыҙмаса халыҡтын этлеге беҙгә лә тейә башланы. Йә баҡса мөйөшөн уя төкөп китәләр, йә йортто бутап ҡара төн уртаһында шом һалып ишек туҡмайҙар. Тыйманы түгел тыйып ҡараны әсәйем, тыңлашманы Сәбилә инәй. Килененең бындай "уңғанлығын "белмәгән ҡәйнә кеше лә һүҙ ҡыҫтырып ҡараны ла, тик урынһыҙ булды, ҡолағына ла элмәне инәй. Ара тирә төшөрөргә яратҡан Закир апаға ни хөрриәт тормош башланды. Әсәйемдең Сәбилә инәйгә әйткән һүҙҙәрен дә иҫләйем әле, ҡойма аша һөйләшкәйнеләр, кисә генә кеүек :
"… һуң, Сәбилә әхирәт, шул тиклем етешә алмай ятмайһың бит! Һатма әле шул араҡыңды?! Өй өҫтөндә булмаһа эҙләр эҙләр ҙә туҡтар кеше, эсмәҫ. Һин һатҡас һуңғыға булһа ла алып айнығалмай тик йөрөйҙәр бит?! Минеке ише ете бала түгелдә үҙеңдең, бер малайыңды ҡалайтһаң да инде..."
Сәбилә инәйем йөҙөн дә һытмай ҡалалағы яңғыҙ бөртөк улына квартира алып бирешәбеҙ ҙә, аҙаҡ туҡтарбыҙ, тигәнерәк һүҙ һөйләп китеп барҙы...

Бит ҡулымды йыуып сәй ҡайнатып, балаларҙы мәктәпкә, иремде эшкә оҙаттым. Уйҙарымды нисек кенә борғослап ҡарамайым, барыбер тыуған ауылыма, бөгөнгө көн фажиғәһенә әйләнә лә ҡайта.
"Ейәне мәсхәрәләгән..." Ояты ни тора?! Аллам һаҡлаһын! Сабир ағай (Сәбилә инәйҙең берҙән бер улы)ҡаланан мәрйә еңгәй алып шунда ҡалғанын белә инем белеүгә, балалары нисәү икәнен, был фажиғәлә нисә йәштәр тирәһендәге ейән ҡаташҡанлығын күҙ алдына килтерә лә алманым. Арыуыҡ ғүмер ҡырҙа үткән шул. Ҡайтҡан киткәндә күрше хаҡы тип ингеләгәнем дә булды, Сәбилә инәйҙең осһоҙло араҡы табыу юлдарын һорашыуын өнәмәй сыҡҡайным һуңғы юлы ла. Тимәк һатҡан, туҡтамаған, инде бығаса йәшәр мөйөшө булғандыр бит инде Сабир ағайҙың?!.Уҙған йыл бахмурҙан Закир апа үлеп китте, Сафура инәй ҙә гүргә ингәненә байтаҡ...
Ҡулыма эш бармай. Кер йыуайым тиһәм дә әллә нисек, йылға аша булһа мәйет эш эшләргә ярай ти торғайны өләсәйем, бер түгел ҡырҡ йылға аша ятһам да тотона алманым кергә лә. Көндөң кискә ауышыуын, әсәйемдең шылтыратыуын көтә башланым.
Ҡараңғы тәҙрәләргә һырыла башлауға телефонымда әсәйемдең номеры "йыр һуҙҙы " . Хәләхүәл һорашып, көн торошон, балаларҙың һәр ҡайһыһын барлап белешеп сыҡҡас ҡына әсәйем иртүк хәбәр иткән фажиғәғә күсте:
— Эй, балам. Шул тиклем аяныслы китер тип кем уйлаһын. Тыйылманы бит тыйманыҡмы ни?! Әллә ниндәй ғиллә тартып тик тора, инде һатмайым тип ҡарайым, ишек төбөңә араҡыһын әпкилеп терәп торғастары ауҙарып апҡалып һатам да ҡуям шул ,тигән булғайны бит әле көнэлгәре генә магазинда күргәнемдә. Әжәлен үҙе саҡырып ҡына ҡыйналды инде бисара. Ҡайһындай ҡатын ине! Сафура инәңде хәлдән тайғас өйөнә һалмай иҫке аласығына һалып, ни ут яҡмай, ни күрше тирәһен идермәй яфалааап ҡына ыҙалатҡайны. Ә бит заманында ҡәйнәм тип түгел әсәйемдән генә һалдыра ине, иманын ғына юйҙы ошо кәсеп арҡаһында. Бар ғүмерен, исемен ҡараланы.Риза булып китте тиһеңме ни Сафуа инәң?! Рәнйеш инде, рәнйеш! Үҙен дә шул һалҡын аласыҡта, шул тимер карауатта яфалап ҡына үлтергәндәр бит...
Телефондың теге башында әсәйемдең мышнап илауына түҙмәй мин дә йәшкәҙәп ҡуйҙым.
--Кискә генә ят машина килеп нимәлер ташығандарын шәйләп ҡалғайныҡ та ул, кискә Сабир ағаыйңдың улы Валер килгән ти иптәштәре менән. Уныһын ишетмәнек тә күрмәнек тә. Атаң кистән үк бейә ауырыҡһынып тора, елененә һөт алған, ятмай тигәс, алмаш -тилмәш төнө буйы ҡарауыллағайныҡ. Күрше булғас ишетелә бит, аласыҡтарының уты яна, думбырҙатып музыка ҡуйғандар ине, берәйһеләре эсеп ултыралыр тип әллә ни иғтибар итмәнек.Белгән булһаҡ, йә тауыш -фәләнен ишетһәк тә барыр инек.
Бер үҙе булмаған тиҙәр Валер, наркотик ҡулланған булғандар, ти. Ыстағафирулла, тфү, тфү, дуҫым түгел дошманыма күрһәтмәһен ул көндө...

Ғибрәтле хәлде күҙ алдыма килтереүҙән дә тәнем эҫеле -һыуыҡлы булып, һүҙ ҡыҫтырырға ла ҡурҡып шым ҡалам.
— Иҙгеләп кеә бөткәндәр бисараны, күгәрмәгән имен ере ҡалмаған.Тәүбә, тәүбә! Ахрызаман етһә ата— улын, инә — ҡыҙын танымаҫ ти торғайны ололар, шул тиклем ҡанһыҙлыҡ ҡайҙандыр?! Ошонда йөрөп, өләсәһенең ҡуйынында иркәләнеп үҫкән бала ине лә бит...Кит инде!
Көнө лә килеште, аты юлы юҡ бураны сығып, зыяратты һырынтылап ҡаплап тик торҙо ти. Яҙға тартым булғас ер ҙә иреүҙер тиһәм, шул тиклем ауыр булды ти ҡаҙыуы, атаң әйтә, аталғы -балта менән таш тумырғандай этләндек ти. Шулайҙыр, арыуыҡ ир заты күренә ине лә, алты сәғәттә саҡ ҡәберҙе әҙер тинеләр. Ҡояш байымаҫтан алдаҡуйып өлгөрҙөләр алай ҙа. Сабир ағайың килмәне, мәрйә килен һөйләүенсә инде өсөнсө йыл төрмәлә ти се уны?! Бынау Сәбилә бер белгертмәне бит! Ейәнгенәһе лә юлдан яҙҙы бит инде, эй алла! Харамдың ҡасан яҡшыға алып барғаны бар инде ул. Сафура инәңде лә кешеләр һөйҙәне бит, Сәбилә ауыҙына көсләп араҡы ҡойоп ыҙалатып ас ятҡырып үлтерҙе тип. Утһыҙ төтөн сыҡмайҙыр, тиктәҫкә түгел . Гонаһты булып булмай, кем ҡулына ҡалып, ҡайһылай йән биререңде ҡайҙан беләһең инде?!
Әҙ ауылдаштарҙың башына етмәнеме ни Сәбилә кәсебе?! Иииии, һынай китһәәәәң! Күүүүпме! Ярамаған эш ине, их, тыңламаны шул!
Күрше хаҡы өс өн, ете һен, ҡырҡ көнлөгөн дә үҙем уҡытырмын тием. Сафура инәңдең дә йылдығы яҡынлап килә, Закирға ла аят бағышлатырмын. Инде йыйған байлыҡ тип нәмәне, шыплап тултырған. Ана, ултырҙы ла ҡалды эт ҡошҡа ем булып. Шул мәрйә килен кинәнә инде, Валерҙы тейәп киткәндәр ти, аталы -уллы ултыралар инде тотҡонда, аллам һаҡлаһын!Харам йоҡмай шул, хәләл әс тир менән тапҡанға етмәй инде!...

…Дүрт йөҙ саҡрым алыҫта ятҡан ауылымдың фажиғәһе күҙ алдымда йүгерә.Гүйә тәнендәге әллә ҡасандан һыҙлатып һулҡылдаған һыҙлауыҡ һытылған. Сикәнес эрен һарҡый...
Ҡара ер ҙә үҙ ҡуйынына ҡосорҙан ҡырталашып шаҡырая. Әллә сикәнә?
Ошо һыҙлауыҡҡа "аш "булып күпме күҙ йәше түгелгән? Күпме ғүмер өҙөлгән?Төбө тамыры менән аҡтарылһын инде һыҙлауыҡ, һау урындан тағын баш ҡалҡытаһы булмаһын ғына...

… Уйҙарымды ни тиклем яҡшы юҫыҡҡа бороп ятмайым, күҙемә йоҡо эленмәй этләне. Таңға ҡарай ғына ойоп китһәм дә, төшөмдә урам буйлап сыңлап илап үткән Сәбилә инәйем тауышына һиҫкәнеп уяндым. Эйе, ҡәбер тынлыҡтары юҡтыр ахры ундайҙарға...

P.S.
Бик йыш ҡына ҡатын затын гөл -сәскәгә тиңләйбеҙ. Тилебәрән(дурман)дә сәскә тип һанала шул...



Автор: Миңзәлә СИРҒӘЛИНА-БОҪҠОНОВА
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар


  1. Сармат
    30 января 2019 13:02: Сармат
    Ғибрәт алырлыҡ әҫәр, реаль тарих һүрәтләнгәнгә оҡшаған был хикәйәлә...
    (Текста хаталар бар, байтаҡ ҡына... төҙәтештереп, мөхәриррләп баҫтырыу юҡмы ни хәҙерге заманда?)
  2. Артур
    31 января 2019 15:38: Артур
    Цитата: Сармат
    Ғибрәт алырлыҡ әҫәр, реаль тарих һүрәтләнгәнгә оҡшаған был хикәйәлә...
    (Текста хаталар бар, байтаҡ ҡына... төҙәтештереп, мөхәриррләп баҫтырыу юҡмы ни хәҙерге заманда?)

    Был яҙма гәзит өсөн әҙерләнмәне, авторҙың "Бәйләнеш"тәге сәхифәһенән алынып ҡуйылды, шуға күрә, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ ғәфү итһен


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 - Әҙәбиәт Ил ағаһын күргем килә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар